2 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
2 октябрь | |
![]() |
2 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 275-се көнө (кәбисә йылында 276-сы). Йыл тамамланыуға 90 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Һөнәри техник белем көнө.
Гвинея: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Һиндостан: Ганди фестивале.
Финляндия: Сельдь байрамы.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1187: Мысыр һәм Сүриә батшаһы Сәләх-әд-дин Иерусалимды ала, был Өсөнсө тәре яуына һылтау була.
- 1551: Иван Грозный ғәскәре Ҡазанды баҫып ала.
- 1870: Рим Италияның баш ҡалаһы итеп иғлан ителә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы (1885—1936), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. «Яңы быуын» әлифбаһы авторы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (1895—8.12.1937), дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1928—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы (1900—26.06.1973), журналист, тәржемәсе, лексикограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт алфавитын латин графикаһынан кириллицаға күсереү буйынса терминология комиссияһы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
- Сальников Константин Владимирович (1900—20.06.1966), ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1960—1966 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология һәм этнография секторы мөдире. Көньяҡ Уралды тикшереүсе. Тарих фәндәре докторы (1966).
- Ғәлиев Рәйес Зәки улы (1945), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1984—1994 йылдарҙа Дүртөйлө районы Калинин исемендәге колхоз рәйесе, Дүртөйлө һөт аҙыҡтары комбинаты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Гришаева Светлана Александровна (1955), хеҙмәт ветераны. 2006—2018 йылдарҙа Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Суфиян Сафуанов (1931—30.11.2009), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1962), профессор. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), В. П. Бирюков (1988) һәм Фәтих Кәрим (2007) исемендәге премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шапошников Борис Михайлович (1882—26.03.1945), Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, хәрби теоретик. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Профессор (1935). Советтар Союзы Маршалы (1940).
- Готман Альфред Леонидович (1947), ғалим-инженер-төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәре докторы (1995), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (2007). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Борисов Михаил Вячеславович (1893—14.02.1951), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1950). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1942). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чанышев Әнүәр Хәйҙәр улы (1924—27.04.2017), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Полковник. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә «РФ Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры.
- Солтанов Риф Абдулнур улы (1939), прокуратура органдары ветераны. 1990—2000 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы прокуроры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1989). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Әзмәтов Хәсән Әхмәтзыя улы (1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иләкшиҙе ауылынан.
- Шаһиев Харис Хызыр улы (1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1990—2000 йылдарҙа Ишембай район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1869: Махатма Ганди, Һиндостандың милли-азатлыҡ хәрәкәте идеологы.
- 1914: Юрий Левитан, Советтар Союзы дикторы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1897: Натаван Хуршидбану, Әзербайжан шағиры.
- 1974: Василий Шукшин, СССР яҙыусыһы, кинорежиссёр һәм актёр.
- 1984: Хәмит Зөбәйер Ҡушай, төркиәтсе, этнограф, археолог.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]