Салоники
Салоники | |
грек. Θεσσαλονίκη | |
![]() | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 315 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Θεσσαλονίκη |
Хөрмәтенә аталған | Фессалоника[d][1] |
Этнохороним | Thessalonicien[2], солунчанин, Thessalonicienne[2], Θεσσαλονικιός, Θεσσαλονικιά һәм Θεσσαλονικείς |
Рәсми тел | Грек теле |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Королевство Фессалоники[d], Македония-Фракия[d], Центральная Македония[d], Салоники[d], Салоники[d], Македония (Греция) һәм Македония[d] |
Административ-территориаль берәмек | Салоники[d] |
Урынлашыу | Македония (Греция) |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Термаикос[d] |
Хөкүмәт башлығы | Константинос Зервас[d] |
Халыҡ һаны | 315 196 кеше (2011) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 20 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d][4] һәм UTC+3:00[d] |
Туғандаш ҡала | Искәндәриә[5], Дуррес[d][5], Корча[5], Мельбурн[d][5], Пловдив[5][6], Ницца[5], Марсель[5], Кёльн[d][5], Лейпциг[7][8][5], Сан-Франциско[5][9], Хартфорд[d][5], Калькутта[5], Тель-Авив[5], Болонья[d][5], Тяньцзинь[5], Пусан[5], Констанца[5], Братислава[7][10][5], Санкт-Петербург, Шэньян[d], Амасья[d], Венеция, Тирана һәм Мариуполь ҡалаһы |
Сиктәш | Термаикос[d] |
Ҡулланылған тел | Грек теле һәм понтийский язык[d] |
Майҙаны | 19,307 км² |
Почта индексы | 530–539, 54015–54655 һәм 56404 |
Рәсми сайт | thessaloniki.gr |
![]() | |
![]() | |
Святой покровитель | Димитрий Солунский[d] |
Тема иҡтисады | economy of Thessaloniki[d] |
Беренсе яҙма телгә алыу | Б. э. т. IV быуат |
Фолловерҙар һаны | 16 578 |
Урындағы телефон коды | 231 |
Номер тамғаһы коды | MM, NA, NB, NE, NH, NI, NK, NM, NN, NO, NP, NT, NY, NX һәм NZ |
Категория для видов элемента | Category:Views of Thessaloniki[d] |
![]() |
Салоники[11], Фессалоника (грек. Θεσσαλονίκη, Ҫессалони́ки[12]) — ҙурлығы буйынса Грецияның икенсе урында торған ҡалаһы, тирә-яғындағы биләмәләренең халҡы менән бергә, 1 104 460-тан ашыу кеше йәшәй[13] (2011 йыл).
Салоники ҡалаһында Балкандағы иң ҙур Аристотель университеты, Македония аэропорт һәм эре диңгеҙ порты бар. Ҡала үҙенең иҡтисади әһәмиәте буйынса Пирейҙа икенсе урынды биләй . Ҡала һәм уның тирә-яғы йәй көнө — туризм үҙәге булып тора.
Ҡала тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Антик осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Салоники ҡалаһына Македония батшаһы Кассандр б. э. тиклем 315 йылда нигеҙ һалған. Уның ҡатыны Бөйөк Александрҙың бер туған һеңлеһе — Фессалоника була, яңы ҡалаға батша ҡатынынң исемен биргән. Ҡала составына шул тирәләге Термаикос ҡултығында йәшәгән 26 тораҡ халҡы ингән. Нәҡ шул ваҡытта ҡала эллин характерлыға әйләнә һәм уның был, һыҙаттарын XV быуат аҙағына тиклем һаҡлай. Беҙҙең эраға тиклем 146-сы йылда. Фессалониканы римлеләр баҫып алған.
Византия осоронда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рим империяһы тарҡалыу менән Византия Салоникиһыбарлыҡҡа килә, ул Константинополь-Рим һәм Афина-Ҡарадиңгеҙ буйы юлдары киҫелешендә тора. Ғәрәптәр Антиохияны һәм Александрияны баҫып алғандан һуң, Салоники империяның ҙурлығы һәм әһәмиәте буйынса икенсе урында тора. Параллель рәүештә ҡаланың милли составы төрлөгә әйләнә: бында көньяҡ славяндар, яртылаш валахтар, төньяҡ таулы райондарында — сиған йәшәгән. Изге великомученик Димитрий Солунский (306 йылда вафат булған) һәм равноапостольный изге Кирилл һәм Мефодий (IX быуат) — славян мәғрифәтселәре -бында тыуған.

1204 йылдан алыпн Салоники — латин дәүләтенең — Фессалоника короллегенең баш ҡалаһы, ул — Латин империяһының бер өлөшө булып тора. 1387 йылда ҡаланы ғәрәптәр баҫып алған.
