Эстәлеккә күсергә

Барселона

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барселона
кат. Barcelona
Байраҡ[d]Герб[d]
Рәсем
Рәсми атамаһы Barcelona[1]
Ҡушамат La rosa de foc, Cap i Casal de Catalunya, Ciutat Comtal һәм Ciudad Condal
Этнохороним barceloní, barcelonina, barcelonés, barcelonesa, Barcelonan, Barcelonais[2], Barcelonaise[2], برشلوني, برشلونية‎, Barcelonano, Barcellonesi, barcelonesa[3], barceloneses[3], barceloneso[3], barcelonina[4], barcelonines[4], barcelonino[4], barcelonés[3], barcelonín[4], barceloninos[4], barcellonesi, Barcelončan һәм Barcelončanka
Рәсми тел Каталан теле[5], Испан теле һәм Окситан теле
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Испания[6]
Административ үҙәге Барселонес[d], Барселона[d][7] һәм Каталония[8][7]
Административ үҙәк Барселона[d]
Административ-территориаль берәмек Барселонес[d][9]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ, Бесос[d] һәм Льобрегат[d]
Епархия Архиепархия Барселоны[d]
Иң юғары нөктә Тибидабо[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы мэр Барселоны[d]
Хөкүмәт башлығы Jaume Collboni Cuadrado[d]
Башҡарма власть мэрия Барселоны[d]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d][10] һәм Всемирная федерация туристических городов[d][11]
Рәсми байрам La Mercè[d]
Халыҡ һаны 1 660 122 кеше (2023)[12]
Ир-егеттәр 775 619[13]
Ҡатын-ҡыҙҙар 861 143[13]
Административ рәүештә бүленә Старый город Барселона[d], Эшампле[d], Сантс-Монтжуик[d], Лес Кортс[d], Сарриа-Сант-Жерваси[d], Грасия[d], Horta-Guinardó[d], Ноу Баррис[d], Sant Andreu[d] һәм Sant Martí[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 9 метр[14]
Туғандаш ҡала Бостон, Ҡаһирә, Исфаһан, Монпелье[d], Варна, Ғәззә, Дублин, Монзон, Сан-Паулу, Монреаль, Кёльн[d], Санкт-Петербург[15], Буэнос-Айрес, Афина, Гавана, Гданьск, Алжир, Перпиньян[d], Рио-де-Жанейро, Шанхай, Севилья, Сараево, Антверпен, Пусан, Тирана, Тель-Авив, Вальпараисо, Санто-Доминго (Доминика Республикаһы), Барчеллона-Поццо-ди-Готто[d], Медельин[d], Кобе[d], Монтевидео, Түбәнге Новгород, Истанбул, Перпиньянская средиземноморская метрополия[d], Вэньчжоу[d][16][17], Дубай, Фәс (ҡала), Хошимин, Трухильо[d][18], Росарио[d], Сан-Франциско[19], Монтеррей[d][20] һәм Киев[21]
Сиктәш Серданьола-дель-Вальес[d], Молинс-де-Рей[d], Монткада-и-Решак[d], Эль-Прат-де-Льобрегат[d], Сан-Фелиу-де-Льобрегат[d], Санта-Колома-де-Граменет[d], Эсплугес-де-Льобрегат[d], Оспиталет[d], Сан-Жуст-Десверн[d], Сант-Кугат-дель-Вальес[d] һәм Сант-Адрия-де-Безос[d]
Алыштырған Sant Gervasi de Cassoles[d] һәм Sarriá[d]
Каталог коды 62[22]
Майҙан 101,3 км² (2016)[23]
Почта индексы 08001–08042
Рәсми сайт barcelona.cat
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Вид в ночное время
Панорамный вид
Коллаж
Һәйкәлдәр исемлеге Q11932976?
Изге ҡурсалаусы Мадонна делла Мизерикордия[d]
Тема иҡтисады экономика Барселоны[d]
Содержит статистическую территориальную единицу Барселона[d][24]
Вид с воздуха
Число домохозяйств 664 476[25]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 98 239 һәм 17 900 ± 99[26]
WordLift URL data.thenextweb.com/tnw/…[27]
Урындағы телефон коды 93
Номер тамғаһы коды B
Өлөшләтә тура килә Barcino[d] һәм Барселона[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Барселоне[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Barcelona[d]
Карта
 Барселона Викимилектә

Барсело́на (кат. Barcelona [bəɾsəˈɫonə], исп. Barcelona [baɾθeˈlona]) — Испаниялағы ҡала, Каталония автономиялы өлкәһенең һәм Барселона провинцияһының баш ҡалаһы[28]. Урта диңгеҙҙә, Франция сигенән 120 километр алыҫлыҡта урынлашҡан порт. Испанияның эре сәнәғәт һәм сауҙа үҙәге. Европалағы маршруттарҙа мөһим туристик пункттарҙың береһе[29].

