Эстәлеккә күсергә

Белград

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Белград
сер. Београд, Beograd
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Сербия

Регион

Белград округы

Координаталар

44°49′ с. ш. 20°28′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Синиша Мали

Беренсе мәртәбә телгә алынған

б.э.т. III быуат

Элекке исеме

Сингидунум, Альба Булгарика, Нандор Альба, Альба Грэка, Туна-Белгради, Дарол-Джихад[1]

Майҙаны

359,92[2] км²

Диңгеҙ кимәленән бейеклек

116,75 м

Рәсми теле

Серб

Халҡы

1,233,796[3] кеше (2014)

Тығыҙлығы

506 кеше/км²

Агломерация

1,659,440

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+381 11

Почта индексы

11000

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

BG

Рәсми сайт

beograd.rs
 (серб.) (инг.) (нем.)

Белград (Ер)
Белград
Белград

Белгра́д (сер. Београд, Beograd) — Сербияның баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаларының береһе.

Халҡының һаны — 1,2 миллион. 1403—1428 йылдарҙа һәм 1815 йылдан Белград Сербияның, 19182003 йылдарҙа — Югославияның, 2003 йылдан 2006 йылға тиклем Сербия һәм Черногорияның баш ҡалаһы була. Белград иҡтисад, сәнәғәт һәм мәҙәниәт буйынса иң эре үҙәк. Ҡала Сербияның үҙәк өлөшөндә, Сава йылғаһының Дунайға ҡойған ерендә урынлашҡан. Белград округының майҙаны 3227 км² тәшкил итә[2]. Ҡаланан көнбайышҡа табан Никола Тесла аэропорты урынлашҡан.

Белград ил составында үҙенсәлекле административ статусҡа эйә һәм биш статистик төбәктең береһе. Сербия баш ҡалаһының территорияһы 17 муниципалитетҡа бүленгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙидаралыҡ органына эйә[4]. Белградтың майҙаны илдең дөйөм майҙанының 3,6 процентын, ә уның халҡы Сербия халҡының 22,5 процентын тәшкил итә (Метохия менән Косованы иҫәпкә алмайынса)[5].

Ҡала бик күп титулдарға лайыҡ һәм «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» исемле номинацияла билдәләнгән.

Сава йылғаһының Дунайға ҡойған ерҙәр

Белград ике йылға — Сава һәм Дунай араһында урынлашҡан. Сава Дунайға нәҡ Белград урынлашҡан ерҙә ҡоя. Ҡала диңгеҙ кимәленән 116,75 метр бейеклектә ята[6]. Белградтың тарихи үҙәге Сава йылғаһы ярында[7].

Ҡала бер үк ваҡытта Балҡан буйында ла, Үҙәк Европала ла урынлашҡан. Ҡаланың бер өлөшө Банатта, әммә уның территорияһы булып иҫәпләнмәй. Срем менән Банат — Үҙәк Европа, ә көньяҡтараҡ урынлашҡандарҙың барыһы ла — Балҡандар. Ысынбарлыҡта, Балҡан ярымутрауы сиге менән Үҙәк Европа нәҡ Белград аша үтә.[8]

Ҡала рельефы убалы. Иң бейек уба — Торлак (303 метр). Белградтан көньяҡҡараҡ Авала (511 метр) менән Космай (628 метр) тауҙары бар.[9]

Белградтың климаты дымлы, субтропик[10], йылы йәйле, йомшаҡ ҡышлы. Ғинуар һәм февралдәге уртаса температура —1,4 °C һәм +3,0 °C, июлдә — +23,0 °C. Уртаса йылылыҡ температураһы +12,5 °C тәшкил итә[11]. Белградта йылдың 31 көнө уртаса +30 °C, ә 95 көнө +25 °C. була. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм яҡынса 700 мм. Иң ҡояшлы айҙар — июль менән август, иң болотло көндәр — декабрь менән ғинуар[12].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 18,4 23,9 25,0 32,4 34,5 36,7 43,6 39,9 37,5 33,7 25,0 20,2 43,6
Уртаса максимум, °C 4,6 6,0 12,4 19,1 23,3 26,8 29,7 29,3 24,1 18,7 12,5 6,2 17,7
Уртаса температура, °C 2,2 3,1 8,5 14,3 18,3 21,9 24,3 23,9 19,3 14,5 9,1 4,0 13,6
Уртаса минимум, °C −0,1 0,3 4,5 9,6 13,4 17,0 19,0 18,5 14,4 10,0 5,6 1,7 9,5
Абсолют минимум, °C −12,7 −15,5 −12 0,2 2,5 7,0 11,9 11,0 7,0 −1,4 −3,1 −12,2 −15,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 61 61 57 41 71 94 57 76 46 48 52 58 722
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk экстремумы и осадки с Климатического монитора
Сағыштырмаса һауа дымлылығы
Ай Ғинуар Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Һауа дымлылығы, % 78 73 65 62 63 65 63 64 68 70 76 80 69
Ҡояш яҡтыртыуы, айына сәғәт[13]
Ай Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Ҡояш балҡышы, сәғ 71 88 143 178 226 246 284 266 203 169 89 63 2025

