Альберт (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Альберт
ингл. Lake Albert
01°41′ с. ш. 30°55′ в. д.HGЯO
Lake Albert (Uganda) (NASA).jpg
Илдәр Уганда Уганда
Конго Демократик Республикаһы Конго ДР
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 615 м
Оҙонлоғо 160 км
Киңлеге 30 км
Майҙаны 5300 км²
Күләме 132 км³
Иң ҙур тәрәнлек 58 м
Уртаса тәрәнлек 25 м
Ҡойоусы йылғалар Семлики, Виктория-Нил
Уганда позиция картаһы әлегә юҡ.
Commons-logo.svg Альберт Викимилектә

Альберт (ингл. Lake Albert) — Көнсығыш Африкағы күл.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уганда һәм Конго Демократик Республикаһы сигендә, Көнсығыш Африка рифт үҙәнендә урынлашҡан. Угандала — Ньянца (ингл. Nyanza), Конгола (Заирҙа) 19731997 йылдарҙа президент Мобуту хөрмәтенә Мобу́ту-Се́се-Се́ко (франц. Mobutu Sese Seko) тип аталған[1].

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 615 м. Майҙаны — 5300 км², иң ҙур тәрәнлеге — 58 м.

Яр буйҙары аҙ йырғыланған, башлыса текә; күл төбө яҫы. Альберт күленә Семлики (Эдуард күленән сыға) һәм Виктория-Нил (Виктория күленән сыға) йылғалары ҡоя, Нил (Аҡ Нил) инештәренең береһе Альберт-Нил күлдән сыға. Күлдең көньяҡ өлөшө, Семлики ҡойған урын бик ныҡ һаҙланған. Күлдән көньяҡтараҡ Рувензори һырты урынлашҡан, ә төньяҡ-көнбайыш яр буйҙарында Зәүгәр тауҙар күтәрелә.

Өҫкө ҡатламында һыу температураһы 30 °C-ҡа тиклем барып етә.

Күл балыҡҡа бай (40 төрҙән күберәк: нил алабуғаһы, юлбарыҫ балығы һ. б.). Суднолар йөрөшлө; төп порттары — Бутиаба (Уганда) һәм Касеньи (Конго ДР).

1864 йылда инглиз сәйәхәтсеһе Сэмюэл Уайт Бейкер тарафынан асыла һәм Британия королеваһы Викторияның тормош иптәше Альберт Саксен-Кобург-Готлы хөрмәтенә атала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — Б. 316. — 210000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Географический энциклопедический словарь: Географические названия / Гл. ред. А. Ф. Трёшников; Ред. ко.: Э. Б. Алаев, П. М. Алампиев, А. Г. Воронов и др. — М.: Сов. энциклопедия, 1983.
  • Большая Советская энциклопедия, третье издание. — М.: Советская Энциклопедия, 1970-77 (электронная версия — М.: Научное издательство «Большая Российская энциклопедия», 2004.)
  • Philip’s World Atlas & Encyclopedia. London: George Philip Ltd, 1999. P. 14.