Мариехамн
Мариехамн | |
швед. Mariehamn | |
Герб | |
![]() | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1861 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Mariehamn |
Хөрмәтенә аталған | Мария Александровна[d] |
Рәсми тел | швед теле[1] |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Аланд утрауҙары һәм Åland[d] |
Административ-территориаль берәмек | Мариехамн[d] һәм Аланд утрауҙары |
Геомәғлүмәттәр | Data:Aland/Mariehamn.map |
Закондар сығарыу органы | Mariehamn City Council[d] |
Халыҡ һаны | 11 461 кеше (31 декабрь 2015)[2][3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 21 метр, 6 метр[4] һәм 20 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d], DAZD[d] һәм UTC+3:00[d] |
Туғандаш ҡала | Копавогур[5], Крагерё[5], Курессааре[d][5], Ломоносов (ҡала)[5], Торсхавн[d][5], Валкеакоски[5] һәм Готланд[d][5] |
Милке | Wiklöf Holding Arena[d] |
Сиктәш | Йомала[d][6] һәм Лемланд[d][6] |
Майҙаны |
11,79 км²[7], 20,76 км² (1 ғинуар 2023)[8], 11,81 км² (1 ғинуар 2023)[8], 8,95 км² (1 ғинуар 2023)[8] |
Почта индексы | 22100, 22101 һәм 22140 |
Рәсми сайт | mariehamn.ax |
![]() | |
![]() | |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Mariehamn[d] |
![]() |
Маарианхамина[9] (фин. Maarianhamina), Мариехамн[10] (швед. Mariehamn) — Аланд утрауҙарының төп ҡалаһы, Финляндия составындағы автономиялы территория. Архипелаглы диңгеҙҙең төп порттарының береһе.
1861 йылда урыҫтар тарафынан нигеҙләнгән һәм императрица Мария Александровна хөрмәтенә уның исеме менән аталған. XIX һәм ХХ быуат башында рус телле сығанаҡтарҙа «швед теле» варианты ҡулланылып, ҡала Мариехамн тип яҙыла; ХХ быуаттың икенсе яртыһында урыҫ яҙылышы нормативы буйынса «фин теле» варианты, Маарианхамина тип яҙыла[9].
Архипелагта йәшәгән бөтә ҡала халҡының яртыһынан күберәге — 11 186 кеше был ҡалала йәшәй (2011 йыл). Ҡала, бөтә автономия территорияларындағы кеүек үк— тулыһынса швед телле: швед телен халыҡтың яҡынса 91 % был телде үҙенең тыуған теле тип һанай.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалала ярымутрауыҙа урынлашҡан һәм бында ике порт бар. Көнбайыш порт (швед. Västerhamn) халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур порт, уның ашаШвеция һәм континенталь Финляндияға паром йөрөй. Көнсығыш порт — нигеҙҙә яхталар гаваны, Балтик диңгеҙенең эре гавандарының береһе[11].
Ҡалала Аланд утрауҙарының Министрҙар кабинеты һәм Латтинг Парламенты урынлашҡан.
Ҡалала Аланд утрауҙарының ике гәзите баҫыла(Nya һәм Ålandstidningen Åland), урындағы телевидение каналы һәм бер нисә радиостанция эшләй (TV Åland).