Ҡала тарихы кельттар дәүеренә барып тоташа. Дауыллы үткәндәрендә Белградты 40 армия баҫып ала, ул 38 тапҡыр яңынан төҙөлә. Ҡаланың боронғо стеналары кельттарҙы һәм Боронғо Рим армияһы римлеләрен, готтарҙы һәм франктарҙы, славян дарҙы һәм төрөктәрҙе лә күрә.

Калемегдан (Белград) 1521—1867 йылдарҙа Балҡандарҙа төрөк хакимлығының форпосты булып хеҙмәт иткән

Үҙенең серб атамаһы менән ҡала беренсе тапҡыр IX быуатта телгә алына. IX—X быуаттарҙа Белград менән болгарҙар идара итә. XI—XII быуаттарҙа ул Византия, һуңынан болгарҙар, венгрҙар, сербтар власы аҫтында була. 1427 йылдан Белград — венгр сик ҡәлғәһе.

Австрия-төрөк һуғышы ваҡытында, Белград өс тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә. 1806 йылда төрөк иҙеүенән ҡотҡарылған Белград Серб кенәзлегенең баш ҡалаһы һанала. 18131830 йылдарҙа ҡала төрөк власы аҫтында була. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Белград ике тапҡыр Австро-Венгрия ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 1918 йылдың 1 декабрендә Белград Сербтар, хорваттар һәм словенецтар короллегенең баш ҡалаһы (1929 йылда Югославия) һәм Белград өлкәһе үҙәге була.

1941 йылдың 13 апрелендә ул Германия нацистары тарафынан баҫып алына. 1944 йылдың 20 октябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының совет ғәскәрҙәре, Югославия халыҡ ҡотҡарыу армияһы уны азат итә. 1945 йылда Белград Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы, 1963 йылда Югославия Социалистик Федератив Республикаһы итеп иғлан ителә[14].

Ҡала 1999 йылда Югославияға ҡаршы НАТО һуғышы ваҡытында бомбаға тотоуҙан ҙур зыян күрә[15].

Хакимиәт һәм административ-территориаль бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Стари двор»— Белград Скупщинаһының бинаһы

Ҡала менән 14 секретариатҡа бүленгән хакимиәт идаралыҡ итә. Ул шулай уҡ үҙ эсенә бер нисә махсус хеҙмәтте һәм институтты ала. Хакимиәткә 4 йылға һайланған мэр етәкселек итә. Ошондай уҡ срокка ҡала Скупщинаһына депутаттар ҙа (100 депутат иҫәпләнә) һайлана. Скупщина ултырышы кәрәк ваҡытта ғына, өс айға бер тапҡыр үткәрелә. Ҡала башлығына үҙ функцияларын үтәргә ҡала вечеһы, йәғни иң юғары орган булған халыҡ йыйылышы ярҙам итә. Ул мэрҙан, уның урынбаҫарынан һәм тағы ун кешенән тора. Улар мэр тәҡдиме менән Скупщинаға дүрт йылға һайлана. Ҡала вечеһы шулай уҡ Белград хакимиәте аппараты эшмәкәрлеген дә контролдә тота[16]. 2014 йылдан Белградтың мэры Синиша Мали була[17].

