Пушкин Александр Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Александр Сергеевич Пушкин
Portrait of Alexander Pushkin (Orest Kiprensky, 1827).PNG

Александр Пушкин,
Рәссам: Орест Кипренский.

Пушкин: «Себя как в зеркале я вижу, но это зеркало мне льстит».
Псевдонимдары:

Александр НКШП, Иван Петрович Белкин,
Феофилакт Косичкин (журнальный)[1], P., Ст. Арз. (Старый Арзамасец), А. Б.

Тыуған көнө:

26 май (6 июнь) 1799({{padleft:1799|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Мәскәү,
Рәсәй империяһы

Вафат булыу датаһы:

29 ғинуар (10 февраль) 1837({{padleft:1837|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (37 йәш)

Вафат булған урыны:

Санкт-Петербург,
Рәсәй империяһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик, драматург, тәржемәсе, тарихсы

Ижад йылдары:

18141837

Йүнәлеше:

Романтизм, реализм

Жанр:

Шиғриәт, проза, пьеса, тәнҡит, публицистика, тарих, тәржемә

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

урыҫ, француз

Дебют:

К другу стихотворцу (1814)

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Александр Сергеевич Пушкин (урыҫ. Александр Сергеевич Пушкин) — бөйөк урыҫ шағиры, яҙыусы, драматург, урыҫ әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, Рәсәй Империяһы Фәндәр Академияһы ағзаһы.

Нәҫел тамырҙары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Александр Сергеевич Пушкиндың тамырҙары легенда буйынса Ратшаға барып олғашҡан Пушкиндарҙың күп тармаҡлы титуллаштырылмаған дворян ырыуына барып тоташа. Пушкин үҙенең килеп сығышы хаҡында шиғри формала ла, прозала ла күп яҙа; ул үҙенең ата-бабаларын боронғо ырыу, иленә тоғро хеҙмәт итеүсе, ләкин хакимдарҙың миһырбанлығын яулай алмаған һәм «ҡыуылып йөрөгән» ысын «аристократия» өлгөһө итеп күрә. Петр I тәрбиәләнеүсеһе һәм ялсыһы, ә аҙаҡтан хәрби инженер һәм генерал булып киткән, әсәһе яҡлап олатаһы — африканлы Абрам Петрович Ганнибал образына (шул иҫәптән ижади формала) мөрәжәғәт итеүе бер тапҡыр ғына булмай.

Атаһы яҡлап олатаһы Лев Александрович — артиллерия полковнигы, гвардия капитаны. Атаһы — Сергей Львович Пушкин (1767—1848), һүҙ оҫтаһы, һәүәҫкәр шағир. Пушкиндың әсәһе — Надежда Осиповна (1775—1836) Ганнибалдың ейәнсәре. Атаһы яҡлап туғаны Василий Львович (1766—1830), Карамзин даирәһендә билдәле шағир. Сергей Львович менән Надежда Осиповна ғаиләһендә Александрҙан башҡа ҡыҙҙары Ольга (кейәүҙә — Павлищева, 1797—1868) һәм улдары Лев (1805—1852) иҫән ҡала.

Бала сағы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Пушкин 1799 йылдың 26 майында (6 июнь) Мәскәүҙә тыуа. Елеховта Богоявление сиркәүенең метрика китабында (хәҙер уның урынында Елоховтың Богоявление соборы урынлашҡан) 1799 йылдың 8 июненә башҡалар менән бер иҫәптән ошондай яҙыу тура килә: Майҙың 27-һе. Колеж регистраторы Иван Васильевич Скварцов урамында унда йәшәүсе Моёр Сергий Львович Пушкиндың улы Александр тыуҙы. Июндең 8-дә суҡындырылды.

