Эстәлеккә күсергә

Танганьика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Танганьика
ингл. Lake Tanganyika, фр. Lac Tanganyika, суахили ziwa Tanganyika
Морфометрия
Абсолют бейеклеге773 м
Үлсәме676 × 72 км
Майҙаны32 900 км²
Күләме18 900 км³
Яр һыҙаты1828 км
Иң тәрән урыны1470 м
Уртаса тәрәнләк570 м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге30 м тиклем м
Бассейн
Площадь бассейна231 000 км²
Впадающие рекиРузизи, Малагараси
Урынлашыуы
6°06′ ю. ш. 29°30′ в. д.HGЯO
Африка
Точка
Танганьика
 Танганьика Викимилектә


Танганьи́ка (элекке исеме Танганайка[1][2][3][4][5]) — үҙәк Африкалағы ҙур күл. Оҙонлоғо буйынса иң оҙон сөсө һыулы күл.

Планетала (Байкал менән бер рәттән) иң тәрән һәм боронғо күл. Күләме һәм тәрәнлеге буйынса Танганьика, сөсө һыулы күлдәр араһында, Байкалдан ҡалышып, икенсе урында[6]. Күл ярҙары дүрт илгә ҡарай — Конго Демократик Республикаһы, Танзания, Замбия һәм Бурунди.

Танганьика күле диңгеҙ кимәленән 773 метр бейеклектә Африканың тәрән тектоник уйпатында урынлашҡан, һәм Көнсығыш Африканың боронғо риф системаһы өлөшө булып тора. Һыу аҫты тупһыһы күлде ике тәрән бассейнға бүлә. Күл, донъяның иң ҙур йылғаларының береһе, Конго бассейнына ҡарай.

Күл, 1858 йылда, инглиз сәйәхәтселәре Р. Бёртон һәм Дж. Спик тарафынан асылған.

Бер фараз буйынса «Танганьика» исеме «Етанга янья» һүҙенән килеп сыҡҡан, күлдең көньяғында йәшәүсе бемба ҡәбиләһе теленән тәржеме иткәндә «балыҡ тулған һыу һауыты» тигәнде аңлата.

Икенсе фараз буйынса күлгә исемде суахили халҡы биргән. Был шикле фараз, сөнки суахили халҡы был Бөйөк Африка күлдәре районының ерле халҡы түгел, улар Һинд океаны ярҙарынан күсеп килгән.

Характеристикалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Танганьика күле, июнь 1985

Күл 676 км оҙонлоҡҡа һүҙылған һәм уртаса киңлеге 50 км. Күлдең майҙаны 32900 км², ә яр һыҙата 1828 километр. Уртаса тәрәнлеге 570 метр, максималь тәрәнлеге — 1470 метр. Күләме — 18900 км³[7]. Танганьикадиңгеҙ кимәленән 773 метр бейеклектә урынлашҡан. Күл, Көнбайыш Африка Ер ҡабығы ярылған урында Альбертин риф упҡынында урынлашҡан. Танганьика — риф үҙәненең боронғо һәм эре күле[6]. Яр буйы ланлшафты, ҡағиҙә булараҡ, ҡаялы, тик көнсығыш яры һөҙәк. Бейеклеге 2000 м еткән көнбайыш яры Көнсығыш Африка риф зонаһынынан барлыҡҡа килгән Яр һыҙаты бухталар һәм ҡултыҡтар менән сыбарланып бөткән. Улар араһында иң ҙүры — Бёртон ҡултығы. Күл бер нисә сығаныҡтан туйына, бассейн майҙаны 231 мең км². Күлгә ҡойоусы иң ҙур йылға Рузизи йылғаһы, уның дельтаһы күлдең төньяҡ өлөшөндә ята. Көнбайыштан Малагараси (ингл. Malagarasi River) йылғаһы ҡоя.. Килеп сығышы буйынса Малагараси йылғаһы, Танганьика ҡарағында боронғораҡ һәм элек Конго йылғаһына ҡойған. Берҙән-бер ағып сығыусы йылға — Лукуга (Lukuga), күлдең көнбайыш яры уртаһынан ағып сыға ла, Заир йылғаһына ҡушыла, артабан Атлантик океанға ҡоя[8]. Күл һыуының йыллыҡ килеме 64,8 км³, шуның 40,9 км³ яуым-төшөмгә тура килә (63 %) һәм 23,9 км³ (37 %) йылғаларҙан туйына. Һыу сығымының ҙүр өлөшө — 61,2 км³ (94,4 %) парға әйләнеүгә тура килә, Лукугу йылғаһы менән сығым 3,6 км³ (5,6 %) тип билдәләнә. Уртаса һыу температураһы 25 °C, pH уртаса 8,4. Күлдең тәрәнлеге һәм тропик пояста урынлашыуы һыу әйләнешенә мөмкинлек бирмәй, йәғни һыуҙың өҫкө өлөшө аҫҡы өлөшө менән буталмаған меромиктик һыу ятҡылығына әүерелә.

