Рупия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Британия хакимиәте тарафынан XIX быуат башында сығарылған көмөш рупия, уға Могол падишаһы Әләмгир II исеме һәм идара итеүенең 6-сы йылына тура килгән һижрә буйынса 1172 йыл яҙылған, машинала һуғылған

Ру́пия  (санскриттан — һуғылған көмөш) — һинд тарихи көмөш тәңкәһе, әйләнешкә XV быуатта индерелгән, шулай уҡ Көньяҡ Азиялағы бер нисә  илдең аҡса берәмеге

Хәҙерге замандағы символдары: һинд рупияһы — Indian Rupee symbol.svg, Индонезия рупияһы — Rp, башҡа рупиялар — .

Рупияның барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шир шаһ Сури рупияһы

Тәүләп һинд идарасыһы Шир шаһ осоронда (1539–1545) сығарылған. Әкбәр (1556–1605) дәүерендә таралыу алған.   970 келәймәле көмөштән һуғылған, тәңкәнең ауырлығы — 11,534 г. Инглиз колониаль хакимлығы урынлашҡанға тиклем рупияның сифаты үҙгәрешһеҙ ҡала килгән.  Рупиянан тыш, уға нисбәтле тәңкәләр: 1/2, 1/4, 1/8, 1/16 һәм 1/20 рупия, шулай уҡ бүләк итеү өсөн 5, 10, 20, 50 һәм 100 рупиялы тәңкәләр сығарылған.  Ҡағиҙә булараҡ, рупия түңәрәк итеп һуғыла, теләктәр һәм фатихалар яҙып һуғылғандары башлыса Әкбәр осоронда сығарылған, һүрәтләнеше буйынса улар алтын моһурҙы хәтерләткән.  Рупияға номинал һирәк баҫылған. Бөйөк Моголдар дәүерендә һәм уларҙың хакимлығы тарҡала барған осорҙа рупияның төрлө варианттары сығарылған.  

Колониялар рупиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һиндостанда британ биләмәләре рупияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Rupee George V 1918.jpg
Король Георг V рупияһы, 1918 йыл

1671 йылда Британия Ост-Һинд компанияһы Бөйөк Моголдар империяһы тәңкәһенә оҡшатып беренсе рупияны баҫа.  Ләкин рупияларҙың сифаты төрлө төбәктә төрлөсә була. XVIII быуат уртаһынан инглиз рупияларын сығарыу  өс төр менән сикләнә: бенгаль рупияһы «сикка» (sicca-rupie), бомбей рупияһы «сират» (sirat-rupie) һәм мадрас  рупияһы «аркот» (arcot-rupie).

1835 йылда Ост-Һинд компанияһының унификацияланған рупиялары сығарыла башлай, уларға инглиз  королдәре төшөрөлә (беренсеһендә Вильгельм IV портреты була). Тәңкәнең дөйөм ауырлығы  11,664 г (10,692 г саф көмөш) тәшкил итә. 1862 йылда был рупия  «хөкүмәт рупияһы» тигән атама ала:

  • 1 рупия = 16 анна = 64 пайса = 192 пайя.
  • 15 рупия 1 алтын моһурға тиң булған.

Рупия аҡсалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуаттың икенсе яртыһында рупиялар ҡағыҙ банкноталар рәүешендә сығарыла башлай. Уларҙы Индостан банкы (1770—1832), Бенгалия менән Бихарҙың Генераль банкы  (1773—1775), Бенгалия банкы (1784—1791) һәм башҡалар сығара.

1861 йылда Һиндостанда аҡса сығарыуға монополияны Британия хөкүмәте ала.

1935 йылда Һиндостандың Резерв банкы нигеҙләнә, аҡса эмиссияһын ул тормошҡа ашыра. 

Рупияның «төшөүе»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихи рупия көмөш тәңкәнән ғибәрәт була, ғәҙәттә бөйөк державаларҙың валюталары алтын стандартҡа нигеҙләнгән булған. 

XIX быуат аҙағында алтынға ҡарата көмөштөң хаҡы киҫкен арзанайыу арҡаһында ҡыҫҡа ваҡытҡа рупия курсының түбәнәйеүе күҙәтелә: әгәр XIX быуаттың 70-се йылдарында рупия  23 пенстан  ҡиммәтерәк торһа, XIX быуат аҙағына валюта алмашыу курсы бер рупияны 15 пенсҡа, йәғни стерлинг фунтының 1/16 өлөшөнә тиңләй. 

Башҡа британ биләмәләренең рупиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Британ һинд рупияһы Ғәрәбстан ярымутрауында, Британияның Көнсығыш Африкалағы биләмәләрендә һәм Һинд океаны утрауҙарында  таралыу таба.  XIX быуат башында күпмелер ваҡыт  британ Ост-Һинд компанияһының рупиялары Австралияла ҡулланыуҙа була.   1836 йылда һинд рупияһы Цейлондың төп аҡса берәмегенә әүерелә. 1871 йылда Цейлон үҙ рупияһын = 100 цент  сығара (шулай итеп, тәүләп Цейлонда рупияның унлы системаға күсеүе ғәмәлгә аша).

1878 йылда — Маврикий,  1914 йылда  Сейшел утрауҙары үҙ рупияһын сығара башлай. Мальдив утрауҙарында бер ни тиклем ваҡыт Цейлон рупияһы йөрөй. Мальдив утрауҙарының үҙ көмөш аҡсаһы руфия тигән атама ала. 

19061920 йылдарҙа рупия британ Көнсығыш Африкаһының аҡса берәмеге була. Британ Көнсығыш Африкаһының 1 рупияһы  = 100 цент.