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фин һәм швед телдәренә ҡала исеме « Мария гаваны» тип атала һәм Рәсәй императоры Александр II ҡатыны — Мария Александровна (1824—1880) хөрмәтенә арналған.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Риүәйәттәр буйынса, Аланд утрауҙары халҡы, яңы порт төҙөргә тырышып, император Александру II-гә ҡатынының исемен ҡалаға биреүен һорап махсус тәҡдим менән сыға. Рәсми тарих, порт, киреһенсә, туранан-тура Александр II күрһәтеүе буйынса нигеҙләнгән тип күрһәтә. Төҙөлөш эштәре менән архитектор Георг Теодор фон Шевитец Георг етәкселеге аҫтында ике ҙур булмаған ауыл эргәһендә 1859 йылда уҡ башлана — (Эвернес (швед. Övernäs) һәм Йомала ауылдары янында), ә 1861 йылда (21 февраль) яңы ултыраҡ ҡала статусы һәм яңы исем - Мариехамн исемен ала[10]. Ваҡыт үтеү менән ҡала майҙаны киңәйә һәм Йомала общинаһы биләмәләре өлөшөн үҙ эсенә ала.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аланд утрауҙарында борондан алып карап йөрөтөү тарихы була. Бындағы Көнбайыш портында Елкәнле-музей Pommern якорҙә тора. Көнсығыш гавань — Скандинавияла яхталар өсөн иң эре порттаҙың береһе, унда шулай уҡ Nieveen Jan пароходы (шулай уҡ F.P. von Knorring исемле) тора, ул хәҙер ресторан итеп йыһазландырылған.
Мариехамн ҡалаһында фин архитекторы Ларс Сонк проекты буйынса Аланд утрауҙарында төҙөлгән архитектура ҡомартҡылары булған ҡоролмалар бар: Изге Георгий сиркәүе (1927), Аланд диңгеҙ колледждың төп бинаһы (1927), ҡала муниципалитеты бинаһы (1939). Ғәмәлдә Аланд музейы.
2011 йылдың 2 ноябрендә императрица Мария Александровна хөрмәтенә аталған һәйкәл асыла[12][13].
Йәйге осорҙа ҡалаға бик күп туристар килә, һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн бында бер нисә ҡунаҡхана, кемпинг булдырылған[14]. Ғәмәлдә Рәсәй Федерацияһы консуллығы, Швеция генераль консуллығы[15], шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙең консуллыҡ учреждениелары.
Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала халҡының үҫеш динамикаһы:
Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ил | Ҡала | Йыл | Иҫкәрмә | ||
---|---|---|---|---|---|
![]() |
Швеция | ![]() |
Висбю | ||
![]() |
Исландия | ![]() |
Копавогур | ||
![]() |
Норвегия | ![]() |
Крагер | ||
![]() |
Дания | ![]() |
Слагельс | ||
![]() |
Фарер утрауҙары | ![]() |
Торсхавн | Принадл. ![]() | |
![]() |
Эстония | ![]() |
Курессаар | ||
![]() |
Финляндия | ![]() |
Валкеакоски | ||
![]() |
Россия | ![]() |
Ломоносов |
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
-
Көнсығыш гавань
-
-
Көнбайыш гавань төндә
-
fiҠалып:Ref-Pyhän Yrjön kirkko (Maarianhamina)баш. (Pyhän Yrjön kirkko, архитектор Ларс Сонк)
-
Мэрия
-
Финляндия маркаһы, ҡаланың 100 йыллығына арналған (1961)
-
Карап-музей Pommern
-
Урындағы аэропорт
-
Китапхана
-
Аланд утрауҙарының диңгеҙ музейы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ http://www.stat.fi/til/vaerak/index.html — ISSN 1797-5379; 1797-5387; 1797-5395
- ↑ Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot — Association of Finnish Municipalities.
- ↑ http://paikkatiedot.fi/so/1000772/12002488 — National Land Survey of Finland.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Vänorter — Мариехамн.
- ↑ 6,0 6,1 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ http://www.gect.ru/country/europe/aland/osnovnoe.html
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.) — MML.
- ↑ 9,0 9,1 Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 209. — 459 с. — 70 000 экз. Указано ударение на первый слог.
- ↑ 10,0 10,1 Хәтер кисәһе н аланд утрауҙары, рәсәй императрицаһы 2013 йыл 31 июль архивланған.
- ↑
- ↑
- ↑ Императрица Мария Александровна һәйкәл асылды(недоступная ссылка)
- ↑ Gröna Udden . Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
- ↑ Mariehamn | SwedenAbroad . Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт (швед.)
- Карта Мариехамна
- Карта Мариехамна и прилегающих территорий 2006 йыл 23 ноябрь архивланған. (недоступная ссылка — история)
- Мариехамн. Маршруты осмотра достопримечательностей (рус.)