Эстәлеккә күсергә

Подгорица

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Подгорица
черногор. Подгорица, Podgorica
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Черногория

Координаталар

42°26′23″ с. ш. 19°15′58″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Оливера Иняц[d]

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1326 йылда

Элекке исеме

Бирзиминум, Рибница, Богуртлен, Титоград

Майҙаны

225 км²

Бейеклеге

49 м

Халҡы

150 977[1] кеше (2011)

Тығыҙлығы

671 кеше/км²

Агломерация

185 937 кеше (2011)

Милли состав

черногорҙар, сербтар, албандар

Конфессиональ составы

православиелылар, мосолмандар, католиктар

Этнохороним

подгорицалы, подгорицалылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+382 20

Почта индексы

81000

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

PG

Рәсми сайт

podgorica.me

Подгорица (Ер)
Подгорица
Подгорица

Подго́рица[2] (черногор. По̀дгорица/Pòdgorica[3], 1952—1992 йылдарҙа Титоград) — ҡала, Черногорияның баш ҡалаһы[комм. 1]. Подгорица баш ҡала общинаһының административ үҙәге. Черногорияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге.

Халҡы 150,9 мең (2011 йыл), йәғни ил халҡының ¼ өлөшө. Скадар яйлаһының ҙур киңлегендә, Морача йылғаһы буйында, Скадар күленән һәм Адриатик диңгеҙенән алыҫ булмаған йомшаҡ климатлы уңдырышлы үҙәндә урынлашҡан.

Титоград гербы

Хәҙерге Подгорица урынында тәүге торама таш быуат осоронда уҡ нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем бында иллирий ҡәбиләләре йәшәгән, ә һуңынан был ерҙәрҙе римлылар яулап алған. Римлылар Бирзиминиум (Birziminium) тигән ҡалаға нигеҙ һалған.

Подгорицанан яҡынса 3 км алыҫлыҡта римлыларҙың икенсе ҡалаһы — Диоклеяның харабалары урынлашҡан. Рим императоры Диоклетиан (фараз буйынса уның исеме «диоклеялы» тип аңлатыла) сығышы менән ошо урындарҙан булған тип иҫәпләнә. Һуңыраҡ славяндар осоронда Диоклея атамаһы Дукля тип үҙгәрә һәм барлыҡ төбәк шулай атала башлай.

Нигеҙләнгәндән алып ҡала мөһим сауҙа юлдары (Зета, Морача, Рибница һәм Ситница йылғалары) сатында урынлашҡан.

V быуатта бында славяндар килеп төпләнә. Улар үҙ дәүләтен булдыра, даими рәүештә Византия менән һуғыш алып бара. Рибница исемле йылға буйында, шул йылға исемен алған яңы ҡала төҙәйҙәр. Тәүге тапҡыр был атама Неманичи серб король династияһы хакимлығы осоронда телгә алына. Ҡаланың әһәмиәте уның Адриатик диңгеҙгә йүнәлгән сауҙа юлында урынлашыу менән билдәләнә.

Ҡаланың артабанғы Подгорица атамаһы тәүге тапҡыр 1326 йылда Котор архивының суд документтарында телгә алына. Ул ваҡытта ҡала бай булған, сөнки уның аша Дубровник һәм Сербия араһында бигерәк тә йәнле сауҙа алып барылған.

1474 йылдан ҡала Ғосман империяһы составына керә. Ғосмандар бында ҙур ҡәлғә төҙөй, ошонан черногор кландары менән һуғыш алып барыла. Башнялар, диуарҙар һәм ҡапҡалар менән нығытылған ҡала черногорҙарҙың һөжүмдәрен кире ҡағырға мөмкинлек биргән. 1864 йылда Подгорица ҡалаһы Богуртлен («ҡара көртмәле») тип аталған Ишкодра вилайәтәнең административ үҙәге булып китә. Ҡала шулай уҡ Бургурице албан атамаһы буйынса ла билдәле.

Иҫке Вәзир күпере

1878 йылда Берлин конгрессы ҡарарҙарына ярашлы Черногорияның суверен кенәзлек булараҡ бойондороҡһоҙлоғо таныла һәм Подгорица яңы илдең бер өлөшө булып китә.

1901 йылда Подгорицала Черногорияның беренсе банкы асыла. 1902 йылда тәүге коммерция предприятиеһы — тәмәке плантацияһына нигеҙ һалына. Ике донъя һуғыштары араһында ҡала халҡының иҫәбе 13 мең кешегә барып етә.

Икенсе донъя һуғышы осоронда Подгорица 70-тән ашыу тапҡыр утҡа тотола һәм нигеҙенә тиклем тиерлек емерелә. 4100-ҙән ашыу кеше һәләк булған. 1944 йылдың 19 декабрендә ҡала азат ителә. 1946 йылдың 13 июлендә Титоград (Иосип Броз Тито хөрмәтенә аталған) тип атала һәм Черногория Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы статусы бирелә. Бынан һуң ҡала тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Заманса юлдар һәм аэропорт төҙөлә. 1992 йылдың 2 апрелендә ҡалаға Подгорица тарихи атамаһы кире ҡайтарыла.

