Эстәлеккә күсергә

Анталья

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Анталья
төр. Antalya
Ил

Төркиә

Регион

Анталья

Координаталар

36°54′ с. ш. 30°41′ в. д.HGЯO

Мэр

Мухиттин Бёчек[d]

Элекке исеме

Атталия, Аттелия, Анталия

Майҙаны

1417 км²

Климат тибы

урта диңгеҙ субтропик[1]

Халҡы

1 203 994[2] кеше (2014)

Тығыҙлығы

850 кеше/км²

Этнохороним

анта́лья кешеһе, анта́льялылар[3], по другим источникам - анталиец, анталийцы

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+90 242

Почта индексы

07x xx

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

antalya.bel.tr

Анталья (Төркиә)
Анталья
Анталья

Анта́лья[4] (төр. Antalya) — Төркиәнең көньяғында Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан курорт һәм порт ҡалаһы Анталья провинцияһының административ үҙәге. Ҡалала даими йәшәгән халыҡ һаны — 1 миллиондан артыҡ, шул уҡ ваҡытта ысынбарлыҡта, әүҙем туристик ағым артҡан йәйге осорҙа, ҡалала халыҡ һаны 2 миллиондан ашыу кеше булыуы ихтимал.

Анталья ҡалаһы территорияһы иҫке һәм яңы ҡала өлөштәренә шартлы бүленгән. Рәсми административ бүленеше — 5 район: Аксу (Aksu), Дёшемеалты (Döşemealtı), Кепез (Kepez), Коньяалты (Konyaaltı), Муратпаша (Muratpaşa).

Хәҙерге Анталья провинцияһы территорияһында боронғо дәүерҙәрҙән кешеләр йәшәгән, таш һәм бронза быуат торамалары билдәле. Иң боронғо цивилизацияларҙан төбәктә Хет батшалығы оҙағыраҡ хакимлыҡ иткән.

Антальяла Аттала II һыны

Эллинистик осорҙа төбәк Ликия һәм Памфилия составында булған. Пергам батшалығына ингәндән һуң, территория әүҙем үҙләштерелә башлаған, һәм б. э. т. 159 йылда Пергам батшаһы Аттал II (грек. Ατταλος) бойороғо буйынса Атталия ҡалаһына нигеҙ һалынған.

133 йылда ҡаланы боронғо римлеләр яулап алған. Һуңыраҡ ул император Адриандың ҡышҡы резиденцияһына әүерелә (уның беренсе сәфәре хөрмәтенә хәҙерге көндә лә ҡаланың визит карточкаһы булған Адриан ҡапҡалары төҙөлә). Оҙаҡ ваҡыт Атталияға Рим, һуңынан Византия эйә булған. Б. э. I—II быуаттарҙа төбәктә христианлыҡ тарала.

Төбәктә иҡтисади үҫештең тарҡаулығы емергес VIII быуаттағы ер тетрәүенән, ғәрәптәр һәм диңгеҙ пираттары баҫымынан һуң башлана. XI быуатта, сәлжүк экспансияһы башланған осорҙа, төбәктә ислам тарала башлай.

1118 йылда, Византия императоры Иоанн II Комнин осоронда ҡала Византия анклавы була. Ул империяның башҡа ерҙәренән яҡшы уҡ алыҫ урынлашҡан булған һәм шуның арҡаһында илдең башҡа өлөшө менән диңгеҙ аша ғына бәйләнеш мөмкин була. 1119 йылда Иоанн II Комнин төрөктәргә ҡаршы бер нисә поход яһаған һәм ҡоро ерҙән Атталияға юл булдырған.

1204 йылғы ваҡиғаларҙан һуң, Альдобрандини исемле итальян кешеһе ҡала власын үҙ ҡулына ала[5]. 1206 йылда төрөктәр 16 көн ҡаланы ҡамауҙа тотҡан, әммә 200 кипр рыцарының ярҙамы уға тағы бер йыл ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә.

1207 йылда сәлжүктәр төбәкте яулап ала, һәм Атталия тигән грек исеме Адалияға алмашына. Әммә бер нисә йылдан һуң урындағы мәсихселәр фетнә күтәргән. Ҡала, икенсе тапҡыр йылға яҡын ҡамауҙа торғандан һуң, 1215 йылдың 24 декабрендә төрөктәр тарафынан буйһондорола[6]. Шуныһы ҡыҙыҡлы: икенсе яулау барышында төрөктәр христиандарға йыһат иғлан иткәндәр һәм, еңеүҙән һуң, ҡала стеналарына соҡоп үлем ҡурҡынысы менән янаған мөрәжәғәт яҙғандар; әммә был яҙыуҙы христиан гректар аңламаған.