Белград округы общинаһының исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Исеме Майҙаны (км²) Халҡы (1991) Халҡы (2002)
Бараево 213 20.846 24.641
Вождовац 148 156.373 160.768
Врачар 3 67.438 58.386
Гроцка 289 65.735 75.466
Звездара 32 135.694 132.621
Земун 150 141.695 152.950
Лазаревац 384 57.848 58.511
Младеновац 339 54.517 52.490
Нови-Београд 41 218.633 217.773
Обреновац 411 67.654 70.975
Палилула 451 150.208 155.902
Раковица 31 96.300 99.000
Савски-Венац 14 45.961 42.505
Сопот 271 19.977 20.390
Стари-Град 5 68.552 55.543
Сурчин 288 34.463 38.695
Чукарица 156 150.257 168.508
Бөтәһе 3.227 1.552.151 1.576.124
Сығанаҡ: Сербия статистика бюроһы[2]
Тарихи үҙәгенә күренеш

2011 йылда үткән иҫәп алыу буйынса, Белград халҡы 1 116 763 кеше иҫәпләнә. Ҡала агломерацияһы халҡы Борча, Овча и Сурчин ҡала тирәһе менән бергә 1 233 796 кеше һанала. Белград административ округы халҡы 1 659 440 кеше. Һаны буйынса сербтар өҫтөнлөк ала. Шулай уҡ ҡалала югославиялылар, черногоҙар, хорваттар, македонлылар, сегәндәр, бәшнәттәр йәшәй[18][19].

Изге Марко сиркәүе

Белград элекке Югославияның күп милләте өсөн йорт булып тора. Икенсе донъя һуғышынан һуң башланған Югославияны индустриализациялау ваҡытында, ҡала ҙур булмаған ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан күпләп килгән күскенселәр ағымына әйләнә. Югославия Социалистик Федератив Республикаһының тарҡалыуы барышында, Белград бик күп ҡасаҡтарҙы ҡабул итә. Уларҙың күбеһе Хорватиянан, Босния һәм Герцеговинанан, Косово һәм Метохиянан килгән сербтар була[20]. Сербияның баш ҡалаһында эре Ҡытай диаспораһы ла йәшәй. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, уның иҫәбе 10 меңдән 20 меңгә тиклем кеше тәшкил итә. Ҡытайҙарҙың Белградҡа күмәк иммиграцияһы 1990 йылдар уртаһында башлана. Әлеге ваҡытта улар компактлы рәүештә Яңы Белградтың 70-се блогында йәшәй[21]. Ҡалала шулай уҡ күпмелер Яҡын Көнсығыш кешеһе лә йәшәй. Улар күбеһенсә 1970—1980 йылдарҙа Ираҡтан, Ирандан, Сүриәнән, Иорданиянан килгән студентар[22].

Белграда бер нисә дини община бар. Ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһе Серб православие сиркәүенең мәхәллә кешеһе — 90,68 %. Ҡалалағы мосолмандар — 1,29 %, үҙҙәрен католик тип һанаусылар — 1,29 %. Белград халҡының 0,24 % үҙен протестант тип бара, 0,03 % — иудей, 3 % — атеист[23].

Мәҙәниәт һәм мәғариф

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белград — серб мәҙәниәте, мәғарифы һәм фәненең баш ҡалаһы. Ҡалала сәнғәт һәм фән өлкәһе буйынса милли әһәмиәттәге бик күп учреждениелар бар. Бында, 1886 йылда Серб король академияһы булараҡ нигеҙ һалынған Серб фән һәм сәнғәт академияһы, 1882 йылда асылған Сербия милли китапханаһы, 1841 йылда булдырылған Серб милли музейы, 1869 йылда асылған милли театр бар.

