Эстәлеккә күсергә

Братислава

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Братислава
словак. Bratislava
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Словакия

Край

Братислава крайы

Координаталар

48°08′41″ с. ш. 17°06′46″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Матуш Валло[d]

Беренсе мәртәбә телгә алынған

907

Элекке исеме

Пожонь, Пресбург, Прешпорок

Майҙаны

368 км²

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге

140 м

Халҡы

462 603 кеше (2012)

Тығыҙлығы

1171 кеше/км²

Милли состав

словактар (91,4%), венгрҙар (3,8%), чехтар (1,9%), немецтар (0,3%), поляктар, украиндар

Конфессиональ составы

католиктар 56,7%, атеистар 29,3%, лютерандар 6 %, башҡалар 4,7 %

Этнохороним

братисла́вец, братисла́вка, братисла́вцы

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+421 02

Почта индексы

8XX XX

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

BA,BL

Рәсми сайт

bratislava.sk
 (словак.) (инг.) (нем.)

Братислава (Словакия)
Братислава
Братислава

Братислава (словак. Bratislava) 1919 йылға тиклем Пурешок йәки Проек (Prešporok, Prešporek), Прессбург (нем. Pressburg), Пож (мадьярса  Pozsony), урта быуаттарҙа Истрополис (лат. Posonium, лат. Istropolis) — Үҙәк Европалағы ҡала, Словакияның, 1541—1684 йылдарҙа — Венгрияның баш ҡалаһы. Ҡала халҡы яҡынса 460 мең кеше тәшкил итә, агломерацияла — яҡынса 700 мең кеше[1]. Ҡаланың майҙаны — 368 квадрат километр.

Братислава менән Вена Европалағы бер-береһенә иң яҡын урынлашҡан баш ҡалалар (аралары 55 километр һәм бер-береһенә ниндәй транспорт менән булһа ла иң оҙағы бер сәғәттә барып етергә була). Братислава донъяла ике икенсе дәүләт — Австрия һәм Венгрия менән сиктәш берҙән-бер баш ҡала. Братиславаның Купчинская урамы күрше Австрияның Китзея ауылының Альте-Нордзюд-Ландесштрассе урамына, ә Вена юлы Австрияның Вольта коммунаһы аша үткән Прессбург-штрассеға күсә. 1936 йылға тиклем Братиславанан Венаға ҡала трамвайы йөрөгән.

Братиславаның спутниктан төшөрөлгән күренеше

Географияһы һәм климаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Братислава Кесе Карпат тауҙары итәгендә, Дунайҙың ике һәм Мораваның һул ярында урынлашҡан. Дунай аръяғында Петржалка ҡалаһының аҙ өлөшө ҡала. Ҡала Австрия (2007 йылдың 21 декабренә тиклем Петржалка-Берг һәм Яров-Китзея сик буйы үткәүеле була) һәм Венгрия (2007 йылдың 21 декабренә тиклем Русовце-Райка сик буйы үткәүеле) менән сиктәш.

Климаты — континенталь, уртаса йыллыҡ температура +10,5 °C, йыллыҡ уртаса яуым-төшөм — 565 мм. Ғинуарҙың уртаса температураһы — яҡынса −0,4 °C, ә июлдеке — 21,3 °C. Ҡышын һыуыҡ һәм епшек ҡарлы. Йәйгеһен йылы, йыш ҡына көслө елле.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 19,8 19,1 25,0 30,3 33,4 36,3 38,2 39,3 34,0 30,0 21,3 17,9 39,3
Уртаса максимум, °C 2,7 5,1 10,3 16,7 21,8 24,9 27,5 27,0 21,7 15,6 8,2 3,3 15,4
Уртаса температура, °C −0,4 1,2 5,5 11,0 16,0 19,1 21,3 20,7 15,9 10,4 4,9 0,7 10,5
Уртаса минимум, °C −3,4 −2,3 1,3 5,4 10,2 13,4 15,4 15,0 11,0 6,1 1,8 −1,9 6,0
Абсолют минимум, °C −24,6 −20 −15,1 −4,4 −2 3,0 7,0 5,0 −2 −8 −12 −20 −24,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 39 37 38 34 55 57 53 59 55 38 54 46 565
Сығанаҡ: Көн һәм климат

2001 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, словактар халыҡтың — 91,4, венгрҙар — 3,8, чехтар — 1,9, немецтар — 0,3, башҡалар 2,6 % тәшкил итә.

Католиктар — 56,7, атеистар — 29,3, лютерандар — 6, ҡалғандар 4,7 %.

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ бүленеш — 5 район (okres), 17 ҡала өлөшө (Mestská časť).

