17 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
17 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
17 сентябрь Викимилектә |
17 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 260-сы көнө (кәбисә йылында 261-се). Йыл аҙағына тиклем 105 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Пациенттар именлеге көнө.
- Ер: Бөтә донъя таҙалыҡ көнө.
- Кантри-музыка көнө.
- «Гренаш» шарабы көнө.
- «Элекке дуҫығыҙҙы табығыҙ» көнө.
- АҠШ: Конституция һәм Гражданлыҡ көнө.
- Яңғыҙҙар көнө.
- Бейеү көнө.
- Гимнастика көнө.
- Сэндвич көнө.
- Ангола: Ил батырҙары көнө.
- Беларусь: Халыҡ берҙәмлеге көнө.
- Индонезия: Ҡыҙыл Тәре көнө.
- Италия: Сыр байрамы.
- Колумбия: Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт көнө.
- Гондурас: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Урман хеҙмәткәрҙәре көнө (сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе).
- Украина: Ҡотҡарыусылар көнө.
- Уйлап сығарыусылар һәм рационализаторҙар көнө.
- Ер: Тур-менеджерҙар көнө.
- 1773: Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана.
- 1787: АҠШ Конституцияһы ҡабул ителә.
тулы исемлек
- 1922: Совет Рәсәйендә тәүге тапҡыр Мәскәүҙән радиоконцерт ойошторола.
- 1932: Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эшләй башлай.
- 1934: Беренсе грампластинка сығарыла.
- 1954: «Яңы Ер» архипелагында СССР-ҙың ядро ҡоралдары һынау полигоны сафҡа индерелә.
- 1988: Сеулда XXIV Олимпия уйындары башлана.
- 1991: Башҡортостан һәм Венгрия Республикалары Хөкүмәттәре араһында Сауҙа—иҡтисади бәйләнештәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йомағолова Венера Әхмәт ҡыҙы (1955), хеҙмәт ветераны, кинорежиссёр, тележурналист. 1987—2012 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006), төрлө кимәлдәге ижади конкурстар лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр академияһының Р. Ғ. Кузеев исемендәге премияһы лауреаты (2009). «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры (2009).
- Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы (1946), рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фазлыев Ғәли Хажи улы (1912—18.11.1995), уҡытыусы, комсомол, партия һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби корреспондент, гвардия өлкән лейтенанты. Туймазы ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә 21-се гвардия Невель уҡсылар дивизияһының Хәрби дан музейын ойоштороусы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Смоленск (1973) һәм Туймазы ҡалаларының (1994) почётлы гражданы. Сығышы менән Туймазы районының Бәтке ауылынан.
- Усманов Салауат Мөҙәрис улы (1947—24.04.2020), ғалим-физик, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан дөйөм физика кафедраһы мөдире, 1989 йылдан уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1995 йылдан — институт ректоры, 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған (2005) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү (1999), почётлы фән һәм техника (2007) хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф (1997) отличнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
тулы исемлек
- Аралбаев Зариф Ғариф улы (1952), инженер. 1970 йылдан Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозы инженеры, 1991 йылдан — баш инженер; 1993 йылдан «Урал», 1996—2007 йылдарҙа — «Маҡан» ауыл хужалығы предприятиеһы, 2010—2013 йылдарҙа — «Зауралье Агро» машина-технология станцияһының Хәйбулла филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Оло Арыҫланғол ауылынан.
- Коробков Виктор Владимирович (1952), энергетик, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Салауат ТЭЦ-ының яуаплы хеҙмәткәре, 2002—2013 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, 1999—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2000), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (1996) һәм Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының (2006) атҡаҙанған хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2006). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Золотое ауылынан.
- Янаки Сергей Георгиевич (1952—16.10.2021), шағир, тәржемәсе, публицист. 2015 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауытов Әнүәр Хәлил улы (17.09.1928), хәрби хеҙмәткәр, Корея һуғышы ветераны. 1957 йылдан КПСС ағзаһы.
- Попов Пётр Владимирович (17.09.1943), табип-ғалим, травматолог-ортопед. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге поликлиникаһының элекке баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
- Ҡаһарманов Рәхимйән Тимерғәле улы (1948), механизатор. 1970—2012 йылдарҙа Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозы һәм «Октябрь» кооперативы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1970). Сығышы менән ошо райондың Муллаҡай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы (17.09.1934—5.06.1996), ғалим-библиограф. 1956—1963 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының библиография бүлеге мөдире, 1963—1973 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1973—1995 йылдарҙа — директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы (17.09.1939–19.01.2012), инженер-химик, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан.
тулы исемлек
- Измайлов Руслан Борисович (17.09.1939–5.02.2002), ғалим-инженер-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1970 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1979 йылдан — химик‑технологик процестар кафедраһы мөдире, 1984 йылдан — Салауат филиалы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1973), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһе Олотау районы Ҡарсаҡбай ҡасабаһынан.
- Риф Мифтахов (1939—22.04.2020), шағир, журналист, тәржемәсе. 1976 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар, 1970 йылдан — Журналистар союздары, 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
- Яҡупов Мансур Ҡалтай улы (17.09.1939—27.09.1973), биҙәү-ғәмәли сәнғәт рәссамы, скульптор. 1965 йылдан РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1854: Дэвид Бьюик, АҠШ автоинженеры һәм сәнәғәтсеһе.
- 1857: Константин Циолковский, космонавтикаға нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1914: Грет Мостни, Чилиҙың ғалим-антропологы, сығышы менән Австриянан.
- 1916: Юмжагийн Цэдэнбал, Монголия Халыҡ Республикаһының сәйәси эшмәкәре, МХР Маршалы (1979).
- 1985: Александр Овечкин, Рәсәй хоккейсыһы.
тулы исемлек
- 1958: Фридрих Адольф Панет, Германия химигы.
- 1987: Муса Гәрәев, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия полковнигы (1956), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).