Адана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Насёленный пункт
Адана
төр. 
Ил

Төркиә

Координаталар

37°00′09″ с. ш. 35°18′48″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды0322
Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Адана (Төркиә)
Адана
Адана

А'дана[1] йәки Адана́[2] (төр. Adana) — Адана өлкәһенең административ үҙәге, Сейхан (боронғоса. Sarus) йылғаһы ярында урынлашҡан, Урта диңгеҙ ярынан 50 км алыҫлыҡта . Эре сәнәғәт үҙәге, туҡыусылыҡ, химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте яҡшы үҫешкән. Метрополитены бар.

Адана ҡалаһы һәм Сейхан күле
Һабансы (Сабанчи) мәсете Адана

Ҡала төрлө осорҙарҙа төрлө империяларға һәм цивилизацияларға ҡарай. Шул иҫәптән Бөйөк Әрмәнстан, Рим, Византия, Ғосман империяһы, Киликия әрмән батшалығына ингән осорҙары булған.

1080-се йылдарҙа ҡала төрөк-сәлжүктәр тарафынан яулана, 1140-се йылдарҙа Византияға кире ҡайтарыла, 4 тиҫтә йыл үткәс, Византия уны йәнә юғалта. Унан һуң XIV быуатта Киликия әрмән батшалығы составына ингән. XVI быуаттан — Төркиә ҡулы аҫтында.

XIX быуат аҙағында халҡы 24 мең самаһы иҫәпләнгән, башлыса әрмәндәр, шулай уҡ гректар һәм төрөктәр йәшәгән, ҡала Таврға үтеү юлы булараҡ, стратегик әһәмиәткә эйә булған ; Сүриә һәм Кесе Азия юлы сатында ятҡанлыҡтан, шул ваҡыттан киң сауҙа алып барған, быға йылғаның тәрәнлеге лә булышлыҡ иткән, сөнки йөк тейәлгән караптар ҡалаға тиклем килеп еткән.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гомерҙың «Илиада»һында ҡала Адана тип атала . Эллинистик ул осорҙа шулай уҡ Antiohya (Ἀντιόχεια τςς Κιλικίας) йәки Антиохия (грек теле : Ἀντιόχεια π πρςς Σάρον; «Sarusтағы Antiohya») булараҡ билдәле була.

Боронғо грек-рим легендаһы нигеҙендә, Адана исеме Урандың улдары Аданус и Сарустан киткән. Сәйхан (Арус) йылғаһы буйында улар Адана ҡалаһына нигеҙ һалған нигеҙ һалған.

Аккад, шумер, вавилон, ассирия һәм хетт мифологиялары буйынса атама йәшен илаһы Ададтан килеп сыҡҡан[3].

Атаманың килеп сығышы буйынса, тарихи төпкөлдәрҙән киләрәк, фараздар күп төрлө һәм былары тик бер өлөшө

Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта ҡала (Адан иле) составына түбәндәге райондар инә : Джукурова, Карайсалы, Сарычам, Сейхан, Юрегир.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аданаға Урта диңгеҙ климаты хас . Эҫе йәй, яуым-төшөм һирәк, ямғырлы һәм йомшаҡ ҡыш. Ҡыш көнө ваҡыты менән туңдыра, ҡайһы саҡ ҡар яуа.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 14,7 15,9 19,1 23,5 28,2 31,7 33,8 34,6 33,1 29,0 22,5 16,7 25,2
Уртаса минимум, °C 5,0 5,8 7,9 11,6 15,5 19,4 22,5 22,9 19,7 15,4 10,6 6,8 13,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 110,3 90,1 65,6 52,7 46,6 21,6 6,3 4,8 15,2 43,7 73,1 120,9 650,9
Сығанаҡ: worldweather.org

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бында Мусина Кокалари (1917—1983) — албан эшмәкәре, сәйәси һәм яҙыусы ханым тыуған.
  • Терзян, Акоп (1879—1915) — әрмән яҙыусыһы.

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 13. — 592 с. — ISBN 5-85270-057-6.
  2. [ Адана] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. Адана (город)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • adana.bel.tr — Аданы рәсми сайты  (төр.)