Рим империяһы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рим империяһы
лат. Imperium Romanum
бор. грек. Βασιλεία Ῥωμαίων
Флаг Вексиллум рим легионы
Флаг Вексиллум рим легионы

Траян идара иткән дәүер аҙағында Рим империяһы (117 йыл)
Траян идара иткән дәүер аҙағында Рим империяһы (117 йыл)

 
 
 
Б.э.т 27 йыл — 476
Баш ҡала

Рим, 330 йылдан — Константинополь

Эре ҡалалары

Рим, Константинополь, Афины, Александрия, Анкара, Ереван, Милан, Лютеция

Телдәр

латин, боронғо грек теле, урындағы телдәр

Дин

дәүләт дине — Боронғо Рим дине, 380 йылдан һуң — христианлыҡ

Майҙаны

117 йылда 4 790 000 км² ;
161 йылда 4 250 000 км²

Халҡы

88 000 000 кеше. (барлыҡ халыҡтың 25 %);
150 йылда 65 000 000 кеше (22 %)

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

5 династия, 22 вәкил

 Рим империяһы Викимилектә
Брокгауз һәм Ефрон энциклопедияһында Рим империяһының картаһы

Рим империяһы (лат. Imperium Romanum, бор. грек. Βασιλεία Ῥωμαίων) — Боронғо Рим дәүләтселеге үҫешендәге республиканан һуңғы фаза, уға идара итеүҙең автократик формаһы һәм Европа менән Урта диңгеҙ буйында ҙур территоииялар биләү хас була. Донъяла бөтә Урта диңгеҙ буйына эйә булған берҙән-бер дәүләт. Рим империяһы йәшәүенең ваҡыт сиктәре беренсе император Октавиан Августан башлап, империяның Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүленгәненә һәм артабан Көнбайыш Рим империяһының ҡолауына тиклемге, йәғни б.э.т. 27 йылдан б.э. 476 йылға тиклемге арауыҡты алып торған. Рим империяһының Көнсығыш өлөшө Константинополдәге үҙәге менән 1000 йыл самаһы йәшәй.

Рим республикаһы б.э.т. 133 һәм б.э.т. 44 йылдарҙа, Рим империяһы б.э. 14 һәм 117 йй.

Рим империяһы тарихын осорҙарға бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт-хоҡуҡи ҡоролошо йәһәтенән ике төп осорға бүленә:

1. Принципат — республика һәм монархия һыҙаттарынан торған дәүләт ҡоролошо формаһы, б.э.т. I б. — б.э. III б.

2. Доминат (284—476) — монархияға яҡын торған сәйәси ҡоролош.

Рим империяһының тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Принципат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Август принципаты республика магистратураһы менән хәрби монархия элементтарынан тора. Магистратуралар етәкселеге һайлау йә тәғәйенләү юлы менән ҡуйыла, ләкин монарх саны тәхетте мираҫҡа алыуҙы йә тар даирәлә һайлау үткәреүҙе күҙҙә тота. Принципат тарихында һайлау ҙа, мираҫҡа алыуҙа күҙәтелә, һуңғыһы хатта уллыҡҡа алыуҙы ҡулланып та тормошҡа ашырыла: император буласаҡ вариҫын уллыҡҡа ала.

Августтың идара итеүе (б.э.т. 31 й. — б.э. 14 й.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе триумвират беренсеһе кеүек хосуси нигеҙҙә ҡоролмай, ул киң вәкәләтле дәүләт учреждениеһы була: халыҡ йыйыны ҡарары менән триумвирҙарға дәүләтте ҡороу — triumviri rei publicae constituendae causa —йөкмәтелә. Бөтә ойоштороу власын ҡулына туплағас, Октавиан уны үҙенең һалдаттарын бүләкләү һәм урынлаштырыу өсөн генә файҙалана ла шунан унан баш тарта һәм провинцияларҙың баш командующийы званиеһы менән сикләнә (лат. imperator perpetuns). Киләһе йылына ул Агриппа менән бергә цензор булып китә һәм «сенатта беренсе» (лат. princeps senatus) тигән исемде ала.

Ошо рәүешле үҙенең сенатҡа мөнәсәбәтен белдереп, Октавиан үҙ өҫтөнән ғүмерлеккә бирелгән баш командующий званиеһынан да баш тарта һәм тик сенатың ныҡышыуы арҡаһында ғына был власты тағы 10 йылға ҡабул итеп ала. Был мөҙҙәт үткәс, ул тағы 10 йылға оҙайтыла. Ул проконсул власы менән республиканың башҡа магистратуралары власын — ғүмерлек трибунат (б.э.т. 23 й.), цензор (лат. praefectura morum) һәм баш понтифик власын — берләштерә. Уның власы, шулай итеп, ике йүнәлеште эсенә ала: ул римлыларға ҡарата республика магистратураһынан һәм провинцияларға ҡарата хәрби империумдан ғибәрәт була. Октавиан бер үҙе сенат президенты ла, император ҙа була. Был ике дәрәжә Августҡа 27 йылда сенат тарафынан бирелгән «арҙаҡлы» тигән почетлы титулда сағыла.

