Фонвизин Павел Иванович
Фонвизин Павел Иванович (фон-Визин, 1746 йыл—1803 йыл) — Рәсәй империяһы сенаторы, әҙәбиәтсе һәм тәржемәсе, Фонвизиндар нәҫеленән, 1784—1796 йылдарҙа Мәскәү университетының директоры, драматург Денис Фонвизиндың ҡустыһы, декабрист Михаил Фонвизиндың ағаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Иванович Фонвизин немец сығышлы дворян нәҫеленән. Ун йәшендә Павел Фонвизин Семён полкына бирелә һәм бер үк ваҡытта өлкән ағаһы Денис менән бергә Мәскәү университеты гимназияһына уҡырға инә. 1762 йылда гимназия һәм университет курсын уңышлы тамамлап, сержант дәрәжәһендә үҙ полкынан сит ил эштәре коллегияһы ҡарамағына курьер эше өсөн командировкаға ебәрелә. Европаның төрлө илдәрендә була. Биш йыл Европа дәүләттәрендә курьер сифатында йөрөй. 1772 йылда Фонвизин Григорий Орловты (генерал-фельдцейхмейстер, батшабикә Екатерина II фавортиы) Фокшиниҙа (Румыния ҡалаһы) оҙатҡанда , Көҫөк-Ҡайнарджия (Кючук-Кайнарджийский мир) килешеүе төҙөлгәнсе урыҫ ғәскәрҙәрендә 1774 йылға тиклем ҡала.
Университетта уҡығада уҡ Павел Фонвизиндың телгә ҡыҙыҡһыныуы тыуа, антик һәм Европа авторҙарының әҫәрҙәрен тәржемә итә, шиғырҙар яҙа, университеттың популяр баҫмаһы «Собрание лучших сочинений к распространению знаний» журналында тәржемәсе сифатында ҡатнаша, 1760 йылдар уртаһында француз теленән бер нисә художество әҫәрҙе тәржемә итә.
1781 йылда — Прокурор ярҙамсыһы . 1782 йылда — Мәскәүҙең енәйәт суды палатаһы рәйесе.[8]
1784 йылдың 6 июлендә Мәскәү университеты директоры итеп тәғәйенләнә. Мәскәү университетында Фонвизиндың төп бурысы — Моховойҙа яңы корпус һалыу. 1784 йылда уның ике ситке флигеле төҙөлә. 1786 йылдың 23 авгусында куратор М. М. Херасков артынса буласаҡ үҙәк корпус нигеҙенә таш һала. Яңы бинаның төп үҙенсәлеге — уның функционаллегендә: аудиториялар, китапхана, музей, торлаҡ нумерацияһы, ашхана — барыһы ла күҙ уңында тотолған.
1796 йылда сенатор итеп тәғәйенләнә. 1799 йылда Неплюев менән бергә Воронеж, Сембер, Һарытау һәм Әстерхан губерналарына ревизия менән командировкаға китә.
Мәскәүҙә Донской монастыры зыяратында ерләнгән.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Француз теленән тәржемә ителгән : «Нравоучительные сказки» (соч. Мармонтеля, 3 части, 1764 и 1787), «Сила родства» (испанская повесть, соч. госпожи Гомец, М., 1764); «Друг девиц» (М., 1765).
1780 йылда (псевдонимы «Әҙәбиәт һөйөүсе») «Матросские шутки» комик опера өсөн либретто яҙа, композитор С. Жорж[9][10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 ФОНВИЗИН Павел Иванович // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 3: Р—Я (урыҫ) / под ред. А. М. Панченко — СПб.: Наука, 2010. — С. 319. — ISBN 978-5-02-025203-5
- ↑ Фонвизин, Павел Иванович (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXVI. — С. 232.
- 1 2 ФОНВИЗИН Павел Иванович // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 3: Р—Я (урыҫ) / под ред. А. М. Панченко — СПб.: Наука, 2010. — С. 321—322. — ISBN 978-5-02-025203-5
- ↑ ФОНВИЗИН Павел Иванович // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 3: Р—Я (урыҫ) / под ред. А. М. Панченко — СПб.: Наука, 2010. — С. 319—320. — ISBN 978-5-02-025203-5
- 1 2 3 4 5 6 ФОНВИЗИН Павел Иванович // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 3: Р—Я (урыҫ) / под ред. А. М. Панченко — СПб.: Наука, 2010. — С. 320. — ISBN 978-5-02-025203-5
- ↑ Шевырёв С. П. История императорского Московского университета (урыҫ) — М.: Университетская Типография, 1855. — С. 252.
- 1 2 ФОНВИЗИН Павел Иванович // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 3: Р—Я (урыҫ) / под ред. А. М. Панченко — СПб.: Наука, 2010. — С. 322. — ISBN 978-5-02-025203-5
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 783
- ↑ Бадалич И.М.ruhr, Берков П.Н. Комическая опера «Матросские шутки» и её автор // XVIII век : серийный сборник / ИРЛИ РАН. — Л., 1959. — Т. 4. — С. 422—425. — ISSN 0130-075X.
- ↑ Либретто «Матросские шутки» в разделе НЭБ «Книжные памятники».
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ремарчук В. В. Фортунатов Павел Иванович // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755-1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 783. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фонвизин, Павел Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- «Назидательные ҡағиҙәләре» П И. Фонвизина
- Фонвизин Павел Иванович (неопра.) Мәскәү университеты йылъяҙмалар. Мөрәжәғәт дата: 11 апрель 2017.
- 9 июндә тыуғандар
- 1746 йылда тыуғандар
- 6 майҙа вафат булғандар
- 1803 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Рус шағирҙары
- Алфавит буйынса рус яҙыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 24 апрелдә вафат булғандар
- 29 майҙа тыуғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Мәскәү Император университетының директорҙары һәм ректорҙары