«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы
Нигеҙләү датаһы 24 ғинуар 1938
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә медаль «За освоение недр и развитие нефтегазового комплекса Западной Сибири»[d]
Түбәнерәк дәрәжә "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы[d]
Нигеҙендәге текст Указ Президиума ВС СССР от 24.01.1938 об учреждении юбилейной медали «XX лет Рабоче-Крестьянской Красной Армии»[d]
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
 «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы Викимилектә

«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 20 йыллығы» юбилей миҙалы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының (РККА) һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының (ВМФ) егерме йыллығы айҡанлы СССР Юғары Советы Президиумының 1938 йылдың 24 ғинуарындағы «„Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының ХХ йыллығы“ юбилей миҙалын булдырыу тураһында» исемле Указына ярашлы булдырыла.

Миҙал һүрәтенең авторы — рәссам С. И. Дмитриев.

Миҙал тураһындағы положение[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы менән

  • 1938 йылдың 23 февраленә ҡарата РККА һәм МВФ сафтарында 20 йыл хеҙмәт иткән һәм ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн граждандар һуғышында ҡатнашҡандар РККА һәм МВФ кадрҙары;
  • Граждандар һуғышында хәрби отличиелары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Армияның һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының команда һәм етәкселек составы кадрҙары бүләкләнгән.

РККА һәм МВФ сафтарында хеҙмәт итеү иҫәбенә 1917—1921 йылдарҙа Совет власына ҡаршы булған дошмандар менән көрәш алып барыу өсөн ойошторолған Ҡыҙыл Гвардия отрядтарында һәм дружиналарында һәм Ҡыҙыл партизан отрядтарындағы хеҙмәт осоро индерелә.

Башҡа СССР миҙалдары булған осраҡтарҙа «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы «Көнбайыш Себер нефть һәм газ комплексын үҫтереү һәм ер аҫтын үҙләштереү өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

Миҙалдың тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк форманан ғибәрәт. Түңәрәк йөҙө тоноҡ, ситтәрендәге 2,5 миллиметрлыҡ күтәрмә ялтыратылған. Түңәрәктең алғы яғында биш осло ҡыҙыл эмаль йондоҙ урынлашҡан, уның ситтәре көмөш менән ҡаймаланған. Түңәрәктең аҫҡы өлөшөндә, йондоҙҙоң аҫҡы нурҙары араһында, алтынға ялатылған «ХХ» һаны, уның бейеклеге 8 мм, ә киңлеге 7 мм тәшкил итә. Һан күтәрмәнең үрге ситенә текәлгән.

Миҙалдың кире яғында винтовканан атып торған ҡыҙылармеец һүрәте төшөрөлгән, ул ҡышҡы һаҡсы кейемендә, фигураның бейеклеге 25 мм. Аҫта, ҡыҙылармеец фигураһынан уңғараҡ — «1918-1938» яҙыуы.

Миҙал 925-се пробалы оксидатланған көмөштән яһалған, «ХХ» һаны алтынға ялатылған. Миҙалдағы таҙа көмөш күләме — 15,592 г., алтын күләме — 0,10 г.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла, ҡалып күкһел төҫтәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған, уның ситтәренән ике ҡыҙыл буй үтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм, һәр буйҙың киңлеге 2 мм.

Бүләкләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылдың ғинуарынан 1940 йылдың декабренә тиклемге осорҙа 32 172 кеше бүләкләнгән[1].

РККА етәкселеге составы буйынса идаралыҡ начальнигы Щаденко Е. А. отчетына ярашлы, 1940 йылдың 5 майындағы бүләкләү таблицаһында — 27 575 кеше, ә 1939 йылда 2 515 кеше юбилей миҙалы менән бүләкләнеүе тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 37 504 кеше миҙал менән бүләкләнгән[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. КПСС и строительство Советских Вооружённых сил. / Под общ. ред. Н. М. Киряева. 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Воениздат, 1967. — С. 205.
  2. Медаль «XX лет РККА». 2019 йыл 15 июнь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 25—28. — 301 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 92—93.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]