19081935 йылдарҙа Занзибарҙың аҡса берәмеге була. Занзибарҙың 1 рупияһы = 100 цент. Ул һинд рупияһы менән тиң йөрөй. 

Бөйөк Британия Бирманы баҫып алғас, 1852 йылда һинд рупияһы уның аҡса берәмеге ителә.  1938 йылда Бирма айырым британ колонияһына әйләнә, бынан бер йыл элек Бирма рупияһы сығарыла башлаған була, ул 1952 йылға тиклем дауам итә.  1952 йылда Бирма рупияһы кьятҡа алмаштырыла.  

Португалия биләмәләренең рупияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Португалия колониялар хакимиәте үҙенең Гоа һәм Диу биләмәләре өсөн рупия сығара. 1 рупия = 16 тәңкә = 960 рейс. 

Рупия Һиндостандағы Португалия биләмәләренең аҡса берәмеге булып  1959 йылға тиклем ҡала, унан һуң ул Португалия Һиндостаны эскудоһына алмаштырыла. 1 рупия 6 эскудоға тиң була.

Франция биләмәләренең рупияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Француз Һиндҡытай банкы Һиндостандағы  француз биләмәләре өсөн үҙ рупияһын сығара. Ул тәүҙә тәңкә, унан һуң ҡағыҙ банкнота рәүешендә була. Францияның колониаль хакимиәте рупияһы британ һинд рупияһына тигеҙ була.  

Германия биләмәләренең рупияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ-Көнсығыш Азияла британ һинд тәңкәләре әйләнештә йөрөй.    1890 йылда тәңкә һуғыу хоҡуғы алған Немец Көнсығыш Африка компанияһы Берлинда үҙ рупияларын һуға башлай. Тәңкәнең ауырлығы 1,6637 г (10,6917 г саф көмөш) тәшкил итә, аверсына Германия императоры Вильгельм II һүрәте төшөрөлгән була. 2, 1, 1/2 һәм 1/4 рупиялы тәңкәләр баҫыла. 1 рупия = 64 баҡыр песа (һинд пайсалары тиңе). 1903 йылда Германия империяһы Көнсығыш Африка  компанияһынан уның тәңкә системаһын үҙләштергәс, рупия (3 рупия = 4 алтын марка дәүмәлендә) алтын маркаға тиңләштерелә. Баҡыр песа һуғыу туҡтатыла, уны геллер алмаштыра: 1 Герман Көнсығыш Африкаһы рупияһы = 100 геллер. Герман Көнсығыш Африкаһы рупияларын сығарыу 1916 йылға тиклем дауам итә, рупиялар Танганьикала 1920 йылға тиклем әйләнештә йөрөй. 

Италия биләмәләре рупияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Британ өлгөһөнә эйәреп, 19091925 йылдарҙа Италияның колониялар хакимиәте рупияны Сомалиҙың аҡса берәмеге итеп сығара. Итальян  Сомалийы рупияһы британ һинд рупияһына һәм Мария Терезия талерына алмашҡа килә.  1 итальян Сомалийы рупияһы  = 100 безе.

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр рупиялары [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡса берәмеге рупия булған илдәр

Һинд рупияһы өлгөһө буйынса 1926 йылға тиклем үҙ тәңкәһен бойондороҡһоҙ Афғанстан сығара (ҡабул рупияһы). 1926 йылда уға алмаш аҡса берәмеге булып афғани  килә.  1932 йылда  рупия  — Непалдың, 1945 йылда бойондороҡһоҙ Индонезияның аҡса берәмеге була  (1944–1945 йылдарҙа Голланд Ост-Һиндостаны территорияһында япон оккупацион рупиялары йөрөй).

 1948 йылда рупия яңы бойондороҡһоҙ Һиндостан һәм  Пакистан  дәүләттәренең төп аҡса берәмеге ителә. Бер аҙ ваҡыт 1 рупия =16 анна = 64 пайса = 192 пайя бүленеше һаҡлана. Аҡса реформаһы һәм унлы системаға күсеү һөҙөмтәһендә 1957 йылдың  1  апрелендә 1 һинд рупияһы 100 пайсаға тиңләштерелә. Пакистанда унлы системаға күсеү 1961 йылда башҡарыла.  19711972 йылдарҙа Пакистан рупияһы бойондороҡһоҙ Бангладеш республикаһының аҡса берәмеге була. 1972 йылда ул такаға алмаштырыла.  19591966 йылдарҙа Һиндостан Резерв банкы ғәрәп кенәзлектәре Катар, Оман һәм Договорлы Оман өсөн Фарсы ҡултығы рупияһын сығара. 

1974 йылға тиклем рупия Бутандың аҡса берәмеге була. 

Хәҙерге рупия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге заманда рупия түбәндәге илдәрҙең аҡса берәмеге булып тора: Һиндостан, Пакистан, Непал, Индонезия, Маврикий, Сейшел утрауҙары, Шри-Ланка.

  • Һинд рупияһы 
  • Пакистан рупияһы 
  • Непал рупияһы 
  • Индонезия рупияһы 
  • Маврикий рупияһы 
  • Сейшел рупияһы 
  • Шри-Ланка рупияһы

2010 йылдың 15 июлендә Һиндостан властары рупияның график символын раҫлай. Рупия билдәһе Деванагари һинд алфавитындағы «Ра» хәрефенән ғибәрәт, ул санскритта һәм рәсми һинди телендә ҡулланыла. «Ра» өҫтөнән  горизонталь һыҙыҡса үткәрелгән. Шул уҡ ваҡытта был билдә вертикаль һыҙыҡһыҙ R латин хәрефенә оҡшаш.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Laughlin J. L. Indian Monetary History (инг.) // Journal of Political Economy. — 1893. — Т. 1. — № 4. — С. 593-596.