Истанбул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Стамбул битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Истанбул
төр. İstanbul
Istanbul collage 6e.jpg
Ил Төркиә
Вилайәт Истанбул (ил)
Координаталары 41°00′36″ с. ш. 28°57′37″ в. д. / 41.01000° с. ш. 28.96028° в. д. / 41.01000; 28.96028 (G) (O) (Я)Координаталар: 41°00′36″ с. ш. 28°57′37″ в. д. / 41.01000° с. ш. 28.96028° в. д. / 41.01000; 28.96028 (G) (O) (Я)
Мэр Кадир Топбаш
Нигеҙләнгән б. э. тиклемге 667 йыл
Элекке исеме 330 йылға тиклем — Византий
450 йылға тиклем — Яңы Рим
1930 йылға тиклем — Константинополь
Майҙаны 5343 км²
НУМ бейеклеге 100 м
Рәсми тел Төрөк
Халҡы 13 255 685 кеше (2010)
Тығыҙлығы 2480,9 кеше/км²
Сәғәт бүлкәте UTC+2, йәйге UTC+3
Телефон коды +90 212 (Европа өлөшө)
+90 216 (Азия өлөшө)
Почта индексы 34010-34850
80000-81800
Рәсми сайты сайт http://www.ibb.gov.tr/
(төр.) (инг.)
Истанбул (Төркиә)
Истанбул

Истанбу́л (төр. Istanbul) — Төркиә Йөмһүриәттә иң ҙур һәм иң әһәмиәтле ҡала булып иҫәпләнә, диңгеҙ порты. Бер үк исемле Истанбул вилайәте үҙәге. Элекке Рим, Византия, Латин һәм Ғосман империяларының баш ҡалаһы. Босфор боғаҙы ярында урынлашҡан. Ҡаланың ҙур өлөшө Европала, бәләкәйе — Азияла төйәкләнгән. Европала иң ҙур ҡала[1].

Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Хәҙерге Истанбул ерендә тәүге кешеләр неолит дәүерендә үк йәшәгән . Б.э. тиклем 6700 йылда кешеләр йәшәгәне билдәле[2].

Византий[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Б.э. тиклем 685 йылда Грецияның Мегара ҡалаһынан күсенеүселәр Азия өлөшөндә Халкедон исемле ҡасабаға нигеҙ һала. Б.э. тиклем 667 йылдан ҡасаба Византий тип аталып йөрөй.

Istanbul Galata Tower 2005-05-30.jpg
Basilica Cistern Istanbul.JPG
Valentin aqueduc stambul.jpg
Second Court Topkapi 2007 80.JPG
Car bed kap deu1.jpg
Галат башняһы Еребатан ер аҫты һыу һаҡлағысы Валента акведугы Византий Акрополь колонналары, Топкапа һарайы Константинополь кәлғәһенең реставрацияланған стена

Рим Империяһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

324 йылда Византийҙың императоры Бөйөк Константин ҡалаға Константинополь исеме бирә, Константинополь Византийҙың баш ҡалаһы булып китә. Географик һәм стратегик йәһәттән уңайлы урынлашыуы сауҙа үҫешенә һәм ҡаланың сәскә атыуына килтерә. Ҡала Босфор боғаҙы ярында урынлашҡан, унан Ҡара диңгеҙ һәм Эгей диңгеҙе аша Европа-Азия сауҙа юлдары асыла. Әммә, шундай уңайлыҡтары арҡаһында бик күп һөжүмдәр ҡабул итергә тура килә.

Ғосман империяһы осоро[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

XV быуатта солтан Мәхмүд II Константинополде яулап ала. Ҡануни ҡушаматлы Сөләймән идара иткән ваҡыт (15201566 йылдар) Истанбул өсөн «Алтын быуат» осоро тип иҫәпләнә. Ғосман империяһы~ өсөн оло әһәмиәткә эйә булыр дәрәжәлә ҙурайған Истанбулда яңы мәҙрәсәлар, мәсеттәр һәм йорттар төҙөлөшө үҫеш ала.

