Эстәлеккә күсергә

Пловдив

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пловдив
болг. Пловдив
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Пловдив[1] һәм Plovdiv[1]
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Болгария[2]
Административ үҙәге Пловдивская область[d], Пловдив[d], Родопи[d] һәм Марица[d]
Административ-территориаль берәмек Пловдив[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Марица[d]
Хөкүмәт башлығы Ivan Totev[d]
Халыҡ һаны 371 536 кеше (15 июнь 2024)[3],
386 546 кеше (15 июнь 2024)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 172 метр[4]
Туғандаш ҡала Лейпциг[5], Джиддә[5], Бурса[5], Лесковац[d][5], Петра[5], Валенсия[d][5], Салоники[5], Гюмри[d][5], Куманово[5], Кошице[5], Окаяма[d][5], Брно[d][5], Истанбул[5], Кутаиси[5], Лоян[d][5], Охрид[5][6], Познань[d][5], Санкт-Петербург[5][7], Колумбия[5], Чанчунь[5][8], Сәмәрҡәнд[5], Львов[9][10], Шэньчжэнь[5], Рим[5], Кастория[d][5][11], Екатеринбург[5], Иваново[5], Донецк[5], Тэгу[d][5][12] һәм Дурлешты[d]
Алыштырған Филиппополь[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 101,98 км²
Почта индексы 4000
Рәсми сайт plovdiv.bg
Яуаплы Проект:Болгария[d][1]
Тема иҡтисады economy of Plovdiv[d]
Урындағы телефон коды 032
Номер тамғаһы коды РВ (П)
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Пловдива[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Plovdiv[d]
Карта
 Пловдив Викимилектә

Пловдив (болг. Пловдив), элек Филиппополь (грек. Φιλιππούπολη) йәки Филибе (төр. Filibe) — ҙурлығы буйынса  Болгарияла икенсе ҡала, Пловдив өлкәһенең административ үҙәге. Илдең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Тимер юлдар, шоссе юлдары үҙәге.

  Пловдив күренеше

Пловдив уңдырышлы Үрге Фракия  уйһыулығының үҙәк өлөшөндә, Болгарияның баш ҡалаһы Софиянан көньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 150 км алыҫлыҡта, ҡаланы ике өлөшкә бүлгән Марица йылғаһы буйында (Гебр антиклығында) урынлышҡан. Төньяҡ өлөшө төньяҡ ҡала йәки Киршияка булараҡ билдәле.

Боронғо грек яҙыусыһы Лукиан Родопа тауҙары итәгендәге өс ҡалҡыулыҡта урынлашҡан (Тримонциум) Пловдивтың тәбиғәт матурлығын данлаған. Ысынында иһә ҡала ете ҡалҡыулыҡта урынлашҡан, уларҙың береһе Марково-Тепе (Марков убаһы) ҡала үҫә башлағанда, йөҙ йыл элек емерелгән  (ҡала төҙөлөшө өсөн был ҡалҡыулыҡтан таш сығаралар).

Бөгөн өс ҡалҡыулыҡ асыҡ күренә: Бунарджик («сығанаҡ менән ҡалҡыулыҡ», түбәһенә «Алёша» исеме аҫтында билдәле совет һалдатының һыны ҡуйылыуы буйынса бөгөн рәсми рәүештә «азат итеүсе убаһы» тип аталған), Джендем-Тепе (тамуҡ убаһы) һәм Сахат-Тепе. Сахат-Тепе исеме менән  унда сәғәт башняһы торғанға аталған.  Пловдив башҡа тағы өс убаны үҙ эсенә ала: Джамб-Тепе («канатта йөрөүселәр убаһы»), Тиксим-Тепе (һыу айырғыс уба) һәм Небет-Тепе («уба-һаҡсы»).

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 6 8 14 19 25 29 32 32 26 20 14 6 19,3
Уртаса минимум, °C −3 −2 2 6 12 15 18 17 13 8 3 −2 7,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 30,2 39,1 58,4 52,1 71,1 47,2 37,3 34,8 17,8 32,3 52,1 51,8 524,2
Сығанаҡ: MSN Weather

Хәҙерге Пловдив сиктәрендә беренсе ултыраҡтар неолит дәүеренә ҡарай һәм б.э. тиклем яҡынса 6  мең йыл менән даталана[13]

Рим  одеоны.

