Эстәлеккә күсергә

Айдын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айдын
төр. Aydın
Рәсем
Рәсми атамаһы Aydın
Рәсми тел Төрөк теле
Дәүләт  Төркиә
Административ үҙәге Айдын[d]
Административ-территориаль берәмек Айдын[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Aydın[d]
Халыҡ һаны 259 027 кеше (2022)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 65 метр
Туғандаш ҡала Бөгөлмә ҡалаһы, Гавр, Монтро-Фо-Йонна[d] һәм Манчестер[d]
Алыштырған Траллы[d]
Майҙан 1582 км²
Почта индексы 09 000
Рәсми сайт aydin.bel.tr
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 67 891
Урындағы телефон коды 256
Номер тамғаһы коды 09
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q32733453?
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Aydın[d]
Карта
 Айдын Викимилектә

Айдын (төр. AydınAydın, грек. Αϊδίνιο) — Көнбайыш Төркиә ҡалаһы, Айдын провинцияһының административ үҙәге.

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала боронғо Лидия батшалығы территорияһында урынлашҡан. V быуаттың икенсе яртыһында бында төҙөүсе Анфимий тыуған. Ул антик математигы Исидор Милетский менән бергә Консиантинополдә София соборын төҙөй.

Ҡала (хәҙерге Айдын тирәһе) антик осоронан алып Тралла (һ. б.-грек. бор. грек. Τράλλεις) исеме аҫтында билдәле. XIII быуаттан башлап ҡала Гюзельхисар (матур ҡәлғә) төрки атамаһы аҫтында билдәле. XIV быуат башында, византия ҡалаһын төрки ҡәбиләләре баҫып алғандан һуң, ҙур булмаған бейлек (кенәзлек) башлығы Айдын ҡаланы үҙ исеме менән атай.

Айдын башында әмир Умур торған көслө пират дәүләте була.

1912 йылда бында — 46 578 төрөк кешеһе, гректар — 982 19 кеше, йәһүдтәр — 1890 кеше йәшәй[2]

1922 йылға тиклем гректар халыҡтың яҡынса яртыһын тәшкил итә (ҡара: Смирна ҡырылышы).

XIX быуат аҙағында Траллала хәҙер иң билдәле боронғо грек музыка һәйкәлдәренең береһе булған Сейкил сколийы (эпитафия) табыла.

Айдын Оло Мендерес (элек — Меандр) йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан — ул Кесе Азияның көнбайышындағы мөһим йылға. Айдындан биш саҡрым көньяҡтараҡ Чина йылғаһы аға. Төньяҡта, ҡала янында, Айдын тауҙары урынлашҡан, уның иң бейек урыны диңгеҙ кимәленән 1800 метр бейеклектә тора.

E87 (O31) автомобиль трассаһы ҡаланы Эгей диңгеҙе яр буйы ҡалалары менән тоташтыра һәм ҙурлығы буйынса Төркиәнең өсөнсө ҡалаһы Измир менән тоташтыра. Трасса Айдын тауҙарын киҫеп үтә, унда заманса тоннель төҙөлгән. Көнсығыш йүнәлештә трасса Денизлиға һәм артабан Антальяға — төрөк Ривьераһына (курортына) алып бара.

Айдында йәй бик эҫе була, йыл әйләнәһенә тиерлек юғары температура һаҡлана.

Һыу яҡынлығы арҡаһында төбәк боронғо замандарҙан уҡ муллыҡ менән данлыҡлы. Бөгөнгө көндә киң таралған культураһы — дөгө, төбәк шулай уҡ башҡа ауыл хужалығы культураларын да үҫтерә, бында шулай уҡ еңел сәнәғәт үҫешкән.

Был районда баҡыр рудаһы, тимер, мышаяҡ, лигнит ятҡылыҡтары барлығы тураһында мәғлүмәт бар.

Айдын янында боронғо Тралла һәм Магнесия ҡалаларының емереклектәре бар. Төбәктә шулай уҡ туристар өсөн ҡыҙыҡлы башҡа тарихи һәйкәлдәр ҙә күп[3].

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Официальный сайт Айдына
  • Айдын // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.