Барселона халҡы — 1 608 680 кеше (INE 2016). Халыҡ һаны буйынса Мадридтан һуң Испанияның икенсе һәм Европа Берлегенең унынсы ҡалаһы.

1992 йылда Барселонала йәйге Олимпия уйындары үтә. 2004 йылда Барселонала Бөтә донъя мәҙәниәт форумы уҙғарыла. 2010 йылдың мартында Барселона 43 ил ингән Урта диңгеҙ берләшмәһенең баш ҡалаһы ителә. 2013 йылда Барселонала спорттың һыуҙағы төрҙәре буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.

Барселона Иберия ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында Урта диңгеҙ ярында 5 километр киңлектәге яйлала урынлашҡан. Яйла көньяҡтан Кольсерола (кат. Collserola) тау теҙмәһе һәм Льобрегат йылғаһы, төньяҡта Бесос йылғаһы менән сикләнә. Пиреней тауҙары ҡаланан төньяҡҡа ҡарай яҡынса 120 километрҙа ята.

Яр буйындағы Кольсерола тауҙары ҡаланың сиктәрен бер аҙ түңәрәкләтеп тора. Иң бейек нөктә — Тибидабо тауы. Уның бейеклеге 512 метр тәшкил итә, түбәһенә алыҫтан күренеп торған 288 метр бейеклегендәге Кольсерола телебашняһы ултыртылған. Ҡала эсендә иң бейек нөктә — 12 метр бейеклегендәге Мант Табер (кат. Mont Taber) ҡалҡыулығы, унда Барселона соборы урынлашҡан.

Барселона ҡала кварталдарына исем биргән ҡалҡыулыҡтарҙа ята: Кармель (кат. Carmel, 267 м), Монтерольс (кат. Monterols, 121 м), Пучет (кат. Putxet, 181 м), Ровира (кат. Rovira, 261 м) һәм Пейра (кат. Peira, 133 м). Ҡаланың көньяҡ-көнбайышындағы 173 метрлыҡ Монжуик тауынан Барселона портына гүзәл күренеш асыла. Монжуикта XVII—XVIII быуаттарға ҡараған ҡәлғә тора. Әле был ҡәлғәлә Хәрби музей эшләй. Монжуикта шулай уҡ Олимпия объекттары, мәҙәниәт учреждениелары һәм билдәле баҡсалар урынлашҡан.

Ҡала төньяҡтан — Санта-Колома-де-Граманет һәм Сант-Андриа-де-Бесос, көньяҡтан Оспиталет-де-Льобрегат һәм Эсплугес-де-Льобрегат муниципалитеттары, көньяҡ-көнсығыштан Урта диңгеҙ менән сикләнгән, ә көнбайышында Сан-Кугат-дель-Вальес менән Серданьола-дель-Вальес тигән тораҡ пункттар бар.

Йыллыҡ температура һәм дымлылыҡ графигы

Барселонала урта диңгеҙ климаты хөкөм һөрә, ҡыш ҡоро һәм йомшаҡ, йәй йылы һәм дымлы була. Иң һалҡын айҙар — ғинуар менән февраль (уртаса температура +10 °C тирәһе), иң эҫе айҙар — июль менән август (уртаса температура +25 °C тирәһе). Иң күп яуым-төшөм — октябргә (яҡынса 90 мм); иң әҙе июлгә (яҡынса 20 мм) тура килә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 13,4 14,6 15,9 17,6 20,5 24,2 27,5 28,0 25,5 21,5 17,0 14,3 20,0
Уртаса температура, °C 8,9 10,0 11,3 13,1 16,3 20,0 23,1 23,7 21,1 17,1 12,6 10,0 15,6
Уртаса минимум, °C 4,4 5,3 6,7 8,5 12,0 15,7 18,6 19,3 16,7 12,6 8,1 5,7 11,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 41 39 42 49 59 42 20 61 85 91 58 51 640
Сығанаҡ: World Meteorological Organization (UN), Agencia Estatal de Meteorología
Йылдар буйынса халыҡ һаны

Барселона ҡала советы мәғлүмәттәре буйынса, 2005 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡының һаны 1 593 075 кеше тәшкил иткән, ҙур Барселонала йәшәүселәр һаны — 5 292 354 кеше (2006 йылға). Халыҡтың тығыҙлығы — 15 779 км²/кеше. Шул уҡ йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, халыҡтың 95 проценты каталан телен аңлай, 76,4 проценты был телдә һөйләшә, 75 проценты каталанса уҡый, 47 проценты каталан яҙмаһын да белә.

