Иҫкешәһәр
Город | |
Эскишехир төр. Eskişehir | |
Ил | |
---|---|
Регион | |
Провинция | |
Координаталар | |
Мэр | |
Элекке исеме |
Дорилея, Дорилей |
Бейеклеге |
763 м |
Климат тибы |
средиземноморский |
Халҡы | |
Милли состав |
крымские татары - 80%, турки, курды и др. |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
(+90) 222 |
Почта индексы |
26 xxx |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт | |
Иҫкешәһәр (тур. Eskişehir, тимәк, иҫке ҡала, eski — иҫке һәм şehir — ҡала) — Төркиә ҡалаһы. Шул исемле илдең һәм ҡала районының административ үҙәге. Халҡы: 789 750 кеше. Порсук йылғаһы буйында Анкаранан көнбайышҡа табан 250 км, Истанбулдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 350 км,Кютахьянан төньяҡ-көнсығышҡа табан 90 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Дорилей (грек. Δορύλαιον) исеме менән булдырылған.
XIV быуат башында йәш Ғосман дәүләтенең иҫәп буйынса өсөнсө баш ҡалаһы була, хатта Эдирнены яулап ала. 1921 йылдың яҙында Греция ғәскәрҙәре кәмал Төркиә ғәскәрҙәрен ҡамап алырға һәм тар-мар итергә маташҡанда хәрби хәрәкәттәр үҙәгенә әүерелә. Был алыш гректар өсөн еңеү менән тамаланыуына ҡарамаҫтан, кәмалсы ғәскәр ҡамауҙан сыға алған, һәм был сиселеш һуғыштың артабанғы барышы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була.
Төрөк армияһы ҡалаға 1922 йылдың йәйендә әйләнеп ҡайта.
Мәҙәниәт һәм туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Византия сәскә атҡан дәүерҙә Дорилей Кесе Азияның яҡшы климатлы һәм бай инфраструктуралы иң үҫешкән ҡалаларының береһе була. XI быуат аҙағында ҡала күсмә төркиҙәр тарафынан нигеҙенә тиклем емерелгән булған, 2 000 тирәһе шул осорҙа уҡ йәшәргә ҡалған. Шулай итеп, бер кем дә йәшәмәгән ҡала йөҙ йыл (1081 - 1175) дауамында емереклектәрҙә ятҡан. 1115-1175 йылдарҙа Византия был ергә контролде ваҡытлыса ҡайтара, ләкин ҡала яңынан үҙенең элекке бөйөклөгө кимәленсә тергеҙелә алмай[3]. 1175 йылда император Мануил, бында кире ҡайтҡан гректар өсөн форт төҙөп, Дорилей урынында ҡала тормошон тергеҙергә маташа. Күсмә төркиҙәр был процесҡа әүҙем ҡаршы килә, сөнки үҙҙәренең традицион күсмә маршруттарын византий армияһы күҙәтеп тороуын теләмәй. Бәрелештәр һөҙөмтәһендә, төрөктәр тирмәләрен яндыра һәм ваҡытлыса тауҙарҙа йәшенә. 1176 йылда, Мириокефаль янында еңелгәндән һуң, Дорилейҙың ҡалдыҡтары, күпселек православие халҡы (төрки телле гректар) 1922 йылғы алмашыуға тиклем һаҡланһа ла, тулыһынса Византия юрисдикцияһынан сығаHellenism in Asia Minor. — American-Hellenic society, 1918. — В. 4.</ref> православное население (тюркоязычные греки) сохранялось здесь до обмена 1922 года.
Төрки телле дәүләттәр башлыҡтары саммиты ҡарарына ярашлы, 2013 йылда Иҫкешәһәрр «2013 йылғы Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы»на әүерелде[4].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Месяцы | Янв | Фев | Март | Апр | Май | Июнь | Июль | Авг | Сент | Окт | Ноя | Дек |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Темп. Max. °C | 3.9 | 6.2 | 11.2 | 16.4 | 21.8 | 25.9 | 29.2 | 28.9 | 25 | 19.8 | 12.4 | 5.5 |
Темп. Min °C | −4.1 | −3.9 | −1.5 | 2.8 | 6.9 | 10.4 | 13.1 | 13 | 8.4 | 4.4 | 0.3 | −2 |
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сюмейе Бояджи (төр. Sümeyye Boyacı, 2003 йылдың 5 февралендә тыуған) — төрөк йөҙөүсеһе-паралимпиясы.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий университетында 880 000 студент уҡый һәм ул илдә иң ҙуры һәм донъяла дүртенсе уҡыу йорто булып тора.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылдан алып ҡалала заманса трамвай системаһы эшләп килә, ҡара: Иҫкешәһәр трамвайы.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Дженгиз Топель скульптураһы
-
Иҫкешәһәрҙә төн
-
Порсук
-
Иҫкешәһәрҙең Үҙәк мәсете
-
Быяла сәнғәте музейы
-
Иҫкешәһәрҙәге йорттар
-
Ҡатын-ҡыҙ скульптураһы
-
Иҫкешәһәр аша аҡҡан йылға күренеше
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ NTV — 1996.
- ↑ Eskişehir Nüfusu 2012 . Дата обращения: 15 апрель 2013. Архивировано 20 апрель 2013 года.
- ↑ Korobeinikov, Dimitri. The Age of Revolts // Byzantium and the Turks in the Thirteenth Century. — 2014. — P. 251. — 400 p. — (Oxford Studies in Byzantium).
- ↑ Эскишехир стал Культурной столицей тюркского мира 2013 г. Дата обращения: 5 май 2012. Архивировано 16 июнь 2013 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эскишер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.eskisehir.net 2022 йыл 1 март архивланған.
- http://www.eskisehir.pol.tr 2021 йыл 17 ғинуар архивланған.
- http://www.eskisehir.bel.tr 2022 йыл 8 март архивланған.
- http://www.eskisehireskisehir.com 2018 йыл 22 октябрь архивланған.
- Eskişehir Photo Gallery 2010 йыл 22 февраль архивланған.