Август һәр нәмәлә сама белә. Ул Боронғо римдағы март айынан башлана торған йылдың алтынсы айына үҙенең исемен бирергә рөхсәт итә, ләкин үҙен илаһилаштырыуға юл ҡуймай, бары тик «илаһ улы» тигән (лат. divi filius) ҡушымтаны ғына рөхсәт итә. Римдан ситтә генә үҙенең хөрмәтенә ҡорамдар төҙөргә (лат. Roma et Augustus) һәм жрецтар коллегияһы — Августалдар ойошторорға рөхсәт итә. Августтың власы унан һуң килгән императорҙар власынан шул тиклем ныҡ айырыла, уны тарихта айырым термин менән принципат тип атап йөрөтәләр. Август сенатты тергеҙеп кенә ҡалмай, ул сенат менән власты уртаҡлаша. Бөтә провинциялар сенаттыҡына һәм императорҙыҡына бүленә. Беренселәренә тыныс төбәктәр ҡарай, уларҙың проконсул званиеһындағы хакимдары әүәлгесә сенатта йәрәбә һалып ҡуйыла һәм уның контроле аҫтында була, улар ҡарамағында ғәскәр булмай. Ғәскәрҙәр торған һәм һуғыштар барған төбәк булыу ихтималлығындағы провинциялар Август менән ул тәғәйенләгән легаттар власына тура буйһона, легаттар пропретор званиеһында була.

Финанс хакимиәте лә шулай бүленә:сенат ҡарамағында — эрарий (aerarium) — сенат ҡарамағында, император провинцияларынан килгән килемдәр император ҡаҙнаһына (лат. fiscus) инә.

Августтың эске сәйәсәте консерватив-милли төҫтә була. Цезарь провинциалдар алдында Римға бөтә юлдарҙы аса. Август иһә граждан итеп һәм сенатҡа тик яҡшы сифатлы элементтарҙы ғына үткәрә. Цезарь өсөн, бигерәк тә Марк Антонийға, гражданлыҡ хоҡуғы биреү килем сығанағы булып тора. Ә Август өсөн «Рим гражданлығы дәрәжәһенә зыян килтергәнсе ҡаҙна зыян күрһен». Ошо ҡараштан сығып, ул хатта әүәл бүләк ителгән гражданлыҡты ла тартып алғылай.

Август граждандарҙың һаны билдәле булырға тейеш тип иҫәпләй һәм ҡулланыуҙан сығып өлгөргән цензды яңынан индерә. 28 йылда ҡорал йөрөтөргә һәләтле граждандар һаны 4 063 000 була, ә 19 йылдан 4 163 000-гә етә. Август Римды төҙөкләндереү һәм биҙәү тураһында хәстәрлек күрә. Ул халыҡтың рухи көсөн һаҡларға, ғаиләне нығытырға, холоҡ-фиғел ябайлығын тергеҙергә тырыша. Иҫкергән ҡорамдарҙы яңырта, әхлаҡи тарҡалыуҙы тыйған, никахҡа инеүҙе һәм балалар тәрбиәләүҙе дәртләндергән закондар сығара (Leges Juliae и Papia Poppeae, б.э.т. 9 й.). Өс улы булғандарға һалым ташламалары бирелә (лат. jus trium liberorum).

Август үҙе лә Римда үрнәккә әйләнергә тырыша. Донъя хакимы Палатиндағы ябай ғына өйҙә йәшәй, «йорт хужабикәһе» императрица Ливия Августа үҙ ҡулы менән туҡыған кейемдәрҙе генә кейә.

Уның дәүерендә провинциялар яҙмышында текә үҙгәреш була: Рим поместьеларынан улар дәүләт өлөшөнә әйләнә (лат. membra partesque imperii). Проконсулдарға жалованье түләнә, уларҙың провинцияла булыу мөҙҙәте оҙайтыла. Элек провинциялар Рим мәнфәғәтендә таланыуҙан бушамаһа, хәҙер, киреһенсә, Рим субсидиялар бирә. Август провинциаль ҡалаларҙы төҙөкләндерә, уларҙың бурыстарын ҡаплай, бәлә-ҡазалар ваҡытында ярҙамға килә.

Республиканың даими армияһы булмай — һалдаттар үҙҙәрен бер йылға саҡырған, унан һуң «поход тамамланғанға тиклем» үҙ байрағы аҫтында тотҡан полководецҡа присяга бирә. Августтан башлап, баш командующий власы ғүмерлеккә бирелә, ә армия даимиға әйләнә. Хеҙмәттә булыу мөҙҙәте 20 йыл була, унан һуң «ветеран» почётный ялға һәм аҡса йә ер менән тәьмин ителеүгә хоҡуҡ ала. Дәүләт эсендә кәрәкмәгән ғәскәрҙәр сик буйлатып урынлаштырыла. Римда 6000 кешелек һайланма отряд тора, ул римлы граждандарҙан (преториандарҙан) туплана, 3000 преториан Италияға ҡуйыла. Август граждандар һуғышы барғанда йыйылған күп һанлы легиондарҙың 25-ен һаҡлап ҡалдыра (3-өһө Публий Вар еңелгәндә һәләк була). Уларҙан Үрге һәм Түбәнге Германияла — 8, Дунай буйҙарында — 6, Сүриәлә — 4, Мысырҙа һәм Африкала — 2-шәр, Испанияла 3 легион тора. Һәр легионда 5000 һалдат була. Хәрби диктатура, республика учреждениелары һәм провинциялар менән генә сикләнмәйенсә, Римда ла урынлаша — уның алдында сенат хөкүмәтлек әһәмиәтен юғалта, халыҡ йыйыны бөтөнләй юҡҡа сыға. Комициялар урынын легиондар ала — улар властың ҡоралы булып тора.

