Эстәлеккә күсергә

Махатма Ганди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Махатма Ганди
મહાત્મા ગાંધી
Исеме:

Мохандас Карамчанд Ганди

Тыуған урыны:

Британ һиндостаны, Бомбей президентлығы, Порбандар

Гражданлығы:

 Һиндостан

Дине:

Индуизм[1]

Партия:

Һиндостан милли конгресы[d][2]

Төп идеялары:

гандизм, сатьяграха

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәси эшмәкәр, фәйләсуф

Әсәһе:

Путлибай

Ҡатыны:

Кастурба Ганди

Наградалары:

Золотой орден Компаньонов Оливера Тамбо (ЮАР)

Автограф

Автограф

 Махатма Ганди Викимилектә


Индуизм

Aum

Тарихы · Пантеон

Шактизм  · Шиваизм  ·
Смартизм  · Вайшнавизм

Дхарма · Артха · Кама
Мокша · Карма · Сансара
Йога · Бхакти · Майя
Пуджа · Мандир · Киртан

Веды · Упанишады
Рамаяна · Маһабһаратам
Бхагавад-гита · Пураны
башҡалары

Туғандаш темалар

Индуизм илдәр буйынса · Календарь · Индус байрамдары · Креационизм · Монотеизм · Атеизм · Индуизмды ҡабул итеү · Аюрведа · Джьотиша

Hindu swastika

Портал «Индуизм»

Моханда́с Карамча́нд «Маха́тма» Га́нди (гудж. મોહનદાસ કરમચંદ (મહાત્મા) ગાંધી, һинд मोहनदास कर्मचन्द (महात्मा) गान्धी, ингл. Mohandas Karamchand "Mahatma" Gandhi [ˈmoːɦənd̪aːs ˈkərəmtʃənd̪ ˈɡaːnd̪ʱi] ; 2 октябрь 1869, Порбандар, Гуджарат — 30 ғинуар 1948, Нью-Дели) — Һиндостандың Бөйөк Британиянан бәйһеҙлеге өсөн көрәшкән етәкселәренең һәм идеологтарының береһе. Уның көс ҡулланмау (сатьяграха) фәлсәфәһе тыныс үҙгәрештәр яһаусы хәрәкәттәр өсөн йоғонтоһо ҙур була.

Уның исеме Һиндостанда изгеләр рәтендә иҫәпләнә. Милләттең рухи етәксеһе Махатма Ганди бар ғүмерен илде төрлө дини өҙгөләүҙәрҙән ҡурсауға бағышлай. Һуңғы йылдарҙа уның ҡорбанына әүерелә.

Ганди сауҙагәрҙәр ғаиләһенән сыҡҡан. Уның атаһы Карамчанд Ганди (18221885) йылдарҙа дивандың Порбандарҙағы баш министры булып торған.

Гандиҙар ғаиләһендә бар дини йолалар ҙа башҡарылған. Бигерәк тә уның әсәһе Путлибай ныҡ дини кеше булған. Храмдарҙағы табыныуҙар, ураҙалар, ҡатмарландырылған вегетарианлыҡ, дини (индустар тураһында) китаптар уҡыу, дин темаларына вәғәздәр — йәш Гандиҙың ғаиләһе өсөн рухи тормошҡа әүерелгән.

Ганди Көньяҡ Африкала (1895)
Мохандас Ганди һәм уның ҡатыны Кастурбай (1902)

Ата-әсәһе уны 13 йәшендә йәштәш ҡыҙыҡайға өйләндергән. Был ғаилә бюджетына экономия булһын өсөн эшләнә. Сөнки ошо көндә үк ике туған ағаһына ла никах үткәрелә. Уларҙың дүрт улдары тыуа: Харилал (18881949), Манилал (28 октябрь 18921956), Рамдас (18971969) һәм Девдас (19001957). Хәҙерге Неру-Ганди династияһы вәкилдәре уларҙың вариҫтарына ҡарамай. Уның өлкән улы Харилал эскән, аҙғын тормош алып барған, бурысҡа батҡан, бер нисә тапҡыр динен үҙгәрткән; бауыр сиренән вафат булған. Атаһы унан баш тартҡан. Башҡа улдары атаһының тарафдаштары һәм Һиндостандың азатлығы өсөн әүҙем көрәшселәр булған. Девдас исемле улы, ғаиләләренең дини яҡтан ҡапма-ҡаршы яҡта тороуына ҡарамаҫтан, 1933 йылда Һиндостан милли конгресы етәкселәренең береһе, Гандиҙың ялҡынлы тарафдашы, милли батыры Раджаджиҙың ҡыҙы Лакшиға өйләнә.