1805—1810 йылдарҙың йәй айҙарын буласаҡ шағир Звенигородтан алыҫ түгел, Мәскәү эргәһендә Захаров ауылында әсәһе яҡлап өләсәһе Мария Алексеевна Ганнибал (1745—1818, ҡыҙ фамилияһы — Пушкина, шәжәрәнең икенсе тармағынан) янында үткәрә. Уның тәүге баласаҡ тәьҫораттары бер ни тиклем һуңыраҡ ижад ителгән тәүге поэмаларында («Монах»,1813; «Бова», 1814), «Юдинға мөрәжәғәт» (1815), «Төш» (1816) исемле лицей шиғырҙарында сағылыш таба. Өләсәһе ейәне хаҡында түбәндәгеләрҙе яҙа: Белмәйем, минең оло ейәнемдән кем сығыр. Малай аҡыллы һәм китап уҡырға әүәҫ, тик насар уҡый, дәресен һирәк осраҡта еренә еткерә: йә уны ҡуҙғатып булмай, балалар менән уйнарға ҡыуып та сығара алмаҫһың, йә ул кинәт ҡуҙғып китә, бер нисек тә тынысландырып булмай, үҙен бер сиктән икенсеһенә ташлай, урталыҡ юҡ унда.

Үҫмер сағы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Пушкин 1811 йылдың 19 окбярендә асылған Царскосельск лицейында алты йыл ғүмерен үткәрә. Бында йәш шағир 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларын кисерә. Шунда уҡ уның тәүге тапҡыр шиғри һәләте асыла һәм юғары баһалана. Лицейҙа үткән йылдар, ундағы дуҫлыҡ тураһында хәтерләүҙәр шағир күңелендә мәңгегә һаҡланып ҡала.

Лицейҙа уҡыу осоронда Пушкин күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уны баласағында атаһының библиотекаһында уҡыған китаптары аша ижадтары менән танышҡан ХVII-ХVIII быуат француз шағирҙары илһамландыра. Вольтер һәм Парни йәш Пушкиндың яратҡан авторҙары була. Уның башланғыс лирикаһында француз һәм рус классицизмы традициялары ҡушыла. "Еңел шиғриәт"тә танылған мастер Батюшков һәм романтизм башлығы Жуковский Пушкин-шағирҙың тәүге уҡытыусылары була. 1813—1815 йылдар осорона ҡараған Пушкин лирикаһы тормош шатлыҡтары менән ләззәтләнеүгә сарсауҙы һүрәтләгән ғүмерҙең бик тиҙ үтеүе мотивтары менән һуғарылған. 1816 йылдан алып, Жуковский артынса, ул элегияларға мөрәжәғәт итә, был жанрға характерлы булған яуапһыҙ мөхәббәт, йәшлектең үтеүе, күңелдең һүрелеүе кеүек мотивтарҙы үҫтерә. Пушкин лирикаһы әле был ваҡытта башҡаларҙыҡына оҡшаш, әҙәби шартлылыҡ һәм штамптар менән тулы, шуға ҡарамаҫтан ул ваҡытта уҡ ижад итә башлаусы шағир үҙенсәлекле юл һайлай. Камерный шиғриәт менән генә сикләнмәй, Пушкин ауырыраҡ, мәғәнәлерәк темаларға мөрәжәғәт итә. Державиндың фатихаһын алған «Батша ауылында хәтерләүҙәр»(1814), Пушкин был шиғырын 1815 йыл башында Державин булғанда уҡый, 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бағышланған. Был шиғыр 1815 йылда «Рәсәй музеумы» журналында авторҙың тулы исеме аҫтында баҫтырылып сыға. Ә Пушкиндың «Лициния» мөрәжәғәтендә Рәсәйҙең ул саҡтағы тормошо сағылыш таба, «деспоттың яратҡаны» образында Аракчеев күрһәтелә. Ижад юлының башында уҡ ул үткән быуаттың рус сатирик яҙыусылары менән ҡыҙыҡһына. «Фонвизин күләгәһе» (1815) сатирик поэмаһында Фонвизиндың йоғонтоһо һиҙелһә, «Бова»(1814), «Безверие» әҫәрҙәре Радищев ижады менән бәйле.

Псевдонимдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Пушкиндың бер нисә псевдонимы булған: Александр НКШП, Иван Петрович Белкин, Феофилакт Косичкин (журналдарҙа)[2] , P., Ст. Арз. (Старый Арзамасец), А. Б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Благой Д. Д. Творческий путь Пушкина (1813-1826) — М.: Издательство Академии наук СССР, 1950.
  • Благой Д. Д. Творческий путь Пушкина (1826-1830) — М.: Советский писатель, 1967.
  • Благой Д. Д. Стихотворения Пушкина // Собрание сочинений А. С. Пушкина в десяти томах — М.: Икар, 1959. — Т. 1.
  • Васькин А. А. Я не люблю московской жизни, или Что осталось от пушкинской Москвы. — М., 2010. — 320 с.
  • Веселовский С. Б.: Исследования по истории класса служилых землевладельцев|39—181|Род и предки А. С. Пушкина в истории.
  • Волович Н. М. Пушкинские места Москвы и Подмосковья. — М., 1979. — 231 с.: ил.
  • Грановская Н. И. Если ехать вам случится… — Л.: Лениздат, 1989.
  • Иванов Вс. Н. Александр Пушкин и его время — М.: Молодая гвардия, 1977. — 448 б. — 100000 экз.
  • Книга в России до середины XIX века — Под ред. А. А. Сидорова, С. П. Луппова. — Л., 1978. — 320 с.
  • Лацис А. Почему плакал Пушкин? — М.: Алгоритм, 2013. — 4900 б. — (Жизнь Пушкина). — 2000 экз. — ISBN 978-5-4438-0408-8.
  • Летопись жизни и творчества А. С. Пушкина: В 4 т. / Сост. М. А. Цявловский, Н. А. Тархова; Науч. ред. Л. Я. Левкович; Худож. В. В. Медведев — М.: СЛОВО/SLOVO, 1999.
  • Лотман Ю. М. Александр Сергеевич Пушкин: Биография писателя // Пушкин: Биография писателя; Статьи и заметки, 1960—1990; «Евгений Онегин»: Комментарий — СПб.: Искусство-СПБ, 1995. — Б. 21—184.
  • Ободовская И., Дементьев М. Наталья Николаевна Пушкина — 2-е издание. — М.: Советская Россия, 1987.
  • Ободовская И., Дементьев М. Вокруг Пушкина — М., 1975.
  • Последний год жизни Пушкина / Составление, вступительные очерки и примечания В. В. Кунина — М.: Правда, 1988. — 704 б. — 400000 экз.
  • Пушкин А. С. Сочинения: В [10 т.]. — 3-е изд. — СПб.: Изд. А. С. Суворина, 1887.
  • Род и предки А. С. Пушкина / Сост. и предисловие О. В. Рыковой — М.: Васанта, 1995. — 448 б. — (Пушкинская библиотека). — ISBN 5-8448-0031-1.
  • Русаков В. М. Рассказы о потомках А. С. Пушкина — СПб.: Лениздат, 1992. — 447 б. — ISBN 5-289-01238-9.
  • Рыскин Е. И. Журнал А. С. Пушкина «Современник»: 1836—1837: Указ. содерж. — М., 1967. — 93 с.
  • Халиппа И. Н. Город Кишинев времен жизни в нем Александра Сергеевича Пушкина. 1820-23 гг. — Кишинев: Бессарабская губернская ученая архивная комиссия, 1899. — 72 б.
  • Чернышевский Н. Г. Александр Сергеевич Пушкин. Его жизнь и сочинения // Чернышевский Н. Г. Полное собрание сочинений : в 15 т. — М., 1947. — Т. 3. — С. 310–339.
  • Щёголев П. Е. Злой рок Пушкина: Он, Дантес и Гончарова — М.: Алгоритм, Эксмо, 2012. — 384 б. — (Жизнь Пушкина). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-55039-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Яҙыусы Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.