Ҡалала эҫе, ҡоро йәйге һәм уртаса һалҡын ҡышҡы урта диңгеҙ климаты. Ҡар ғәҙәти күренеш, әммә ҡышҡы осорҙоң бер нисә көнөндә генә күәтелә. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары — 1544 мм, йыллыҡ уртаса температура — 16,4 °C. Йыл һайын яҡынса 135 көн +25 °C-тан юғарыраҡ була. Июлдә һәм августта термометр күрһәткестәре йыш ҡына 40 °C-тан юғары күтәрелә. 2007 йылдың 16 авгусында рекордлы юғары температура — 44,8 °C теркәлә[4].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 18,8 23,0 27,0 30,0 33,8 38,5 41,8 44,8 38,9 32,2 27,4 20,0 44,8
Уртаса максимум, °C 9,5 11,3 15,1 19,1 24,3 28,2 31,8 31,7 27,3 21,7 15,4 11,1 20,5
Уртаса температура, °C 5,0 6,8 10,0 13,9 19,0 22,8 26,0 25,5 21,4 15,9 10,5 6,5 15,3
Уртаса минимум, °C 1,4 3,1 5,8 9,1 13,5 17,3 20,3 20,2 16,5 11,6 6,8 2,9 10,7
Абсолют минимум, °C −17 −10,9 −8,4 −0,5 2,5 8,2 11,0 9,0 4,0 −1,5 −7,4 −10 −17
Яуым-төшөм нормаһы, мм 192 167 159 144 89 63 38 66 121 166 239 217 1661
Сығанаҡ: Climate Charts WMO Погода и Климат
Торлаҡ йорт

Подгорица — Черногорияның иң ҙур ҡалаһы, бында ил халҡының яҡынса дүрттән бер өлөшө йәшәй.


2003 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Подгорица муниципалитетында 169132 кеше йәшәгән, шул иҫәптән Подгорица ҡалаһына — 136473 кеше килә.

Йыл Ҡала
халҡының
иҫәбе
Муниципалитет
халҡының
иҫәбе
1948
14 369
48 599
1953
19 868
55 669
1961
35 054
72 319
1971
61 727
98 796
1981
96 074
132 290
1991
117 875
179 401
2003
136 473
169 132

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, муниципалитет халҡының 57% үҙен черногор, 26% — серб, 11 % — албан тип иҫәпләй.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала RTCG дәүәлт телеканалының һәм бер нисә коммерция телестудияларының (TV In, NTV Montena, Elmag RTV, RTV Atlas и MBC) үҙәк офисатры урынлашҡан.

Черногорияның барлыҡ кәндәлек гәзиттәре (Vijesti, DAN һәм Pobjeda) Подгорицала нәшер ителә.

Тимер юл вокзалы

Подгорица автомобиль, тимер юл һәм авиабәйләнештең ҙур транспорт үҙәге булып тора. Подгорица аша дүрт Европа автомобиль маршруты үтә:

Ҡаланың йәмәғәт транспорты автобустар һәм таксиҙарҙан тора.

Подгорица — Черногорияның төп тимер юл төйөнө, уның аша БелградБар, Подгорица — Никшич, Подгорица — Шкодер тимер юл тармаҡтары үтә.

Подгорицаның көньяғында 12 км алыҫлыҡта халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. Ул Черногориялағы ике аэропорттың береһе[5].

Подгорицаның мәҙәни үҙәктәре:

  • Черногор милли театры
  • Ҡала театры, Балалар театры һәм Ҡурсаҡ театры менән бергә.
  • Ҡала музейы (1950).
  • Тәбиғәт тарихы музейы.
  • Археологик тикшеренеүҙәр үҙәге (1961)
  • Марко Милянов музейы.
  • Петрович-Негоши һарайы галереяһы (1984).
  • Будо Томович мәҙәни-мәғлүмәти үҙәге.

Подгорицала А. С. Пушкин һәм В. С. Высоцкий һәйкәлдәре бар.

Подгорицала бер дәүләт юғары уҡыу йорто — Черногория университеты (уның төп кампусы), ике хосуси юғары уҡыу йорто — Черногория фән һәм сәнәғәт академияһы һәм Дукля фән һәм сәнғәт академияһы урынлашҡан.

Ҡалала 34 башланғыс һәм 10 урта (шул иҫәптән гимназия) мәктәп эшләй.

Радосав Люмович милли китапханаһы — илдә иң әһәмиәтле иҫәпләнә.

Ғосман империяһы осоронда (14741878) Подгорицала төрөк архитектураһындағы күп бина төҙөлгән. Ҡаланың иң боронғо өлөштәре — Стара Варош һәм Драч ошондай типтағы йорттарҙан тора, шулай уҡ ике мәсетте, сәғәт башняһын һәм боролмалы тар урамдарҙы күрергә мөмкин.

Подгорица Черногрия составына кергәс ҡала үҙәге Рибница йылғаһының икенсе ярына күсә, бында киң юлдар һәм Европа стилендәге биналар һалына. Югославия осоронда ҡала совет архитектураһы стилендә реконструкциялана.

Комментарийҙар
  1. Статья 5 конституции Черногории: Главни град Црне Горе је Подгорица. Пријестоница Црне Горе је Цетиње. При этом, оба слова в сербском языке обозначают «столицу»
Сығанаҡтар
  1. Teritorija i stanovništvo. // podgorica.me. Дата обращения: 2015-2-27.
  2. Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка : [рус.]. — М. : ООО «Издательство "Мир и Образование"», 2010.
  3. Шипка, Милан. Правописни речник српског језика: са правописно граматичким саветником. — Нови Сад: Прометеј, 2010. — 1412 с. — 5000 экз. — ISBN 978-86-515-0455-9.
  4. Черногория сегодня 2019 йыл 14 июнь архивланған.
  5. Аэропорт Подгорица 2019 йыл 22 март архивланған.