XV быуатта Истанбулға Европа мәҙәниәте, барокко һәм рококо архитектура стиле, Европаса тегелгән кейем һәм башҡа яңылыҡтар үтә башлай. Француз теле модаға инә.

1845 йылда даими үтеп булған Галат күпере, 1850 йылда Босфорҙа пароходтар йөрөй башлай. 1871 йылда трамвай юлы һалына, ә 1875 йылда бәләкәй генә метро — Тюнель асыла. 1889 йылда пассажир тимер юлы «Париж-Истанбул» («Көнсығыш экспресс») файҙаланыла башлай. XIX быуат аҙағына ҡалала заманса һыу һәм электр менән тәьмин итеү системаһы сафҡа инә.

Sultan Ahmed Mosque Istanbul Turkey retouched.jpg
Süleymaniye Mosque exterior view.JPG
Sokollu Mehmet Pasha Camii exterior.jpg
İstanbul 5999.jpg
Istanbul -Rüstem Pasha Mosque- 2000 by RaBoe 01.jpg
6 минареттар менән Күк йәки Султанәхмәт мәсете. 1609—1616 йылдарҙа төҙөлгән Сөләймәниә мәсете Сөләймән I бойроғо буйынса 1550—1557 йылдарҙа төҙөлгән. Соколла Мехмед-паша мәсете. 1571—1572 йылдарҙа төҙөлгән. Мөхәммәд (пәйғәмбәр) байраҡ тотоусы Әйүп султан мәсете. 1458 йылда төҙөлә. Константинопольды алғас, ҡалала османдарҙын беренсе төҙөлгән мәсет. Рөстәм-паша мәсете. 1561—1563 йылдарҙа төҙөлә.
Twierdza Rumeli Istambuł RB1.jpg
Rumeli hisari.jpg
DSC04241 Istanbul - Museo archeologico - Foto G. Dall'Orto 28-5-2006.jpg
Bosfor B17-35.jpg
Topkapi Palace Bosphorus.JPG
Румелихисар кәлғәһе Мехмед II султан бойроғо буйынса 1452 йылда төҙөлгән Румелихисар кәлғәһенән күренеш XIX буатта асылған Археология музей (Осман Хамди-бей ярҙамы буйынса) Бейлербей һарайы. Необорока стилендәге йорт 1861—1865 йылдарҙа төҙөлә. Осман султандарҙын йәйге резиденцияһы. Осман султандарҙын 1854 йылға тиклем резиденцияһы — Топкапы Һарайы. 1465—1478 йылда төҙөлә.

Төркиә Йөмһүриәте[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1923 йылдың октябрендә төрөк милли хәрәкәт башлығы Мостафа Кәмал Ататөрк хакимиәткә килә һәм Төрөк Республикаһы иғлан ителә, баш ҡала функцияһы Анкараға тапшырыла.

Беҙҙең көндәрҙә Истанбул эре дини һәм мәҙәни үҙәк булып ҡала.

Мрамор диңгеҙенән Истамбулға панорама күренеше.
Is kuleleri 1.JPG
Atatürk Olimpiyat.jpg
Abdi İpekçi Arena.jpg
AtaturkCulturalCenterIstanbul.jpg
Bosphorus Bridge.jpg
IstanbulSapphireOverall.jpg
Isbank Tower 1 башняһы 1998—2000 йылда төҙөлгән Олимпия стадионы. 2008 йылдағы Олимпия уйындарын үткәреү өсөн көрәш ваҡытта Төркиә стадионды төҙөй. Ләкин уйындар Пекинда үткәрелә. Абди Ипекчи Арена 1986 йылда асыла Ататөрк мәҙәни үҙәге Босфор боғаҙ аша беренсе аҫылма күпер.. 1970—1973 йылдарҙа төҙөлә Истанбул Сапфир

Белем алыу[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡалала биш дәүләт университет эшләй: Истанбул университеты (140 мең студент уҡый), Истанбул техник университеты, Мәрмәр университеты (55 мең студент уҡый), Босфор университеты, Юлдуз Техник Университеты, Галатасарай университеты.