Изге Савва ғибәҙәтханаһы

Белградта Балҡандағы иң ҙур сиркәү Изге Савва ғибәҙәтханаһы, мәҙәниәт ҡомартҡылары һәм башҡа күсемһеҙ мәҙәни ҡиммәттәр, бик күп археологик ҡаҙылмалар бар. Оҙаҡ ваҡыт идара иткән төрөк хаҡимлығы үҙ артынан күп кенә ҡоролмалар ҡалдыра. Әммә XIX быуатта бойондороҡһоҙ Серб дәүләтен төҙөгәндән һуң, төрөк дәүере әүҙем рәүештә сербтарҙың үҙаңы тарафынан тартып алына. Был бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөүҙең тәүге этабында ғосман мираҫының әүҙем емерелеүенә килтерә. Был ҡоролмалар, әлбиттә, әллә ни боронғо түгел һәм ҡағиҙә буйынса статуслы характерға эйә. Ғосман империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң идара иткән Обреновичтар һәм Карагеоргиевичтар династияһынан ҡалған дүрт король һарайын һәм шулай уҡ парламент-скупщинаһы зданиеһын Белградтың төп иҫтәлекле урындарына индерергә була. Дүрт короллектең икәүһе — «Королевский» (сер. «Краљевски двор», «Kraljevski dvor») һәм «Белый» Двор (сер. «Бели двор», «Beli dvor») Белград янындағы Дединола урынлашҡан. Дединолағы резиденция 1922 йылдан 1937 йылға тиклем төҙөлә. «Король һарайы» ҡоролмаһын төҙөүҙә архитектор Николай Петрович Краснов әүҙем ҡатнаша. Рәсәйҙәге революцияға тиклем ул Рәсәй батшаһы ғаиләһенә эшләгән була. Архитектор һарайҙың ҡайһы бер биналарын Мәскәүҙәге боронғо кремль палаталары стилендә биҙәй. "Король һарайы"н «Боронғо» тип тә йөрөтәләр, сөнки ул «Аҡ һарай»ҙан алдараҡ төҙөлгән була. Белградта тағы ла бер «Боронғо һарай» бар — ул Обреновичтар династияһының һарайы, элек унда Белградтың мэрияһы урынлашҡан була. Тағы ла бер һарай — «Яңы һарай» (сер. «Нови двор», «Novi dvor»), унда Сербия президенты резиденцияһы урынлашҡан. Белградтың тағы бер иҫтәлекле урындарының береһе булып, «Сәскәләр йорто» (сер. «Кућа цвећа», «Kuća cveća») һанала. Унда һуғыштан һуңғы Югославияның лидеры булған Иосип Броз Тито ерләнгән. «Сәскәләр йорто» «Югославия тарихы музейы» комплексына индерелгән.

Халыҡ музейы

Белградта бик күп музейҙар бар. Улар араһында иң билдәлеһе 1844 йылда төҙөлгән Халыҡ музейы. Унда 400 000 ашыу экспонат һаҡлана. Шулар араһында антик осорҙан алып, 1999 йылдағы һуғышҡа тиклем 25 000 ашыу предмет һаҡланған. Мирославо Евангелие музейы ла кәм билдәле түгел.

Белград эргәһендә, «Никола Тесла Белград» аэропорты янында, 200 самолет төрө һаҡланған Авиация музейы урынлашҡан, уларҙың 50-ләбе даими нигеҙҙә ҡуйылған. Экспонаттар араһында бер генә экземплярҙа булған модельдәр ҙә бар, мәҫәлән, итальян истребителе Fiat G.50 шундайҙарҙың береһе. Фондта 1999 йылда Югославияны боммаға тотҡандан ҡалған НАТО иленең пилотһыҙ осоу аппараттары ватыҡтары ла һаҡлана. Этнография музейында 150 меңдән ашыу экспонат бар. Уның коллекцияһында элекке Югославия илдәренән предметтар табырға була. Хәҙерге сәнғәт музейы 8450 экспонатҡа эйә булһа, Никола Тесла музейында ул тағы ла күберәк. Унда билдәле ғалимдың 160 000 документы, 5700 төрлө предметы бар. Шулай уҡ Вука һәм Доситей музейы ла Белградтың иң эре музейҙарының береһе һанала. Музейҙа серб теле реформаторы Вука Караджичтың һәм мәғрифәтсе, тәүге мәғрифәт министры Доситей Обрадовичтың тормошо, эше, мираҫы яҡтыртыла.

XX быуаттың 80-се йылдарында ҡала Белград төркөмдәре: ВИА «Идолы», «Екатарина Велика» (EKV) һәм «Шарло Акробата» — Югославия "яңы тулҡыны"ның төп үҙәге була. Башҡа билдәле Белград рок-төркөмдәре — «Рибля чорба», «Баяга и инструктори» һәм башҡалар. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ҡала «турбофолк» музыкаль жанрының төп үҙәге була.

2008 йылда Белградта Евровидение конкурсы уҙа.

Белград университеты ректораты

Белградта өс дәүләт һәм бер нисә шәхси университет бар. Белград университеты в 1808 йылда нигеҙ һалынған Юғары мәктәптән килеп сыҡҡан. Беренсе серб университетына формаль рәүештә 1905 йылдың 27 февралендә нигеҙ һалына. Уның 31 факультетында 70 000 студент белем ала. Белград университеты үҙенең факультеттарынан тыш, «Светозар Маркович» китапханаһы, фәнни-тикшереү институттары һәм үҙәктәре менән дә билдәле. Улар араһында «Винча» ядро фәне интституты, «Никола Тесла» электротехник институты, «Михаил Пупин» институты бар. Сербияның Ҡораллы көстәр институты шулай уҡ Белградтағы хәрби характерҙағы тикшеренеүҙәрҙе алып бара. Улар араһында Хәрби-география институты, Хәрби-һауа көстәре һәм Һауа көстәренә ҡаршы оборонаның Медицина институты, Хәрби-техник институт бар.

