Линц
Линц (нем. һәм бав. Linz, чех. һәм слов. Linec) — Австриялағы ҡала, Үрге Австрия федераль еренең административ үҙәге. Халҡы һаны буйынса Австрияла өсөнсө ҡала. Эре сәнәғәт, транспорт, мәҙәни һәм белем биреү үҙәге.
Физик-географик ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала илдең төньяҡ-көнбайышында, Дунайҙың ике ярында, диңгеҙ кимәленән 266 м бейеклектә, илдең баш ҡалаһы Венанан көнбайышта урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты уртаса континенталь, континентальгә күсемле. Ҡыш йомшаҡ, ҡарлы, иң һыуыҡ ҡышҡы ай ғинуарҙа, температура -14 °C тиклем. Йәй йылы һәм ҡояшлы йәйҙең, иң эҫе айҙары июлдә һәм августа, температура яҡынса +20 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 600 мм алып 2000 мм тиклем тирбәлә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо кельт ауылы Лентос урынына римлеләр беҙҙең эраның 15-се йылында империяның төньяҡ сигендә оборона пункты сифатында ҡала төҙөйҙәр. Ҡәлғәнең римлеләр тарафынан үҙгәртелгән исеме башта Ленция булараҡ яңғыраған. Линц исеме аҫтында тәүге тапҡыр 799 йылда Изге Мартин сиркәүе төҙөлөшө менән бәйле телгә алына, ул Австрияның һаҡланып ҡалған иң боронғо сиркәүе була.
Урта быуаттарҙа Изге Рим империяһы составына инә. Ул Польша менән Чехияны Көньяҡ Европа менән тоташтырыусы Дунай һыу юлы һәм ҡоро ер юлдары сатында мөһим сауҙа әһәмиәтенә эйә.
XV быуатта ҡала ҙур үҫеш кисерә. Император Фридрих III Венгрия короле Корвин Матьяш менән уңышһыҙ һуғыштарҙан һуң, үҙ резиденцияһын 1485 йылда Линцҡа күсерә, ә 1490 йылда хатта империяның баш ҡалаһы тип иғлан итә, дөрөҫ, баш ҡала статусын Линц императорҙың вафатынан һуң, өс йылдан һуң юғалта.
1497 йылда Дунай йылғаһы аша күпер төҙөлә. XVI—XVII быуаттарҙа ҡаланың үҫеше чума эпидемияһы менән бәйле туҡталып ҡала. 1785 йылдан Линц епископлыҡ үҙәге була.
Ҡалала төрлө осорҙа күп билдәле кешеләр йәшәгән. 1612—1626 йылдарҙа бында бөйөк математик һәм астроном Йоһанн Кеплер, 1855—1868 йылдарҙа билдәле композитор Антон Брукнер йәшәгән. Ғүмеренең һуңғы 20 йылын ҡалала яҙыусы һәм рәссам Адальберт Штифтер үткәргән.
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында ҡала иң эре сәнәғәт үҙәгенә әйләнә, бигерәк тә химия сәнәғәте һәм ҡорос етештереү үҫешкән була.
Браун-на- Инне ҡалаһында тыуған Адольф Һитлер бала сағын һәм үҫмер йылдарын Линцта үткәргән һәм уны тыуған ҡалаһы тип иҫәпләгән. Диктатор Линцты үҙгәртеп ҡороп, Өсөнсө рейхтың өлгөлө ҡалаһына әйләндерергә хыялланған. Линц округына ингән Леондиңг ҡалаһында Һитлерҙың ата-әсәһенең ҡәбере һәм Һитлерҙар ғаиләһенең йорто урынлашҡан. Икенсе донъя һуғышы йылдарында Линцтан 25 километр алыҫлыҡта нацистар тарафынан Маутхаузен концентрацион лагеры ойошторола. 1945 йылда ҡаланы СССР һәм АҠШ ғәскәрҙәре биләй. Һуғыштан һуңғы ваҡытта ҡала Дунай буйлап совет һәм америка оккупация секторҙарына бүленә.