19 йәшендә Мохандас Ганди Лондонға юридик белем алыу өсөн йүнәлә. 1891 йылда уҡыуын тамамлағас, кире Һиндостанға ҡайта. Тик ватанында уның һөнәри эшмәкәрлеге кәрәк булмай. Ул Көньяҡ Африкаға эшләргә китә. Унда индеецтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш юлына баҫа. Ул унда беренсе булып көрәш өсөн көс ҡулланмау (сатьяграха) сараһын ҡуллана. Уның тормошҡа ҡарашын формалаштырыуҙа Бхагавадгита, шулай уҡ Генри Дэвид Торо һәм Л. Н. Толстоойҙың идеялары ярҙам иткән.(Толстой менән ул хатлашып торған)[3]). Ганди үҙе ирланд патриоты Майкл Девиттың идеяларын да таныған[4].

1915 йылда К. М. Ганди Һиндостанға ҡайта, һәм дүрт йылдан һуң илде Британияның колониаль хакимлығынан азат итеү көрәшенә ҡушыла. 1915 йылда атаҡлы һинд яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса нобель премияһы лауреаты Рабиндранат Тагор Мохандас Гандиға ҡарата тәүләп «Махатма» (dev|महात्मा) — «бөйөк йән» титулын ҡулланған. Сам Ганди, аскет булараҡ, титул мине күңелһеҙләдерә тигән. Һиндостан милли конгресы лидерҙарының береһе Тилак, үлеме алдынан, уны үҙенең вариҫы тип иғлан итә.

Махатма Гандиҙың сәйәси ҡараштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә Махатма Ганди көс ҡулланмай ҡаршы тороу алымын файҙаланған: айырым алғанда, уның инициативаһы менән һиндтар британ тауарҙарына һәм учреждениеларға бойкот иғлан иткән, шулай уҡ күрәләтә байтаҡ закондар боҙолған. 1921 йылда Ганди Һиндостан милли конгресын етәкләгән, ә һуңынан, башҡа партия етәкселәренең милли азатлыҡ хәрәкәтенә ҡарата позициялары тап килмәүе арҡаһында, 1934 йылда унан китә.

Уның каста тигеҙһеҙлеге өсөн килешмәүсән көрәше киң билдәле. «Тейелгеһеҙлек ҡыуыла икән, ул тулыһынса ғибәҙәтхананан да, тормоштоң башҡа сфераларынан да ҡыуылырға тейеш».

Ганди тейелгеһеҙҙәрҙе дискриминациялауҙы донъяуи закондар ярҙамында туҡтатырға уйлаған. Ул тейелгеһеҙлек институты индустарҙың бергә йәшәү принцибына ҡаршы килә, тип аңлатҡан һәм шулай итеп һинд йәмғиәтен тейелгеһеҙҙәр ҙә, башҡа һиндтар кеүек үк, тиң хоҡуҡлылар тигән төшөнсәне һеңдерергә тырышҡан. Башҡа төрлө тигеҙһеҙлек менән бер рәттән Гандиҙың тейелгеһеҙлеккә ҡаршы көрәшенең дини нигеҙе лә булған: Ганди, кешеләрҙең барыһына ла, уларҙың раса, каста, этник һәм дини-общинаһы айырымлығына ҡарамаҫтан, иң тәүҙә тыумыштан бүләк ителгән илаһилыҡ хас.

Шуға ярашлы, тейелгеһеҙҙәрҙе ул хариджандар — хоҙай балалары тип йөрөтә башлаған. Хариджандарҙы дискриминациялауҙы юҡ сығарыу маҡсатында, Ганди өлгө күрһәткән: ул хариджандарҙы үҙенең ашрамына яҡынайтҡан, улар менән бер табында ашаған, өсөнсө класлы вагондарҙа йөрөгән, уларҙы яҡлап аслыҡ иғлан иткән. Әммә ул тейелгеһеҙҙәрҙең ижтимағи тормоштағы айырымлығын, уларға учреждениеларҙа, уҡыу йорттарында, закон сығарыу органдарында урын өсөн көрәште танымаған. Ул тейелгеһеҙҙәрҙе йәмғиәттә, милли азатлыҡ хәрәкәтендә айырып ҡарауға ҡаршы булған.

