Шапошников Борис Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шапошников Борис Михайлович
рус. Борис Михайлович Шапошников
Зат ир-ат[1][2]
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР
Тыуған көнө 2 октябрь 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Златоуст, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 26 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[4][2][3] (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Алексеевское военное училище[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы
Командалыҡ иткән Ленинградский военный округ[d], Московский военный округ[d], Приволжский военный округ[d], М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия, Генеральный штаб Вооружённых сил СССР[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Ойошма ағзаһы СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова I степени Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы орден Святой Анны 4-й степени орден Святой Анны 2-й степени с мечами орден Святой Анны 3-й степени с мечами и бантом орден Святого Станислава 3-й степени с мечами и бантом орден Святого Владимира 4-й степени с мечами и бантом орден Святого Станислава 2-й степени с мечами
 Шапошников Борис Михайлович Викимилектә

Шапошников Борис Михайлович (2 октябрь 1882 йыл26 март 1945 йыл) — Рәсәй империяһы һәм совет хәрби начальнигы, дәүләт эшмәкәре, хәрби теоретик. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Профессор (1935). Советтар Союзы Маршалы (1940).

Б. М. Шапошников СССР-ҙың Ҡораллы Көстәрен төҙөү теорияһына һәм практикаһына, уларҙы нығытыу һәм камиилаштырыуға, хәрби кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Ул хәрби фәнде үҫтереү, Беренсе донъя]] һәм Граждандар һуғышы тәжрибәһен дөйөмләштереү өҫтөндә күп һәм уңышлы эшләй. СССР хәрби доктринаһының төп ҡәғиҙәләрен сағылдырған уставтарҙы эшләү комиссияһында ҡатнаша. Иң билдәле «Армия мейеһе» хеҙмәтендә ул буласаҡ һуғыштың характеры тураһында төп ҡағиҙәләрҙе билдәләй, һуғышта армия менән етәкселек итеүҙәге үҙенсәлектәрен тәрән асып һала һәм Ҡораллы көстәр менән идара итеүҙә Юғары башкомандование органы булараҡ, Генераль штабтың роле, функцияһы һәм структураһы тураһында аныҡ күрһәтмә бирә. Уның һығымталарының дөрөҫлөгөн Бөйөк Ватан һуғышы раҫлай. Б. М. Шапошников хәрби тарихта оператив-стратегик мәсьәләләрҙе яҡшы белгән күренекле хәрби теоретик, талантлы практик кеүек билдәләнә. Әммә «Армия мейеһе» тигән атаманы Шапошников XIX быуат башындағы— XX быуат аҙағындағы инглиз журналисы һәм хәрби теоретик Спенсер Уилкинсондан үҙләштерә[5].

И. В. Сталиндың ҙур ихтирамы менән файҙалана. Борис Михайловичҡа Сталин башҡаларға өндәшкән кеүек «иптәш Шапошников» тип түгел, ә исеме һәм атаһының исеме менән өндәшә. 1930 йылдар аҙағынан алып ул И. В. Сталиндың хәрби мәсьәләләр буйынса баш кәңәшселәренең береһе була.

Бөйөк Ватан һуғышының беренсе этабында (1941 июленән алып 1942 майына тиклем) эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының Генераль штабы начальнигы, Юғары Башкомандование Ставкаһының ағзаһы (1941 йылдың июленән 1945 йылдың февраленә тиклем).

Бөйөк Ватан һуғышы барышында СССР Ҡораллы Көстәр сафынан сығарылған (ауырыуҙан һуң үлем сәбәбле) берҙән-бер Советтар Союзы Маршалы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борис Михайлович Шапошников Рәсәй империяһы Өфө губернаһының Златоуст ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Михаил Петрович (18371912), сығышы менән Ырымбур казактарынан, шәхси ялланып хеҙмәт итә. Әсәһе Пелагея Кузьминична, уҡытыусы булып эшләй. Б. М. Шапошников Красноуфимск сәнәғәт һәм Пермь реаль училищеһында уҡый, уны 1899 йылда тамамлай.