Денис Родуэлл раҫлауҙары буйынса Пловдив Европаның иң боронғо ҡалаларының береһе[14]. Б.э. тиклем яҡынса 1200 йылдарҙа бында фракия ултыраҡтары булған (рим тарихсыһы Аммиан Марцеллингҡа ярашлы Эвмолпий йәки Эвмолпиада[14] тип аталған).

Б.э. тиклем 342 йылда  ҡаланы Филипп II Македонский яулап ала, үҙенең хөрмәтенә  ҡаланы Филиппополь тип атай (грек. Φιλιππόπολις)[15], фракия  әйтелешендә Пулпудева[16]. Был осорҙа ҡала тағы бер исемде йөрөткән — Одрис (был исемде боронғо бронза тәңкәләрҙы  осратырға мөмкин)[17].

Б.э. тиклем 72 йылда  Пловдивты рим полководецы  Марк Теренций Варрон Лукулл легиондары баҫып ала.

Б.э. тиклем 45 йылда  ҡала Рим империяһы составына инә  (Фракия провинцияһының үҙәге була) һәм Тримонтий исемен ала   («өс ҡалҡыулыҡтағы ҡала»). Был ваҡытта ҡала римляндарҙың мөһим терәк пункты булып ҡала (уның аша  мөһим стратегик Via Militaris юлы үтә, ул Балҡандарҙы тышҡы донъя менән бәйләй) һәм үҫешә: был хаҡта беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған күп һанлы  рим төҙөлөштәре емереклектәре: ипподром, һыу үткәргес, термалар (боронғо мунсалар) һәм амфитеатр раҫлай.

Яҡынса 250 йылдарҙа ҡала готтарҙың һөжүменән зыян күрә, 395 йылда Византия империяһы составына инә, ә 444—447 йылдарҙа  һундар тарафынан бөлгөнлөккә төшөрөлә.

Император Юстиниан I ваҡытында  ҡала тергеҙелә һәм өҫтәмә рәүештә нығытыла. VIII  быуаттан ҡала халҡы араһында павликиандар һаны арта һәм артабан ҡала богомиллек үҙәктәренең береһе булып ҡала.

812 йылдарҙа ҡаланы болгар ханы Крум ғәскәрҙәре баҫып ала, 836 йылда ҡала Беренсе Болгар батшалығы составына индерелә һәм Пылдин исеме бирелә.  IX  быуаттан ҡала Болғар  епархияһының үҙәге була.

XI быуатта ҡала тәүге тапҡыр Пловдив  исеме аҫтында  телгә алына.

969 йыл аҙағында   йәки  970 йыл башында ҡала киев кенәзе Святослав  ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына һәм артабан Византия составына инә[13].

1090 йылдар  тирәһендә  ҡала бәшнәктәр һөжүменән зыян күрә.

Өсөнсө тәре походтары (1189 —1192) ваҡытында Пловдив емерелә, 1198 йылдарҙа тергеҙелә һәм  1204 йылда ҡабаттан тәре походында ҡатнашыусылар баҫып ала  ( "Ducatum de Finepople" герцогствоһы үҙәге була).

1220 йылдар  аҙағында Пловдив болғар батшалары Иван Асен  II һәм  хакимлығы аҫтында була, 1240 йылда  - Никел империяһынан китә, әммә 1344 йылда йәнә Болгарияға ҡушыла.

1364 йылда ҡаланы  ғосмандар баҫып ала һәм  1382 йылға тиклем Румелия вилайетының  административ үҙәге булып ҡала. Был ваҡытта ҡала ҡәлғә булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалта, ә 1410 йылда ҡала нығытмалары һүтелә.

Изге Марина сиркәүенең ағас манараһы (XIX быуат)

Төрөктәрҙең хакимлығы аҫтында ҡала (Филиба исемен ала) сауҙа үҙәге булараҡ үҫә. 1818 йылда ҡала ер тетрәүҙән тулыһынса тиерлек емерелә, әммә һуңыраҡ төҙөкләндерелә, 1846 йылда  ҙур янғындарҙан зыян күрә.