Эҫе климат шарттарында һыу тиҙ парға әләнеү сәбәпле, һыу кимәле ҡойоусы йылғалар, бигерәк тә Рузизи йылғаһына бәйле. Ҡойоусы йылғалар күл кимәлен Лукугу йылғаһына ағып сығыу кимелендә тота. 12000 йыл элек Рузизи йылғаһы Танганьика күленә ҡоймаған. Рузизи Киву күленән ағып сыға, элек был күл бассейны Нил бассейнендағы Эдуард күленә ҡараған. Тик вулкандар атылыуҙан һуң ғына бассейндар хәҙергесә бүленгән. Боронғо яр һыҙаты эҙенән күренеүенсә, Танганьика кимәле 300 метр түбәнерәк булған һәм күл диңгеҙ менән тоташмаған. Хәҙерге торошо ла тотороҡло түгел, 1858 йылда европалылар күлде асҡанда диңгеҙ менән тоташмаған булыуы мөмкин.

Шулай уҡ, төрлө тарихи дәуерҙә Танганьиканың төрлө ҡойоусы һәм ағып сығыусы йылғалары булыуы мөмкин. Күлгә ҡойоусы һыу күләме аҙ булһа, һауа температураһы күтәрелеүе һыу кимәлен төшөрөргә мөмкин.

Танганьика күле тәрәнлеге Каспий диңгеҙә һәм Байкал күле менән сағыштырғанда

Танганьика флораһы һәм фаунаһы бик бай. Күлдә гиппопотам, крокодил, һыу ҡоштары, ҡыҫала һымаҡтар, ҡоһағаяҡтар, төрлө промысл балыҡтары тереклек итә. Аквариум балыҡтары тотоу яр буйы илдәре хужалығында мөһим урын алып тора.

Күлдә эндемик организмдар тереклек итә, шул иҫәптән Cichlidae (цихлид) ғаиләһендәге организмдар. Күлдәге 200-ҙәр артыҡ балыҡ төрөнөң 170-е эндемик. Икенсе бер үҙенсәлеге, Танганьика күлендә йәшәүселәрҙең диңгеҙ хайуандары менән оҡшашлығңы бар. Был күренеш, күл үҙ тарихында бер ваҡытта ла кипмәгән, ундағы фауна үлмәгән, тик эволюция дәүерендә яңы формалар менән тулыланған икәнен иҫбатлай. Бынан тыш, Танганбика оҙаҡ дәүер сығымһыҙ күл булған, хайуандар донъяһы башҡа һыу ятҡылыҡтарынан изоляцияла үҫешкән.

Танганьика 200 м тәрәнлеккә тиклем тереклек өсөн яраҡлы, түбәндәрәк сероводород концентрацияһы арта һәм тәреклек бөтөнләй тиәрлек юҡ.

Күлең был ҡатламы органик мәл һәм ултыра тоҡомдарҙан торған «ҡәберлек»кә әйләнгән.

Neolamprologus cylindricus

Танганьика күленең балыҡ запасы ерле халыҡ өсөн борон замандан беҙҙең көнгә тиклем төп аҙыҡ-түлек, иҡтисади социаль именлек сғанағы булып тора[6].

Сельд, сардин, лимнотрисса миодон (ингл. Limnothrissa miodon), столотрисса танганьикская (ингл. Stolothrissa tanganicae), шулай уҡ дүрт төр Centropomidae (ингл. Centropomidae) Lates (ингл. Lates): Lates stappersii (ингл. Lates stappersii), Lates angustifrons (ингл. Lates angustifrons), Lates mariae (ингл. Lates mariae), Lates microlepis (ингл. Lates microlepis) төп промысел балыҡтары булып тора.

Танганьика һыуы температураһы төрлө ҡатламдарҙа төрлөсә. Өҫкө ҡатламында 24—30 градус булһа, түбәнгә төшкән һайын һалҡыная. Тәбиғи ағым һәм һыу тығыҙлығы төрлөсә булғанға һыу буталмай, түбәнге ҡатламда 6—8 градус ҡына ҡала.

Танганьика һыуы үтә күренмәле (30 метрға тиклем). Һыуҙа күп булмаған концентрацияла бик күп тоҙҙар эрегән, һыу составы буйынса шыйыҡланған диңгеҙ һыуын хәтерләтә. Һыу ҡатылығы 8—15 градус (башлыса магний тоҙҙары булыуы менән бәйле). Һыу реакцияһы һелтеле, РН 8,0 — 9,5.