Цезарь вариҫы булған Август, Германияла һуғышсан ҡәбиләләрҙе буйһондороп, Римға төньяҡтан янаған хәүефте юҡҡа сығарыу бурысын ҡуя. Императорҙың уллыҡҡа алған улдары Өлкән Друз менән Тиберий Рим легиондарын Германияның уртаһына уҡ индерә. Ләкин план яртылаш ҡына тормошҡа аша: Тевтобург Урманында Публий Варҙың еңелеүе (б.э. 9 й.) Римды биләмәләрен Эльбаға тиклем йәйелдереү ниәтенән баш тарттыра, ул Рейн менән сикләнә. Көньяҡта, германдар күпләп урынлашмаған төбәктәрҙә, сикте Дунайғаса еткереү һәм Реция (Винделиция менән) һәм Норик тигән яңы провинциялар булдырырға мөмкинлек сыға. Көнсығышта римлылар айырыуса ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай. Тиберийҙың Далмация һәм Паннония менән һуғышта фиҙакәр алышы һәм еңеүе һөҙөмтәһендә (б.э. 9 й.) Рим Дунай буйлап сик ҡора һәм яңы өс провинция — Паннония, Далмация һәм Мёзия провинцияларын ойоштора.

Август көньяҡта ла Рим хакимлығы биләмәләрен арттыра. Сүриә тарафынан тынғыһыҙланған Мысыр Римға йәбешеп ята һәм батшабикәһе Клеопатраның Цезарь менән Марк Антонийҙы арбап алыуы арҡаһында бойондороҡһоҙлоғон һаҡлай. Ҡартайған батшабикә һалҡын ҡанлы Августтың да ыңғай ҡарашына өлгәшә, һәм Мысыр Рим провинцияһына әйләнә. Төньяҡ Африканың көнбайышында ла Август ваҡытында Рим хакимлығы нығына. Рим пикеттары Марокконан алып Мысыр сигендәге Киренаикаға тиклем мәҙәниәтле өлкәләрен сүлдәге күсмә ҡәбиләләрҙән һаҡлап тора.

Юлийҙар-Клавдийҙар династияһы: Август вариҫтары (14—69 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1870 йылда сығарылған «Atlas antiquus. Zwölf Karten zur Alten Geschichte» тигән атласта Рим империяһы картаһы — сығанағы: Познандәге Дәүләт Архивы.

Август хасил иткән дәүләт ҡоролошоноң етешһеҙлектәре ул вафат булғас та күренә башлай. Ул уллыҡҡа алған Тиберий менән үҙенең ейәне, Август тарафынан утрауға һөрөлгән йүнһеҙ егет, араһындағы мәнфәғәттәр һәм хоҡуҡтар бәрелеше хәл ителмәй ҡала. Ҡаҙаныштары, аҡылы һәм тәжрибәһе буйынса Тиберий (14—37) дәүләттә беренсе кеше булырға хоҡуҡлы. Уның деспот булғыһы килмәй: үҙенә ялағайланып әфәнде (dominus) тип өндәшеүселәргә ул ҡолдарға ғына — әфәнде, ә провинциалдарға — император, граждандарға граждан булыуы тураһында әйтә. Провинциялар өсөн ул хәстәрлекле һәм эшлекле хаким була. Ләкин Римда ялағайҙар менән ошаҡсылар арҡаһында сенат менән мөнәсәбәттәре тиҙ арала боҙола. Ғаиләһендәге фажиғәле хәлдәр Тиберийҙың күңелен ҡатыра. Тарихҡа «сенаттағы намыҫһыҙ алыштар (лат. impia bella)» тигән исем алған ҡанлы сәйәси ваҡиғалар башлана, улар Тациттың үлемһеҙ әҫәрендә тулы һүрәтләнә.

Тиберийҙың ғүмер ахыры хаҡында асыҡ билдәле түгел, уның урынын ҡәрҙәше Германиктың улы Калигула биләй (37—41). Был ярайһы уҡ һөйкөмлө егеттең тиҙҙән властан башы әйләнә, унда бөйөклөк манияһы башлана, ул иҫ киткес ҡанһыҙ хакимға әйләнә. Үҙенә табынһындар өсөн статуяһын Йәрүсәлим ҡорамына ҡуйҙырырға йыйынған был диуананың ғүмерен преториан трибунының ҡылысы өҙә. Сенат, иркен тын алып, республика тураһында хыяллана башлағанда, преториандар яңы императорҙы — Германиктың туғаны Клавдийҙы (41—54) — килтереп ҡуя. Клавдий ике ҡатыны — Мессалина менән Агриппинаның ҡулында уйынсыҡ ҡына була. Был ике ҡатын ул осорҙағы римлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәсхәрәле данын тарата. Шулай ҙа Клавдий осоронда (һәм уның ҡатнашлығында) империяның үҫеше дауам итә. Лионда тыуған Клавдий Галлияны бик яҡын күрә: сенатта төньяҡ Галлия кешеләренең Римдағы кеүек почетлы исемдәр һорауын шәхсән үҙе ҡәнәғәтләндерә. 46 йылда Клавдий Котис батшалығын Фракия провинцияһына әйләндерә, ә Мавретанияны Рим провинцияһы итә. Уның осоронда Агрикола тарафынан яуланған Британияны тулыһынса биләп алыу тамамлана. Агриппинаның интригалары, хатта, бәлки, енәйәте, уның улы Неронға юл аса (54—68). Йәш Нерон холоҡ-фиғеле менән дәүләттә биләгән урынына бөтөнләй тап килмәй. Һөҙөмтәлә, Нерон осоронда хәрби фетнә күтәрелә; император үҙ-үҙенә ҡул һала, граждандар һуғышының киләһе йылында бер-бер артлы алмашынған өс император — Гальба, Отон, Вителлий — һәләк була.