Халыҡтың 13,8 проценты (219 941 кеше) (һаны кәмей барыуға ҡарап) — Эквадор, Перу, Марокко, Колумбия, Аргентина, Пакистан, Ҡытай һәм Боливия иммигранттары.

Испан телендәге карта

Халыҡтың төп өлөшө католик динен тота (ҡалала 208 ғибәҙәтхана бар). Ҡалала инжилсыларҙың, Йәһүә шаһиттарының, буддасыларҙың ҙур булмаған төркөмдәре бар.

Антиклыҡ осоронда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барселонаға нигеҙ һалыныуына ҡағылышлы ике легенда йәшәй. Береһе буйынса ҡалаға грек мифтарының геройы Геракл Римға тиклем 400 йыл элек үк нигеҙ һалған. Беҙҙең эраға тиклем III быуатта ҡаланы карфагенлы Гамилькар Барка (Ганнибалдың атаһы) ҙурайтып төҙөгән һәм ғаиләһе хөрмәтенә Барсино тип исем биргән.

Икенсе легенда буйынса, ҡалаға нигеҙҙе Гамилькар (Амелькарт) Барка үҙе һалған.

Барселона йылъяҙмаһын беҙҙең эраға тиклем 237 йылда антик донъяның шөһрәтле полководецы Гамилькар Барка яҙа башлаған, шул йылды ул Монжуйк тауы төбөндәге тар ғына яр һыҙатына хәрби лагерын ҡуйған. Полководецтың ҡоралдаштары был лагерҙы уның үҙенең хөрмәтенә Барцино тип атарға тәҡдим итә, һәм «Йәшен кеүек етеҙ» (ғәскәрҙәрен ҙур тиҙлектә йөрөткән өсөн Барканы шулай тип атағандар) уларҙың тәҡдименә ҡаршы төшмәгән.

Беҙҙең эраға тиклем 133 йылда иберий ҡалаһын Лайе Луций Корнелий Сципион етәкселегендәге римлылар ала. Беҙҙең эраның 15 йылы тирәһендә римлылар ҡаланы нығыта, нығытманың үҙәге Табер тауында (хәҙерге ҡала мэрияһы эргәһендәге тәпәш кенә ҡалҡыулыҡ, Изге Иаков майҙаны) урынлашҡан була. Римлылар ваҡытында ҡала Colonia Faventia Julia Augusta Pia Barcino тип йөрөтөлә, әһәмиәте буйынса ла айырылып тормай. Ләкин уңайлы урыны һәм һәйбәт гаване арҡаһында байып үҫә бара.

V быуат башында ҡаланы вестготтар баҫып ала. Король Атаульф бер аҙ ваҡытҡа бында баш ҡалаһын күсереп тора.

511 йылда Барселона янында вестготтар менән остготтар араһында алыш була, герцог Ибба етәкселегендәге остгот ғәскәре еңә.

VIII быуат башында ҡаланы маврҙар ала. Шунан саҡ ҡына алдараҡ бәләкәй генә Мәҙинә-Сидония ҡалаһы эргәһендә ғәрәптәр менән вестготтар араһында хәл иткес бәрелеш була.

Ғәрәп юлбашсыһы Тариҡ ибн Зияд вестгот ғәскәрен ҡыйрата, король һәләк була, иҫән ҡалған вестготтар ҡасып бөтә. Толедо менән Кордова ла баш һалғас, хәҙерге Португалияның ҙур өлөшө һәм Каталония мосолмандар ҡулы аҫтында ҡала. Тәүге һөжүмдән алып биш йыл эсендә бөтә Иберия ярымутрауына мосолмандар хужа була.

Испанияның яңы хакимдары үҙ тәртибен урынлаштыра башлай. Был шул замандарҙа һуғылған тәңкәләрҙән үк күренеп тора. Муса ибн Носсейра яңы алтын тәңкә индерә, ул Төньяҡ Африка өлгөһөндә һуғыла. Тәүге тәңкәләргә, латин һәм мосолман традицияларын ҡатнаштырып, латинса: «In Nomine Domini non Deus nisi Deus Solus» — тура тәржемәһе «Аллаһтан башҡа бүтән алла юҡ» — тип яҙылған була.

