Бородин Павел Валерьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бородин Павел Валерьевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө районы, Михайловка
Һөнәр төрө биатлонист
Спорт төрө Биатлон

Бородин Павел Валерьевич (2 октябрь 1972, Михайловка ауылы, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй биатлонсыһы, биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты призеры, арчери-биатлон буйынса Европа һәм донъя чемпионаттары призеры һәм чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эске ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай. Леонид Александрович Мальцев етәкселегендә күнекмәләр үтә[1]. 2000-се йылдарҙың икенсе яртыһында Хабаровск крайы өсөн сығыш яһай. 2001 йылда биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостан һәм Төмән йыйылма командалары составында эстафетала көмөш миҙал яулай[2]. Һуңынан иғтибарын арчери-биатлон буйынса сығыштарға йүнәлдерә, спорттың был төрө буйынса Рәсәй йыйылма командаһына инә. 2005 йылда Форни-Авольтриҙә донъя чемпионатында эстафетала донъя чемпионы һәм эҙәрлекләү ярышында көмөш призер була[3]. 2007 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән донъя чемпионатында спринтта алтын миҙал яулай[4]. 2008 йылда Мәскәүҙә Европа чемпионатында масс-стартта көмөш призер була, эҙәрлекләү уҙышы һәм спринтта бронза награда яулай[5]. Арчери-биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты кимәлендә 1999 йылда 12 км-ға шәхси ярышта бронза призер була[6].

Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Спорт карьераһы тамамланғас, Өфө ҡалаһы олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй, шулай уҡ биатлон буйынса ярыштарҙа судьялыҡ итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]