Яйлап  Пловдив болғар яңырыу осороноң үҙәге була. 1851 йылдың 11 (23)  майында Пловдивта тәүге тапҡыр Кирилл һәм Мефодий  көнөн байрам итәләр, 1861 йылда ҡалала Болгарияның беренсе гимназияһы асыла. Пловдив  болгар милли-азатлыҡ хәрәкәте үҙәге була, 1869 йылда Пловдив ҡалаһында Васил Левский тарафынан революцион комитет ойошторола. Ҡала халҡы 1876 йылдың апрель ихтилалында ҡатнаша, уны аҙаҡ төрөк властары баҫтыра.  

1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы барышында 1878 йылдың  2-7 ғинуарында ҡала янында тамамланыусы һуғыштарҙың береһе була. Ҡала И.В. Гурко етәкселегендәге рус армияһының Көнбайыш отряды тарафынан азат ителә. Артабан, Берлин трактаты шарттарына ярашлы, 1878 йылда ҡала  ярым бойондороҡһоҙ Көнсығыш Румелияның баш ҡалаһы була, ул  1885 йылдың сентябрендә  Болгария кенәзлеге менән берләшә.

1882 йылда Пловдивта Болгарияның  беренсе профессиональ театры асыла[18]. 1892 йылдың йәйендә бында беренсе Халыҡ-ара Пловдив йәрминкәһе үтә[19] (1933 йылдан йыл һайын була)[20][21]XX быуат башынан Пловдивта аҙыҡ-түлек  һәм текстиль сәнәғәте үҫешә. 1932 йылда аэродром асыла.

1928 йылдың 14 апрелендәге Пловдив ер тетрәүҙән  етди зыян күрә, ҡаланы тергеҙеү бөтә донъя иҡтисади көрсөгө  башланыу менән бәйле һуҙыла.

Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң Пловдив Болгария  һәм СССР союзына ярҙам итеү  хәрәкәте үҙәктәренең береһе булып тора, 1940 йылдың көҙөнән алып 1941 йылдың йәйенә тиклем  ҡалала Соболев акцияһына ярҙам итеү буйынса саралар үткәрелә[22],  СССР-ға ҡарата ихтирам артабанғы ваҡыттарҙа ла күренә (1941— 1944 йылдарҙа Пловдив  хәрби-ялан суды  "СССР файҙаһына пропаганда" тураһында 83 эш ҡарай)[23]. 1941 йылдың 1 мартында Болгария   «Рим — Берлин — Токио» пактына ҡушыла һәм «күсәр» илдәр иҫәбенә инә. Артабан,  Пловдивҡа немец ғәскәрҙәре килә, ҡала Болгарияла люфтваффеның төп базаһы булып ҡала. Аулау 1941 йылдың июль башында бөтә ил буйынса үткәрелә, һөҙөмтәлә коммунистик ойошмалар  ҡыйратыла[24], әммә тулыһынса Ҡаршылыҡ хәрәкәте  юҡҡа сыҡмай, Пловдивта эш иткән Болгария Коммунистар партияһының хәрби төркөмө немецтарға эшләгән "Бычва" һәм "Картел"  фабрикаларын яндыра (һөҙөмтәлә немецтар өсөн сығарылған продукцияның күп өлөшөнә зыян килә), немец армияһы өсөн кәрәк-яраҡтары менән күн складын яндыра,  ҡорал келәтенә  һәм немец пропаганда бюроһына һөжүм итә[25]. 1942 йылдың 22 майында Пловдивта совет разведка төркөмө эш башлай, уны болгар сәйәси эмигранттары Г. Стойнов һәм С. Анчева етәкләй. Төркөм  немец радио эләктереү  үҙәге аша асыҡлана  һәм 1943 йылдың февраль аҙағында Варнала йәшерен ойошманың уңышһыҙлыҡтарынан һуң  - немец махсус хеҙмәте һәм болгар полиция операциялары һөҙөмтәһендә  тар-мар ителә[26].


1948—1949 йылдарҙа бында Халыҡ-ара йәрминкә архитектура ансамбле төҙөлә, 1949 йылда — Пловдив электр аппаратуралары заводы[27], 1950 йылда - "Коларов Васил" автомобиль заводы  (1965 йыл - автотейәгес заводы) сафҡа индерелә. 1952 йылдың сентябрендә ГДР ярҙамы менән Пловдивта «Марица» туҡыу комбинаты төҙөлә башлай, ул 1954 йылдың ғинуарында сафҡа индерелә[28]. 1953 йылда ҡалала опера театры, 1954 йылда — театр һәм йәйге спорт стадионы асыла, 1954—1956 йылдарҙа  троллейбус тармағы асыла. 

