Мадрид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Мадрид
исп. Madrid
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Испания

Регион

Мадрид

Провинция

Мадрид

Координаталар

40°24′ с. ш. 3°41′ з. д.HGЯO

Алькальд|Алькальд (мэр)

Manuela Carmena Castrillo

Беренсе мәртәбә телгә алынған

X быуат

Майҙаны

607 км²

ДК бейеклеге

667 м

Халҡы

3 273 049[1] кеше (2010)

Тығыҙлығы

5293,7 кеше/км²

Милли состав

испандар

Конфессиональ составы

католиктар

Этнохороним

мадри́длылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+34 91

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

munimadrid.es  (исп.)

Мадрид (Испания)
Мадрид
Мадрид
Мадрид (Испания Мадрид)
Мадрид

Мадри́д (исп. Madrid [maˈðɾið]) — Испанияның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы, шулай уҡ шул исемдәге провинцияның һәм автоном берләшмәһенең административ үҙәге. Муниципалитет Оло Мадрид (Ареа-Метрополитан) районына (комаркаһына) ҡарай. Илдең эре иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙәге. Ҡала халҡы — 3,273 млн кеше (2010).

Ҡала Пиреней ярымутрауының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Оло Мадрид 1,2 мең км² майҙанға йәйелгән ҡала агломерацияһы булып тора. Ҡала үҙе 607 км² майҙанды биләй һәм 21 административ районды берләштерә[2]. Эре транспорт үҙәге (бында тимер юл һәм тиҙ йөрөшлө шоссе юлы бар, донъялағы иң ҙур аэропорттарҙың береһе урынлашҡан). Мадрид — ҙур мәҙәни үҙәк, унда халыҡ-ара кимәлдәге күп музейҙар урынлашҡан, улар араһында Прадо музейы, Королева Софияның Сәнғәт үҙәге, Тиссен-Борнемис Музейы һәм Мадрид Форум бар, был музейҙар донъяла кешеләр иң күп йөрөүсе музейҙар исемлегендә[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала исеменең барлыҡҡа килеүе буйынса байтаҡ фараздар бар. Билдәле булыуынса, ул 939 йылда «Магерит» исеме аҫтында, фаразланыуынса, ғәрәпсә «маңдар» — «ҡала» мәғәнәһендә атала. Икенсе фаразға ярашлы, исеме ғәрәпкә тиклемге, иҫке испан теленән килгән: maderita — «урман үҫентеһе» тигәнде аңлата[4].

Башҡа фараздар ҙа бар:

  1. Боронғо риүәйәт буйынса, Мадридҡа Тибериндың (Тибр йылғаһы илаһы) һәм Манто исемле күрәҙәсе ҡатындың улы антик герой Окний нигеҙ һалған. Мансанарес йылғаһы буйында Карпетан Мантуя ҡәлғәһенә нигеҙ һалына.
  2. «Мадрид» исеме кельт телендәге «Магерит»тан - «ҙур күпер» (Испанияны ғәрәптәр яулағандан һуң, «Маджерит» тип боҙоп күрһәтелгән) барлыҡҡа килә, тигән фараз бар.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мадрид Испанияның үҙәк өлөшөндә, диңгеҙ кимәленән 667 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡала аша ҙур булмаған, элек тарихи Кастилия өлкәһенә ҡараған, Мансанарес йылғаһы аға. Төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Сьерра-де-Гуадаррама (иң бейек нөктәһе Пеньялара — 2430 м) тау массивы урынлашҡан.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ кимәленән 667 метрлыҡ бейеклеге һәм континенталь климаты арҡаһында Мадридта яуым-төшөмдөң күләме аҙ һәм йәй эҫе, ә ҡыш Урта диңгеҙ яры буйындағы ҡалаларға ҡарағанда күпкә һалҡыныраҡ. Ҡар яуыу йыл һайын тиерлек, ҡайһы саҡта ҡыш бигерәк тә ҡарлы була. Ғинуарҙа уртаса температура 5—6 °C, июлдә — 25—26 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөи күләме 400 мм тәшкил итә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 20,9 23,3 26,2 31,6 36,0 40,0 41,6 40,9 39,0 31,7 25,0 20,5 41,6
Уртаса максимум, °C 10,7 13,1 17,1 18,9 23,2 29,6 33,3 32,7 27,7 20,9 14,7 11,0 21,1
Уртаса температура, °C 5,9 7,5 10,9 12,7 16,7 22,2 25,7 25,1 20,8 15,0 9,7 6,4 14,9
Уртаса минимум, °C 0,6 1,5 3,9 5,9 9,6 14,2 17,1 16,9 13,4 9,1 4,4 1,8 8,2
Абсолют минимум, °C −10,9 −13,8 −7,2 −3 −1,2 3,0 6,6 6,8 3,4 −2,6 −11,3 −11,7 −13,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 31 34 29 42 48 21 12 10 24 58 58 46 413
Сығанаҡ: Погода и климат[5]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Айыу һәм ер еләге ағасы» һыны

Мансанарес йылғаһы яры буйҙарында археология ҡаҙылмалары Мадрид тирә-яғында кешеләрҙең барлыҡҡа килеүенең түбәнге палеолит осорона ҡарағанлығын раҫлай (100 мең йыл тирәһе элек). Әммә Мадрид ҡала булараҡ байтаҡ һуңыраҡ телгә алынған. Кордованың әмире Мөхәммәт I бойороғо буйынса леондар һәм кастилдарҙың Толедоға үтеп инеүенән һаҡлау өсөн ҡалаға нигеҙ һалына[6].