Батша армияһындағы хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19011903 йылдарҙа Б. М. Шапошников Мәскәү Алексеевка хәрби училищеһында уҡый, уны 1-се разряд менән тамамлай, конкурстан тыш барыусы дүрт фельдфебелдән һуң исемлектә бишенсе була һәм подпоручик чины ала. Ташкентта 1-се Төркөстан уҡсылар батальонында хеҙмәтен башлай, 1903—1907 йылдарҙа унда ярты рота менән етәкселек итә.

1907 йылдан 1910 йылға тиклем Генераль штабтың Академияһында уҡый (Император Николаев хәрби академияһы), уны тамамлағандан һуң штабс-капитан була. Академияны тамамлағас, 2 йыллыҡ рота менән цензлы етәкселек итеүҙе үҙенең батальонында үтә, аҙаҡ ул 1-се Төркөстан уҡсылар полкына әйләнә. 1912 йылда Ченстоховта 14-се авалерия дивизияһы штабының өлкән адъютанты булып күсерелә.

1914 йылдың авгусынан алып Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 14-се кавалерия дивизияһының штаб адъютанты вазифаһында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, тактиканы яҡшы белеүе менән бер рәттән, шәхси батырлыҡ күрһәтә. 1914 йылда башына контузия ала. 1915 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында — Төньяҡ-Көнбайыш фронтында 12-се армияның разведбүлек штабында өлкән адъютант ярҙамсыһы. 1915 йылдың ноябренән 1916 йылдың май айына тиклем — Айырым йыйылма казак бригадаһының штаб начальнигы. 1916 йылда хәрби ҡаҙаныштары өсөн Юғары мәрхәмәт менән билдәләнә[6].

1917 йылдың авгусында Төркөстан дивизияһының штаб начальнигы вазифаһын биләй. 1917 йылдың сентябрь айында Б. М. Шапошников полковник дәрәжәһенә күтәрелә һәм 16-сы гренадер Мингрель полкының командиры итеп тәғәйенләнә.

1917 йылдың ноябрь айында Хәрби-революцион комитеттар делегаттары съезында Кавказ гренадер дивизияһының етәксеһе итеп һайлана. 1918 йылдың ғинуар-март айҙарында госпиталдә дауалана.

Ҡыҙыл Армияла хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың март айында Б. М. Шапошников демобилизациялана һәм 2 айҙан һуң үҙ ирке менән Ҡыҙыл армия сафына баҫа. 22 майҙан Юғары хәрби советтың Оператив идаралығының начальник ярҙамсыһы була. 1918 йылдың 7 сентябренән алып октябрь аҙағына тиклем — РВСР Штабының разведбүлек етәксеһе. 30 сентябрҙән алып — РККА-ның Юғары хәрби инспекцияһының хәрби бүлегендә хеҙмәт итә. 1919 йылдың 4 мартынан алып — Украина ССР-ның Наркомвоенмор штаб начальнигының беренсе ярҙамсыһы. 1919 йылдың 15 авгусынан — разведка бүлеге начальнигы, 12 октябрҙән — Республика Реввоенсоветының Оператив идаралығы начальнигы.

1919 йылдың октябрь айында Деникин ғәскәрҙәрен тар-мар итеү буйынса план әҙерләүҙә ҡатнаша. Көньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш фронттарында һәм Ҡырымда 1920 йылдағы кампаниялар пландары авторҙарының береһе.

Граждандар һуғышы ваҡытында Борис Шапошников фронттарға һәм армияларға төп директивалар, бойороҡтар һәм күрһәтмәләр әҙерләй. 1921 йылда Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң, 1921 йылда — РККА штабы начальнигының беренсе ярҙамсыһы. 19251927 йылдарҙа — Ленинград хәрби округының, 1927 йылдың май айынан — Мәскәү хәрби округы командующийы.

19281931 йылдарҙа — РККА штабы начальнигы. 1930 йылда ВКП(б) сафына инә. 1931 йылдың июленән — Волга буйы хәрб округы ғәскәрҙәре командующийы. 19321935 йылдарҙа М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия начальнигы, профессоры һәм хәрби комиссары.