Флавийҙар династияһы (69—96 йй.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Власть баш күтәргән йәһүдтәргә ҡаршы һуғыштың баш командующийы Веспасианға эләгә. Веспасиан (70—79) һәләтле ойоштороусы була. Ул батавтарҙың ихтилалын баҫтыра, сенатҡа мөнәсәбәттәрҙе көйләй, дәүләт хужалығын тәртипкә килтерә, үҙе Боронғо Римдағы әхлаҡи ябайлыҡ өлгөһө була. Уның улы Йәрүсәлимде тар-мар иткән Тит (79—81) кешелекле була, ә Веспасиандың кинйә улы Домициан (81—96) властың мираҫ буйынса тапшырылыуы Римға бәхет килтермәүен тағы бер тапҡыр раҫлай. Домициан Тиберийҙан үрнәк ала, Рейнда һәм Дунайҙа һуғыша, сенат менән дошманлаша һәм заговор һөҙөмтәһендә һәләк була.

Антониндар — биш яҡшы император (96—180)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Траян осоронда Рим империяһы

Был заговор эҙемтәһе булып власҡа генералды түгел, ә сенат мөхитендәге кешене, Нерваны (96—98), тәғәйенләү тора. Ул, Ульпий Траянды (98—117) уллыҡҡа алып, Римға иң яҡшы императорҙарҙың береһен бирә. Траян Испанияла тыуып үҫә; уның юғары үрләүе империяла барған социаль йүнәлештең һәйбәт билдәһе була. Ерле императорҙар Юлийҙар һәм Клавдийҙарҙан һуң, Рим тәхетенә килмешәк Гальба, унан һуң Италия муниципийҙарынан императорҙар, ниһайәт, Испания провинциалы ултыра. Траян икенсе быуатты империя өсөн яҡшы осорға әйләндергән императорҙар рәтен башлай: улар бөтәһе лә — Адриан (117—138), Антонин Пий (138—161), Марк Аврелий (161—180) — провинциянан сыҡҡан (Антонин — Галлияның көньяғынан, ҡалған икеһе — испан); һәр береһе үҙҙәренән элгәрге императорҙың уларҙы уллыҡҡа алыуы аша үрләгән. Траян полководец булараҡ дан ала, империя уның осоронда иң ҙур майҙандарҙы биләй.

Траян төньяҡта сиктәрҙе Карпаттан Днестрға еткерә, көнсығышта дүрт провинция булдыра: Әрмән, Месопотамия, Ассирия, Ғәрәп провинциялары.

Тыныслыҡ һөйгән Адриан хакимиәттә һәм хоҡуҡиәттә үҙгәрештәр менән шөғөлләнә. Август кеүек үк, Адриан провинциялар буйлап күп йөрөй; Афинала үҙ өҫтөнә архонт вазифаһын алыуҙан да кәмһенмәй, үҙе үк ҡала идаралығының проектын төҙөй. Заман менән бергә атлап, ул Августҡа ҡарағанда белемлерәк була. Адриан финанс реформалары менән «донъяны байытыусы» ҡушаматын алһа, уның вариҫы Антонинды, бәлә-ҡазаға дусар булған провинциялар тураһында хәстәрлек күргәне өсөн, «кешелек атаһы» тип йөрөтәләр. Цезарҙар рәтендә иң юғары урынды Марк Аврелий биләй, уны философ тип йөрөтәләр. Олпат йәштә тәхеткә ултырған дүрт императорҙан һуң власть мираҫ буйынса йәнә лайыҡһыҙ йәш кешегә эләгә. Коммод (180—193) идара итеүҙе әшнәләренә тапшырып ҡуя, үҙе, Неронға оҡшап, данды яу яланында түгел, ә циркта, тамашала алырға йыйына. Ул заговорсылар ҡулынан һәләк була.

Северҙар династияһы (193—235)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заговорсылар ҡуйҙыртҡан префект Пертинакс та, порфираны ҙур аҡсаға һатып алған сенатор Дидий Юлиан да власта оҙаҡ булмай. Иллирия легиондары үҙҙәренең полководецы Септимий Северҙы император тип иғлан итә. Септимий Африкала Лептиста тыуған. Ул үҙ илендә Ганнибалға кәшәнә төҙөтә. Ләкин хәҙер Рим өсөн яуҙа йөрөй. Римдың күршеләре еңеүле императорҙың ауыр ҡулын үҙ елкәһендә татый; Рим бөркөттәре Вавилондан алыҫ төньяҡтағы Йоркка тиклем елдереп йөрөп тора. Септимий 211 йылда мәрхүм була. Пуниялы Септимий Северҙың тупаҫ энергияһы уның улы Каракаллала айырыуса ныҡ сағыла. Ул власты бер туған ағаһын үлтереп ҡулға төшөрә. Каракалла, Африка тамырҙарын иҫтә тотоп, бөтә ерҙә Ганнибал статуяларын ҡуйҙырта. Римда ул данлыҡлы термаларын төҙөтә. Атаһы кеүек үк, Рим ерҙәрен Рейнда ла, Евфратта ла ныҡлы һаҡлай. Уның тыйып торғоһоҙ шауҡымлылығы үҙе тирәһендәгеләрҙең заговор ойоштороуына килтерә, шуның һөҙөмтәһендә ул һәләк була. Рим үҙенең иң бөйөк граждан ҡаһарманлыҡтарының береһе — бөтә провинциалдарға Рим гражданы булыу хоҡуғын биреүе менән нәҡ Каракаллаға бурыслы. Мысыр миҫалында ғына ла был сараның ни тиклем әһәмиәтле булыуы күренә. Август Клеопатра батшалығын буйһондорғаны бирле был халыҡ иҫ киткес хоҡуҡһыҙлыҡтан интегә. Септимий Север Александрияға үҙидаралыҡты ҡайтара, ә Каракалла александрийҙарға Римда дәүләт вазифалары биләү хоҡуғын ғына түгел, мысырҙы тәү башлап сенатҡа индерә. Пуниялыларҙың тәхеткә ултырыуы уларҙың Сүриәләге ҡәбиләләштәренең власҡа килеүен тәьмин итә. Каракалланың тол ҡалған ҡатыны Меза Каракалланы үлтергән кешене тәхеттән төшөртөүгә өлгәшә һәм уның урынына ейәне Гелиогабалды ултырттыра. Был осорҙа Римда көнсығыш теократия хакимлыҡ ала. Ләкин жрецтың Рим легиондары башында тороуын күҙ алдына ла килтереп булмай, тиҙҙән Гелиогабал ике туған ағаһы Александр Северға алмаштырыла. Александр Север Майнц эргәһендә һәләк була.

