Эстәлеккә күсергә

Белек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белек
төр. Belek
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия[1]
Дәүләт  Төркиә[1]
Административ-территориаль берәмек Серик[d] һәм Серик (район)[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d] һәм TRS[d]
Халыҡ һаны 73 260 кеше (2022)[2],
8667 кеше (31 декабрь 2021)[3]
Ир-егеттәр 4585[3]
Ҡатын-ҡыҙҙар 4082[3]
Сиктәш Кадрие[d], Aşağıçatma[d], Eminceler[d], Karadayı[d] һәм Boğazkent[d]
Почта индексы 07500[4]
Классификация климата Кёппена средиземноморский климат[d]
TÜİK neighborhood ID 182005[1]
Урындағы телефон коды 0242
Карта
 Белек Викимилектә

Белектә мәсет һәм манара

Белек — Төркиәнең курорт ҡалаһы, Урта диңгеҙ яры буйында Анталья провинцияһында урынлашҡан.

Белек Төркиә республикаһында йәш курорттарҙың береһе. Туризм һәм ял инфраструктураһының үҫеше 1984 йылдың башында башлана. Үҙенең географик урыны арҡаһында Белек ҡалаһы Анталья провинцияһының бөтә иҫтәлекле урындарына экскурсия яһарға мөмкинлек бирә. Гольф уйынын популярлаштырыу ҡала үҫеше аспекттарының береһе булып тора. Белек — гольф үҙәктәрҙең береһе. Белек ҡалаһында футбол майҙандары урынлашҡан. Ҡыш ваҡытында был майҙандарҙа күнекмәләр өсөн Белеккә Европанан һәм Азиянан футбол командалары килә.

Белек урта диңгеҙ климаты зонаһында урынлашҡан, йәй эҫе һәм ҡоро, ҡыш уртаса ямғырлы. Ҡышын уртаса температура +10 °C түбән төшмәй, йәйге иң юғары температура +45 °C тәшкил итә. Ҡышҡы айҙарҙа диңгеҙҙең уртаса температураһы +17 °C, ә йәйге айҙарҙа— яҡынса +27 °C. Ял өсөн иң уңайлы мәлдәр май айынан башлап сентябргә тиклем һанала, был ваҡытта Белектә эҫе, яуым-төшөм күләме минималь, елһеҙ һәм аяҙ була.