Испанияны алған мосолмандар Иберия ярымутрауының көньяғында төпләнеүҙе хуп күрә, бәлки, шул сәбәплелер, Барселона уларҙың иғтибарын тартмай һәм әл-Андалустың ҡалалары кеүек йылдам үҫеш алмай.

801 йылда Бөйөк Карлдың улы Людовик әмирҙән ҡаланы тартып ала һәм Барселонаны Испан маркаһының баш ҡалаһы итә. Бойондороҡһоҙ Каталонияға нигеҙ һалған Маркграф Сәсле Вильфредтың ҡала яҙмышындағы роле ҙур була.

Барселона христиан ҡалаһы булып ҡала, әммә 985 йылда уға әл-Мансур һөжүм итә. Ошо һөжүм ваҡытында ғәрәптәрҙән яҡлашмағандары өсөн Барселона графы Боррель II сюзерены булған Франция короле һәм тотош Каролингтар хакимлығынан баш тарта.

Барселона графтары X—XI быуаттарҙа ысын бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшә һәм бөтә Каталония буйлап территорияларын киңәйтә. Каталония менән Арагон династияларының берегеп китеүе һөҙөмтәһендә 1162 йылда Альфонсо II берләшкән дәүләттең короле була. Король Хайме I биләмәһен көньяҡҡа йәйелдерә (Валенсия короллеге). Арагон короллеге XIII быуатта күп диңгеҙ территорияларын буйһондора, Урта диңгеҙҙең көнбайышын контролдә тота, алыҫ форпостары ла була, мәҫәлән, Афина. Каталан-арагон конфедерацияһы бик күп гот ҡоролмаларын төҙөй, «Йолалар» (кат. Usatges) кодексы кеүек ҡануни нормалар сығара. 1410 йылда хакимлыҡ кастиль Трастамар династияһына күсә. Ошо мәлдән Барселона фәҡирләнә һәм бөлә башлай.

Фердинанд Арагонлы һәм Изабелла Кастилиялының туй портреты

1450 йылда ҡалала данлыҡлы Барселона университетына нигеҙ һалына.

Яңы һәм өр-яңы тарих

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каталония Республикаһы ҡыйратылғандан һуң (1640—1652) Барселона ла бөлә.

Испан мираҫы өсөн барған һуғышта 1705 йылдың 14 сентябрендә граф Питерборо етәкселегендәге британ флоты Барселонаға һөжүм итә, 9 октябрҙә ҡала бирелә. Каталондарҙың күпселеге Мадридҡа нәфрәт йөҙөнән эрцгерцог Карл Австрийскийҙы (Карл III) үҙенең короле тип таный, ә ҡала 1711 йылға тиклем Карлдың резиденцияһы булып тора.

Әммә 1714 йылда Филипп V Испанский оҙайлы ҡамауҙан һуң Барселонаны ала. Ул сауҙа кварталын (исп. La Ribera) яртылаш емертә һәм шунда Сьюдадела ҡәлғәһен төҙөтә, быны ул фетнәсел ҡаланы буйһондороу йөҙөнән дә, халҡына яза биреү өсөн дә эшләй. Каталон сепаратистарының күп башлыҡтары золомға тарттырыла. Каталан телен рәсми файҙаланыу тыйыла, Университет ябыла.

1809 йылдың 14 ғинуарында Барселонаны генерал Сюше ала һәм Испанияны буйһондора, Каталония провинцияһы менән ҡала үҙе Наполеондың Француз империяһы тарафынан аннексиялана. Наполеон 1813 йылда ҡолатылғас, ҡала ҡабат Испанияға ҡайта.

XIX быуаттағы сәнәғәт революцияһы ваҡытында бик күп предприятиелар барлыҡҡа килә. Мадрид властары яғынан иғтибар кәмегән мәлдә 1860 йылда урта быуат диуарҙары емертелә, ә La Ribera ҡәлғәһе ҡала паркына, хәҙерге Parc de la Ciutadellaға әйләндерелә, был урында 1888 йылда бөтә донъя күргәҙмәһе үткәрелә. Ҡала «Пла де Барселона» территорияһы — тирә-яғындағы баҫыуҙар һәм баҡсалар биләмәләре иҫәбенә үҫә башлай.

XX быуат башында Барселона яңырыу кисерә, ә каталон милләтселәре сәйәси автономия һәм мәҙәниәттәрен үҫтереү өсөн күберәк ирек талап итә. 1929 йылда Барселонала тағы бер бөтә донъя күргәҙмәһе үткәрелә. Граждандар һуғышы ваҡытында ҡала республикасыларҙыҡы була, ә 1939 йылдың 29 ғинуарында Франкосылар тарафынан алына. Киләһе тиҫтә йыллыҡтарҙа Барселона мәҙәни һәм сәйәси золом сараларына дусар була. Атап әйткәндә, каталан телен ҡулланыу тыйыла.