1321—1423 йылдарҙа Адалия бойондороҡһоҙ Теке бейлегенең үҙәге булған. 1387 йылға урында шул тиклем насар хәлдә булған йәшәгән мәсихселәр хатта Константинополь патриархына православие сиркәүен һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам һорап хат яҙғандар. Төрөктәр ҡалған сиркәүҙәргә шул тиклем ҙур һалым һалған, 1397 йылға улар бөлгән тиерлек. 1423 йылда Адалияны (Теке бейлеге менән бергә) төрөк-ғосмандар яулай. Шул уҡ ваҡытта ҡала Анталья исемен ала (әйтер кәрәк, атамаһы «Анталия» төбәге исеме менән бәйле түгел). Ғосман империяһында Анталья диңгеҙ сауҙа порты булараҡ мөһим роль уйнаған, урындағы ҡолдар һатыу баҙары төбәктә иң ҙурҙарҙың береһе булған, шулай уҡ бында империяның көнсығыш сиктәренә оҙатыу өсөн суднолар йыһазландырылған.

Беренсе донъя һуғышынан һуң, 1919—1921 йылдарҙа, ҡаланы итальяндар ваҡытлыса баҫып ала. Анталья Мостафа Кәмал Ататөрк етәкселегендәге милли-азатлыҡ хәрәкәтен әҙерләү форпостарының береһенә әүерелә. Азатлыҡ һуғышы йомғаҡтары буйынса Анталья Төркиә Республикаһы составына инә.

XX Быуат дауамында ҡала интенсив үҫеш кисерә, эҙмә-эҙлекле ауыл хужалығы, күн сәнәғәте, диңгеҙ транспорты һәм логистика ҡеүәттәре арта. Ҡала территорияһы киңәйгән, транспорт селтәре формалашҡан. Быуат аҙағында, Төркиә Ривьераһының туристик ҡеүәте әүҙем асылғанда, Анталья илдең мөһим туристик үҙәгенә әүерелә, D400 шоссеһы уны башҡа курорт зоналары менән тоташтыра, ә 1998 йылда яңыртылған аэропорт ҡыҫҡа ваҡыт эсендә илдә пассажирҙар ағымы күләме буйынса өсөнсө урын яулай.

Географияһы һәм климаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анталья климаты субтропик, йомшаҡ ямғырлы ҡышы һәм оҙайлы эҫе йәйе менән ҡылыҡһырланған тропик һыҙатлы. Антальяла циклондарҙы «фильтрлап» төньяҡҡа үтеп инеүенә ҡамасаулаған Тавр тауҙары арҡаһында, яуым-төшөмдөң күп өлөшө ҡышын яуа. Йәйен яуым-төшөм ҡышҡа ҡарағанда һирәгерәк була. Һауаның сағыштырма дымлылығы йыл әйләнәһенә тиерлек 55%-тан 65 %-ҡа тиклем тәшкил итә.

Майҙан октябргә тиклем сағыштырмаса ҡоро миҙгелдә аяҙ, аҙ болотло һауа торошо өҫтөнлөк итә, октябрҙән апрелгә тиклем, һалҡын елдәре һәм мул ямғырҙары менән, дымлы миҙгел өҫтөнлөк итә. Кире һауа температураһы һәм ҡар бик һирәк һәм оҙаҡҡа һуҙылмай. Һыу инеү миҙгеле шартлы рәүештә май уртаһынан ноябрҙең башына тиклем иҫәпләнә.

Кире һауа температураһы һәм ҡар бик һирәк була һәм оҙаҡҡа һуҙылмай. Һыу инеү миҙгеле шартлы рәүештә май уртаһынан ноябрҙең башына тиклем дауам итә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 23,9 23,4 28,8 33,2 37,6 43,5 45,2 43,3 41,2 37,7 33 25,4 45,2
Уртаса максимум, °C 15 15,4 18,1 21,5 26,1 31,4 34,6 34,4 31,4 26,9 21 16,4 24,3
Уртаса температура, °C 11,3 12,0 13,8 17,0 20,7 24,9 28,7 28,8 26,0 22,1 16,7 13,0 19,6
Уртаса минимум, °C 5,5 5,8 7,5 10,7 14,6 19,1 22,3 22,1 18,7 14,7 9,9 6,9 13,1
Абсолют минимум, °C −1,2 −0,2 0,6 1,4 6,7 11,1 14,8 15,3 10,6 4,9 0,8 −0,6 −1,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 130 126,6 99,7 72 66,2 63 58 64,1 69 85,5 101,5 117 1119,8
Һыу температураһы, °C 17 16 16 18 20 24 26 27 26 24 21 18 21
Сығанаҡ: Климат Антальи [1],[2], [3]

Анталья провинцияһының рельефы башлыса таулы, ҡала биләмәһе лә бынан ситтә ҡалмай. Яр буйы зонаһының бейеклеге ныҡ текә ҙур (иҫке ҡалала һәйбәт күренә), уларҙың береһендә шарлауыҡ бар. Ярҙан алыҫыраҡ, яңы төҙөлөш зонаһында, өҙөклөктәр аҙыраҡ.