1945 йылдан алып 1950 йылға тиклем Линцтың тирә-яҡтары ҡасаҡтар һәм күсеп килгән кешеләрҙең иң эре йыйылыу урыны була. Кәм тигәндә 150 000 күсеп килгән йәһүд милләтле кеше был район аша үтә. 1946 йылдың июнендә ойошторолған Вегшайд (ингл. Wegscheid) лагеры Австрияла иң ҙур транзит лагеры була; унда бер үк ваҡытта 3 меңдән алып 4 мең кеше була[39].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡалала 191 мең самаһы кеше йәшәгән. XX быуат уртаһына тиклем Линцтың халҡы һанының артыуы күҙәтелә, әммә һуңғы 20 йыл эсендә кире үҫеш билдәләнә.
Йыл | 1900 | 1951 | 1961 | 1971 | 1981 | 1991 | 2001 | 2006 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халҡы (тыс) | 83,3 | 184,6 | 195,9 | 204,8 | 199,9 | 203,0 | 183,5 | 188,9 | 191,1 |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Линц — ҙур сәнәғәт үҙәге.Ҡалала металлургия, химия, нефть химияһы, туҡыу, электротехник һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте киң үҫешкән. Төп индустриаль предприятиелар:
- VoestAlpine металлургия концерны;
- «ХемиЛинц» химия концерны .
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала аша Вена — Зальцбург автомобиль магистрале һәм тимер юлы магистрале үтә. Бынан тыш, юлдар көньяҡҡа һәм төньяҡҡа, Чехия сиге яғына алып бара. Линц аэропорты «Зәңгәр Дунай» ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 10 километр алыҫлыҡта ята. Унан даими рейстар Вена, Франкфурт, Лондон һәм Цюрих ҡалаларына башҡарыла; шулай уҡ миҙгелле Европаның башҡа ҡалаларына рейстар була. Ҡала эсендә пассажирҙар йылға порты урынлашҡан. Дунай буйлап Маутхаузен, Вена һәм Пассауға рейстар үтә.
Ҡала транспорты автобус, троллейбус һәм трамвайҙарҙан ғибәрәт. Пестлингберг тауына алып барыусы беренсе Пестлингербан трамвай линияһы 1898 йылда асылған.
Фән һәм мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иоһанн Кеплер исемендәге университет — иң ҙур университет, унда яҡынса 14 000 студент уҡый (2009). Хоҡуҡ; бизнес, иҡтисад һәм ижтимағи фәндәр; инженер һәм тәбиғи фәндәр факультеты бар.
- Сәнғәт һәм дизайн сәнәғәте университеты
- Музыка университеты
- Католик теология университеты
Ваҡиғалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҡтисади психологияла халыҡ-ара тикшеренеүҙәр ассоциацияһы 1990 һәм 1993 йылдарҙа Линцта үҙенең йәйге мәктәптәрен үткәрә.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Лентос» художество музейы, Австрияла иң ҙур хәҙерге заман сәнғәте музейы.
- Вольфганг Гурлитт музейы.
- Штифтерт музейы.
- «Линцтың килеп сығышы» музейы.
- Үрге Австрия Ер музейы.
Театрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер театры (Landestheater), Линцта иң ҙур театр
- «Феникс» татры
- «Хамелеон» театры-варьете
- Келлер-театр (подвал театры).
- Музыка театры.
Мәҙәни үҙәктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брунер концерт үҙәге (Brucknerhaus), ҡалала иң ҙур концерт залы. Йыл һайын сентябрь айында Брукнер фестивале үтә .
- Электрон сәнғәт үҙәге, 3d-моделдәр һәм виртуаль ысынбарлыҡтар өлкәһендәге ҡаҙаныштарға арналған. Йыл һайын Ars Electronica фестивале үткәрелә.
