Дунай
Дунай | |
---|---|
рум. Dunărea, венг. Duna, нем. Donau, серб. Дунав, словак. Dunaj, болг. Дунав, хорв. Dunav, укр. Дунай | |
![]() Дунай в Будапеште (вид с горы Геллерта) | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2960 км |
Бассейн | 817 000 км² |
Һыу сығымы | 6700 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Бригах менән Брег |
· Урынлашыуы | Германия |
· Бейеклеге | 678 м |
· Координаталар | 47°57′04″ с. ш. 8°31′14″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ҡара диңгеҙ |
· Урынлашыуы | Румыния һәм Украина |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 45°13′19″ с. ш. 29°44′36″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,237 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ҡара диңгеҙ |
Илдәр | ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() |
Дунай Викимилектә |
Дуна́й (рум. Dunărea, мадьярса Duna, нем. Donau, сер. Дунав, словак. Dunaj, болг. Дунав, хорв. Dunav, укр. Дунай, лат. Danubius, Danuvius, бор. грек. Ίστρος) — оҙонлоғо буйынса Европала (Волганан ҡала) икенсе урында торған, «интернациональ» йылға[1], Европа берлеге биләмәһендә иң оҙон йылға. Оҙонлоғо — 2960[2] км.
Йылға башы Германияның Шварцвальд тауҙарынан башлана. Артабан ул ун дәүләттең биләмәһенән аға йәки сигенән үтә. Германия, Австрия, Словакия, Венгрия, Хорватия, Сербия, Болгария, Румыния, Молдавия һәм Украина дәүләттәренән ағып ҡайһы бер илдәрҙең баш ҡалалары янынан уҙа: Вена, Братислава, Будапешт һәм Белград[3].
Дунайҙың һыу бассейны туғыҙ дәүләттең биләмәһен эсенә ала.[3].Дунай Румыния һәм Украина биләмәләрендә Дунай дельтаһы яһап Ҡара диңгеҙгә ҡоя. Румыния өлөшө ЮНЕСКО тарафынан бөтә донъя мираҫы объекттары составына индерелгән.
Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урыҫса атамаһының килеп сығышы праслав. *Dunajь, гот. *Dōnawi кельт теле аша килеп кергән Dānuvius[4]. Поляк ғалимы Ян Розвадовский күҙаллауынса *Dunajь тип тәүҙә славян халыҡтары Днепрҙы атаған.(быны Беларусь һәм украин фольклоры буйынса белеп була)[5]. К. Мошинский был күҙаллауҙы хуплай һәм славян халыҡтарының бер өлөшө күсеп килгән ваҡытта ошо исем алынғандыр, ти *Dunavъ/*Dunavь[6].Т. Лер-Сплавинский Мошинскийға ҡаршы фекерҙә, ул Дунай тип тиҫтәләгән йылға барлығын күрһәтә һәм польша, украин һөйләштәрендә был һүҙ оло һыу тигән мәғәнә бирә, ти ибһе теле *dhounā[7]. В. Н. Топоров һәм О. Н. Трубачёв «Лингвистический анализ гидронимов Верхнего Поднепровья» тигән хеҙмәттәрендә Лера-Сплавинскийҙың һөҙөмтәләренә иғтибар бүленмәгән. Тик славян ерҙәрендә аталған «Дунаец» гидронимы булараҡ ҡына билдәләп үтелгән[8], за что данную работу подверг критике З. Голомб[9].*
Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дунай бассейны асимметрик формаға эйә. Уның уң яры яғы һыу йыйыуҙың кесе өлөшө булып тора (майҙандың 44 % өлөшө һыуын йыя). Әммә Дунайҙың уң яғы бассейндың гидрографик селтәрен барлыҡҡа килтерә. Ҡушылдыҡтар ҙурлығы яғынан бер тигеҙ кимәлдә, уларҙың күбеһенең инеше Альп һәм Карпат тауҙарынан башлана. Венгрия Урта Дунай уйһыулыҡтарында бөтөнләй юҡ.
Тауҙарҙан баш алған Дунай ҡушылдыҡтары тау йылғаһы характерында, шәп аға. Тигеҙлектәргә сыҡҡас, башҡа йылғалар кеүек тыныслана.
Дунайҙың һыу режимына тәьҫир итеүсе йылғалар таблицала күрһәтелгән.
Атамаһы | Дунайға ҡушылған урыны (яр) |
Алыҫлығы (тамағынан алып) км |
Йылға биләмәләре аша ағып үткән илдәр (инешенән алып) |
Оҙонлоғо км |
---|---|---|---|---|
Иллер | уң | ~ | ![]() |
163 |
Лех | уң | ~ | ![]() ![]() |
265 |
Изар | уң | 2281,7 | ![]() |
283 |
Инн | уң | 2225,2 | ![]() ![]() ![]() |
525 |
Энс | уң | 2111,8 | ![]() |
255 |
Морава | һул | 1880,3 | ![]() ![]() ![]() |
380 |
Раба | уң | 1794,0 | ![]() ![]() |
398 |
Ваг | һул | 1765,8 | ![]() |
402 |
Грон | һул | 1716,0 | ![]() |
289 |
Ипель | Һул | 1708,2 | ![]() ![]() |
233 |
Драва | уң | 1382,5 | ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() |
720 |
Тиса | һул | 1214,5 | ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() |
966 |
Сава | уң | 1170,0 | ![]() ![]() ![]() ![]() |
940 |
Морава | уң | 1104,5 | ![]() |
563 |
Искыр | уң | 637,3 | ![]() |
368 |
Сирет | һул | 155,2 | ![]() ![]() |
726 |
Прут | һул | 134,0 | ![]() ![]() ![]() |
950 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Малая советская энциклопедия / под ред. В. Введенского. — М., 1959. — Т. 3. — С. 741. — 1277 с.
- ↑ Кравчук П. А. Рекорды природы. — Л.: Эрудит, 1993. — 216 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-7707-2044-1.
- ↑ 3,0 3,1 Countries of the Danube River Basin . International Commission for the protection of the Danube River. Дата обращения: 13 ноябрь 2010. Архивировано 9 март 2013 года.
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964—1973. — Т. 1. — С. 552-553.
- ↑ Rozwadowski J. Studia nad nazwami wód słowiańskich. — Kraków: Drukarnia Uniwersytetu Jagiellońskiego, 1948. — С. 251.
- ↑ Moszyński K. Pierwotny zasiąg języka prasłowiańskiego. — Wrocław — Kraków: Zakład narodowy imienia Ossolińskich — Wydawnictwo PAN, 1957. — С. 153.
- ↑ Lehr-Spławiński T. O pochodzeniu i praojczyźnie Słowian. — Poznań: Wydawnictwo Instytutu Zachodniego, 1946. — С. 73-75.
- ↑ Трубачёв О. Н. Труды по этимологии. — М.: Рукописные памятники Древней Руси, 2009. — Т. 4. — С. 317. — ISBN 978-5-9551-0324-2.
- ↑ Gołąb Z. O pochodzeniu Słowian w świetle faktów językowych. — Kraków: Universitas, 2004. — С. 213-215. — ISBN 83-242-0528-4.
- ↑ Дунайская Комиссия. Общие сведения о реке Дунай.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дунай // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Давид Э. Портнер. «Пещеры». — «Слово». — (Что есть что).
![]() |
Дунай Викиһүҙлектә |
---|---|
![]() |
Дунай Викиөҙөмтәлә |
![]() |
Дунай Викимилектә |