Братислава өлөштәре
Братислава административ бүленеше
Братислава административ бүленеше
Район Ҡала өлөшө
Братислава I Старе-Место
Братислава II Ружинов
Вракуня
Подунайске Бискупице
Братислава III Нове-Место
Рача
Вайноры
Братислава IV Карелова Вес
Дубравка
Ламач
Девин
Девинска Нова Вес
Загорска Быстрица
Братислава V Петржалка
Яровце
Русовце
Чуново
Иҫке ҡала
  • Беренсе даими йәшәүселәр неолит (һыҙат-таҫма керамика мәҙәниәте) дәүеренә ҡарай.
  • беҙҙең эраға тиклем 400 — б. э. т. 50-се йыл — Буребиста етәкселегендә 50-се йылдар тирәһендә дактар тарафынан емерелгән кельт биләмәһе.
  • б. э. т. 50-се йылдар тирәһе — Братислава территорияһына герман ҡәбиләләре инә.
  • б. э. т. 50-се йылдар тирәһе — Братислава территорияһында рим легиондары күренә башлай.
  • 70-се йылдар тирәһе — Герулата рим биләмәһе.
  • Беҙҙең эраның V быуаты — Рим империяһы сиге (лимес) Дунай буйлап үтә, рим һәм герман биләмәләре күп. Братислава Дунай оборона һыҙатының Рим императоры Тиберийҙың хәрби етәксеһе Пизон бойороғо буйынса терәк пункты булып тора, тип иҫәпләнә. Әммә хәҙерге Братислава районында римлеләрҙең булыуын аныҡ раҫлаусы мәғлүмәт юҡ.
  • 375 йыл — римлеләр территорияны ҡалдырып китә.
  • V быуат — славяндар килә.
  • 560 йыл — аварҙар килә.
  • 623—658 йылдар — Само кенәзлеге.
  • VIII быуат һуңы — 833 йыл — Нитран кенәзлеге.
  • 833—907 йылдар — Бөйөк Моравия өлөшө.
  • 907 йыл — венгрҙарҙың Бавария армияһын еңеүе менән тамамланған Прессбург эргәһендәге алыш хроникларында (Brezalauspurc) беренсе тапҡыр Братислава тураһында иҫкә алына.
  • 907—1918 йылдар (ҙур булмаған тәнәфестәр менән) — Венгрия өлөшө.
  • 1541—1684 йылдар — (Буданы төрөктәр баҫып алғандан һуң) — Габсбургтарҙың Австрия монархияһына буйһонған Венгрияның ваҡытлыса баш ҡалаһы.
  • 1805 йылдың 26 декабре — Австрия Аустерлиц бәрелешендә тар-мар ителгәндән һәм Өсөнсө коалиция һуғышында (Пресбург солохо) тулыһынса еңелгәндән һуң Франция менән Австрия араһында Пресбургта тыныслыҡ килешеүе төҙөү.
  • 19191939 йылдар — Чехословакия өлөшө; Prešporek/Pressburg/Pozsony урынына рәсми атамаһын Братислава тип үҙгәртә.
  • 1939—1945 йыл Беренсе Словак республикаһы баш ҡалаһы, уның хәҙерге Братислава V районы Германия тарафынан аннексиялана.
  • 1945 йылдың 4 апрелендә Братислава-Брновск операцияһы барышында 2-се Украина фронты ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә.
  • 1945—1992 йылдар — Чехословакия өлөшө.
  • 1969—1992 йылдар — Чехословакияның Словак социалистик республикаһы баш ҡалаһы (1990 йылдан — Словак республикаһы).
  • 1993 йылдан — бойондороҡһоҙ Словакия баш ҡалаһы.
Братислава аэропорты

1848 йылдан ҡала уртаһында Братислава-Главная тимер юл вокзалы эшләй. Братислава-Петржалка вокзалы бар. Ҡаланан алты йүнәлештә тимер юлы сыға. Братиславаның Штефаника исемендәге Иванка аэропорты ҡаланан бер нисә саҡырымда урынлашҡан һәм 1951 йылдан алып эшләй. Аэропорт хужаһы — «OneTwo» консорциумы уны Веналағы Швехат аэропорты менән бер комплексҡа берләштереп, Братислава—Швехат—Вена тиҙ йөрөшлө тимер юлы һалырға ниәтләй. Дунай буйлап суднолар йөрөүен тәьмин итеү өсөн вокзалы булған йылға порты бар. Ҡаланың автомобиль юлы селтәренә 5 күпер, 3 йүнәлештәге юл инә. Ҡалала Млинские Нивы автовокзалы һәм автостанциялар бар.