География[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Урыны[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Истанбул Төркиәнең төньяҡ-көнбайышындағы Босфор боғаҙының ярындағы убаларҙа һәм көньяҡтан Мәрмәр диңгеҙе ярында урынлашҡан. Үҙ сиратында ҡаланы Алтын мөгөҙ ҡултығы ике өлөшкә бүлә. Ҡаланың майҙаны — 5 343 км².

Истанбул ифрат уңайлы урынға эйә — ҡала ике материк сигендә урынлашҡан, Европа менән Азияны тоташтырып тора, Ҡара диңгеҙҙән Мәрмәр диңгеҙгә һәм артабан Урта диңгеҙгә сығып була.

Климаты[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡышын Истанбулда уртаса температура +3 °C һәм 9 °C араһында. Ҡыш һалҡынса һәм еүеш. Истанбулда температура 21 көн самаһы 0 °C-тан түбәнерәк була. Һәр ҡыш тиерлек ҡар яуа[3].

Яҙ һәм көҙ һауа торошо йылы ғына, әммә тотороҡло түгел, ҡапыл һыуытып та, йылытып та ебәрә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 18,3 24,0 26,2 32,9 33,0 40,2 40,5 38,8 33,6 34,2 27,2 21,2 40,5
Уртаса максимум, °C 8,7 9,1 11,2 16,5 21,4 26,0 28,4 28,5 25,0 20,1 15,3 11,1 18,4
Уртаса температура, °C 5,9 5,9 7,6 12,1 16,7 21,0 23,4 23,6 20,2 16,0 11,9 8,2 14,3
Уртаса минимум, °C 2,9 2,8 3,9 7,7 12,0 16,0 18,5 18,7 15,5 12,0 8,5 5,3 10,3
Абсолют минимум, °C −10,4 −16,1 −7 −0,6 3,6 8,0 10,5 8,2 5,2 1,0 −4 −9,4 −16,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 101,2 79,3 69,8 45,4 35,2 37,5 38,9 48,9 62,7 100,8 108,5 124,5 850,3

Истанбул райондары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Хәҙерге административ бүлем

Тарихи райондар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Европа:

Азия:

Солтанәхмәт районы панорамаһы

Административ бүлем[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Истанбул 39 илсәнән (муниципаль райондан) тора.

Транспорт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Истанбулды ике аэропорт һеҙмәтләндерә: Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (Havalimani) (европа яғында) һәм Сабиха Гёкчен исемендәге аэропорт (азия яғында). Шулай уҡ ике тимер юл вокзалы ла бар. Сиркеджи тимер юл вокзалы (европа яғында) Европаға регуляр рейстар бара. Хайдарпаша тимер юл вокзалынан (азия яғында) Дамаскҡа, Багдадҡа һәм башҡа азия тораҡ пункттарға рейстар бара.

Atatürk International Airport 2013-01-04.jpg
056 Sirkeci.112006 resize.JPG
Haydarpaşa Terminal, 2006.JPG
Otogar istanbul panorama.jpg
Sabiha Gokcen Airport 15-2.jpg
Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (европа яғында) Сиркеджи тимер юл вокзалы (европа яғында) Хайдарпаша тимер юл вокзалы (азия яғында) Автовокзал Сабиха Гёкчен исемендәге аэропорт (азия яғында)

Истанбул метрополитены[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡалала 2000 йылдан метрополитен эшләй. Уның составында 66 станция (2014 йыл).

М1А (күк) юлы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (Havalimani)
  • Донъя Истанбул сауҙа үҙәге (DTM Istanbul Fuar Merkezi)
  • Енибоша (Yenibosna). Станция Енибоша микрорайонында урынлашҡан, Бахчелиэвлер районы.
  • Атакөй -Шириневлер (Ataköy — Şirinevler). Станция Шириневлер микрорайонында урынлашҡан, Бахчелиэвлер районы.
  • һәм башҡа
Истанбул метрополитены схемаһы

Туғанлашҡан-ҡалалар[4][үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Галерея[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Крупнейшие города Европы
  2. Istanbul’s ancient past unearthed
  3. Weatherbase.com — Historical Weather for Istanbul, Turkey
  4. Sister Cities of Istanbul — Turkey

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 356
рус.англ.фр.