Ньяса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Ньяса
ингл. Nyasa, ингл. Malawi, порт. Lago Niassa, суахили ziwa Nyasa
Морфометрия
Абсолют бейеклеге474 м
Үлсәме560 × 75 км
Майҙаны29 600 км²
Күләме8400 км³
Яр һыҙаты1245 км
Иң тәрән урыны706 м
Уртаса тәрәнләк292 м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге13—23 м
Бассейн
Площадь бассейна6593 км²
Впадающая рекаРухуху
Урынлашыуы
11°52′ ю. ш. 34°35′ в. д.HGЯO
Африка
Точка
Ньяса
 Ньяса Викимилектә

Нья́са[1] (шулай уҡ Мала́ви, ингл. Nyasa йәғни Malawi, порт. Lago Niassa) — Көнсығыш Африкалағы күл. Көнсығыш Африка рифт үҙәне күлдәре араһында майҙаны буйынса иң ҙур күл. Малави, Мозамбиком и Танзанией. Төньяҡтан көньяҡҡа табан 560 км һуҙылған, максималь тәрәнлеге — 706 м. Донъяла сөсө күлдәр араһында ҙурлығы буйынса туғыҙынсы, ә тәрәнлеге буйынса өсөнсө урынды биләй.

«Ньяса» — яо халҡының телендә «күл» тип аңлатыла.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл Көнсығыш Африка рифт үҙәненең көньяҡ осонағы ер ҡабығынағы йыйырсыҡты тултыра. Оҙонлоғо 584 км, киңлеге 16—80 км. Майҙаны — 29 604 км²[2], уртаса тәрәнлеге 292 м, иң ҙур тәрәнлеге — 706 м. Күлдең дөйөм күләме — 8 400 км³.

Күл бассейнынң күп өлөшөн таулыҡтар һәм тауҙар биләй, улар рифт үҙәненең сиктәре булып тора.

Күлгә 14 йылға ҡоя. Төп ҡушылдыҡтары: Рухуху, Сонгве, Төньяҡ һәм Көньяҡ Рукуру, Двангва, Буа һәм Лилонгве. Күлдән берҙән-бер сығыусы йылға — Шире (Замбези бассейны)[3].

Малави һәм Танзанияның хәҙерге сиктәре (өҙлөклө һыҙыҡ) һәм Танзанияның дәғүәһе (пунктир һыҙыҡ)

Күлдең һәм уның бассейнының ҙур өлөшө (68 %) Малави сиктәрендә урынлашҡан; күл бассейнының 25 %-ы — Танзания территорияһына, 7 % — Мозамбикка керә. Мозамбик сектороның үҙәгендә, күлдең көнсығыш өлөшөндә Малави дәүләтенә ҡараған Ликома һәм Чисумулу утрауҙары урынлашҡан.

Төрлө баһаламалар буйынса Ньясала, 500-ән 1000-гә тиклем балыҡ төрө тереклек итә[4].

Күлдә балыҡсылыҡ үҫешкән. Күлдән сыҡҡан Шире йылғаһында гидроэлектростанция төҙөлгән, ул Малави өсөн төп электрлыҡ сығанағы булып тора.

Төп порттары: Манки-Бей, Чипока, Нхотакота, Нката-Бей, Каронга (барыһы ла Малавила), Манда (Танзания) һәм Кобве (Мозамбик).

Европалылар араһынан тәүге булып 1616 йылда португал сәйәхәтсеһе Гашпар Букарру күлде күрә[5]. Әммә ғилми әҙәбиәттә бына 1860 йылда булған инглиз сәйәхәтсеһе Дэвид Ливингстон күлде «асыусы» тип иҫәпләнә, ул Ньясаны «йондоҙҙар күле» тип атаған[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Атлас мира. — М.: Федеральная служба геодезии и картографии России: Издательский дом «ОНИКС 21 век», 2003. — 448 с., ил. ISBN 5-85576-095-2
  2. Malawi Cichlids. AC Tropical Fish. Aquaticcommunity.com. Дата обращения: 2 апрель 2007.
  3. Lake Malawi. World Lakes Database. International Lake Environment Committee Foundation. Дата обращения: 2 апрель 2007. Архивировано 5 февраль 2012 года. 2007 йылдың 10 февраль көнөндә архивланған.
  4. Protected Areas Programme. United Nations Environment Programme, World Conservation Monitoring Centre, UNESCO (October 1995). Дата обращения: 26 июнь 2008. Архивировано 11 май 2008 года. 2008 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
  5. Давид Ливингстон. Жизнь исследователя Африки М. «Мысль» 1984 2009 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
  6. Luxury Malawi Safari — Lake Malawi, Liwonde, Likoma Island : Wilderness Journeys 2011 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]