Адриатик диңгеҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Адриатик диңгеҙ
УрынлашыуыУрта диңгеҙ 
Майҙаны144 000 км²
Иң ҙур тәрәнлек1230 м
Урта диңгеҙ
Точка
Адриатик диңгеҙ
Адриатик диңгеҙ сәйәси картала  (инг.)
Адриатик диңгеҙ сәйәси картала  (инг.)
 Адриатик диңгеҙ Викимилектә

Адриатик диңгеҙ (итал. mare Adriatico, слов. Jadransko morje, хорв. һәм босн. Jadransko more, алб. Deti Adriatik, лат. mare Hadriaticum) — Апеннин һәм Балҡан ярымутрауы араһында урынлашҡан Урта диңгеҙҙең бер өлөшө. Диңгеҙ һыуҙары Италия (1000 км-ҙан ашыу), Словения (47 км), Хорватия (1777 км), Босния һәм Герцеговина (20 км), Черногория (200 км), Албания (472 км) дәүләттәренең ярҙарын йыуа.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙгә атаманы, По һәм Адидже йылғаларының дельтаһы яр буйында урынлашҡан, боронғо Адрия порты биргән[1]. Башта боронғо гректар былай итеп диңгеҙҙең тик төньяҡ өлөшөн атағандар (грек. Adrias Kolpos), әммә һуңыраҡ был атама бөтә диңгеҙгә күскән. Боронғо Римда был диңгеҙ Mare Seperum йәғни Mare Hadriaticum тип аталған.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны — 144 мең км², тәрәнлге — төньяҡ өлөшөндә 20 метрҙан көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә 1230 метрға тиклем. Көньяҡ өлөшөндә Отранто боғаҙы аша Ион диңгеҙе менән тоташа. Ҡоро ер эсенә 796 километрға үтеп инә, киңлеге 93 километрҙан 222 километрға тиклем барып етә/

Иң ҙур ҡултыҡтары: Венеция, Триест һәм Манфредония. Иң ҙур яр буйы утрауҙары — Крк (405 км²), Црес (405 км²), Брач (395 км²), Хвар (300 км²), Паг (285 км²) һәм Корчула (276 км²)[2].

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты урта диңгеҙ һыҙаттарына эйә, әммә унан бер ни тиклем айырыла. Төбәк елдәре (бор, мистраль, сирокко) һауа температураһына ҙур йоғонто яһай. Һыу температураһы төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай августта 24°C-тан 26 °C-ҡа тиклем, ә февралдә 7°C-тан 13 °C-ҡа тиклем үҙгәрә. Тоҙлолоғо 35—38 промилле.

Хужалыҡта әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Далмация яр буйҙары ваҡ утрауҙарға бай

Балыҡ тотоу (сардиналар, скумбрия һымаҡтар), марикультура (устрицалар, мидиялар) үҫешкән. Шельфтә нефть һәм тәбиғи газ сығарыла.

Төп порттары:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]