Ҡала Маджирит ҡәлғәһе тирәләй үҫә, уның тураһында беренсе тапҡыр 932 йылда телгә алына. Торлаҡ кварталдарҙан айырылған «Алькасба» ҡәлғәһе төҙөлә. Реконкиста ваҡытында, 1085 йылда Мадридты король Альфонсо VI яулап ала.

Ҡаланың 1561 йылға тиклем үҫеше король Филипп II, уны короллектең баш ҡалаһы итеп билдәләгәндән һуң, күп осраҡта йә һуғышып, йә тыныс йәшәгән ғәрәптәр һәм испандар араһындағы мөнәсәбәттәргә бәйле була. Ҡала хәҙерге заманға оҡшаған һыҙаттарҙы 1570 йылдарҙан 1670 йылдарға тиклем интенсив үҫеше осоронда ала. XVI быуат аҙағында Мадридта инде 80 мең кеше йәшәгән[7].

Король Филипп IV дәүерендә иҫәп буйынса дүртенсе ҡала диуары төҙөлә.

XVIII быуат башында испан тажы Бурбондарға күсә. 1734 йылда янған иҫке Алькасар һарайы (үҙенең лабиринттары менән билдәле булған) урынына Филипп V ваҡытында яңы король һарайы (Palacio Real) төҙөлә.

Королевский дворец

Карл III ваҡытында Мадрид ысын Европа баш ҡалаһы булып китә. Франческо Сабатини, Марке, Вентура Родригес, Хуан де Вильянуэва һ.б. кеүек архитекторҙар саҡырыла. Төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарыла: урамдарға таш түшәлә, яҡтыртыла, һыу менән тәьмин итеү яңыртыла. Ҡала неоклассицизм ҡиәфәтен ала. Әммә уның үҫеше туҡтай.

1808 йылда ҡаланы француздар баҫып ала. 1808 йылдың 2 майында француздар тарафынан король Фердинанд VII ҡолатылып һәм ҡалала Жозеф Бонапарт король итеп иғлан ителгәндән һуң, Мадрид ихтилалы ҡабынып китә, уны оккупанттар аяуһыҙ баҫтыра. Был эпизод (баш күтәреүселәрҙе атыу) Франсиско Гойяның билдәле бер полотноларында сағылған.

Франсиско Гойя. 1808 йылдың 3 майында баш күтәреүселәрҙе атыу. Прадо музейы йыйылмаһынан

Ике йылдан һуң азат итеү һуғышы башлана, ул 1808—1814 йылдарҙағы Испан революцияһына әйләнә. Һуңғараҡ Мадридтың үҫеше тураһында король Фердинанд VII һәм королева Изабелла II күп хәстәрлек күрә. Королева Изабелла ваҡытында ҡала ныҡ үҫешә, шуның менән бәйле бөтә тиерлек ҡала ҡапҡалары һүтелә. Беҙҙең көндәргә тиклем тик Толедо ҡапҡаһы һәм Алкала ҡапҡаһы ғына һаҡланып ҡалған (фрагмент).

Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында Алкала ҡапҡаһы

Ҡаланың етди төҙөлөшө XIX быуат аҙағы — XX быуат башында була. Иҫкеләре урынына яңы, киң урамдар һәм бульварҙар һалына, модерн («ар нуво») стилендә бик күп биналар төҙөлә. 1936 йылда граждандар һуғышы ваҡытында ҡаланы републиканлылар Франсиско Франко етәкселегендәге националистарҙан обороналай башлай. 1939 йылдың мартында гарнизон еңелеүен таный. Бөтә тарихи биналар зыян күрә, иҡтисад ҡыйынлыҡтар кисерә. Шуның менән бергә бер нисә архитектура проекты — триумфаль арка, Монклоа районында Хәрби-һауа көстәре штабы һ.б. төҙөлә. 1950 йылдарҙа АҠШ менән мөнәсәбәттәр яҡшыра башлай. Иҡтисад һәм туризм үҫешә.

Файл:Бой в Мадриде. 30 июля 1936.jpg
Мадрид казармалары районында фалангистарҙың һәм халыҡ милицияһының алышы

Франконың 1975 йылда үлеменән һәм Бурбондарҙың өсөнсө реставрацияһынан һуң тәхеткә король Хуан Карлос I ултыра.

Мадридта «мовида» кеүек билдәле хәрәкәт башлана — субкультуралар үҫешә һәм кино һәм театрҙың яңы эшмәкәрҙәре барлыҡҡа килә. 1990 йылдарҙа яңы хужожество музейҙары — королева София музейы һәм Тиссен-Борнемиса музейы асыла. 2004 йылдың 11 мартында Мадридта емергес террор акты була (бер нисә вокзалда бер үк ваҡытта шартлау). 11 март ваҡиғалары Нью-Йорктың 11 сентябрендәге террор актының Европа аналогы булып иҫәпләнә. Ҡорбандар иҫтәлегенә ҡала үҙәгендә «Вафат булғандар урманы» мемориалы төҙөлә.