Рим империяһының III быуаттағы кризисы (235—284)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шул саҡта Римда варварҙарҙың хакимлыҡ итеү сәғәте етеп килгәнен күрһәткән ваҡиға була. Легиондар гот менән алан ҡатынының улы, элекке көтөүсе, көсө һәм ҡаһарманлығы арҡаһында хәрби баҫҡыстан етеҙ үрләгән Максиминды император итеп иғлан итә. Төньяҡтағы был ваҡиғаға ҡаршы Африкала проконсул Гордианды император итеп иғлан итәләр. Ҡан ҡойғос бәрелештәр һөҙөмтәһендә власть Гордиандың ейәненә эләгә. Көнсығышта фарсыларҙың һөжүмен уңыш менән кире ҡағып йөрөгәнендә ул Рим хәрби хеҙмәтендәге икенсе варвар Сир-ғәрәп сүллегендәге юлбаҫар шәйехтең улы Филипп Ғәрәп тарафынан ҡолатыла. Был семиттың өлөшөнә 248 йылда Римдың мең йыллығы тантанаһын бик бай итеп үткәреү бәхете тейә, ләкин тәхеттә ул оҙаҡ ултырмай: уның легаты, Деций, үҙенең һалдаттары баҫымы аҫтында унан власты тартып алырға мәжбүр була. Деций — ата-бабалары яғынан римлы, ләкин ғаиләһе күптән Паннонияға һөрөлгән була һәм ул шунда донъяға килә. Деций осоронда Рим империяһын тамырҙан ҡоротҡан ике яңы дошман асыла — Фракияға Дунай аша бәреп ингән готтар һәм христианлыҡ. Деций көсөн уларға ҡаршы йүнәлтә, ләкин киләһе йылы (251) готтар менән алышта һәләк булғанлыҡтан христиандарға юл аса. Власты уның иптәше Валериан тартып ала, ул улы Галлиен менән бергә идара итә. Валериан фарсыларға әсир эләгеп һәләк була, Галлиен 268 йылға тиклем власта ултыра. Ләкин Рим империяһы ҡаҡшаған була, тотош өлкәләр урындағы баш командующийҙар етәкселеге аҫтында Римдан айырылып сыға (мәҫәлән, Галлия һәм Көнсығыштағы Пальмира батшалығы). Иллириянан сыҡҡан генералдар ғына Римдың төп таянысы булып ҡала, готтарға ҡаршы тороу өсөн тупланып, береһенән-береһе һәләтле полководецтар етәксе итеп һайлана: Клавдий II, Аврелиан, Проб һәм Кар. Аврелиан Галлияны һәм Зиновия батшалығын еңә, империяның элекке сиктәрен ҡайтара; Римды яңы диуар менән урата. Ләкин легиондар ҡуйҙырған был хакимдар тиҙ арала һалдаттар ҡулынан һәләк була тора. Проб, мәҫәлән, туған провинцияһын хәстәрләп, һалдаттарҙы Рейн менән Дунайҙа виноград ултыртырға мәжбүр иткәне өсөн үлтерелә.

Тетрархия һәм доминат (285—324)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ниһайәт, Халкидонда 285 йылда мәжүсилектәге Рим императорҙары исемлеген ослаған Диоклетиан тәхеткә ултыра. Уның үҙгәртеп ҡороуҙары Рим империяһын ныҡлы үҙгәртә. Диоклетиан Август принципатынан баш тарта һәм Рим-Византия берҙәм державаһын булдыра. Был далмат осоронда Рим провинциялар тарафынан баҫып алына. Дәүләткә ҡағылышлы өлкәлә был батшалыҡ итеүсе йөҙөндә дуализмдың юҡҡа сығыуын аңлата. Императорҙың хәрби власы граждандар республика принципат магистратураһын йота. III быуат аҙағында император власы африкалы ҡулына ҡалғас, хәрби элемент Римдың власҡа ҡағылышлы мираҫын бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығара. Рим легиондарының бер-бер артлы үҙ командирҙарын император итеп һайлауы был власты кәмһетә, уның теләһә кем ҡулына эләгеү мөмкинлеген бирә, шуның менән Римдың тотороҡлолоғо, ныҡлығы йомшара. Империя майҙаны бик ҙур булғанлыҡтан император ғәскәрҙәргә тотош контроллекте тормошҡа ашыра алмай, империяның икенсе яғында легиондар теләгән бер ваҡытта үҙҙәренең яратҡан командирын император итеп иғлан итеү мөмкинлегенә эйә була. Ошо сәбәпле Диоклетиан император власын коллегиаллек һәм иерархия башланғыстарында үҙгәртеп ҡора.