Линц 2009 йылда. Европаның мәҙәни баш ҡалаһы була.
Иҫтәлекле урындары һәм архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төп майҙан (Hauptplatz). Ҡаланың элекке үҙәге, Дунайҙың көньяҡ ярында урынлашҡан. 1260 йылдан килә һәм илдең иң ҙур урта быуат майҙаны булып тора. Майҙан уртаһында Изге Троица колоннаһы урынлашҡан.
- Иҫке ратуша Төп майҙанда урынлашҡан. 1513 йылда готика стилендә төҙөлгән, төп фасады 1658 йылда барокко стилендә яңынан төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта бинала «Линцтың килеп сығышы» музейы урынлашҡан.
- Иҫке собор. Майҙандан көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. 1678 йылда иезуиттар тарафынан барокко стилендә төҙөлгән.
- Яңы собор. Неоготик стилдә төҙөлгән. 62 йыл дауамында төҙөлә һәм 1924 йылда тамамлана. Собор башняларының бейеклеге 135 метр, был Австриялағы Изге Стефан соборынан бейек биналарҙы төҙөүгә тыйыу менән бәйле (137 метр).
- Изге Мартин сиркәүе. Иң боронғо (799 г.) сиркәү, үҙ тарихында бер нисә тапҡыр реконструкцияланған, һуңғы тапҡыр XX быуатта сиркәүгә үҙенең баштағы ҡиәфәтен биреү маҡсатында реконструкциялана.
- Замок (нем. Schloss). Иҫке ҡаланың көнбайыш осонда, Дунай өҫтөндәге бейек ҡаяла урынлашҡан. 1286 йылда боронғо Ленция ҡәлғәһе ҡалдыҡтарынан төҙөлгән. Һигеҙ йыл буйы император Фридрих III резиденцияһы була. Күп тапҡыр яңынан төҙөлә, хәҙер унда Үрге Австрияның Ер музейы урынлашҡан.
- Изге Мария мәхәллә сиркәүе. Роман стилендә төҙөлгән, 1648 йылда яңынан барокко стилендә төҙөлә.
- <b id="mw-A">Ландхаус</b> замогы. 1571 йылда төҙөлгән, иртә Яңырыу дәүеренең архитектура ҡомартҡыһы.
- Брукнер исемендәге концерт залы. Модерн стилендәге бина 130 метрлыҡ быяла фасад менән
- Хаж сиркәүе Дунайҙың төньяҡ яры буйындағы Пестлингберг тауы түбәһендә урынлашҡан. Тауға 10,6° ауышлыҡ менән Pöstlingbergbahn трамвай линияһы алып бара (1898 йылда асылған)
- Нибелунгенбрюкк күпере ҡаланың иң үҙәгендә урынлашҡан. Уның менән ике ярға ла матур күренеш асыла.
Спорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Линцта боҙ аренаһы, спорт комплексы, «Линцер» стадионы, тренажер залы, йөҙөү бассейны, саңғы базаһы, тирҙар бар.
Бында Ласк футбол клубы (1965 йылда ил кубогын яулаусы һәм чемпион, Австрия бундеслигаһында сығыш яһай) һәм Линц хоккей клубы бар
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Албуфейра, Португалия
- Берлин (Шарлоттенбург), Германия
- Ческ-Будеевице, Чехия
- Чэнду, Ҡытай
- Габес, Тунис
- Кванян, Көньяҡ Корея
- Халле, Германия
- Канзас-Сити штаты, АҠШ
- Линчепинг, Швеция
- Линц-на-Рейне, Германия
- Модена, Италия
- Түбәнге Новгород, Рәсәй
- Норрчепинг, Швеция
- Сан-Карлос, Никарагуа
- Запорожье, Украина
- Тампере, Финляндия
- Эскишехир, Төркиә
- Брашов, Румыния
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йоһанн Кеплер
- Антон Брукнер
- Адальберт Штифтер
- Адольф Һитлер
- Людвиг Витгенштейн — философ, логик
- Шломо Занд — Тель-Авив университетының дөйөм тарих профессоры
- «Estatic Грусти» дум-метал төркөмө
- Parov Stelar — Маркус Фюредер проекты
- Алоиз Ригль — Австрия сәнғәт белгесе
- Адам Франц. цу Шварценберг цукат
- Романус Вайхляйн
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ http://linz.gv.at/politik_verwaltung/6284_22514.asp
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ Bevölkerung zu Jahresbeginn nach administrativen Gebietseinheiten (Bundesländer, NUTS-Regionen, Bezirke, Gemeinden) seit 2002 (.ods) — Бюро статистики Австрии.