Демография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Халыҡ һаны
1897 542 739
1900 575 675
1910 614 322
1920 823 711
1930 1 041 767
1940 1 322 835
1950 1 553 338
1960 2 177 123
1965 2 793 510
1970 3 120 941
Йыл Халыҡ һаны
1975 3 228 057
1981 3 158 818
1986 3 058 812
1991 3 010 492
1996 2 866 850
1998 2 881 506 [8]
1999 2 879 052
2000 2 882 860 [9]
2001 2 957 058 [10]
2002 3 016 788 [11]
Йыл Халыҡ һаны
2004 3 099 834 [12]
2005 3 155 359 [13]
2006 3 128 600 [14]
2007 3 132 463 [15]
2008 3 213 271 [16]
2009 3 255 944 [17]
2010 3 273 049 [18]
2011 3 265 038 [19]
2012 3 233 527 [20]
2013 3 207 247 [21]
Йыл Халыҡ һаны
2014 3 165 235 [22]
2015 3 141 991 [23]
2016 3 165 541 [24]
2017 3 182 981 [25]
2018 3 223 334 [26][27]
2019 3 266 126 [28]
2020 3 334 730 [29]
2021 3 305 408 [30]
2022 3 280 782 [31]
2023 3 332 035 [32]

Административ бүленеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мадридтың административ бүленеш картаһы

Административ планда Мадрид 21 районға бүленгән (исп. distritos), улар, үҙ сиратында, 131 төбәккә бүленгән (исп. barrios)[33].

Түбәндә килтерелгән исемлектә ҡалын хәреф менән район атамалары бирелгән.

  1. Сентро, төбәктәре: Паласио, Эмбахадорес, Кортес, Хустисия, Универсидад, Соль.
  2. Аргансуэла, төбәктәре: Пасео-Империаль, Акасиас, Чопера, Легаспи, Делисиас, Палос-де-Могер, Аточа.
  3. Ретиро, төбәктәре: Пасифико, Адельфас, Эстрелья, Ибиса, Херонимос, Ниньо-Хесус.
  4. Саламанка, төбәктәре: Реколетос, Гойя, Фуэнте-дель-Берро, Гиндалера, Листа, Кастельяна.
  5. Чамартин, төбәктәре: Эль-Висо, Просперидад, Сьюдад-Хардин, Испаноамерика, Нуэва-Эспанья, Кастилья.
  6. Тетуан, төбәктәре: Бельяс-Вистас, Куатро-Каминос, Кастильехос, Альменара, Вальдеаседерас, Берругете.
  7. Чамбери, төбәктәре: Гастамбиде, Арапилес, Трафальгар, Альмагро, Вальеэрмосо, Риос-Росас.
  8. Фуэнкарраль-эль Пардо, төбәктәре: Эль-Пардо, Фуэнтеларрейна, Пеньягранде, Баррио-дель-Пилар, Ла-Пас, Вальверде, Мирасьерра, Эль-Голосо.
  9. Монклоа-Аравака, төбәктәре: Каса-де-Кампо, Аргуэльес, Сьюдад-Университариа, Вальдесарса, Вальдемарин, Эль-Плантио, Аравака.
  10. Латина, төбәктәре: Лос-Карменес, Пуэрта-дель-Анхель, Лусеро, Алуче, Лас-Агилас, Кампаменто, Куатро-Вьентос.
  11. Карабанчель, төбәктәре: Комильяс, Опаньель, Сан-Исидро, Виста-Алегре, Пуэрта-Бонита, Буэнависта, Абрантес.
  12. Усера, төбәктәре: Окаситас, Оркасур, Сан-Фермин, Альмендралес, Москардо, Софио, Прадолонго.
  13. Пуэнте-де-Вальекас, төбәктәре: Энтревиас, Сан-Диего, Паломерас-Бахас, Паломерас-Суресте, Портасго, Нумансиа.
  14. Мораталас, төбәктәре: Павонес, Оркахо, Маррокина, Медиа-Легуа, Фонтаррон, Винатерос.
  15. Сьюдад-Линеаль, төбәктәре: Вентас, Пуэбло-Нуэво, Кинтана, Ла-Консепсьон, Сан-Паскуаль, Сан-Хуан-Баутиста, Колина, Аталайа, Костильярес.
  16. Орталеса, төбәктәре: Паломас, Вальдефуэнтес, Канильяс, Пинар-дель-Рей, Апостоль-Сантьяго, Пиовера.
  17. Вильяверде, төбәктәре: Сан-Андрес, Сан-Кристобаль, Бутарке, Лос-Росалес, Лос-Анхелес (Вильяверде).
  18. Вилла де Вальекас, төбәктәре: Каско-Историко-де-Вальекас, Санта-Эухения.
  19. Викальваро, төбәктәре: Каско-Историко-де-Викальваро, Амброс.
  20. Сан-Блас, төбәктәре: Симанкас, Эльин, Апоста, Аркос, Росас, Рехас, Канильехас, Сальвадор.
  21. Барахас, төбәктәре: Аламеда-де-Осуна, Аэропуэрто, Каско-Историко-де-Барахас, Тимон, Корралехос.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мадридтың тулайым эске продукты — испан ҡалалары араһында иң ҙуры, 2011 йылда ул 124,9 млрд евро тәшкил иткән. Мадридтың йыллыҡ бюджеты 2014 йылда 14,45 млрд евро тәшкил итә. Индустриаль үҙәктәрҙең ҡаланан ситтә урынлашҡан сәнәғәт парктарына күсереү тенденцияһына ҡарамаҫтан, Мадрид Испанияның Барселонанан ҡалыша мөһимлеге буйынса икенсе сәнәғәт үҙәге булып тора. Һуңғы осорҙа Барахас аэропортының әһәмиәте һәм уның административ һәм финанс өлөшө байтаҡ арта. Һуңғы йылдарҙа юлдар төҙөлөшө һәм тимер юлы транспорты киңәйә. Әммә Мадрид, бөтә Испания кеүек үк, башҡа Европа илдәренән яңы технологиялар үҫеше буйынса ҡалыша. Ҡала ситендә бер нисә автомобиль заводы бар.