Диоклетиан реформалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тетрархия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Август званиеһындағы императорҙың империяның икенсе яртыһы менән идара иткән Август званиелы тағы бер иптәше була; был Августарҙың икеһенең дә берәр Цезары була, ул үҙ Августының идаралашташы һәм наместнигы булып тора. Император власын ошо рәүешле бүлгесләү империяның дүрт яғында бер юлы пәйҙә булыу мөмкинлеген бирә, ә Цезарҙар һәм Августар йәһәтенән иерархик ҡоролош уларҙың мәнфәғәттәрен берләштерә һәм баш командующийҙарҙың власҡа ынтылышына легаль юлдар аса. Диоклетиан, өлкән Август булараҡ, Кесе Азиялағы Никомедияла урынлаша, икенсе Август (Максимиан Марк Аврелий Валерий) Миланда төпләнә. Рим иһә император власының үҙәге булыуҙан туҡтап ҡына ҡалмай, был үҙәк унан ныҡ алыҫлаша. Рим империяның киенсе урындағы үҙәге булыуҙан да мәхрүм ҡала. Яңы власть аралыҡ йәһәтенән генә түгел, асылы менән дә Римдан алыҫ тора. Әфәнде титулы (dominus) элек ҡолдарҙың хужаһына өндәшеү һүҙе булып торһа, хәҙер ул императорҙың рәсми титулына әйләнә; sacer һәм saciatissimus — мөҡәддәс — һүҙҙәре уның власына ҡарата әйтелә; теҙләнеү урынына хәрбиҙәрсә честь биреү индерелә: императорҙың алтынлы, аҫыл ташлы ризаһы менән ынйылы диадемаһы яңы власҡа күрше Фарсы дәүләтенең көслө йоғонтоһон раҫлай.

Сенат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сенат та үҙгәрештәр кисерә. Ул элекке әһәмиәтен юғалта. Ул император ҡарамағындағы учреждение ғына булып ҡала. Шунан Рим һәм Константинополь сенатына бүленә, ләкин был бүленеш империя өсөн әллә ни мөһим булмай, сөнки уның дәүләт әһәмиәте батша советына йәки консисторияға күсә.

Хакимиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император власы тарафынан дәүләттең яңы төрө урынлаштырыла. Идара итеү бюрократлаштырыла, магистратты чиновник алмаштыра. Магистрат күпмелер ваҡытҡа власҡа ҡуйылған һәм вазифаһын (honor) почетлы бурыс итеп үтәгән граждан була. Уның ҡарамағында приставтар, кәтиптәр (apparitores) һәм хеҙмәтселәр штаты тора. Был кешеләрҙе ул үҙе саҡыра, йәиһә уҙенең ҡолдары, ирек алғандар араһынан һайлап алып ҡуя. Бындай магистраттар бер аҙҙан империяла император эргәһендә даими хеҙмәттә торған, иерархик баҫҡыстан күтәрелә алған кешеләр менән алмаштырыла. Түңкәрелешкә башланғыс проконсулдарға һәм пропреторҙарға жалованье түләүҙе индергән Август тарафынан уҡ һалына. Адриан ваҡытында император һарайы бик ныҡ бюроклатлаша, ул һарай хеҙмәтселәрен дәүләт сановниктары итеп күтәрә. Батша хеҙмәтселәре һаны ишәйә бара. Иерархик йәһәттән ныҡ ҡатмарлаша. Диоклетиан реформалары ваҡытында иһә империя викарийҙар идараһы аҫтындағы 12 диоцезға бүленә. Һәр диоцез вағыраҡ провинцияларға (4-тән 12-гә тиклем, йәмғеһе 101) бүленә, уларға төрлөсә аталып йөрөтөлгән чиновниктар — correctores, consulares, praesides һ.б. етәкселек итә.

Хоҡуҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Римда хоҡуҡиәт милли төҫтә була. Ул тик Рим граждандарының ҡаҙанышы булып тора, тик уларға хеҙмәт итә. Килмешәктәр Римда «ситтән килгәндәр» өсөн претор (peregrinus) тарафынан хөкөм ителә; һуңғары провинциалдарға ла шул система ҡулланыла, Рим преторы улар өсөн юғары судья була. Преторҙар яңы хоҡуҡиәт — Рим халҡының түгел, ә бөтә халыҡтарҙың хоҡуҡиәтен ижад итә. Был хоҡуҡты булдырып, Рим юристары бөтә халыҡтарға тәғәйенләнгән хоҡуҡиәттең дөйөм башланғыстарын һала. Претор хоҡуҡиәте айыҡ аҡыл һәм ғәҙеллек сағылышы булып тора.

Мәҙәни трансформация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙәни йүнәлешкә ҡоллоҡ һәм ғәскәр күп зыян килтерә. Ҡоллоҡ антик йәмғиәттең «ҡол» һәм «хужа» боҙоҡлоҡтарын бергә йыйған, бер ниндәй принциптары һәм рухи мираҫы булмаған иң аҙғын ҡатламын иреклегә әйләндерә. Улар башлыса элекке хужаһы өсөн кәрәкле, һәләтле кешеләр була, шунлыҡтан бөтә ерҙә лә улар һәләкәтле эштәр эшләй, бигерәк тә император һарайында ҙур зарар килтерә. Физик көскә һәм тупаҫ энергияға эйә булған был кешеләрҙе ғәскәр тиҙ ҡабул итә һәм үрләтә — айырыуса фетнәләр, һалдат ихтилалдары ваҡытында улар йәмғиәтте көс ҡулланырға, тупаҫ көстө генә танырға, ә идара итеүселәрҙе законға ихтирамһыҙ булырға күнектерә. Власть хәрбиләшә барған һайын әүәлге мәҙәни үҙәктәрҙең һәм мәҙәни усаҡтарҙың әһәмиәте кәмей.