1970-се йылдарҙағы протест хәрәкәте һәм диктатураның ҡолатылыуы һөҙөмтәһендә Барселона эре мәҙәни үҙәккә әүерелә. Ҡала властары каталан телен үҫтереү өсөн саралар күрә.

Барселонала 1992 йылда йәйге Олимпия уйындары үтә. Ул ваҡыттағы МОК президенты Хуан Антонио Самаранч үҙе сығышы менән Барселонаныҡы була. 2004 йылда ҡала Бөтә донъя мәҙәни форумды ҡабул итә, ул 141 көн буйы бара.

Барселона порты

Барселона континенталь Европаның индустриалләшеү башланған (XVIII быуат аҙағы) тәүге төбәктәренең береһе булып тора. XIX быуат уртаһына Барселона туҡыу сәнәғәте һәм машиналар эшләү тармағы үҙәгенә әүерелә. Әлеге көндә унда иҡтисадтың туҡыу, химия, фармацевтика, автомобиль һәм электрон тармаҡтары өҫтөнлөк итә. Барселонала Испанияның «СЕАТ» («Фольксваген» төркөмө), шулай уҡ «Рено», «Пежо», «Форд» кеүек сит ил етештереүселәренең автомобиль йыйыу заводтары эшләй.

Барселона ҡала советы «Барселона» тигән бренд аҫтында 11 иҡтисади сектор ойошторған:

  • Цифрлы Технологиялар Үҙәге — 2003 йылда Барселонаны юғары технологиялар үҙәгенә әйләндереү маҡсатында ойошторолған
  • Аэрокосмос ассоциацияһы 2017 йыл 27 декабрь архивланған. — 2000 йылда ойошторолған Аэрокосмос тармағы Европа иҡтисади советы тарафынан төп тармаҡтарҙың береһе тип таныла. Барселона предприятиелары А380 аэробусы һәм «Галилео» космос зонды кеүек проекттарҙы эшләүҙә ҡатнаша
  • Университет үҙәге — 1997 йылда нигеҙләнә. Ҡалала 7 университет бар, уларҙа бөтәһе 204 000 кеше уҡый. Фундаменталь һәм ҡулланма тикшеренеүҙәр алып барыла.
  • Тирә-яҡ мөхит фонды — 1997 йылда ҡалала һәм уның тирә-йүнендә экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында булдырыла
  • Урта диңгеҙ диетаһын үҫтереү фонды — 1996 йылда аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереү өсөн ойошторола
  • Барселона логистика үҙәге — 1994 йылда транспортты, айырыуса тимер юл һәм диңгеҙ транспортын, шулай уҡ инфраструктураны үҫтереү өсөн ойошторола
  • Туризм идаралығы — 1993 йылда туризм өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү маҡсатында асыла. Туризм тармағы иҡтисадтың мөһим өлөшө булып тора, Барселона — Европала туризм үҙәктәренең береһе (туристар араһында популярлығы буйынса Европала 6-сы урынды биләй).
  • Финанс үҙәктәре ассоциацияһы — 1991 йылда финанс эшмәкәрлеген, атап әйткәндә биржаны үҫтереү маҡсатында ойошторола
  • Медицина үҙәге — 1987 йылда асыла. Барселона медицина белгестәре менән билдәле, күп илдәрҙән пациенттар бында дауаланырға килә. Барселонала эре халыҡ-ара медицина форумдары үткәрелә.
  • Барселона дизайн үҙәге — 1976 йылда ойошторола
  • Биорегион («Биомед» фонды) — биомедицинаны һәм биотехнологияларҙы үҫтереү өсөн асыла.
Барселона Ҡала Советы брошюраларынан, 2005 йыл.(недоступная ссылка)

Барселонала эре «La Fira» йәрминкәһе үткәрелә. Ҡалала күп һанлы иҡтисади форумдар ойошторола.

Барселонаны ҙур халыҡ-ара «Барселона» аэропорты хеҙмәтләндерә. Ул Барселонанан 10 километр алыҫлыҡта Эль-Прат-де-Льобрегат ҡалаһында урынлашҡан. Аэропорт күләме буйынса Испанияла икенсе урында тора һәм Урта диңгеҙ яр буйында иң эре һанала. Аэропортты ҡала менән L9 метроһы, тимер юл, тиҙлекле автомагистраль һәм автобустар бәйләй. Бәләкәйерәк Сабадель аэропорты шул уҡ исемдәге ҡала янында урынлашҡан һәм осоусыларҙы күнектереү, реклама һәм шәхси осоштар өсөн файҙаланыла.