Бынын тыш, Испанияла инфляция урта Европа кимәленән юғары. 1998 йылдан башлап торлаҡҡа хаҡтар 150 % артҡан, быға евроны индереү булышлыҡ итә. Төп сауҙа партнерҙары менән конкурентлылыҡ һәләте юғала. Мадрид илдә сит ил туристарының иң күп йөрөй торған ҡалаһы булараҡ, туризм эшмәкәрлеген үҫтерә. 1992 йылда Мадридты «Европа мәҙәниәте ҡалаһы» тип атау был процестың үҫешенә мөһим аҙым була.

Мәғарифы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала бер нисә ҙур университет урынлашҡан.

  • Сан-Фернандо нәфис сәнғәттәр король академияһы
  • Мадрид автономиялы университеты
  • Мадрид Карл III исемендәге университеты
  • Мадрид Комплутенсе университеты
  • Наварра халыҡ университеты
  • Дистанцион белем алыу милли университеты
  • Король Хуан Карлос исемендәге университет
  • IE Business School.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мадрид метрополитены схемаһы

Ҡалала автобус маршруттары селтәре һәм 1919 йылдан Мадрид метрополитены эшләй. Метрополитен һуңғы йылдарҙа тиҙ үҫешә, (мәҫәлән, ҡаланан көньяҡҡа ҡарай сәнәғәт ҡала ситтәрен тоташтырыусы икенсе ҡулса линияһы үткәрелгән). Мадрид метрополитены Европала Лондондан һуң (408 км) линияларының оҙонлоғо буйынса икенсе урында тора. Әлеге ваҡытта метроға өҫтәмә булып еңел метро булараҡ билдәле заманса трамвай селтәре асылған. «Еңел метро» тәпәш иҙәнле заманса трамвайҙарҙы Citadis 302 ҡуллана[34].

Ҡала электричкалары селтәре бар, ике төп тимер юлы вокзалы — Аточа (көньяҡ йүнәлеш) һәм Чамартин (төньяҡ йүнәлеш) бар.

Ҡаланан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай халыҡ-ара Барахас аэропорты урынлашҡан (4 терминал).[35] Аэропорт йыл һайын 50 млн тирәһе пассажирҙы хеҙмәтләндерә һәм донъяла иң ҙур 20 аэропорт исемлегенә инә.

Тиҙ йөрөшлө тимер юлы транспорты AVE (тиҙлеге 350 км/с)
Барахас аэропортының яңы дүртенсе терминалы 2006 йылдың 5 февралендә асыла

Төп иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пласа-Майор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пласа-Майор (Plaza Mayor майҙаны, (испан теленән тәржемә иткәндә «Төп майҙан») король Филипп III хакимлығы ваҡытында архитектор Хуан Гомес де Мора төҙөгән. Төҙөлөш эштәре 1617 йылда башлана һәм ике йыл дауам иткән. Биналар Мадрид бароккоһы стилендә төҙөлгән. Майҙанда 437 балкон менән 136 бина урынлашҡан, балкондарҙан борон король тантаналарын, рыцарь турнирҙарын, коррида һәм аутдафены күҙәткәндәр. Майҙан уртаһында Габсбургтар династияһының өсөнсө испан короле король Филипп III һәйкәл ҡуйылған. Майҙан иң йәнле урын һанала, бында күп һанлы кафе һәм ресторандар урынлашҡан.

Пуэрта-дель-Соль майҙаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пуэрта-дель-Соль (исп. Puerta del Sol майҙаны, һүҙмә-һүҙ — Ҡояш ҡапҡаһы) Испанияла юл арауыҡтарын үлсәү өсөн башланғыс нөктә булып хеҙмәт итә (Мадрид илдең географик үҙәге, ә майҙан ҡаланың үҙәк нөктәһе). Майҙандың исеме ябай аңлатыла: XV быуатта ҡәлғә диуары үткән, ә майҙан урынында ҡала ҡапҡаларының береһе урынлашҡан.