II быуат Рим империяһының иң яҡшы дәүере тип баһалана. Был ғәҙәттә ул осор императорҙарының шәхси сифаттары менән бәйләнә. Ләкин Траян һәм Марк Аврелий осороноң әһәмиәте бының менән генә түгел, ә шул заманда ҡапма-ҡаршы элементтар һәм ынтылыштар — Рим һәм провинциялар, республика һәм монархия тәртиптәре — араһында урынлашҡан тигеҙлек менән дә аңлатыла. Ә III быуатта был тигеҙлек юҡҡа сыға. Хөкөм һөргән анархиянан Диоклетиандың бөтә нәмәне көйләргә, тәртипкә күндерергә ынтылған системаһы үҫеп сыға. Кешене сәйәси ҡараштары буйынса Рим граждандарына, союздаштарға һәм провинциалдарға бүлеү урынына социаль синыфтарға бүлеү барлыҡҡа килә. Шуның менән үҙаллы община (polis) һәм граждан тигән төшөнсәләргә нигеҙләнгән антик донъя юҡҡа сыға. Полис — муниципийға; почётлы вазифа (honos) —хеҙмәт үтәүгә (munus); урындағы курияның сенаторы йәки куриал ҡаланың һалым түләүҙән башы сыҡмаған крепостнойына әйләнә. Рим империяһында эҙемтәләре буйынса иҫ киткес әһәмиәтле түңкәрелеш — дини нигеҙҙә берләшеү була. Христианлыҡта берләшеү антик донъяға таныш сәйәси берләшмәнең сиктәренән сығып китә: христианлыҡ, бер яҡтан, Рим гражданын — ҡол менән, икенсе яҡтан, римлыны варвар менән берләштерә.

Константин I[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диоклетиандың яһалма тетрархияһы оҙаҡҡа сыҙамай; цезарҙар авгуслыҡҡа үрләүҙәрен тыныс ҡына көтөп еткерә алмай. 305 йылда вафат булған Диоклетиан иҫән саҡта уҡ әле, ярышсылар араһында алыштар ҡуба.

Британ легиондары тарафынан 312 йылда цезарь тип иғлан ителгән Константин Рим эргәһендә үҙенең ярышташы, Рим преториандары кешеһе булған цезарь Максенцийҙы ҡыйрата. Римдың был еңелеүе христианлыҡҡа юл аса. Константин христиандарға үҙ диндәрен ирекле тоторға рөхсәт биреп кенә ҡалмай, дәүләт власының уларҙың сиркәүен таныуын да тәьмин итә. Диоклетиандың тетрархияһын дүрт префектура ойоштороу менән алмаштырып, Константин үҙенән алдағы император үткәргән үҙгәртеүҙәрҙе һуңынан византий стиле тип аталған күп һанлы һарай вазифалары һәм яңы титулдар хас булған ысулға алмаштыра. Яңы империяға яңы баш ҡала ла кәрәк була, Константин ҡалаһы баш ҡала булып китә.

Константиндан һуң (337—395)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның вафатынан һуң (337) власть өс улына күсә: Констанций Константинополь менән консығыш префектураны ала, Констант — Иллирия префектураһы менән Италияға, Константин II Галлия префектураһы менән Африкаға хужа була. Эште яңы императорҙар туғандарын ҡырыуҙан башлай. Константин менән Констант араһындағы бәрелеш һөҙөмтәһендә еңеүсе һәләк була, бөтә власть Констанций ҡулында ҡала. 360 йылда Галлия легиондары император итеп Констанцийҙың иҫән ҡалған ҡәрҙәше Юлианды күтәрә. Неоплатониктар эйәрсене булараҡ, ул христианлыҡты тыйырға һәм мәжүсилекте ҡабат ҡайтарырға тырыша. Ләкин ике йылдан ул яуҙа һәләк була. Император итеп Валентиниан (364—375) һайлана, ул икенсе христиан династияһын башлай. Валентиниан I ғүмере буйы Рейндағы һәм Дунайҙағы варварҙар менән һуғыша. 376 йылда үлә, империяның көнбайышын ике улына ҡалдыра. Варварҙар менән яуҙарҙа Валент та һәләк була. Йәш Грациан шулай уҡ тиҙҙән үлтерелә. Граждандар һуғыштары бара. Императорҙар алмашына тора, һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа тәхеткә ултырған Феодосий (394—395) бөтә империя өҫтөнән бер үҙе идара иткән һуңғы император була.

Көнбайыш Рим империяһының ҡолауы (395—480)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

395 йылда власть Феодосийҙың ике бәләкәй улына күсә, Аркадий — көнсығышта, Гонорий көнбайышта хаким була. Көнбайыш Рим империяһы башҡа бер ваҡытта ла Көнсығыш менән бергә булмай, варварҙар баҫымы аҫтында яйлап көсһөҙләнә һәм һүнә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антик тарихсылар хеҙмәттәре:

  • Тацит К. Анналы. История. Агрикола.
  • Светоний Г. Т. Жизнь двенадцати цезарей.
  • Аврелий Виктор С. О Цезарях.
  • Аммиан Марцеллин. Римская история.
  • Писатели истории Августов (Scriptores Historiae Augustae).
  • Дион Кассий Кокцейян. Римская история.
  • Геродиан. От кончины Божественного Марка.
  • Зосима. Новая история.