Диңгеҙ транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барселона портының сама менән 2000 йыллыҡ тарихы бар. Ул Урта диңгеҙ буйында йөк һәм пассажирҙар ташыу буйынса иң мөһим порт һанала. Порт 7,86 км² майҙанға эйә һәм өс зонаға бүленгән: иҫке порт, сауҙа порты һәм логистика порты. Порт йылдам үҫә, уны көньяҡҡа ҡарай 2 километрҙағы Льобрегат йылғаһы тамағы иҫәбенә ике тапҡырға ҙурайтыу күҙҙә тотола.

Тимер юл транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барселона Испанияның төп тимер юл узелдарының береһе һанала. Төп тимер юл вокзалы — Сантс Эстасьо (кат. Sants Estació). Юғары тиҙлекле AVE тимер юл селтәре Мадридтан Каталонияның көньяғындағы Таррагонаға тиклем оҙайтылырға тейеш. Барселонаға линия 2008 йылда һалынған.

Йәмәғәт транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барселона метрополитены 11 линиянан тора, уларҙың һәр береһенә номер һуғылған һәм айырым төҫ бирелгән. Һигеҙе (L1, L2, L3, L4, L5, L9, L10 һәм L11) Барселона Транспорт идаралығы Transports Metropolitans de Barcelona (TMB) ҡарамағында, ә өсөһөнә (L6, L7 һәм L8) Ferrocarrils de la Generalitet de Catalunya (FGC) компанияһы хужа. Метро Барселонаны ҡайһы бер биҫтәләр менән тоташтыра.

Метро картаһы
Метро картаһы

Метрополитен линиялары ер өҫтөнән дә, ер аҫтынан да үтә.

TMB ҡарамағында ҡала автобустары һәм туристик автобустар селтәре бар. Шулай уҡ ҙур тиҙлекле түбән иҙәнле трамвайҙар — Trambaix (Т1, Т2, Т3) һәм Trambesòs (Т4, Т5, Т6) йөрөй. «Зәңгәр трамвай» тигән махсус трамвай линияһы Тибидабо тауына йөрөй. Монжуик һәм Тибидабо тауҙарына фуникулёрҙар күтәрә. Монжуик түбәһенә шулай уҡ канат юлы (телеферик) буйлап та күтәрелергә мөмкин.

Ҡалала төнгө автобус «N» (Nitbus) линияһы бар. Махсус автобустар аэропортҡа (Aerobus), портҡа (Port Bus) һәм Тибидабо тауындағы аттракциондар паркына (Tibibus) йөрөп тора.

Бөтә ҡала транспорты инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған.

Төньяҡ автовокзал (кат. Estació del Nord) элек тимер юл вокзалы булған, әле ул халыҡ-ара һәм ҡала-ара автобустарҙы хеҙмәтләндерә.

Такси паркында 13000-дән ашыу автомобиль бар. Лицензияларҙың күп өлөшө шәхси автомобилле водителдәрҙеке. Такси арзан һәм уңайлы транспорт төрө булып тора.

Ҡалала бер сәғәткә автомобиль ҡуртымларға мөмкин. Улар GPS навигаторы менән йыһазландырылған, парковкаһы түләүһеҙ. Уларҙы «һары автомобиль» йәки GoCars Barcelona тип йөрөтәләр[30].

Административ ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1984 йылдан ҡала 10 административ районға бүленгән, һәр береһенә үҙенең советы идара итә.