Майҙанда 1808 йылдың 2 майында француздар баҫып инеүенә ҡаршы ихтилал һәм 1931 йылда икенсе республика иғлан итеү кеүек ваҡиғалар үтә. Майҙанда Мадрид метроһының беренсе станцияларының береһе урынлаша. Майҙан заманса эллиптик форманы королева Изабелла II хакимлығы ваҡыттарында ала. Шул ваҡыттан алып Яңы йылды хәбәр иткән сәғәт менән почта бинаһы һаҡланып ҡала (1761). Хәҙерге ваҡытта бинала Мадрид Автономиялы Өлкәһенең хөкүмәте эшләй. Икенсе республика ваҡытында, ә һуңыраҡ Франко диктатураһы мәлендә бина йәшерен полицияға ҡараған. Майҙанда Нәфис сәнғәттәрҙең король академияһы, ҡаланың символы булған «Айыу һәм ер еләге ағасы» һыны, король Карл III һәйкәле урынлашҡан.

Сибелес һәм Кановас-дель-Кастильо майҙандары, Пасео-дель-Прадо бульвары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Элемтә һарайы» (исп. Palacio de Communicaciones майҙанда)

Сибелес (исп. Plaza de Cibeles) майҙаны уртаһында Кибела алиһәһенең ике тәгәрмәсле арбаһы менән фонтан тора (1781 йылда архитекторҙар Хосе Эрмосилья һәм Вентура Родригес проекты буйынса эшләнгән). Кибеланың арыҫландар һәм пантералар егелгән ике тәгәрмәсле арба образы бик популяр була. Майҙанды дүрт бина: Испанияның неоклассик Банкы (1884), Альба герцогтарының Буэнависта һарайы (XVIII быуат аҙағы), маркиздар де Линарестарҙың айырым йорто һәм необарокко стилендә Төп почта идаралығы бинаһы (XX быуат башы) биҙәй.

Линарес һарайы төҙөлгән урын ҡәһәрле һаналған. Ҡасандыр бында зәйтүн ҡыуаҡлығы булған, унда башкиҫәрҙәр йәшеренгән, ә 1808 йылда, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш ваҡытында француздар был урында төрмә төҙөгән, унда әсирҙәрҙе тотҡандар, язалағандар һәм тотҡондарҙы күмгәндәр.

Һарайҙа Мург ғаиләһенең бер нисә быуыны йәшәй. Риүәйәттәр буйынса, Хосе де Мурга-и-Реолид, маркиз Линарес, бер ни ҙә белмәйенсә үҙенең законһыҙ тыуған һеңлеһенә өйләнә. Ир менән ҡатынға ҡан ҡатнашыу билдәле булғас, улар балаларын үлтерә, ә күҙәһен стенаға томалап ҡуя. Маркиз үҙенә үҙе ҡул һала һәм баҡсала ерләнә, һарайҙа шул ваҡыттан алып йәнәһе ата һәм ҡыҙҙың шәүләһе йөрөй. 1992 йылдан Линарес һарайында Каса де Америка (Америка йорто) мәҙәни үҙәге урынлаша.

Пасео-дель-Прадо бульвары король-төҙөүсе Карл III арҡаһында барлыҡҡа килә, уның тураһында, балсыҡ ҡала тапҡан да уны мәрмәр ҡалаға әйләндергән, тип һөйләйҙәр. Бульвар эллиптик формаға эйә булған Рим майҙаны Навонға оҡшатып төҙөлә. Өс фонтан ҡуйыла. Кановас-дель-Кастельян майҙанында ике тәгәрмәсле арба менән Нептун фонтаны (1780), бульвар уртаһында Аполлон фонтаны (1777) урынлаша, ә өсөнсө Сибелес фонтаны бульварҙың осонда Сибелес майҙанында урынлаша.

Король һарайы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдағы һарайҙы тулыһынса юҡҡа сығарған 1734 йылғы янғындан һуң (ғәрәп һарайы урынында торған), Версаль һарайына оҡшаған яңы бина төҙөргә ҡарар ителә. Төҙөлөш иатльян архитекторы Филиппо Юварра етәкселегендә башлана, ә уның вафатынан һуң Джованни Батиста Сакетти дауам итә, ә һуңғараҡ — Сабатини һәм Вентура. Төҙөлөш 1738 йылдан алып 1764 йылға тиклем дауам итә. Һарайға урынлашҡан беренсе король Карл III була.

Хәҙерге ваҡытта король ғаиләһе һарайҙа йәшәмәй, ул протокол саралары өсөн файҙаланыла. Мәҫәлән, 1991 йылда һарайҙа Яҡын Көнсығыш буйынса Мадрид конференцияһы уҙа. Һарайҙың байтаҡ өлөшө музейға бирелгән. Бында тәхет һәм байрам залдарын, шулай уҡ Эль Греко, Веласкес, Босх, Гойя кеүек билдәле рәссамдарҙың эштәренән торған һынлы сәнғәттең бай коллекцияһын билдәләп үтергә мөмкин

Һарай янында ике парк — Сабатини һәм Кампо дель Моро баҡсалары («Мавритания лагеры») бар.