- ↑ https://www.linz.at/politik/6396.php
- ↑ https://www.berlin.de/ba-charlottenburg-wilmersdorf/verwaltung/beauftragte/staedtepartnerschaften/
- ↑ https://www.linz.at/politik/6393.php
- ↑ https://www.gochengdu.cn/news/our-sister-cities/sister-cities-of-chengdu/linz-austria--a402.html?xcSID=04j06l2e0bo8q3o2mh7ud63pm2
- ↑ https://www.linz.at/politik/6390.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/6381.php
- ↑ http://www.halle.de/en/Town-Halle-Council/Towns-twinned-with-Halle/Twinned-Towns/
- ↑ https://www.linz.at/politik/6378.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/6384.php
- ↑ http://www.linkoping.se/Om-kommunen/Utveckling-och-samverkan/Internationellt-samarbete/Vanorter/
- ↑ https://www.linz.at/politik/6375.php
- ↑ https://www.linkoping.se/kommun-och-politik/internationellt-arbete/vanorter/
- ↑ https://www.linz.at/politik/6372.php
- ↑ https://www.linz.de/stadt-linz/stadtportrait/partnerstaedte/linz-oesterreich
- ↑ https://www.linz.at/politik/6320.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/36743.php
- ↑ https://www.brasovcity.ro/file-zone/regulamente/primarie/Statutul-mun-Brasov.pdf
- ↑ https://www.linz.at/politik/58809.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/6317.php
- ↑ https://admgor.nnov.ru/Gostyam/Goroda-pobratimy/Linc-Avstriya-Istoriya-razvitiya-pobratimskih-otnosheniy
- ↑ https://www.linz.at/politik/6314.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/6311.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/6308.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/6305.php
- ↑ https://www.tampere.fi/tampereen-kaupunki/tietoa-tampereesta/kansainvaliset-asiat/ystavyyskaupungit.html
- ↑ https://www.tampere.fi/en/organisation/international-affairs/twin-cities
- ↑ https://www.linz.at/politik/58805.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/75388.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/83230.php
- ↑ https://www.linz.at/politik/dodoma.php
- ↑ https://www.monterrey.gob.mx/pdf/portaln/PPOA/Programa_Operativo_Anual_2018_de_la_Secretaria_de_Desarrollo_Economico.pdf
- ↑ Dauersiedlungsraum der Gemeinden Politischen Bezirke und Bundesländer - Gebietsstand 1.1.2018 — Бюро статистики Австрии.
- ↑ https://raw.githubusercontent.com/bresu/oe_gemeinden/a41434c7941c8902852ad6849e48a78cf475a80c/gemeinden_CSV.csv
- ↑ Linz area (Окрестности Линца) (ингл.). ОРТ. Дата обращения: 10 август 2013.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Городской сайт (нем.)
- Linz (нем.)
- Университет И. Кеплера (нем.)
- Линц — культурная столица Европы — 2009 (инг.) (нем.)
- Центр электронного искусства (инг.) (нем.)
- Музей Лентос 2019 йыл 6 март архивланған. (нем.)
- Концертный зал им. А. Брукнера (нем.)
- Официальная страница футбольного клуба ЛАСК (нем.)
- Официальный путеводитель Австрийского представительства по туризму