Сахат-Тепе ҡалҡыулығында сәғәт башняһы

1956 йылда ҡаланың тарихи өлөшө  (Марица йылғаһының уң яҡ ярында) дәүләт архитектура- тарихи ҡурсаулығы статусын ала. XX быуаттың икенсе яртыһында ҡалала машиналар эшләү һәм  химия сәнәғәте үҫешә башлай.

1961 йылда бында  «Христо Ботев» стадионы , 1962 йылда — никах һарайы, 1967 йылда —  «Марица» ҡунаҡханаһы , 1979 йылда «Фракия» торлаҡ комплекстары төҙөлә (архитекторҙары М. Сапунджиев)[29], 1982 йылда—  «Локомотив» стадионы , 1985 йылда — «Евмолпия» сауҙа үҙәге  төҙөлә[30].

Пловдив — даими халҡы һаны буйынса икенсе болгар ҡалаһы. Эш көнөндә 450 мең самаһы кеше була. Варна һәм София менән бергә өсөнсө эре ҡалалар иҫәбенә инә,  реаль халыҡтың һаны 400 000 ашыу кеше тәшкил итә.

Йыл Халҡы
1898  50 мең тирәһе[31]
1973 260 мең
1984 480 мең
1998 345 200
2000 344 976
2005 341 464
2014 368,9 мең

Пловдив общинаһының  кметы (мэры)  — Иван Тотев.

Пловдив — илдең  Софиянан һуң икенсе сәнәғәт үҙәге. Үрге Фракия уйһыулығында ауыл хужалығының мөһим үҙәге.  Аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт (кизе-мамыҡ, ебәк һәм тегеү), машиналар эшләү, химия сәнәғәте, төҫлө металлургия, шулай уҡ папирос  ҡағыҙҙары һәм сигарет фильтрҙары етештереү буйынса илдә берҙән-бер фабрика бар.  1990 йылдар башынан сәнәғәт предприятиеларының өлөшө сит ил хужаларының милеге булып тора.

Пловдивта урынлашҡан авиаремонт заводы илдең хәрби-сәнәғәт комплексының 11 стратегик предприятиелары исемлегенә инә[32].

  Пловдивта тимер юл вокзалы

Пловдив — Болгарияның мөһим транспорт үҙәктәренең береһе.

Бөгөн ҡаланан төньяҡҡа  халыҡ-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдары:   А1 — «Тракия» автомагистрале үтә, ул европа  Е80 шоссеһының өлөшө, паневропа транспорт коридоры 4 һәм паневропа транспорт коридоры 8 булып тора.

1874 йылдан Пловдив аша  Хабибчево — Белово тимер юлы линияһы үтә (София һәм Истанбулға  тиклем XX быуат башында киңәйтелә), Пловдив Көньяҡ Болгарияла  тимер юл транспортының төп үҙәге булып тора (ҡалала Көньяҡ Болгарияның  тимер юл идаралығы урынлашҡан). Ҡаланан Иҫке Загора һәм Бургасҡа, Карлово, Панагюриште, Пештер, Хисаря һәм Асеновградҡа тимер юл линиялары килә.

Пловдивта йәмәғәт транспорты үҫешкән. 29 автобус һәм 10 маршрут таксиҙары йүнәлеше эшләй. Ҡаланан 12 км көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай Пловдив аэропорты урынлашҡан.

Мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пловдивтың үҙәгендә боронғо урам
Античный театр

200-ҙән ашыу биналар тарих ҡомартҡылары тип иғлан ителә һәм һаҡ аҫтына алына. Боронғо ваҡыттан алып Пловдивта  ҡаланың форум, стадион, театр, базилик,термалар, йәмәғәт һәм торлаҡ биналарҙың ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған.  Хәҙер 3000 урынлыҡ антик театр тергеҙелгән, унда төрлө фестивалдәр һәм тамашалар ойошторола.