Көнсығыш майҙан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙан XIX быуат башында король һарайының көнсығыш яғында барлыҡҡа килә. Майҙанды Жозеф Бонапарт (1808—1813 гг.) төҙөй башлай. Майҙан ансамбле Изабелла II хакимлығы ваҡытында тамамлана. Королева майҙан үҙәгенә Пьетро Такка эшләгән король Филипп IV-нең атлы скульптур композицияһын күсерә. Һын 1640 йылда Диего Веласкес яһаған король портреты нигеҙендә эшләнә, ә артҡы аяҡтарына ғына баҫып торған аттың ауырлыҡ үҙәген билдәләү буйынса хисаплауҙарҙы Галилео Галилей эшләй. Майҙанда Иберия ярымутрауында төрлө ваҡыттарҙа булған беренсе испан дәүләттәре королдәрен һүрәтләгән эзбизташ һындар менән майҙанда сквер яһалған. Майҙандың көнсығыш өлөшөндә (исп. Teatro Real) опера театрының бинаһы тора, ул 1850 йылда, Изабелла II хакимлығы ваҡытында, Антонио Лопес Агуадо проекты буйынса төҙөлгән. Франко хакимлығы ваҡытында майҙан күп меңлек демонстрациялар урыны була.

Энкарнасьон монастыры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монастырь 1611 йылда Филипп III ҡатыны королева Маргарита Австрийская тарафынан төҙөлгән. Монастырь архитекторҙары — Хуан Гомес де ла Мора һәм Альберто де ла Мадре де Диос. Бина эрререско стилендә, кирбестән һәм таштан Мадрид бароккоһы традицияларында төҙөлгән. Монастырь сиркәүен Вентура Родригес реставрациялай. Мәрмәрҙән төп миһраб Висенте Кардуччоның «Изге хәбәр көнө» картинаһы һәм Григорио Фернандестың уҡыусыһының эштәре Изге Августина һәм Изге моника һындары менән биҙәлгән. Ҡабырға миһрабтары картиналары шулай уҡ Висенте Кардуччоға ҡарай, а фрескалар — XVIII быуат рәссамы Захарий Гонсалес Веласкес ижады. Монастырь эсендә Габсбургтар династияһынан король ғаиләһе ағзаларының портреттары, шулай уҡ Кахес, Кардуччо, Роман, Кареньо, Рибера, Бартоломе Гонсалес һәм скульптор Грегорио Фернандес эштәре ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ Талавера керамикаһынан алтарҙар менән клуатр, Бузоне, Кармон, Перронис һындары менән хорҙар, һәм XVII быуатта Висенте Кардуччо биҙәгән түшәм менән Реликварий (ҡомартҡылар һаҡлағысы) ҡыҙыҡлы.

Санта-Мария-ла-Реаль-де-ла-Альмудена кафедраль соборы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санта-Мария-ла-Реаль-де-ла-Альмудена соборы — кафедраль собор. Король һарайының Ҡоралдар майҙаны ҡаршыһында урынлашҡан һәм Алла Анаһы Альмуденаға арналған. 1884 йылдың 4 апрелендә Альфонс XII буласаҡ собор нигеҙенә беренсе таш һала, был собор туйҙан ярты йыл үткәс туберкулездан вафат булған уның беренсе ҡатыны һәм ике туғаны Мария де лас Мерседес Орлеанскаяның кәшәнәһе булырға тейеш була. Неоготик стилдә баштағы проектты маркиз Франсиско де Кубас төҙөй. 1911 йылда Мария де Лас Мерседесты ерләргә йыйынған неороман стилендәге ярайһы уҡ ҡараңғы булған кәшәнә асыла. Уның капеллаларында XIX быуаттың мөһим ерләүҙәре бар, трансептың һул яғында — бик ҡыҙыҡлы биҙәк, ул XVI быуатта гипстан эшләнгән. Маркиз де Кубастың проекты 1944 йылда архитекторҙар Карл Сидро һәм Фернандо Чуэка-Гойтий тарафынан үҙгәртелә. Собор төҙөлөшө 1993 йылда тамамлана. 1993 йылдың 15 июнендә уны папа Иоанн-Павел II изгеләндерә. 2004 йылдың майында был ҡорамда вариҫ принц Фелипе һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Летисия Ортистың никахлашыу тантанаһы уҙа.

Испания майҙаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Испания майҙаны король һарайына яҡын урынлашҡан. Испания майҙаны янындағы туннелдәр һәм юл сиселештәре системаһы Көнсығыш майҙанда йәйәүлеләр зонаһын тәьмин итә һәм магистралдәр йөкләнешен кәметә. Майҙан ансамбленең үҙәк өлөшөн Мигель де Сервантес һәйкәле биләй, ул 1915 йылда яҙыусының вафатының 300-йыллығына арналған. Һәйкәл авторҙары скульпторҙар Теодоро Анасагасти һәм Маттео Инуррия. Майҙанда ике бейек йорт урынлашҡан: беренсеһе блоктан «Мадрид башняһы» (исп. Torre de Madrid), «жираф» тип аталған (бейеклеге — 130 м, 30 ҡат) һәм «Испания» бейек йорто, хәҙер ҡунаҡханаға әүерелгән (бейеклеге — 117 м, 26 ҡат), уныһы Мәскәүҙең бейек биналарын хәтерләтә (мәҫәлән, «Украина» ҡунаҡханаһы). Ике бина ла 1940—1950 йылдарҙа архитектоҙар Отаменди проекты буйынса төҙөлгән.