1387—1402 йылда ҡала төрөктәр ҡулында була Төрөктәр Тамерландан еңелгәндән һуң, ҡала Византияға ҡайтарыла. 1423 йылда ҡала венециандар властарына тапшырыла һәм уларҙың сауҙа-иҡтисади секторы булып тора.
1426—1430 йылда ҡаланы төрөктәр ҡамай һәм гректар тулыһынса ислам диненә инә,уларҙың тормошо һәм көнкүреше төрөктәрҙекенсә була. Ҡала Ғосман империяһының бер өлөшөнә әйләнә.
Ғосман осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Византия быға тиклем, Константинополдән һуң, христиан империяһы үҙәге булған булһа, хәҙер инде элекке грек ҡеүәтенән бер нимә лә ҡалмай, ҡаланың күп халҡын испан йәһүдтәре тәшкил итә, ә ҡаланың төп теле булып ладин теле тора. Хәҙер бөтә ҡала халҡының биштән бер өлөшө самаһы ғына грек халҡы була, ләкин ул да ҡаланан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Урта быуаттарҙағы хәрби конфликттар барышында гректарҙыңбайтаҡ өлөшө юҡ ителә. Күптәре Анатолия мосолмандарына ҡоллоҡҡа һатыла, грек урта класының ҙур өлөшө ислам үҙләштерә һәм төрөк теленә күсә. Әммә күп кенә ябай гректар төрөк хакимлығы менән килешә алмай, тауҙарға күсеп китә.[<span style="" title="не указан источник на утверждение (3 ноября 2015)">сығанаҡ 1235 көн күрһәтелмәгән</span>] Ҡалала мосолман кварталдары байтаҡҡа үҫә һәм уның башлығы булып Ататөрк тора (ул был ҡалала тыуған кеше) 1821 йылдаың май башында ҡала төрөктәргә ҡаршы баш күтәрә, быға үс итеп төрөктәр 3 000 тирәһе гректы демонстратив рәүештә язалап үлтерә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (3 ноября 2015)">сығанаҡ 1235 көн күрһәтелмәгән</span>] (ҡара. I Мелетий Китрский).
1912 йылда гректар ҡаланы үҙ ҡулына төшөрә, был ваҡытта грек-православие кешеләре ҡала халҡының 25,3 процентын ғына тәшкил итә.
Реэллинизация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала немец ғәскәре оккупацияһы аҫтында була. 1943 йылда Германия Көнсығыш фронтҡа үҙ көстәрен ебәреү маҡсатында ҡаланы үҙенең союздашы Болгарияға тапшырырға әҙерләнә, әммә был аҙымға баҙнат итмәй, сөнки бөтә Греция протест хәрәкәттәренән ҡурҡа. Ҡала грек Халыҡ-азатлыҡ армияһы — ЭЛАС армияһы тарафынан 1944 йылдың 27 октябрендә азат ителә, был ҡаланы ҡурсалаусыһы Димитрий Солунскийҙың хәтер көнөнә тура килә.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Салоникиҙа климат- диңгеҙ климаты, ул континенталь һәм ярымсүл климаты менән сиктәш.
Климат Салоники | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 20 | 22 | 25 | 31 | 36 | 39 | 44 | 39 | 36 | 32 | 27 | 26 | 44 |
Һауа температураһы, °C | 9,3 | 10,9 | 14,2 | 19,0 | 24,5 | 29,2 | 31,5 | 31,1 | 27,2 | 21,2 | 15,4 | 11,0 | 20,4 |
Уртаса температура, °C | 5 | 6 | 9 | 13 | 17 | 22 | 25 | 24 | 21 | 16 | 10 | 6 | 15 |
Уртаса минимум, °C | 1,3 | 2,2 | 4,5 | 7,5 | 12,1 | 16,3 | 18,6 | 18,3 | 14,9 | 10,8 | 6,8 | 3,0 | 9,7 |
Абсолют минимум, °C | -14 | -14 | -7 | -1 | 3 | 7 | 10 | 12 | 2 | -1 | -5 | -8 | -14 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 37 | 38 | 41 | 38 | 44 | 30 | 24 | 20 | 27 | 41 | 54 | 55 | 449 |
Һыу температураһы, °C | 16 | 16 | 16 | 16 | 19 | 22 | 24 | 25 | 25 | 23 | 21 | 18 | 20 |
Сығанағы: Туристик порталы, weatherbase.com |
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Салоники — иҡтисади әһәмиәте буйынса Грецияның икенсе ҡалаһы, бында эре сауҙа һәм сәнәғәт үҙәктәре бар. Ҙур нефтехимия предприятиелары, металлургия, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, шул иҫәптән электротехника, караптар төҙөү һәм караптар ремонтлау сәнәғәте бар. Салоники — илдең төп туҡыу сәнәғәте үҙәге, фармацевтика предприятиелары, тәмәке һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары эшләй. 1890 йылда Салоникиҙа Цанталис ғаиләһе Tsantali[14] шарап предприятиһы аса, 1968 йылда Mythos һыра ҡайнатыу предприятиеһы нигеҙләнә. Йыл һайын сентябрҙән башлап, Салоникиҙа Халыҡ-ара күргәҙмә үтә[15].