Белградта 195 башланғыс, 85 урта мәктәп эшләй. Башланғыс мәктәптәр араһында 162-һе ғәҙәти, 14-е махсус, 15-е сәнғәт мәктәбе, 4-һе оло йәштәгеләрҙе уҡытыу мәктәбе. Урта мәктәптәр араһында 51 махсуслаштырылған, 21 гимназия, 8 сәнғәт мәктәбе, 5 махсус мәктәп бар. Белградтағы 230 000 уҡыусыны 500 уҡыу корпусында 22 000 педагог уҡыта.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Б92» офисы

Белград Сербияның төп медиа үҙәге булып тора. Ҡалала Сербия телевидениеһының һәм радиоһының (2001 йылда Европа тапшырыуҙар союзының ағзаһы булған, элекке Югославия территорияһының иң эре тапшырыуы) штаб-фатиры урынлашҡан. Белградта РТС-тан тыш, «Танјуг», «ФоНет», «Бета» һәм «Тикер» мәғлүмәт агентсволарының офистары бар. Коммерция булған киң мәғлүмәт саралары араһында «РТВ Пинк» һәм «Б92» попялярлыҡ яулай.

Белградтағы иң билдәле һәм популяр радио-станция булып, «Радио Београд 202», «Радио Б92», «Радио Индекс», «Радио Новости», «Радио Носталгија», «Радио Пингвин», «Радио Топ ФМ», «Радио С» һәм «Радио Студио Б» һанала.

Белградта «Политика», «Вечерње новости», «Блиц», «Данас», «Глас јавности», «Спорт», «Спортски журнал» и др. Осенью 2006 года было начато распространение бесплатной газеты «24 сата» кеүек гәзиттәр баҫыла «24 сата»[24]. Ҡалала шулай уҡ НИН", «Време», «Стандард» и «Европа» кеүек көндәлектәр ҙә сығарыла.

Белградта традицион рәүештә бик күп фестивалдәр үтә.

  • Халыҡ-ара «ФЕСТ» кинофестивале февралдең һуңғы ялында һәм март башында ойошторола. Ул програмаға һәм килеүселәрҙең күплегенә ҡарап, ҡаланың төрлө мәҙәни үҙәктәрендә үтә[25][26]
  • Белград ҡыҫҡа метражлы һәм документаль фильмдар фестивале марттың һуңғы йәкшәмбеһендә ойошторола һәм 4-5 көн буйы бара[25][27][28][29]
  • Сопоттағы кинофестиваль июль башында урындағы мәҙәни үҙәктә уҙа[25]
  • Белград Йәйге фестивале театраль сығыштарға һәм музыкаль программаға арналған. Йәйҙең икенсе яртыһында ойошторола[25]

Белград музыка фестивале октябрҙең икенсе яртыһында башлана һәм 15 көн буйы бара. Уның күп өлөшөн халыҡ музыкаһы ала[25] "Октябрь салон"ы халыҡ-ара фестивале һынлы сәнғәткә һәм дизайнға арналған. Ул 2004 йылда халыҡ-ара статусын ал [25].

Иҡтисади яҡтан Белград Сербияның иң үҫешкән өлөшө һанала. 1990 йылда Югославияға ҡаршы халыҡ-ара санкция һәм шул арҡала барлыҡҡа килгән югослав динарының гиперинфляцияһы һөҙөмтәһендә ҙур зыян күрә. Шулай уҡ НАТО илдәре авиацияһының бомбаға тотоуы ла ҡаланың иҡтисадын бөлгөнлөккә төшөрә. Хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң ҡала иҡтисады яйлап аяғына баҫа һәм әлеге ваҡытта тотороҡло үҫеш күрһәтә.

2013 йылдың мартына бирелгән мәғлүмәт буйынса, Сербияның баш ҡалаһында 571 720 кеше эшкә урынлаштырылған, шуларҙың 92 659-ы шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән[30]. Ҡалала «Air Serbia», «Телеком Србија», «Теленор Србија», «Делта Холдинг», «Japan Tobacco» кеүек эре компанияларҙың штаб-фатирҙары урынлашҡан. Белградта фонд биржаһы, илдең финанс тотороҡлоғон тәьмин иткән Сербия Милли банкы урынлашҡан. Бында Комерцијална банка", «Универзал банка», «Агробанка», «Привредна банка», «Сбербанк Србија»һәм башҡа төрлө шәхси банктар ҙа бар.