1935 йылдың 20 ноябрендә 1-се ранглы командарм дәрәжәһен алып[7], 1935—1937 йылдарҙа ҡабаттан Ленинград хәрби округы ғәскәрҙәре менән командалыҡ итә.

1937 йылдың 10 майынан — РККА-ның Генераль штабы начальнигы. 1940 йылдың 7 майында Шапошниковҡа «Советтар Союзы Маршалы» хәрби дәрәжәһе бирелә. 1940 йылдың август айында һаулығы буйынса Генштаб начальнигы вазифаһынан бушатыла һәм СССР Оборона Халыҡ Комиссарының нығытылған райондарҙың төҙөү буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1939 йылдың 10 сентябренән 1941 йылдың 9 апреленә тиклем — СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Оборона комитеты ағзаһы.

1937—1945 йылдарҙа Мәскәү өлкәһенән 1-се саҡырылыш СССР юғары Советының депутаты була. Элегерәк СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма комитетының ағзаһы. 1937 йылдың июнендә, М. Н. Тухачевскийҙы, И. Э. Якирҙы, И. П. Уборевичты үлем язаһына хөкөм иткән Махсус суд составына ҡатнашыуға инә. 1939 йылдың 21 мартынан ВКП (б)-ның Үҙәк комитеты ағзаһына кандидат.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән — 1941 йылдың 23 июненән алып 16 июлгә тиклем СССР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советы янында эвакуация буйынса Советта тора. 10 июлдән ВГК Ставкаһы ағзаһы. 1941 йылдың 30 июленән көнбайыш йүнәлешендәге баш командующий штабы начальнигы. 29 июлдә тағы РККА-ның Генштаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. Уның туранан- тура ҡатнашлығында Ҡыҙыл армияның 1941—1942 йылдарҙағы контрһөжүмен әҙерләү һәм алып барыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә. 1942 йылдың 11 майында Керчь аҫтындағы Ҡырым фронты тар-мар ителгәндән һуң РККА-ның Генштаб начальнигы вазифаһынан бушатыла, был вазифала уны А. М. Василевский алмаштыра. 1942 йылдың июненән 1943 йылдың майына тиклем — СССР оборонаһының халыҡ комиссары урынбаҫары. 1943 йылдың июнендә Хәрби академияның Генераль штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1945 йылдың 26 мартында, Еңеү көнөнә 44 көн еткермәй, ауыр сирҙән вафат була (ашҡаҙан рагынан). Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда ерләнә. Б. М. Шапошников Бөйөк Ватан һуғышы барышында СССР ҡораллы көстәр сафынан төшөп ҡалған берҙән-бер Советтар Союзы Маршалы була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны— Шапошникова Мария Александровна (тыумыштан Вьюкова) (18991975)—1930 йылдан 1948 йылға тиклем Ҙур театр солисы (сопрано) Репертуары: «Ҡарһылыу»(үҫмер), «Лакм» (Элле), «Ҡарға дама» (Прилепа), «Һыу инәһе» (Ольга), «Риголетто» (Джильда), «Севилья цирюльнигы» (Розина), «Богема» (Мюзетта), «Евгений Онегин» (Татьяна), «Дүрт деспот» (Лючетта), «Фигароның туйы» (Сюзанна), «Кенәз Игорь» (Ҡыпсаҡ ҡыҙы).

Улы — Игорь Борисович (19181991) — инженер ғәскәрҙәре генерал- лейтенанты, хәрби фәндәр докторы, профессор. Хәрби академияның Генераль штабы кафедраһы етәкселәренең береһе. Уның ҡатыны — Слава Александровна Шапошникова (1928) — актриса, Щукин исемендәге училищены бөтә. А. С. Пушкин исемендәге һәм Маяковский исемендәге театрҙарҙа эшләй. «Азат итеү» киноэпопеяһында Б. М. Шапошниковтың ҡатыны Мария Александровна ролен башҡара[8].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 4-се дәрәжәләге Изге Анна ордены (26.10.1914)
  • Ҡылыстар һәм бант менән 4-се дәрәжәләге Изге Владимир ордены (02.11.1914)
  • Ҡылыстар һәм бант менән 3-сө дәрәжәләге Изге Анна ордены (1915)
  • Ҡылыстар һәм бант менән 3-сө дәрәжәләге Изге Станислав ордены (22.07.1916)
  • Ҡылыстар менән 2-се дәрәжә Изге Анна ордены, (01.11.1916)