Братислава трамвайы

Братиславала 1868 йылда беренсе ҡала йәмәғәт транспорты омнибус була. Братислава трамвайы 1895 йылда йөрөй башлай һәм тәп транспорт булып тора, бөгөн 8 тармағы бар. Братислава троллейбусы беренсе тапҡыр 1909 йылда ебәрелә, әммә тиҙҙән ябыла һәм ни бары 1941 йылда ғына ҡабаттан асылып, бөгөн 14 маршрут буйынса хәрәкәт итә. Шулай уҡ ҡалала көндөҙ — 60, төнөн 20 автобус йөрөй. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк — автобус ҡаланың Дунай аръяғына — Петржалкаға йөрөүсе берҙән-бер транспорт төрө. Ҡала транспорты менән Dopravný podnik Bratislava компанияһы идара итә. 1985 йылда Братислава метрополитены төҙөлә башлай һәм тиҙҙән эш туҡтатыла. 2002 йылдан киләсәктә метрополитенға әүереләсәк тиҙ йөрөшлө трамвай линияһы эшләү планлаштырылған.

Словак милли театры
  • Халыҡ-ара Братислава кинофестивале (инг.)
  • Коменский университеты
  • Словак медицина университеты
  • Братиславалағы Иҡтисад университеты
  • Братиславалағы словак техник университеты
  • Словакияның милли галереяһы

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Братислава ҡалаһы
Грассалковичтар һарайы — президент резиденцияһы
Приматорский һарайы — мэрия
Словакия радиоһы офисы
Камзик телебашняһы
  • Братислава ҡалаһы
  • Братиславай зоопаркы
  • Град Девин
  • Грассалковитар һарайы
  • Истрополитан академияһы
  • Хатама Софера мавзолейы
  • Михальск ҡапҡалары
  • Аполлон күпере
  • Словакияның милли театры
  • Яңы күпер (Братислава)
  • Балыҡсылар ҡапҡаһы
  • Изге Мартин соборы (Братислава)
  • Иҫке ратуша (Братислава)
  • Иҫке күпер (Братислава)
  • Францисканск сиркәүе (Братислава)
  • Изге Елизавета сиркәүе (Братислава) йәки «Зәңгәр сиркәү» (19071913) модерн стилендә, венгр архитекторы Эдён Лехнерҙың билдәле ҡоролмаларының береһе.
  • Изге Николай сиркәүе (Братислава, Старе Место) (1661) барокко стилендә, элек — католик, хәҙер автокефаль Чех ерҙәре һәм Словакияның православие сиркәүе
  • Изге Иаков часовняһы (Братислава) — Оссуарий һәм Братиславаның урта быуаттағы иң боронғо дини бинаның ҡалдыҡтары
  • Изге рух сиркәүе (Братислава)
  • Кларистар сиркәүе

Ҡалала «Слован» спорт йәмғиәте бар. Футбол клубы экстралигала сығыш яһай . Ә хоккей клубы — Европала иң уңышлыһы. 2012 йылда «Слован» ХК-һы КХЛ-ға инде.

Братислава һәм рус-словак дуҫлығы хөрмәтенә 1996 йылда Мәскәүҙә урам, метро станцияһы һәм мәктәпкә исем бирелә. Был ваҡиға ике таҡтаташта мәңгеләштерелә, уның беренсеһе ошо урамдағы йортҡа ҡуйылһа, икенсеһе метрополитен вестибюленә ҡуйыла.

Братислава урамы шулай уҡ Рязандә лә бар, ул хатта Мәскәүҙәге «аҙашынан» алдараҡ, ХХ быуат уртаһында барлыҡҡа килә. Күренештәр ярым емерек совет хәрби ҡалаһы Миловице (Чехия) территорияһында төшөрөлһә лә, Братислава билдәле америка фильмы «Евротур»ҙа ла иҫкә алына. Геройҙарҙың береһе ҡунаҡханала официантҡа ун цент биргәс, официант үҙенең етәксеһенә килеп, эштән китәсәге һәм ошо аҡсаға үҙ ҡунаҡханаһын асасағы тураһында белдерә.

Братислава киң мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Евротур» — 2004 йылда сыҡҡан америка мажаралы комедияһы. Фильмдың Братислава тип күрһәтелгән өлөшө Чехияның Миловице ҡалаһында төшөрөлә. Был ҡалала 1968—1991 йылдарҙа совет Үҙәк Ғәскәр төркөмө урынлаша. Хәҙер ул ярым емерек. Фильмда күрһәтелгән ғәмәлдәге Братислава менән уртаҡ бер нәмәһе лә юҡ — фильм төшөрөүселәр бары тик коммунизм ҡолағандан һуң емереклектә булған көнсығыш Европа ҡалаһын ғына күрһәтергә теләгән.
  1. Districts (ингл.). Statistical Office of the Slovak Republic. Дата обращения: 21 апрель 2011. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 11 август архивланған.