Изге Антоний Флоридский сиркәүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сиркәү 17921798 йылдарҙа итальян архитекторы-неоклассигы Фонтана проекты буйынса төҙөлгән. Уның фасады пилястралар менән биҙәлгән һәм гранит цоколдә урынлашҡан бер корпустан тора. Көмбәҙен һәм түшәмдәрен фрескалар менән Франсиско Гойя биҙәй. Төп алтарь түшәменең фрескаһында «Изге Троицаға баш эйеү», ә көмбәҙҙә дүрт ай эсендә яҙылған — «Изге Антоний Падуанский мөғжизәһе». Унда Италияла булып, Изге Антоний үлтереүсенең Лиссабон суды алдына баҫыуын һәм үлтереүҙә ғәйепләнгән ғәйепһеҙ атаһын яҡлаһын өсөн үлтерелгән кешене терелтә. Гойя һүрәтләгән персонаждар — шул ваҡыттағы Мадрид кешеләре, ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар. Сиркәү нигеҙе аҫтында 1828 йылда Бордола вафат булған даһи арагон рәссамының кәүҙәһе ята. 1919 йылда уның кәүҙәһе Мадридҡа килтерелгәс, кәүҙәһен генә табалар, ә башын кемдер урлаған була. Йәнәшәлә Гойя фрескалары күсермәһе менән тулыһынса шундай уҡ сиркәү урынлаша, ул дини культтар өсөн тәғәйенләнә һәм баштағы ҡоролма тарихи ҡомартҡы булып иғлан ителгәндән һуң төҙөлә.



Үгеҙҙәр алышы өсөн «Лас-Вентас» аренаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коррида өсөн 23 мең тамашасы һыйҙырышлы неомавритан стилендәге арена (архитектор Аюсо), Алкала урамының осонда урынлашҡан. 1929 йылда ярымтүңәрәк аркалар һәм керамик инкрустация менән кирбестән төҙөлгән. Монументаль, йәки Вентас исеме аҫтында билдәле. Был Испанияла корридалар өсөн ҙур арена. Был аренала сығыш яһағандан һуң ғына тореро үҙ оҫталығының тулы танылыуын ала һәм һуғышсан үгеҙҙәр үрсеткән фермалар, үҙҙәренең тәрбиәлнеүселәре унда сығыш яһағандан һуң билдәле булып китә. Коррида был аренала март айынан октябрь аҙағына тиклем ял һәм байрам көндәрендә үтә, ә май айында, ҡаланы ҡурсалаусы Изге Исидр байрамдары менән бәйле, егерме көн дауамында үтә, һәм унда иң яҡшы матадорҙар ҡатнаша. Мадридта тағы бер арена бар, ҡаланың көньяғында, тик ул бәләкәйерәк. «Лас-Вентас» аренаһы алдында коррида мәлендә һәләк булған матадорҙарға һәм пенициллинды асҡан доктор Александр Флемингҡа һәйкәл ҡуйылған. Флемингтың асышы арҡаһында коррида ваҡытында күп яраланғандар тере ҡала. Бинала коррида музейы урынлашҡан, унда билдәле матадорҙарҙың (Геррите, Гранеро, Хоселито, Бельмонте, Манолете һ.б.) портреттары, уларҙың ҡоралы, инструменттары һәм костюмдары, афишалар, шулай уҡ үгеҙҙәрҙең мумияланған баштары бар.

Ретиро паркы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ретиро — ҡаланың иң ҙур (40 га) һәм билдәле паркы, Алкала урамы һәм Мендес-и-Пелайо проспекты һәм Альфонс XII урамдары араһында урынлашҡан. Шул уҡ исемдәге һарай һәм парк борон Габсбургтарҙың резиденцияһы булған. Элегерәк парк урынында Изге Иероним ордены монахтарының сиркәүе урынлаша. Филипп IV һәм уның эйәрсендәре был урында ял итергә яратҡан. Ошонан Буэн-Ретиро исеме (исп. Buen Retiro) — «хозур яңғыҙлыҡ» килеп сыҡҡан. Буэн-Ретиро король һарайын төҙөгәндән һуң Карл III ваҡытында парк ансамбле ташландыҡ хәлгә килә. 1868 йылда парк муниципаль идаралыҡҡа тапшырыла, шунан һуң ул ҡала кешеләренең яратҡан урынына әйләнә. Паркта король Альфонс XII мемориалы, XIX быуаттың күренекле архитекторы Веласкес төҙөгән ике павильон — быяланан Гәлсәр һарай һәм Веласкестың кирбес һарайы урынлаша.