Иҡтисады һәм ҡала инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хыдырлык башняһы
Республика майҙанында сәғәтле башня (Saat kulesi) һәм мәсет
Антальяла трамвай

Ауыл хужалығы, туризм, сауҙа һәм еңел сәнәғәт иҡтисадтың төп тармаҡтары булып тора. Иҡтисади үҫештең сағыштырмаса яңы яҡтарынан 2010-сы йылдарҙа башланған (яңы диңгеҙ портын файҙаланыуға тапшырғандан алып) ял итеү яхталары төҙөлөшөн билдәләп үтергә кәрәк.

Ауыл хужалығы үҫемлекселек (цитрус, банан, зәйтүн емеше, алма, томат, ҡыяр, мамыҡсылыҡ), малсылыҡтан (һарыҡтар, ҡош-ҡорт) һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙән (зәйтүн майы, емеш һуттары, консервалар етештереү) тора. Диңгеҙгә сығыуға ҡарамаҫтан, балыҡсылыҡ һәм диңгеҙ продукттары сығарыу төбәктә ғәмәлгә ашырылмай тиерлек.

Еңел сәнәғәт иң тәүҙә туҡымасылыҡтан (кейем, көндәлек тормош предметтары) ғибәрәт, бер аҙ күн производстволары бар.

Сауҙа һәм туризм ҡаланың һәм төбәктең иҡтисади именлеге нигеҙен тәшкил итә. 2000-се йылдар уртаһына тиклем туристар ағымы башлыса Рәсәй, Украина һәм Германиянан пакет турҙар ҡулланыусыларҙан торған. Һуңғы ваҡытта властар башҡа концепцияны ла эшкә ҡушты — «барыһы ла бар» айырым отелдәр урынына ҡаланың күркәмлегенә һәм уның рекреацион структураларын үҫтереүгә баҫым яһала. Әүҙем туристар ағымы арҡаһында бөтә кимәлдәрҙәге сауҙа ла сәскә ата — ҙур мегамоллдарҙан алып ваҡ шәхси кибеттәргә тиклем.

Тарихи үҙәк (иҫке ҡала) Рим, Византия һәм Ғосман архитектура традициялары элементтарын берләштерә. Һаҡланған биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың күбеһе ғосман осорона ҡарай. Архитектуранан тыш, Антальяның боронғо ҡалаһы үҙенең боронғо ҡомартҡылары һәм археологик музейы менән билдәле.

Анталияла ҙур аэропорт урынлашҡан, уның ике халыҡ-ара терминалы Урта диңгеҙ буйында иң яҡшыларҙың береһе һанала (2014 йылда рекорд ҡуйылды — Анталья аэропорты аша 12,5 миллион кеше үтте). Автомобиль юлдарының сифаты юғары кимәлдә. Баш ҡалала бик күп дөйөм туҡланыу ойошмалары һәм күңел асыу йорттары урынлашҡан. Яр буйы зонаһы пляждарҙан (уларҙың күбеһе юғары уңайлылыҡ һәм таҙалыҡ кимәле өсөн наградалар менән билдәләнгән), балалар аттракциондарынан, һыу күңел асыу сараларынан һәм ҙур булмаған пляждағы кафе-ресторандарынан тора.

Ҡала ситендә отель һәм ҡунаҡханалар аҙ, улар н геҙҙә ҡала яны ҡасабаларында урынлашҡан.

Ҡалала 2 университет (Анталья туризм академияһы һәм Акдениз (Akdeniz University), 3 спорт комплексы, мәктәптәр, дауаханалар һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары эшләп килә.

Антальяның илдең ҡалған өлөшө менән бәйләнешен һауа, һыу һәм автобус транспорты тәьмин итә, тимер юл юҡ. Бынан тыш, автобустар, трамвайҙар (ҡаланың тарихи өлөшөндә боронғо һәм бөтә ҡаланы үткән заманса монорельс формаһындағы) һәм маршрут таксиҙары (долмуштар) ҡала эсендәге йәмәғәт транспортынан ғибәрәт, автобус һәм трамвайҙарҙа юл хаҡы өсөн берҙәм Antalyakart картаһы һәм банк карталары менән түләү ойошторолған. Анталья шулай уҡ Көнбайыш Европа мегаполистары кимәлендә тиерлек төрөк үлсәмдәре буйынса үҫешкән велоинфраструктураға эйә (велоюлдар, велопарковкалар, велосипедтар прокаты).