Салоники порты — Грецияның Пирейҙағы иң ҙур порты , уның аша порто-франко[16] менән файҙаланып, грек караптарынан тыш, барлыҡ Балҡан ярымутрауы һәм көньяҡ-көнсығыш Европа дәүләттәренең дә караптары йөк ташый. 2000 йылдар башында бында яңы пассажир терминалы асыла[17].
Халыҡ-ара «Македония» аэропорты ҡаланан 12 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. Халыҡ-ара һәм чартер рейстарын хеҙмәтләндереү менән бергә урындағы авиалинияларҙы ла хеҙмәтләндерә.
Салоники — Грецияның ҙур тимер юл төйөнө(Яңы вокзал). Бынан тимер юл менән йөк һәм пассажирҙарҙы Афина, Белград, Стамбул, Бухарест, Скопье һәм София ҡалаларына ташыйҙар.
Салоникиҙа 2006 йылдан алып метро төҙөлә. Сафҡа инеүе — 2020 йыл.
Европа әһәмиәтендәге «Эгнатий Одос» автострадаһы ҡаланан ситтәрәк үтә һәм Афина — Белград меридиональ авто юл күсәте менән киҫешә. Диңгеҙ паромы Салоники менән Грек архипелагының төньяҡ утрауҙары менән тоташтыра.
Ҡала музейҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салоники археология музейы
- Македония өсөн көрәш музейы
- Хәҙерге заман македония сәнғәте музейы
- Хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейы
- Греция, византия һәм пост-византия музыка ҡоралдары музейы
- Византия мәҙәниәте музейы
- Фәнни үҙәк һәм технологиялар музейы
- Салоники Муниципаль картиналар галереяһы
- Македония и Фракия этнология һәм фольклор музейы
- Фотоһүрәттәр музейы (Салоники)
- Йәһүд музейы (Салоники)
- Македония музыка музейы
- Һыу үткәргес музейы
- Дизайн музейы
Салоники мэрҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2010 йылда урындағы һайлауҙарҙа ҡала мэры Василис Папагеоргопулос, «Яңы демократия» партияһы ағзаһы ПАСОКА партияһы ағзаһы Яннис Бутарис менән алмаштырыла[18]. 2011 йылдың 1 ғинуарынан яңы мэр үҙ вазифаһын башлай[19].
Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Definition of Thessaloniki
- ↑ 2,0 2,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.worldtimezone.com/time/wtzresult.php?CiID=3972&forma=
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 5,15 5,16 5,17 http://www.thessaloniki.gr/portal/page/portal/EnglishPage/TwinCities/TwinCities
- ↑ https://www.plovdiv.bg/en/about-plovdiv/побратимени-градове/
- ↑ 7,0 7,1 https://thessaloniki.gr/i-want-to-know-whats-going-on-in-the-city/twin-towns/?lang=en
- ↑ https://www.leipzig.de/buergerservice-und-verwaltung/partnerstaedte/thessaloniki/
- ↑ https://oewd.org/san-francisco-sister-cities
- ↑ https://zastupitelstvo.bratislava.sk/data/att/11916.pdf
- ↑ Варианты ударения: Салони́ки (Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 313.) или Сало́ники
- ↑ Греция исемен Инструкция буйынса географик карталар тапшырыла. — М., 1964. — 15 б.
- ↑ ΕΛ.ΣΤΑΤ 2015 йылдың 13 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Our Story — tsantali.gr 2011 йылдың 22 май көнөндә архивланған.
- ↑ Ул виставка Салоніках Офіційний Міжнародної сайты (инг.)
- ↑ Ports List of European union in the free(недоступная ссылка) (инг.)
- ↑ 2007 Conventional January Cargo 05 Terminal 2012 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ 8 Win Socialists Regions; 5 ' s in Elections Conservatives Greece'Regional(недоступная ссылка)
- ↑ First of New Kallikratis Round Elections in Implemented Plan
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт города Салоники (инг.) (грек)
- Официальная страница порта Салоник (грек) (инг.)
- Организация туристического содействия в Салониках (рус.) (инг.) (грек) (нем.) (ҡыт.)
- Салоники и болгары: история, память, современность (инг.) (болг.)
- Путеводитель по Салоникам 2020 йылдың 7 август көнөндә архивланған. (рус.)