Хәҙерге тикшеренеүҙәр:

  • Алфионов Я. И. Император Юлиан и его отношение к христианству. — М., 2012. — 432 с. — ISBN 978-5-397-02379-5.
  • Архангельский С. Указ Диоклетиана о таксах. — Нижний Новгород, 1928.
  • Бейкер Д. Тиберий: Преемник Августа / Пер. с англ. — М., 2004. — 304 с. — ISBN 5-9524-0765-Х.
  • Бокщанин А. Г. Социальный кризис Римской империи в 1 в. — М., 1954. — 240 с.
  • Буркхардт Я. Век Константина Великого / Пер. с нем. — М., 2003. — 368 с. — ISBN 5-9524-0395-6.
  • Виппер Р. Ю. Очерки по истории Римской империи. — Ростов-на-Дону, 1995. — 484 с. — ISBN 5-87688-031-0.
  • Гиббон Э. История упадка и крушения Римской империи / Пер. с англ. — М., 2001. — ISBN 5-224-02613-Х.
  • Грант М. Двенадцать цезарей / Пер. с англ. — М., 1998. — 272 с. - ISBN 5-300-01850-3.
  • Грант М. Крушение Римской империи / Пер. с англ. — М., 1998. — 224 с. - ISBN 5-300-01955-0.
  • Грант М. Римские императоры: Биографический справочник правителей Римской империи: 31 г. до н. э. — 476 г. н. э. / Пер. с англ. — М., 1998. — 400 с. - ISBN 5-300-02314-0 .
  • Гримм Ю. Исследования по истории римской императорской власти. Т. 1, 2 [: От Августа до Марка Аврелия]. — СПб., 1900—1901. — 528+480 с.
  • Гриффин М. Т. Нерон: Конец династии / Пер. с англ. — М., 1999. — 408 с. - ISBN 5-300-02698-0.
  • Гюнтер Р., Корсунский А. Р. Упадок и гибель Западной Римской империи и образование германских королевств. — М., 1984. — 256 с.
  • Джонс А. Х. М. Гибель античного мира / Пер. с англ. — Ростов-на-Дону, 1997. — 576 с. - ISBN 5-85880-591-4.
  • Драгоманов М. Вопрос о всемирно-историческом значении Римской империи и Тацит. Ч. 1. — Киев, 1869. — 424 с.
  • Дыдынский Ф. М. Император Адриан: Историко-юридическое исследование. — М., 2014. — 264 с.
  • Казаков М. М. Христианизация Римской империи в 4 в. - Смоленск, 2002. - 464 с. - ISBN 5-88984-120-X.
  • Князьский И. О. Император Диоклетиан и конец античного мира: Государственные и правовые реформы начала домината. - М., 1999. - 208 с. - ISBN 5-900307-22-4.
  • Князьский И. О. Калигула. — М., 2009. — 264 с. - ISBN 978-5-235-03193-7.
  • Князьский И. О. Нерон. — М., 2007. — 352 с. - ISBN 978-5-235-02988-0.
  • Князьский И. О. Тиберий: Третий цезарь, второй август… — СПб., 2012. — 368 с. — ISBN 978-5-91419-699-5.
  • Коптелов Б. В. Император Лициний: На переломе эпох. — М., 2008. — 132 с. - ISBN 5-9551-0239-6.
  • Крист К. История времён римских императоров. В 2-х т. / Пер. с нем. — Ростов-на-Дону, 1997. — 576+512 с. — ISBN 5-222-00045-1; ISBN 5-222-00039-7.
  • Ле Боек Я. Римская армия эпохи ранней Империи / Пер. с фр. — М., 2001. — 400 с. — ISBN 5-8243-0260-Х.
  • Махлаюк А. В. Армия Римской империи: Очерки традиций и ментальности. — Нижний Новгород, 2000. — 240 с. — ISBN 5-85746-398-Х.
  • Махлаюк А. В. Солдаты Римской империи: Традиции военной службы и воинская ментальность. - СПб., 2006. - 440 с. - ISBN 5-93762-045-3.
  • Машкин Н. А. Принципат Августа: Происхождение и сущность. — М., 1949. — 720 с.
  • Межерицкий Я. Ю. «Республиканская монархия»: Метаморфозы идеологии и политики императора Августа. — Калуга; М., 1994. — 448 с.
  • Моммзен Т. История Рима. В 5-и т. Т. 4, 5 / Пер. с нем. — СПб., 1994—2002. — 632+736 с. — ISBN 5-87399-138-3; ISBN 5-02-028217-0.
  • Ранович А. Восточные провинции Римской империи в I—III вв. — М., 1949.
  • Ростовцев М. И. Общество и хозяйство в Римской империи. В 2-х т. / Пер. с нем. — СПб., 2000—2001. — 400+408 с. — ISBN 5-02-026814-3.
  • Сергеев И. П. Римская империя в 3 в. н. э.: Проблемы социально-политической истории. — Харьков, 1999. — 208 с.
  • Токарев А. Н. Становление официальной идеологии принципата императора Августа. — Харьков, 2011. — 272 с. - ISBN 978-966-623-787-6.
  • Фёдорова Е. В. Императорский Рим в лицах. — Смоленск, 1995. — 416 с. — ISBN 5-87993-0017.
  • Фонтен Ф. Марк Аврелий / Пер. с фр. — М., 2005. — 256 с. — ISBN 5-235-02787-6.
  • Хизер П. Падение Римской империи / Пер. с англ. — М., 2011. — 800 с. - ISBN 978-5-17-057027-0.
  • Холланд Р. Октавиан Август: Крёстный отец Европы / Пер. с англ. — М., 2010. — 352 с. — ISBN 978-5-17-068217-1.
  • Шифман И. Ш. Цезарь Август. — Л., 1990. — 200 с. — ISBN 5-02-027288-4.
  • Штаерман Е. М. Кризис рабовладельческого строя в западных провинциях Римской империи. — М., 1957. — 512 с.
  • Штаерман Е. М. Мораль и религия угнетённых классов Римской империи: Италия и западные провинции. — М., 1961. — 320 с.
  • Штаерман Е. М., Трофимова М. К. Рабовладельческие отношения в ранней Римской империи: Италия. — М., 1971. — 320 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]