Ҡаланың транспорт схемаһы

Дөйөм алғанда Белград транспорт системаһы ике эре — Дунай һәм Сава йылғалары яры буйында урынлашҡан, ул өс өлөшкә бүленгән һәм ҡәнәғәтләнерлек булмаған тип һанала. Белградта «Көнсығыш-Көнбайыш»ҡа йүнәлгән тиҙ йөрөшлө бер генә автомагистраль бар. Ул Газель күпере буйлап, Сава йылғаһы аша үтә һәм ҡаланың иҫке өлөшө Нови-Београд менән ҡушыла. Сава йылғаһы аша үткән Бранков һәм Иҫке Савск күперҙәре түбән үткәреү мөмкинлегенә эйә. Сава аша һалынған автомобиль күперҙәренән башҡа тағы ике тимер юл күпер бар — Иҫке һәм Яңы тимер юл күпере.

Ҡалала Сербиялағы иң эре тимер юл вокзалы — Белград-Главный урынлашҡан. Йәмәғәт траспорты 125 автобус, 10 трамвай, 7 троллейбус маршруттарын үҙ эсенә ала. 2014 йылда трамвай юлдарының дөйөм майҙаны 114,2, троллейбустыҡы — 55,8, автобустыҡы −1797,6 саҡрым тәшкил итә[31]. Бөтә йәмәғәт транспорты тиерлек «Белград» ҡала транспорты компанияһыныҡы һанала (сер. Градско саобраћајно предузеће «Београд», ГСП «Београд»). Һирәк осраҡтарҙа шәхси йөрөтөүселәр бар[32]. Ҡала яны пункттары һәм өлөшләтә халыҡ-ара ташыу «Ласта» авиакомпанияһы тарафынан башҡарыла[33]. 2009 йылда Сербия Construcciones y Auxiliar de Ferrocarriles|CAF фирмаһы менән Белградҡа 30 трамвай һатып алыуға контракт төҙөй. Трамвайҙың параметрҙары: оҙонлоғо — 33, киңлеге — 2,3 метр, һыйҙырышлығы 243 пассажир. Контракт 70 миллион һумға баҫа €[34].

«Вуков споменик» метро станцияһы

Белградтың Беовоз ҡала яны тимер юлы 1992 йылдан эшләй башлай. Бөгөн уның 4 линияһы бар. Белград метрополитене йәки эстә урынлашҡан башҡа төрлө тиҙ йөрөшлө ҡала транспорты булмаған Европа ҡалалара араһында иң һуңғы эре ҡалаларҙың береһе була. Белград метрополитене төҙөлә башлай, әммә аҙағына еткерелмәй.

Белград автобус станцияһынан һәм тимер юлынан Үҙәк Европа һәм Көнсығыш Европа менән бәйләгән халыҡ-ара маршруттар китә. Белградтан 18 саҡрым көнбайыштараҡ Сурчинда халыҡ-ара Никола Тесла аэропорты урынлашҡан[35][36]. 1986 йылда пассажирҙар ағымы 3 миллиондан ашыу була, әммә Югославия тарҡалғандан һуң бер нисә йыл үткәс, халыҡ-ара санкциялар һөҙөмтәһендә был һан күпкә кәмей. 2000 йылда ул яңынан үҫеш кисерә һәм 2001 йылда тағы ла 3 миллион кеше тәшкил итә. Аэропортта 18 сит вәкиллегенең авиакомпанияһы һәм автомобилдәр прокаты буйынса бер нисә компания бар. Аэропорт ҡала үҙәге менән «Зелени Венац» станцияһына тиклем 72-се маршрутлы автобус һәм Славия майҙанына тиклем ярты сәғәт һайын йөрөп тоған Air Serbia авиакомпанияһының регуляр автобусы менән бәйле. Маршрут[36]. Белград порты Дунай һәм Сава йылғалары буйында урынлашҡан. Порттың Дунайҙа урынлашҡан бер өлөшө йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән, Сава йылғаһындағы порт пассажир һәм туристар ҡабул итә[37][38].

Кенәз Михаил урамы

Югославияның тарҡалыуы, халыҡ-ара санкциялар, сәйәси һәм иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ Сербия башҡалаһында туризмдың үҫешенә кире йоғонто яһай. 2000 йылда ғына Белградҡа килгән туристар һаны артыуы күҙәтелә башлай[39]. Үҙҙәренең иҫәбе буйынса Словения, Хорватия, Босния һәм Герцеговина, Италия һәм Германиянан килгән туристар айырылып тора[40].