Ҡаланың райондары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Иҫке ҡала (Ciutat Vella): La Barceloneta, el Gòtic (Готик квартал), el Raval (Barri Xinès), Sant Pere, Santa Caterina i la Ribera
  2. Эшампле (Eixample): L’Antiga Esquerra de l’Eixample, la Nova Esquerra de l’Eixample, Dreta de l’Eixample, Fort Pienc, Sagrada Família, Sant Antoni
  3. Сантс-Монтжуик (Sants-Montjuïc): La Bordeta, la Font de la Guatlla, Hostafrancs, la Marina de Port, la Marina del Prat Vermell, el Poble-sec, Sants, Sants-Badal, Montjuïc, Zona Franca — Port[31]
  4. Les Corts: Les Corts, La Maternitat i Sant Ramon, Pedralbes
  5. Sarrià — Sant Gervasi: El Putget i Farró, Sarrià, Sant Gervasi — la Bonanova, Sant Gervasi — Galvany, les Tres Torres, Vallvidrera, el Tibidabo i les Planes
  6. Gràcia: Vila de Gràcia, Camp d’en Grassot i Gràcia Nova, la Salut, el Coll, i Vallcarca i els Penitents
  7. Horta-Guinardó: El Baix Guinardó, el Guinardó, Can Baró, el Carmel, la Font d’en Fargues, Horta, la Clota, Montbau, Sant Genís dels Agudells, la Teixonera, la Vall d’Hebron
  8. Nou Barris: Can Peguera, Canyelles, Ciutat Meridiana, la Guineueta, Porta, Prosperitat, les Roquetes, Torre Baró, la Trinitat Nova, el Turó de la Peira, Vallbona, Verdum, Vilapicina i la Torre Llobeta
  9. Sant Andreu: Baró de Viver, Bon Pastor, el Congrés i els Indians, Navas, Sant Andreu de Palomar, La Sagrera, Trinitat Vella
  10. Sant Martí: El Besòs i el Maresme, el Clot, el Camp de l’Arpa del Clot, Diagonal Mar i el Front Marítim del Poblenou, el Parc i la Llacuna del Poblenou, el Poblenou, Provençals del Poblenou, Sant Martí de Provençals, la Verneda i la Pau, la Vila Olímpica del Poblenou

2015 йылдан Барселона мэры — Ада Колау. Ул был вазифала Жорди Эреуҙы (Jordi Hereu) алмаштырған.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке ҡала һәм Готик квартал

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Готик кварталдағы Король һарайы, Барселона графтарының һәм Арагон королдәренең элекке резиденцияһы

Иҫке ҡаланы шартлы рәүештә өскә бүлергә мөмкин. Уның иҫке өлөшө булған Готик квартал Ла Рамбла бульвары менән Виа Лаетана (кат. Via Laietana) проспекты араһында ята. Готик кварталда боронғо Рим эҙҙәре күп. Урта быуаттарҙан Изге Тәре соборы һәм Изге Евлалия соборы һаҡланған.

Ла Рибера кварталы Виа Лаетананан Коммерс (кат. Commerç) урамына һәм Принцесса (кат. Princesa) урамынан диңгеҙгә тиклем йәйелгән. Раваль (Аррабаль) кварталы Рамбла бульвары менән Ронда Сан Антони (кат. Ronda Sant Antoni) һәм Ронда Сан Пау (кат. Ronda Sant Pau) урамдары араһында урынлашҡан.

Иҫке ҡала территорияһында билдәле Цитадель паркы йәйрәп ята, унда Каталония Парламенты һәм Барселона зоопаркы урынлашҡан.

Диңгеҙ буйы өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Драссанас верфе — XIV быуаттың архитектура ҡомартҡыһы, унда хәҙер Барселонаның Диңгеҙ музейы урынлашҡан.

1992 йылғы Олимпия уйындары өсөн яңы торлаҡ районы төҙөлә. Был районда Олимпия порты һәм ике үтә бейек бина — Hotel Arts ҡунаҡханаһы менән Mapfre страховкалау компанияһы бинаһы (бейеклектәре 150 метрҙан ашыу) тора. Биналар архитекторҙар Брюс Грэхем, Иньиго Ортис һәм Энрике Леон проекты буйынса төҙөлгән.

Каталония Милли сәнғәт музейы

173 метр бейеклегендәге Монжуик ҡалҡыулығы диңгеҙ портына йәнәш тора. Уның түбәһенән ҡала һәм диңгеҙ күренештәрен күҙәтергә була. Монжуик — Европала иң эре ҡала парктарының береһе (203 га). Ҡалҡыулыҡ түбәһендә 1640 йылда төҙөлгән ҡәлғә бар. 1960 йылдан унда Хәрби музей урынлашҡан.

Монжуик тауындағы фонтан

Испания майҙаны яғынан, Гран-Виа, Таррагона (Tarragona) һәм Параллель (Parallel) урамдары сатынан, бейеклек бик һәйбәт күренә. Майҙанда иҫке коррида аренаһы бар. Майҙандың икенсе яғында ике ҡыңғыраулыҡ тора. Шунда уҡ Каталония Милли сәнғәт музейы һәм Тылсымлы фонтан иғтибарҙы тарта, фонтан каталан архитекторы Карлес Буигас проекты буйынса эшләнгән.

«Испан» ауылы

Монжуиктағы иң ҡыҙыҡлы объекттарҙың береһе — «Испан ауылы» (Poble Espanyol) — асыҡ һауалағы архитектура музейы, унда Испанияның төрлө төбәктәрендәге биналарҙың күсермәләре ҡуйылған.