Һуңғы йылдарҙа Анталияла даими йәшәүсе урыҫтар һанының тотороҡло үҫеш тенденцияһы күҙәтелә. Күсемһеҙ милек һатып алыу ҡала ҡаҙнаһына тос өлөш индерә. Күскенселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлап, ҡала властары рус телле микромөхит булдырыуға булышлыҡ итә: бер нисә мәктәптә рус телле кластар бар, күп кенә магазиндарҙа русса аралашҡан бер хеҙмәткәр булһа ла бар.

Туристик иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғи:

  • Дюден шарлауығы
  • Коньяалты һәм Лара пляждары
  • Төнәктәпә тауы (күҙәтеү майҙансығы бар)
Ататөрк һәйкәле

Кеше ҡулы булдырған:

  • Ҡәлғә диуарҙары
  • Республика майҙаны һәм Калеичи районы (Иҫке ҡала): Ататөрк йорт-музейы, Моратпаша мәсете, Тәкәле Меһмет паша мәсете, Йивли манараһы, Искеле мәсете, Адриан ҡапҡалары, Хыдырлыҡ башняһы, сәғәтле башня
  • Мостафа Кәмал Ататөрк һәм Кей-Кубад I (Ала-әд-Дин Кей-Кубад һәйкәлдәре
  • Археологик музей
  • Белек курорт районында «Nest» конференц-үҙәк
  • Аквапарк, дельфинарий һәм аквариумлы һыу комплексы
  • Анталья зоопаркы
  • Ҡала тирә-янында боронғо осор археологик һәйкәләдәр: Аспендостағы амфитеатр, Перге харабалары

Ваҡиғалар һәм саралар:

  • «Алтын әфлисун халыҡ-ара Анталья» кинофестивале
  • Ҡом һынташтар халыҡ-ара фестивале
  • «Анталья Арена» комплексында футбол һәм гандбол матчтары
  • Аспендос театрында театраль тамашалар
  • Май эсендә милли көрәш буйынса йыл һайын үткәрелеүсе беренселек

Шулай уҡ күп кенә белешмәләр: Караали-оглы (иҫке ҡалала), Мермерли (иҫке ҡалала порт янында), Коньяалты (ҡаланың шул уҡ исемле районында), ҡала янындағы «Көршөнлө шарлауығы» милли паркын иҫтәлекле урындар һәм ҡала парктары тип билдәләй.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всё о странах мира / Выпускающий редактор А. В. Шаронов. — СПб.: ООО "СЗКЭО", 2008. — С. 204. — 272 с. — ISBN 987-5-9603-0025-4.
  2. Turkey: Major cities and provinces. citypopulation.de. Дата обращения: 8 февраль 2015. Архивировано 24 февраль 2015 года.
  3. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Анталья // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 30. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  4. Согласно принятой русско-турецкой практической транскрипции, вариант написания «Анталия» является неправильным. Окончание «-ya» транскрибируется как «-ья»: Анталья (Antalya), Аланья (Alanya), Конья (Konya).
  5. Turkish Myth and Muslim Symbol: The Battle of Manzikert - Carole Hillenbrand - Google Livros. Дата обращения: 12 май 2022. Архивировано 12 май 2022 года.
  6. Living Islamic History: Studies in Honour of Professor Carole Hillenbrand … — Google Books. Дата обращения: 29 май 2022. Архивировано 2 июль 2020 года.
  7. 7,0 7,1 Sister Cities / Antalya Büyükşehir Belediyesi. antalya.bel.tr. Дата обращения: 11 май 2019. Архивировано из оригинала 14 май 2019 года. 2019 йыл 14 май архивланған.
  8. Sister Cities / Antalya Büyükşehir Belediyesi. www.antalya.bel.tr. Дата обращения: 8 май 2019. Архивировано из оригинала 8 май 2019 года. 2019 йыл 8 май архивланған.
  9. Данный населённый пункт расположен на территории Крымского полуострова, бо́льшая часть которого является объектом территориальных разногласий между Россией, контролирующей спорную территорию, и Украиной, в пределах признанных международным сообществом границ которой спорная территория находится. Согласно федеративному устройству России, на спорной территории Крыма располагаются субъекты Российской Федерации — Республика Крым и город федерального значения Севастополь. Согласно административному делению Украины, на спорной территории Крыма располагаются регионы Украины — Автономная Республика Крым и город со специальным статусом Севастополь.