Белградтың Туристик ойошмаһы тикшеренеүҙәре буйынса, Белградтың уртаса статистикалы турисы — 35 йәштән йәшерәк ир. Ул ҡалаға өс көнгә килә һәм 612 евро ҡалдырып китә[41]. 22 % турист Сербия баш ҡалаһында 3 көн була, 19 % ике көнгә ҡала[40]. 2013 йылда Белградҡа 640 мең кеше килә. Был 2012 йылға ҡарағанда 13 %-ҡа күберәк. Шуларҙың 520 меңе сит ил кешеһе була[42].

Сербияның туризмдан килгән килеменең яртыһы Белградтыҡы. 2012 йылда туризмдан килгән килем 500 миллион евро тәшкил итә[41]. Белградтың туристик иҫтәлекле урындары араһында тарихи райондар һәм ҡалалар, архитектур ҡоролмалар бар. Уларға Скадарлия, Сербияның Милли музейы һәм Белград Милли театры, Земун, Теразие майҙаны, Никола Пашич майҙаны, Студент майҙаны, Калемегдан ҡәлғәһе, кенәз Михаил майҙаны, Изге Сава храмы, парламент зданиеһы һәм Белград Иҫке һарайы, Кенәз Милош резиденцияһы һәм Обреновичтар династияһының элекке король резиденцияһы бар. Бынан тыш, ҡалала бик күп музейҙар, парктар, һәйкәлдәр, кафелар, ресторандар һәм магазиндар урынлашҡан[39].

Белградта меңгә яҡын спорт ҡоролмаһы бар. Һуңғы йылдарҙа ҡалала бик күп мөһим спорт саралары үткәрелә: 2005 йылда баскетбол һәм волейбол буйынса Европа Чемпионаты, 2006 йылда һыуҙа туп уйнау буйынса Европа Чемпионаты, 2007 йылда Европа йәштәре олимпия фестивале һәм 2009 йылда Йәйге универсиада үтә. Белград ике тапҡыр Йәйге Олимпия уйындары үткәреү хоҡуғына көрәшеп ҡарай. 1992 йылда ҡала Барселонаға урын бирә, 1996 йылда уйындар Атлантала үтә.

Белград Сербиялағы ике иң уңышлы, көслө — Партизан һәм Црвена Звезда футбол спорт клубтарының йорто булып тора. Белградтағы ике эре футбол стадионы — (Црвена Звезда) һәм ЮНА (Партизан). «Комбанк Арена» «Пионир-Холлом» менән берлектә баскетбол һәм волейбол ярыштары үткәреү өсөн файҙаланыла. "Ташмайдан"да (спорт үҙәге) һыуҙа туп уйнау уйындары үтә[43].

Ада Циганлия —Сава йылғаһының элекке утрауы һәм Белградтың эре рекреацион-спорт комплексы. Бөгөн ул яр менән ҡушылып, йылғала яһалма күл булдырған. Йәйге ваҡытта Ада Циг «Ташмайдан» (спорт үҙәге) анлия — ял итеү өсөн иң популяр урындарҙың береһе. Бында 7 саҡрымлыҡ пляж бар, төрлө спорт, мәҫәлән, гольф, футбол, баскетбол, волейбол, регби, бейсбол, теннис менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Йәй көнө көн һайын һыу инеүселәр һаны 200 000—300 000 — гә тиклем барып баҫа. Төнгө клубтар тәүлек әйләнәһенә эшләй, пляжда тере тауыш менән таңға тиклем төрлө концерттар, кисәләр ойоштора.

Ял итеүселәр өсөн банджи-джампинг, пэйнтбол йәки һыу саңғыһы кеүек экстремаль спорт төрҙәре лә бар. Утрауҙа велосипед менән һәм йәйәү йөрөү өсөн бик күп маршруттар һалынған[39]. Йыл һайын Сербияның иң эре спорт сараһы — Белград марафоны ойошторола[44].

Хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлгән ҡалалар:

  1. Beograd. // mirjanadetelic.com. Дата обращения: 2015-9-9.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 2,2 City of Belgrade - Territory (инг.)
  3. Халыҡ һаны буйынса статистика мәғлүмәттәре
  4. Град Београд - Градске општине (серб.). Дата обращения: 27 сентябрь 2013.
  5. 2011 Census first estimates (ингл.). B92. Дата обращения: 27 сентябрь 2013.
  6. Географски положај (серб.). Дата обращения: 22 август 2014.
  7. Град Београд: Географски положај (серб.) (инг.) (нем.)
  8. Град Белград - Географски положај. Дата обращения: 10 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
  9. Природне карактеристике (серб.). Дата обращения: 22 август 2014.
  10. Updated world map of the Köppen-Geiger climate classification (ингл.). Дата обращения: 20 сентябрь 2015.
  11. Погода и Климат— Климат Белграда
  12. Републички Хидрометеоролошки завод Србије: Средње месечне, годишње и екстремне вредности 1961—1990 2008 йыл 5 июнь архивланған. (серб.) (инг.)
  13. РХМЗ — Републички Хидрометеоролошки завод Србије Кнеза Вишеслава 66 Београд
  14. Большая советская энциклопедия: Белград(недоступная ссылка) (рус.)
  15. Град Београд — НАТО агресија 1999
  16. Градско веће (серб.). Дата обращения: 1 февраль 2015.
  17. Градоначелник (серб.). Дата обращения: 1 февраль 2015.
  18. Population (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  19. Резултати извештаја (серб.). Републички завод за статистику. Дата обращения: 30 ғинуар 2015. 2017 йыл 22 ноябрь архивланған.
  20. Refugee Serbs Assail Belgrade Government (ингл.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  21. Kineska četvrt u Bloku 70 (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015. 2013 йыл 30 июль архивланған.
  22. A unique friendship club in Belgrade (ингл.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  23. Religion (ингл.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  24. Штампа (серб.). Дата обращения: 27 сентябрь 2013. 2013 йыл 25 апрель архивланған.
  25. 25,0 25,1 25,2 25,3 25,4 25,5 Културне манифестације (серб.). Дата обращения: 28 февраль 2016.
  26. Мирон Черненко. Репертуар ФЕСТа — 89 // Объектив, 1989, № 2.
  27. Мирон Черненко. Белград — 1971 // Советский экран, 1971, № 11.
  28. Мирон Черненко. Примерка на будущее // Советский экран, 1974, № 17.
  29. Мирон Черненко. Восемь дней «краткого метра» // Советский экран, 1978, № 12.
  30. Економски потенцијали (серб.). Дата обращения: 14 ноябрь 2015.
  31. Статистика (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015. 2015 йыл 15 февраль архивланған.
  32. Градски превоз (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  33. Аутобуски саобраћај (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  34. CAF to Supply LRVs to Belgrade — Railway Technology 2016 йыл 12 март архивланған.
  35. О Аеродрому (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015. 2015 йыл 7 февраль архивланған.
  36. 36,0 36,1 Ваздушни саобраћај (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  37. Речни саобраћај (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  38. Luka Beograd (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  39. 39,0 39,1 39,2 Turizam u Beogradu (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015. 2015 йыл 1 февраль архивланған.
  40. 40,0 40,1 В Белграде увеличилось число туристов. Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  41. 41,0 41,1 Beogradu od turizma gotovo pola milijarde evra (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015. 2013 йыл 24 июнь архивланған.
  42. Beograd u 2013. posetilo 640.000 turista (серб.). Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  43. Спортски центри и хале (серб.). Дата обращения: 1 февраль 2015.
  44. Београдски маратон. Дата обращения: 30 ғинуар 2015.
  45. Griffin, Mary Coventry's twin towns. Coventry Telegraph (2 август 2011). Дата обращения: 6 август 2013.
  46. Coventry - Twin towns and cities. Coventry City Council.. Дата обращения: 6 август 2013. Архивировано 14 апрель 2013 года.
  47. Chicago Sister Cities 2012 йыл 6 июнь архивланған. (инг.)
  48. B92 - Vesti - Bratimljenje Beograda i Krfa. Дата обращения: 2 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
  49. B92 - Vesti - Bratimljenje Beograda i Ljubljane. Дата обращения: 2 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
  50. Medmestno in mednarodno sodelovanje (билдәһеҙ). Mestna občina Ljubljana (Ljubljana City). Дата обращения: 27 июль 2013. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
  51. Sister Cities. Beijing Municipal Government. Дата обращения: 23 сентябрь 2008. 2017 йыл 16 июль архивланған.
  52. Градови партнери (билдәһеҙ). Administrative Office of the City of Banja Luka. Дата обращения: 9 август 2013. Архивировано 17 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 17 сентябрь архивланған.