СССР[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маршалы шапошников мәскәүҙә ҡораллы көстәре үҙәк музейы наградаһы

  • 1963 йылдың 11 декабрендә «Атыу» комсостав курстарына Советтар Союзы Маршалы Б. М. Шапошников исеме бирелә.
  • 2018 йылдың февраль айынан Рәсәй Федерацияһының Оборона Идаралығы Милли үҙәгенең залдарының береһе Советтар Союзы Маршалы Б. М. Шапошников исемен йөрөтә.
  • Златоуст ҡалаһында Шапошников урамы
  • Мәскәүҙә Колымажный тыҡрығы 1962—1993 йылдарҙа Маршал Шапошников урамы тип аталған.
  • Мәскәүҙә Маршал Шапошников урамы (2017 йылдың февраленә тиклем — Проектланасаҡ юл 5509)
  • Воронеж ҡалаһында Маршал Шапошников .урамы.
  • Силәбе ҡалаһында Маршал Шапошников урамы.
  • Бәләбәй ҡалаһында Шапошников урамы.
  • Иркутск ҡалаһында Шапошников тыҡрығы.
  • Горловка ҡалаһында Шапошников урамы
  • БПК (Ҙур кәмәгә ҡаршы корабль) «Маршал Шапошников».
  • Бәләбәй (Башкортостан Республикаһы) ҡалаһында Чапаев урамында ике мемориаль таҡта ҡуйылған.

32 йорттағы яҙыу:

«Был өйҙә 1898 йылдан алып 1901 йылға тиклем Советтар Союзы Маршалы Б. М. Шапошников йәшәгән».

«Бында 1900—1901 йылдарҙа РККА генераль штабының начальнигы, СССР-ҙың халыҡ комиссарҙары урынбаҫары Советтар Союзы Маршалы Б. М. Шапошников эшләгән».

:

Кинематографта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В. А. Абрамов — Уттағы диңгеҙе(1970), Блокада (1974)
  • Б. А. Фрейндлих — Мәскәү өсөн һуғыш (1985), Быуат трагедияһы (1993)
  • Н. Н. Волков (кесе) — Көнбайыш йүнәлешендәге һуғыш (1990)
  • «Йондоҙ» телеканалында «Маршал Сталин» циклынан «Борис Шапошников», «Галакон» студияһы, 2015.[1]

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Конница: Кавалерийские очерки. Высший военный редакционный совет. 1922; 2-е изд. — 1923.
  • На Висле: К истории кампании 1920 года. М.: Воениздат, 1924.
  • Варшавская операция. М., 1933.
  • Битва за Москву. Московская операция Западного фронта 16 ноября 1941 г. — 31 января 1942 г.
  • Воспоминания — военно-научные труды. — М., 1974.
  • Статьи в журнале «Военное дело».
  • Мозг армии. В 3-х кн. М., 1927—1929.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #32793431 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Boris Mikhailovich Shaposhnikov // TracesOfWar
  4. 4,0 4,1 4,2 Шапошников Борис Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Wilkinson, Spenser. The Brain of an Army: A Popular Account of the German General Staff. — Westminster, A. Constable & co., 1895. — 245 с.
  6. «Русский инвалид» № 148 от 5.07.1916 г.
  7. Постановление ЦИК и СНК СССР от 7 октября 1935 года
  8. Максимова М. Ю. Маршальская молитва. Православная Москва (апрель 2015).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шапошников Борис Михайлович на сайте Министерства обороны Российской Федерации
  • Шапошников, Борис Михайлович. Проект «Русская армия в Великой войне»..
  • Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза, 1898—1991.
  • Суржик Д. В. Шапошников Борис Михайлович. Проект РВИО и ВГТРК «100 великих полководцев». Архивировано 18 июнь 2013 года.