Һуңғы йылдарҙа күлдең экологик хәле ҡатмарлы, бигерәк тә Бурунди ярында киҫкен. Танганьика күле һыуына сәнәғәт, ауыл хужылығы, көнкүреш ҡалдыҡтары ташлана.

Һыу үткәргестәр һәм канализация булмағанға яр буйындағы ауылдар тәбиғи хәжәтен һыуға ағыҙа, шул уҡ ваҡытта көнкүреш өсөн һыуҙы шул күлдән ала. Шул сәбәпле, Бурундила холера кеүек аурыуҙарҙың киҫкен күтәрелеүе башлана.

Һуңғы ваҡытта яңы төр үҫемлектәрҙен таралыуы Танганьика экосистемаһынаянаусы хәүеф булып тора.

Иң хәүефлеһе һыу гиацинты (лат. Eichhornia crassipes). Тиҙ үҫеүсе был үҫемлек һыу өҫтөн тығыҙ балыҫ кеүек ҡаплай, был ҡатлам ҡояш нурҙарын үткәрмәй һәм кислород алышыныу режимын боҙа. Был күренеш һыуҙағы организдарҙың миграция һәм үлеме килтерә. Суднолар йөрөүе ҡайынлаша.

Иҡтисади әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Танганьика тирә яҡтағы дәүләттәр өсн мөһим база булып хеҙмәт итә. Күл эсәр һыу, аҙыҡ сығынағы, транспорт юлы булып хеҙмәт итә. Яр буйында таҙа пляждар, матур ҡаялар, утрауҙар һәм диңгеҙ ҡултыҡтары булған өсөн күлдең экотуризм өсөн потенциалы ҙур.

1995 йылда балҡ тотоу менән 45 мең кеше мәшғүл булған, балыҡ тотоусы суднолар иҫәбе 20 мең берәмектән артҡан.

Яр буйы инфраструктураһы һәм туризм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

240 000 кеше йәшәгән Бужумбура ҡалаһы Танганьиканың эре ҡала-порты булып тора, икенсе урында Калеми (Конго) һәм Кигома (Танзания) ҡалалары. Был ҡалаларҙан Дар-әс-Сәләм һәм Һинд океаны менән тимер юл бәйләнеше бар. Яр буйындағы ҡалалар менән судно йөрөшө булдырылған. Инфраструктура күлдең төньяғында һәм көньяғында ныҡ үҫешкән. Төньяҡ өлөшөндә яр буйлап асфальт юл һалынған. Замбия яры буйлап, бик бай булмаған туристар өсөн, эконом класлы ҡунаҡханалар урынлашҡан. Ҡунаҡханалар Касаба, Ндоле, Нкамба һәм Исанга кеүек матур ҡултыҡтарҙа төҙөлгән. Ҡунаҡханаларға быуат башында немецтәр төҙөгән тимер юл менән барырға була. Конго яры буйында экзотика яратыусы туристар өсөн бәләкәй өйҙәр төҙөлгән.

Танганьика күле Танзании, Конго Демократик Республикаһы, Замбии һәм Бурунди илдәре өсөн мөһим пассажирҙар һәм йөк ташыу артерияһы булып тора. Был илдәрҙә автомобильдәр өсөн юлдар төҙөү үҫеш алмаған, шуға һыу юлы мөһим транспорт иҫәпләнә.

  1. И смеются, заливаются / Так, что дубы сотрясаются / На далёкой Танганайке, / На широкой Лимпопо — Корней Чуковский
  2. Я читал об одном англичанине, который задумал исследовать берега таинственной Танганайки — А.Т. Аверченко
  3. И была она покорна, / Как прирученная лайка, / Как особенный, отборный / Чёрный негр из Танганайки — Н.Я. Агнивцев
  4. Проф. Д.П. Григорьев, Лимнология. Гидрология озера Танганайка, Природа, 1978
  5. Танганайка // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  6. 6,0 6,1 6,2 V. T. Langenberg. On the limnology of Lake Tanganyika. Thesis Wageningen University, The Netherlands.ISBN 978-90-8504-784-1. P.13-23
  7. Datbase Summary: Lake Tanganyika. www.ilec.or.jp. Дата обращения: 14 март 2008. Архивировано 10 ноябрь 1999 года. 2008 йыл 21 ғинуар архивланған.
  8. Кравчук П.А. Рекорды природы. — Любешов: Эрудит, 1993. — 216 с. ISBN 5-7707-2044-1.