AZCA районы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был заманса финанс районы Кастельян проспектында (элегерәк генералиссимус Франко проспекты) урынлашҡан һәм Париждың Дефанс районына оҡшаған. 157 м бейеклектәге Пикассо башняһы был районда хәҙерге Мадридтың символы булып тора. Бейек бина Пикассо майҙанында урынлашҡан. Уның авторы Минору Ямасаки — Нью-Йорктағы Бөтә донъя сауҙа үҙәге биналарының авторы. Мадридтың XXI быуаттағы иң бейек биналары AZCA районында түгел, ә яңы «Куатро-Торрес» бизнес-районында төҙөлгән. 2007—2008 йылдарҙа унда төҙөлгән дүрт башня илдең иң бейек биналары исемлегендә тәүге дүрт юлды биләй.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәрҙәш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Instituto Nacional de Estadística. (National Statistics Institute) 2011 йыл 2 ғинуар архивланған.
  2. Distritos de Madrid (исп.). distritosdemadrid.com. Дата обращения: 27 ноябрь 2014.
  3. Visitor Figures 2013 (ингл.). theartnewspaper.com. Дата обращения: 24 август 2015.
  4. Поспелов, 2002, с. 252—253
  5. Мадрид климаты
  6. История Мадрида 2009 йыл 12 апрель архивланған..
  7. Parsons, Deborah L. A cultural history of Madrid : modernism and the urban spectacle (инг.). — Berg Publishers, 2003. — ISBN 1-85973-646-7.
  8. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 480/1999, de 18 de marzo, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón Municipal referidas al 1 de enero de 1998 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 1999. — вып. 67. — P. 11105. — ISSN 0212-033X
  9. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 950/2001, de 3 de agosto, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón municipal referidas a 1 de enero de 2000 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2001. — вып. 214. — P. 33531. — ISSN 0212-033X
  10. Instituto Nacional de Estadística III // список жителей муниципальных округов Испании 2001 года (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2002. — вып. 5. — P. 642. — ISSN 0212-033X
  11. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2002 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2002. — вып. 311. — P. 45846. — ISSN 0212-033X
  12. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2004 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2004. — вып. 314. — P. 42356. — ISSN 0212-033X
  13. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2005 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2005. — вып. 287. — P. 39422. — ISSN 0212-033X
  14. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2006 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2006. — вып. 312. — P. 46628. — ISSN 0212-033X
  15. III // Real Decreto 1683/2007, de 14 de diciembre, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del padrón municipal referidas al 1 de enero de 2007 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2007. — вып. 311. — P. 53566. — ISSN 0212-033X
  16. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2008 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2008. — вып. 312. — P. 52072. — ISSN 0212-033X
  17. Instituto Nacional de Estadística Муниципальный реестр Испании 2009 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2009. — вып. 309. — P. 109453. — ISSN 0212-033X
  18. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2010 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2010. — вып. 311. — P. 106195. — ISSN 0212-033X
  19. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2011 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2011. — вып. 303. — P. 138416. — ISSN 0212-033X
  20. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2012 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2012. — вып. 313. — ISSN 0212-033X
  21. Instituto Nacional de Estadística III // Муниципальный реестр Испании 2013 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2013. — вып. 311. — ISSN 0212-033X
  22. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 1007/2014, de 5 de diciembre, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón municipal referidas al 1 de enero de 2014 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2014. — вып. 308. — ISSN 0212-033X
  23. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 1079/2015, de 27 de noviembre, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón municipal referidas al 1 de enero de 2015 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2015. — вып. 301. — ISSN 0212-033X
  24. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 636/2016, de 2 de diciembre, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón municipal referidas al 1 de enero de 2016 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2016. — вып. 304. — ISSN 0212-033X
  25. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 1039/2017, de 15 de diciembre, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón municipal referidas al 1 de enero de 2017 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2017. — вып. 316. — ISSN 0212-033X
  26. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 1458/2018, de 14 de diciembre, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón municipal referidas al 1 de enero de 2018 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2018. — вып. 314. — P. 130903. — ISSN 0212-033X
  27. Cifras oficiales de población resultantes de la revisión del Padrón municipal a 1 de eneroНациональный институт статистики.
  28. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 743/2019, de 20 de diciembre, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón municipal referidas al 1 de enero de 2019 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2019. — вып. 311. — P. 141278. — ISSN 0212-033X
  29. Instituto Nacional de Estadística III // Real Decreto 1147/2020, de 15 de diciembre, por el que se declaran oficiales las cifras de población resultantes de la revisión del Padrón municipal referidas al 1 de enero de 2020 (исп.) // Boletín oficial del EstadoAgencia Estatal Boletín Oficial del Estado, 2020. — вып. 340. — P. 125898. — ISSN 0212-033X
  30. Национальный институт статистики https://www.ine.es/dynt3/inebase/index.htm?padre=525Национальный институт статистики, 2021.
  31. Национальный институт статистики Municipal Register of Spain of 2022Национальный институт статистики, 2022. — Т. 90. — Б. 1,235.
  32. Национальный институт статистики https://www.ine.es/jaxi/Tabla.htm?tpx=61398&L=0 — 2023.
  33. Distritos. Ayuntamiento de Madrid. Дата обращения: 30 декабрь 2018.
  34. B. A. Schenk, M. R. Van Den Toorn. Trams 2007. Издательство de Alk (Нидерланды), ISBN 90-6013-466-4.
  35. Василий Бабуров. Мадридская симфония (статья об аэропорте Барахас) // «Архитектурный вестник», № 5 (92) 2006. Архивная копия от 24 март 2012 на Wayback Machine.