Ганди һәм тейелгеһеҙҙәр лидеры доктор Амбедкар араһында уларҙы башҡа касталар менән тиңләштереү мәсьәләһенә ҡарата килешмәүсән ҡараштары фаш ителә. Ганди үҙенең оппонентын хөрмәт итә, ләкин Амбедкарҙың радикаль ҡараштары һинд йәмғиәтенең тарҡалыуына килтерер тип иҫәпләй. 1932 йылда Ганди аслыҡ иғлан иткәнлектән, Амбедкар уның менән күпмелер дәрәжәлә килешһә лә, Ганди тейелгеһеҙлеккә ҡаршы көрәштә Амбедкар менән берләшә алмаған.

Ганди, конструктив программа иғлан итеп, уны тормошҡа ашырыу маҡсатында, бер нисә ойошма булдырған. Иң әүҙем ойошмалары: «Чарка Сангх» һәм «Хариджан Севак Сангх». Әммә Ганди тейелгеһеҙҙәрҙең хәлен тамырынан үҙгәртә алмаған, һәм был хәл уны ауыр хафаға һалған. Шулай ҙа уның тейелгеһеҙлек мәсьәләһендәге ҡараштарының Һиндостандағы сәйәси мәҙәниәткә һәм сәйәси аңға йоғонтоһо бәхәсһеҙ. Һиндостандың тәүге конституцияһында рәсми рәүештә тейелгеһеҙҙәрҙе дискриминациялауҙы тыйыу тураһында яҙылып ҡуйылған икән, был Гандиҙың данлы эше.

Оҙаҡ йылдар дауамында Ганди көс ҡулланмау принцибын эҙмә-эҙлекле яҡлаусы булған. Әммә Ганди ҡараштарын етди һынауға дусар итерлек ситуация килеп сыҡҡан. Көс ҡулланмау принцибы Һиндостан милли Конгресы тарафынан Һиндостандың азатлығы өсөн көрәшкә ҡарата ла ҡабул ителһә лә, тышҡы агрессиянан һаҡланғанда Конгресс был принципҡа таянмаған.

Яҡынса 1938 йылғы мюнхен кризисы осоронда, һуғыш сығыу ихтималлығы менән бәйле, тәүләп был мәсьәлә ҡалҡып сыға. Әммә кризис тамамланыу менән был һорау юҡҡа сыға. 1940 йылдың йәйендә Ганди һуғышҡа мөнәсәбәт буйынса был һорауҙы яңынан Конгресс, шулай уҡ киләсәктә бойондороҡһоҙ Һиндостандың тышҡы сәйәсәте алдында ҡуя. Конгрестың башҡарма комитеты көс ҡулланмау принцибын тәрәнгә йәйелдереү мөмкин булмауын әйтә. Был мәсьәлә буйынса Ганди һәм Конгресс араһында өҙөклөк барлыҡҡа килә. Әммә ике ай үтеүгә Һиндостандың киләсәктәге тышҡы сәйәсәтенә ҡарата Конгресс позицияһын аныҡлау сығарыла (һуғышҡа мөнәсәбәт буйынса бер һүҙ ҙә әйтелмәй). Унда, Конгрестың Башҡарма комитеты «сварадж өсөн көрәштә көс ҡулланмау сәйәсәтенә һәм тәжрибәһенә генә түгел, ләкин ирекле Һиндостанда ниндәй дәрәжәлә ҡулланыуы мөмкинлегенә ҡарап, ныҡлы ышана», тип әйтелгән була, «ирекле Һиндостан дөйөм ҡоралһыҙландырыуҙы бөтөн көсө менән хуплар һәм был тәңгәлдә бар донъяға өлгө күрһәтер. Был инициативаны тормошҡа ашырыу тышҡы факторҙарға, шулай уҡ эске шарттарға ҡотолғоһоҙ рәүештә бәйле, ләкин дәүләт, көсөнән килгәнсе, ҡоралһыҙландырыу сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйәсәк…». Был формулировка юл ҡуйышып килешеүле була, ул Гандиҙы ҡәнәғәтләндермәй, әммә Конгрестың позицияһын тап шулай белдереү менән ризалаша.

