Грет Мостни
Грет Мостни | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Австрия ba Цислейтания[d] |
Тыуған көнө | 17 сентябрь 1914[1] |
Тыуған урыны | Линц, эрцгерцогство Австрия над Энсом[d], Цислейтания[d], Австро-Венгрия[1] |
Вафат булған көнө | 15 декабрь 1991[1] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Сантьяго, ba |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d][1] |
Үлем сәбәбе | Яман шеш[1] |
Хәләл ефете | Juan Gómez Millas[d][1] |
Һөнәр төрө | антрополог, археолог, этнолог, преисторик, музеевед |
Эш урыны |
Чилийский национальный музей естественной истории[d][1] Миланский университет[d][1] Sforza Castle Civic Museums[d][1] |
Биләгән вазифаһы | директор музея[d] |
Уҡыу йорто |
Вена университеты[1] Брюссельский свободный университет[d][1] BG Körnerschule, Linz[d][1] |
Кемдә уҡыған | Wilhelm Czermak[d][1], Camillo Praschniker[d][1] һәм Виктор Кристиан[d][1] |
Грет Мостни Викимилектә |
Грет Мостни (нем. Grete Mostny Glaser; 17 сентябрь 1914 йыл — 15 декабрь 1991 йыл) — Австрия сығышлы Чили ғалим-антропологы .[2] Ул Чилиҙың милли тәбиғәт тарихы музейы (ингл. Chilean National Museum of Natural History) өсөн археологик тикшеренеүҙәр алып барған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грет Мостни 1914 йылдың 17 сентябрендә Австро-Венгрияның Линц ҡалаһында тыуған.
Вена университетын тамамлаған, унда саҡта боронғо Мысыр кейемдәре тураһында диссертация яҙған. 1937 йылда фашистарҙың оккупацияһы арҡаһында ул Венанан күсеп киткән. 1939 йылда Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселдә диссертацияһын яҡлаған һәм докторлыҡ дәрәжәһен алған. Шунан һуң ул әсәһе һәм ҡустыһы менән Рейхтан ҡасып сыҡҡан немецтәрҙең һәм австриялыларҙың күп һанлы общинаһы йәшәгән Чилиға күсеп киткән.
Грет Мостни Мысырҙың Луксор һәм Каһирә ҡалаларында археологик эҙләнеүҙәр алып барған. Һуғыш аҙағында уны ҡабат Австрияға ҡайтырға саҡырғандар, тик ул 1946 йылда, Чили гражданы булып ҡалыуҙы хуп күргәнлектән, был илдә натураллашып тороп ҡалған. Ул Көньяҡ Америкала байтаҡ археологик ҡаҙаныуҙар үткәргән. 1954 йылда Серро-Эль-Пломо тауында табылған[3], инктар тарафынан ҡорбан ителгән ҡыҙ баланың —Пломоның мумияһын[4] Чилиҙың милли музейына килтереүҙә ҡатнашҡан.
1964 −1982 йылдарҙа Мостни Чилиҙың Сантьяголағы милли тәбиғәт тарихы музейында Чили ғалим-палеонтологы Humberto Fuenzalida Villegas (1904—1966) урынында уның музей етәксеһе посын биләп торған.
Яман шеш ауырыуынан Сантьягола 1991 йылдың 15 декабрендә вафат була.
Вена университетында Грет Мостниҙың национал-социализм ҡорбаны булыуын дәлилләүсе документтар һаҡлана. Университеттың тарихи-мәҙәни факультетының алдынғы студенттарына 2013 йылдан алып Грет Мостни премияһы тапшырыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 Kniefacz K., Posch H. Mostny, Margarete, auch Grete, Mostny-Glaser // Biografien bedeutender österreichischer Wissenschafterinnen. »Die Neugier treibt mich, Fragen zu stellen« (нем.) / Hrsg.: I. Korotin, N. Stupnicki — Böhlau Verlag, 2018. — S. 621—631. — ISBN 978-3-205-20238-7 — doi:10.7767/9783205205883
- ↑ A 100 años del nacimiento de Grete Mostny 2020 йыл 21 февраль архивланған. исп.
- ↑ Гора Серро-эль-Пломо
- ↑ Центр Чили: край вулканов и прекрасных озёр 2020 йыл 2 февраль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Grete (Margarete) Mostny (Mostny Glaser) (инг.)(инг.)
- GRETE MOSTNY GLASER Y EL MUSEO NACIONAL DE HISTORIA NATURAL DE CHILE (1914—1991) (инг.)(инг.)
- Grete Mostny (1914—1991) 2015 йыл 7 декабрь архивланған. (инг.)(инг.)