ӨДНТУ-ның Салауат филиалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ӨДНТУ-ның Салауат филиалы
Нигеҙләү датаһы 1956
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Салауат
Рәсми сайт slv.rusoil.net/b/
Карта

ӨДНТУ-ның Салауат филиалы — Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат ҡалаһында урынлашҡан филиалы.

Бөгөн филиалда 4 кафедра (ОПНН)[2], (ХТП)[3], (ОНД), (ЭАПП), хисаплау үҙәге, китапхана бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө нефть университеты филиалы[4] 1956 йылда Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтының уҡыу-консультация пункты булараҡ асыла.

1959 йылда Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институты киске факультетының Ишембай ҡалаһындағы киске бүлеге тип үҙгәртелә.

1962 йылда Салауат ҡалаһындағы Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтының киске факультеты Өфө нефть институты составына тапшырыла.

1983 йылда Салауат ҡалаһындағы Өфө нефть институтының киске факультеты Өфө нефть институтының Салауат филиалы итеп үҙгәртелә.

1998 йылда Өфө нефть институтының исемен «Өфө дәүләт нефть техник университеты» итеп үҙгәртеү менән бәйле, Өфө нефть институтының Салауат филиалы «Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы» тип үҙгәртелә.

Филиалдың беренсе деканы һәм директоры — иҡтисад фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, СССР-ҙың юғары белем биреү алдынғыһы Арыҫланов Әхнәф Гәрәй улы. Институтта С. А. Әхмәтов, А. А. Абакумов, Б. С. Жирнов, М. Н. Рәхимов, Г. И. Иванов, Э. Ю. Хәсәнов докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Институтта ете программа буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре үткәрелә. Координация программаһына ярашлы 17 тема буйынса эш алып барыла.

Филиалдың адресы: Башкортостан, Салауат ҡалаһы, Губкин урамы, 67; тел. +7 (34763) 3-16-20;

Филиал TUV CERT системаһы халыҡ-ара сертификатына эйә[5]. Бындай сертификат булыуы абитуриентҡа, студентҡа һәм эш биреүсе предприятиегә белем биреүҙең юғары сифатын гарантиялай.

Филиалда әҙерлек курстары, компьютер курстары, квалификация күтәреү курстары эшләй[6]

Институтта уҡыу хаҡы — йылына 60 мең һумдан башлап. 2011 йылда институтта «Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы» һөнәре буйынса магистрҙар уҡытыуға уҡыусылар ҡабул итеү иғлан ителә. Уҡыу көндөҙгө бүлектә 2 йыл. Уҡыу тамамлағандан һуң тыңлаусыларға Европа өлгөһөндәге ӨДНТУ «Техника һәм технология магистры» һәм Юғары Милли Нефть һәм Моторҙар Мәктәбенең «Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы магистры» квалификацияһы бирелә.

Институтта студенттар тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Филиалда студенттар өсөн спорт залы[7], ятаҡта тренажер залы бар. Студенттар араһында футбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон буйынса даими ярыштар үткәрелә.

Филиалда йәмәғәт тормошо үҫешкән — күп егеттәр студенттар клубына йөрөйҙәр. Үҙҙәренең КВН-командаһы — «ӨДНТУ СФ йыйылма командаһы» бар.

Әҙерлек йүнәлештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Филиалда юғары профессиональ белем биреү түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:

  • 240801 Химик етештереү машиналары һәм аппараттары;
  • 220700 Технологик процестарҙы һәм етештереүҙе автоматлаштырыу;
  • 240100 Тәбиғи энергия биреүсе һәм углеродлы материалдарҙың химик технологиялары;
  • 140400 Предприятиеләр, ойошмалар һәм учреждениеларҙың электр ҡорамалдары һәм электр хужалығы;
  • 230100 Бизнес-процестар һәм финанс менән автоматлаштырылған идара итеү.

Институт биналары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Үҙәк уҡыу корпусы[8], Яндекс картала[9]
  • Ятаҡ — биш ҡатлы 200 урынлыҡ бина. Бүлмәләр 2 урынлыҡ.

Институт директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Г. Арыҫланов — 1956 йылдан

Р. Б. Измайлов — 1984 йылдан

Ф. М. Хәжиев — 2002 йылдан

Г. И. Евдакимов —, 2011 йылдан

Н. Н. Лунева — 2015 йылдан

Институтты тамамлаған билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шәүәлиев Дамир Әхәт улы — «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ генераль директоры — институтта «Менеджмент» һөнәренә уҡыта.
  • Арыҫланов Ирек Наил улы — «„Витязь“ машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (Ишембай)
  • Бәширов Муса Ғүмәр улы — техник фәндәр докторы, профессор, ӨДНТУ-ның Салауат филиалында «Сәнәғәт предприятиеларының электр ҡорамалдары һәм автоматика» кафедраһы мөдире, Европа тәбиғәт фәндәре академияһы ағзаһы.
  • Дауытов Салауат Әхәт улы — Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы депутаты.
  • Ҡотлогилдин Наил Зәкир улы — «Салауатнефтеоргсинтез» ААЙ генераль директоры, 1999—2003 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы депутаты.
  • П. Ф. Тюгаев (1963) — Салауат нефть химияһы комбинаты директоры.
  • Валуенко Василий Андреевич — «Газпром добыча Ямбург» ЯСЙ газ промысла идаралығының производство-техник бүлеге начальнигы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Газпром нефтехим Салауат. Энциклопедия. Өфө. изд. Башҡорт энциклопедияһы. 2013.
  • «Любимый город Салават», 2009 год, 2000 экс. К 60-летию города Салавата.
  • Потеряхин, В. А. Филиал Уфимского государственного нефтяного технического университета в городе Салавате / В. А. Потеряхин. Уфа : Скиф, 2006 (Уфа : Уфимский полиграфический комбинат)
  • Газета «Салаватский нефтехимик», № 27, от 16.07.2016. Н. Евдокимова. Ст. Салаватскому филиалу УГНТУ — 60.
  • ИНТЕГРАЦИЯ НАУКИ И ОБРАЗОВАНИЯ В ВУЗАХ НЕФТЕГАЗОВОГО ПРОФИЛЯ −2016. Материалы Международной научно-методической конференции, посвященной 60-летию филиала Уфимского государственного нефтяного технического университета в г. Салавате. 2016. Издательство: Уфимский государственный нефтяной технический университет (Уфа).
  • Абакумов А. А. Зарождение магнитоскопии подземных трубопроводов : воспоминания / Алексей Абакумов. — М. : Энергоатомиздат, 2005. — 303 с., [8] л. ил., цв. ил., портр.; 22 см; ISBN 5-283-00798-7.
  • Зыкина Р. Ф., Чистяков Ю. И. «Комбинат и город Ивана Березовского». Салават, 2017. с. 65.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]