Ҡаланың боронғо үҙәген таш  фракия ҡәлғәһенең  ҡалдыҡтары урата. Ҡәлғә диуарҙары сиктәрендә —XV—XIX  быуаттарҙағы тар урамдар  һәм ағаста семәрләнгән һәм декоратив биҙәктәр һалынған граждандар төҙөлөштәре  иғтибарҙы йәлеп итә. Төп йәйәүлеләр урамы (кенәз Александр I) XIX быуат биналары менән төҙөлгән.

Вид на здание музея через око в ограде
Этнографик музей

Төрөк хакимлығы ваҡытынан алып «Джума» (1425 й. тирәһе) һәм «Имарет» (1444—1447) мәсеттәре, Чифте-хамам  (1460) һәм Орта-Мезар-хамам (1582) мунсалары,  шулай уҡ Европала иң боронғо сәғәт башняһы һаҡланған. Болгарияның Яңырыу осорона Изге Неделя, Изге Димитр  (икеһе лә 1831) Изге Марина (1853—54) сиркәүҙәре ҡарай.

Ҡаланың заманса ҡоролмалары араһынан  Халыҡ-ара йәрминкәләр ансамблен айырып әйтергә мөмкин (1948—49). Бунарджик ҡалҡыулығында совет һалдатына «Алеша» исеме менән билдәле һәйкәл ҡуйылған(1955).

Пловдив — ҙур мәҙәни үҙәк, бында археологик музей (1882), тәбиғәт музейы (1951), тарихи музей (1951), болгар милли-азатлыҡ хәрәкәте музейы (1956), этнографик музей һәм бер нисә сәнғәт галереяһы эшләй. Бер нисә театр бар.

Пловдив — фәнни һәм уҡытыу  үҙәге, бында Пловдив университеты, «Марица» йәшелсә культураларының ғилми-тикшеренеү институтында  (1929), емешселектең ғилми-тикшеренеү институты  (1950), ауыл хужалығы университеты (1945), медицина университеты (1945), аҙыҡ-түлек технологиялары университеты (1953)  музыка, бейеү һәм нәфис сәнғәт академияһы, шулай уҡ Иван Вазов исемендәге милли китапхана (1879) эшләй.

1949 йылдың Пловдивта бокс буйынса халыҡ-ара чемпионат үтә.

Ҡалала ипподром, өс стадион  һәм 4 футбол клубы бар ( Ботев һәм "Локомотив" күп тапҡыр европа футбол турнирҙарында сығыш яһаны). Шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә ишеү базаһы - 2018 йылдың сентябрендә ишеү буйынса донъя чемпионаты  уҙғарылды.

Пловдив  22 ҡала менән туғандаш мөнәсәбәткә эйә[33][34][35]:

  1. Чехия Брно, Чехия (1989 йылдан)
  2. Төркиә Бурса, Төркиә (1998 йылдан)
  3. Флаг Венесуэлы Валенсия, Венесуэла (1993 йылдан)
  4. Әрмәнстан Гюмри, Әрмәнстан (2004 йылдан)
  5. Рәсәй Федерацияһы Екатеринбург, Рәсәй (2009 йылдан)
  6. Греция Кастория, Греция
  7. Америка Ҡушма Штаттары Колумбия, АҠШ-ТЫҢ (1993 йылдан.)
  8. Словакия Кошице, Словакия (2000 йылдан)
  9. Флаг Республики Македонии Куманово, Македония (с 2003 г.)
  10. Грузия Кутаиси, Грузия (1995 йылдан)
  11. Германия Лейпциг, Германия (1975 йылдан)
  12. Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Лоян, Ҡытай (1994 йылдан)
13. Япония Окаяма, Япония (1973 йылдан)
14. Флаг Республики Македонии Охрид, Македония (1999 йылдан)
15. Иордания Петр, Иордания
16. Польша Познание, Польша
17. Италия Рим, Италия; (ҡала)
18. Греция Салоники, Греция (1983 йылдан)
19. Рәсәй Федерацияһы Санкт-Петербург, Рәсәй (1980 йылдан)
20. Төркиә Итанбул, Төркиә (2001 йылдан)
21. Үзбәкстан Сәмәрҡәнд, Үзбәкстан (2008 йылдан)
22. Корея Республикаһы флагы Тэгу, Көньяҡ Корея (2002 йылдан)
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 НСИ Националният регистър на населените места (болг.)
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. 3,0 3,1 https://grao.bg/tna/t41nm-15-06-2024_2.txt
  4. https://it-ch.topographic-map.com/map-ljd9b3/Plovdiv/?zoom=19&center=42.14339%2C24.74889&popup=42.14355%2C24.74902
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 5,15 5,16 5,17 5,18 5,19 5,20 5,21 5,22 5,23 5,24 5,25 5,26 5,27 Twin towns
  6. Пријателски и збратимени градови.
  7. https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
  8. Sister Cities. Plovdiv (Bulgaria)
  9. Міста-партнери. Пловдив (Республіка Болгарія)
  10. Twin towns
  11. ΑΠΟΣΠΑΣΜΑ
  12. Sister Cities
  13. 13,0 13,1 Пловдив // Большая Российская Энциклопедия / редколл., гл. ред. Ю. С. Осипов. том 26. М., 2014. стр.430-432
  14. 14,0 14,1 Rodwell Dennis. Conservation and Sustainability in Historic cities. — Blackwell Publishing, 2007. — P. 19. — ISBN 1405126566.
  15. Plowdiw, Plovdiv // Brockhaus. Die Enzyklopädie in 24 Bänden. 20., überarb. und akyualisierte Ausfl. - Bd.17 - Leipzig, Mannheim: Brockhaus, 1998. s.244-245
  16. История на Пловдив(недоступная ссылка)
  17. К.Кисьов-Поселищен живот в Пловдивско и долината на река Стряма през I хил. пр. Хр., Сф, 2004 г.,вестник Марица от 10 август 2006 г., стр.10 — разкопки на Небет тепа в Пловдив, проведени от д-р Иво Топалилов и съобщение за новонамерена монета на град Одрюза/Филипопол
  18. Болгария // Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1983 (вып. 27). М., «Советская энциклопедия», 1983. стр.212-215
  19. Д. Денчев. Город Пловдив // журнал «Болгария», № 4, 1955. стр.18-19
  20. Пловдив // Советский энциклопедический словарь. редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. 4-е изд. М., «Советская энциклопедия», 1986. стр.1014
  21. Пловдив // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 20. М., «Советская энциклопедия», 1975. стр.35-36
  22. Р. Т. Аблова. Сотрудничество советского и болгарского народов в борьбе против фашизма (1941 - 1945 гг.). М., "Высшая школа", 1973. стр.40
  23. Р. Т. Аблова. Сотрудничество советского и болгарского народов в борьбе против фашизма (1941 — 1945 гг.). М., "Высшая школа", 1973. стр.79
  24. Н. Горненски (Болгария). О характере и периодизации движения Сопротивления в Болгарии // журнал «Новая и новейшая история», № 3, 1962. стр.108-113
  25. Р. Т. Аблова. Сотрудничество советского и болгарского народов в борьбе против фашизма (1941 - 1945 гг.). М., "Высшая школа", 1973. стр.157
  26. Верность долгу: очерки о разведчиках / сост. И. Василевич. М., Политиздат, 1984. стр.85-125
  27. Пловдивский завод электроаппаратуры // Советский энциклопедический словарь. редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. 4-е изд. М., «Советская энциклопедия», 1986. стр.1014
  28. Ещё один комбинат в стране // журнал «Болгария», № 1, 1954. стр.6
  29. Болгария // Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1980 (вып. 24). М., «Советская энциклопедия», 1980. стр.208-211
  30. Болгария // Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1986 (вып. 30). М., «Советская энциклопедия», 1986. стр.207-210
  31. Пловдив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  32. Военни предприятия стават стратегически обекти реши МС // газета "Труд" от 16 марта 2016
  33. Архивированная копия. Дата обращения: 3 декабрь 2012. Архивировано 3 декабрь 2012 года. 2012 йыл 3 декабрь архивланған.
  34. Plovdiv, tourism, property, real estates, Bulgaria, travel agency, hotels, Pictures, maps, tour, restaurant, vacation, holiday, visit, wine, roses, architecture, sea, relaxing, … 2007 йыл 26 сентябрь архивланған.
  35. http://e-samarkand.narod.ru/News.files/061008.htm(недоступная ссылка)
  • В. Пеев. Град Пловдив, минало и настояще. Пловдив, 1941  (болг.)(болг.)
  • М. П. Цапенко. София. Тырново. Пловдив. — М., Искусство, 1972. (Серия «Города и музеи мира»).