1921 йылда Ганди Һиндостан милли конгресын етәкләй, һәм 1934 йылда башҡа партия етәкселәре менән милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡараштары айырымланғанлыҡтан, был вазифаһынан китә. 1939 йылдың ғинуарында Ганди Свами Бхаратананда менән бергә, Аундх раджаның үҙенең биләмәһендә республика (Аундх эксперименты) иғлан итеүенә ирешәләр. Ганди һәм Бхаратананда Свами яҙған «Ноябрь декларацияһы» — республиканың тәүге конституцияһы була. Һуңынан ул Һиндостан конституцияһын төҙөгәндә файҙаланыла.

1947 йылда Британия Һиндостанының ике өлөшкә — индуистар өҫтөнлөк иткән Һиндостанға һәм мосолман Пакистанына бүленеүенә ҡаршы була. Бүленгәндән һуң мосолмандар һәм индуистар араһында ҡаты көрәш тоҡана. Ганди көс ҡулланыу мәғәнәһеҙ икәнлеген иҫбатларға тырыша, ләкин күрәһең уны бер кем дә ишетмәй. Милләт-ара ыҙғышты туҡтатыр өсөн Махатма Ганди 1948 йылдың ғинуарында аслыҡ иғлан итә. Был милләттәр араһындағы ыҙғышты туҡтата.

Гандиға һөжүм итеү һәм уны үлтереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әммә Ганди индус һәм мосолмандарҙың өлөшләтә ярашыуына ғына өлгәшә ала. Ҡайһы бер индус милли ойошмалары көрәште дауам итергә тигән ҡарар ҡабул итәләр. Әммә Делиҙа Махатма Ганди абруйы уларға ҡаршы тора. Шуға күрә «Хинду Махасабха» лидеры, Мумбай миллионеры Винаяк Дамодар Саваркар Гандиҙы индустарҙың «мәкерле дошманы» тип иғлан итә, ә уның көс ҡулланмай көрәшеү ысулын әхлаҡһыҙ гандизм, ти. Саваркар һинд халыҡтары араһында ҙур ихтирам яулаған фәйләсуфты юҡ итергә ниәтләй. 1947 йылда ул террористик төркөм булдыра. Индуистарҙың тармаҡлы экстремистик йәшерен һүҙ беркетеүе һөҙөмтәһендә 1948 йылдың 30 ғинуарында Ганди үлтерелә.

Иҫтәлеген мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Радж Гхат
  • Махатма Гандиға мемориаль һәйкәл. 1997 йылда Һиндостандың бәйһеҙлеге көнөн билдәләгән ваҡытта АҠШ-та Махтама Гандиға һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар сығарыла.[5]
  • МахтамаГандиға арналған мемориаль-һәйкәлдәр донъяның күп кенә ҡалаларында ҡуйылған:Нью-Йорк, Атланта, Сан-Франциско, Питермарицбург, Мәскәү, Гонолулу, Лондон, Алма-Аты, Дүшәнбе һ. б.
  • Улан-Баторҙа Махатма Ганди урамы бар. Ул урамда шулай уҡ Гандиға һәйкәл ҡуйылған.
  • М. Ганди иҫтәлегенә күп кенә илдәрҙә почта маркалары сығарылған.
  • Роллан Ромен «Махатма Ганди» (1924) — Собрание сочинений, т. XX, — Л.: «ГИХЛ», 1936
  • Рославлев У. Гандизм. — М.: Соцэкгиз, 1931
  • Датта Д. Философия Махатмы Ганди / Пер. с англ. А. В. Радугина. — М.: Изд-во иностр. лит., 1959
  • Намбудирипад Е. М. Махатма Ганди и гандизм. — М.: Изд-во иностр. лит., 1960
  • Комаров Э. Н., Литман А. Д. Мировоззрение Мохандаса Карамчанда Ганди. — М.: Наука, 1969
  • Мартышин О. В. Политические взгляды Мохандаса Карамчанда Ганди. — М.: Наука, 1970
  • Бессмертный лотос: Слово об Индии / Сост. А. Сенкевич. — М.: Мол. гвардия, 1987
  • Открытие Индии: Философские и эстетические воззрения Индии XX в. / Пер. с англ., бенг. и урду; Редкол.: Э.Комаров, В.Ламшуков, Л.Полонская и др. — М.: Худож. лит., 1987
  • Горев А. В. Махатма Ганди 2-е изд. — М.: «Международные отношения», 1989
  • Полонская Л. Р. Махатма Ганди: Смысл жизни. Святой или политический деятель? // Новая и новейшая история № 4, 1991