1992 йылғы Олимпия уйындарына Монжуикты реконструкциялау тамамлана. Унда яңы олимпия ҡоролмалары төҙөлә. Көньяҡ битләүендә «Олимпия ҡулсаһы» урынлашҡан, уға Олимпия стадионы менән Спорт һарайы ла инә.

Каталония майҙаны

Королева Изабелла II хакимлығы осоронда ҡала диуарҙары һүтеп алына һәм ҡаланы заманса итеп төҙөү планы ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә, Яңы ҡала — Эшампле — хасил була. Район Каталония майҙанынан башланып, ҡаланың үҙәген дә үҙ эсенә ала.

Амалье йорто һәм Бальо йорто

Бында «Янъял кварталы» бар, был кварталда дүрт төрлө архитектор-модернсы төҙөгән архитектура ҡомартҡылары урынлашҡан, янъял тигәне шуларҙың бер-береһенә мөнәсәбәтенә ишаралай.

Каталон музыкаһы һарайы, Изге Тәре һәм Изге Тыныслыҡ Госпитале биналары комплексы ла (Hospital de la Santa Creu i Sant Pau) модернизм осорона хас ҡоролмалар һанала.

Барселона аквариумы — Европала иң эреһе, уның һыу аҫтындағы быяла туннеле — донъяла иң оҙоно.

Изге Йөрәк ғибәҙәтханаһы

Тибидабо үренә алып менә торған фуникулёрға Зәңгәр трамай алып бара. Был тау йәнәшәһендәге Туро-де-ла-Вилана ҡалҡыулығында 286 метрлыҡ Торре-де-Кольсерола телебашняһы ҡуйылған. Тибидабола аттракциондар паркы эшләй, 100 йылдан ашыу элек асылһа ла, ул ҡат-ҡат яңыртылып, замансалаштырылып торған. Парк эргәһендә Изге Йөрәк ғибәҙәханаһы урынлашҡан.

Педральбес районы Диагональ проспектының көньяғында, Монжуик һәм Тибидабо тауҙары араһында урынлашҡан. Проспект буйлап Caixa Catalunya банкының бейек биналары, La Caixa һаҡлыҡ кассалары, «Л’Илья Диагональ» сауҙа үҙәге һәм университет ҡаласығының корпустары теҙелеп киткән. Университет китапханаһы Гуэль виллаһы бинаһын биләй.

Мәшһүр каталон архитекторы Гауди эштәренең күбеһе — Барселонала. Пласа-Реалдағы фонарҙар (Король майҙаны) (1879) һәм Висенс йорто (1883—1889) Гаудиҙың тәүге эштәре иҫәбенә инә. Педральбес районындағы граф Эусеби Гуэль усадьбаһы павильондары ла шул осорҙа төҙөлгән. Әлеге ваҡытта был усадьба биләмәһендә Барселона университетының китапханаһы урынлашҡан.

Граф Эусеби Гуэль

Гуэль Гаудиҙың яҡын дуҫы һәм бағыусыһы була, архитекторҙың күп кенә эштәрен ул финанслай. Гуэль заказы буйынса төҙөлгән биналар араһында Рамблас бульварындағы һарай бар. Был төҙөлөш архитекторға билдәлелек килтерә. 1984 йылдан Гуэль һарайы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына индерелә. Шул уҡ йылды ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына Гауди ижад иткән биналарҙан Изге Ғаилә ғибәҙәтханаһы, Висенс йорто, Гуэль паркы, Бало йорто һәм Мила йорто ла индерелә.

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 320
рус.англ.фр.
Барселонала Гауди проекты буйынса төҙөлгән биналар исемлеге
Төҙөлгән йылдары
Тасуирламаһы
1883—1885 Винсен йорто, Барселона
1884—1887 Гуэль виллаһы павильондары, Педральбес (Барселона)
1885—1889 Гуэль һарайы, Барселона — ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы, 1984
1888—1889 Изге Тереза монастыры мәктәбе, Барселона
1883—1926 Изге Ғаилә ғибәҙәтханаһы, Барселона
1898—1900 Кальве йорто, Барселона
1900—1902 Бельэсгуард урамында Фигерас йорто, Барселона
1900—1914 Гуэль паркы, Барселона — ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы, 1984
1904—1906 Бальо йорто, Барселона
1906—1910 Мила йорто, Барселона — ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы, 1984
1909—1910 Изге Ғаилә сиркәүенең мәхәллә мәктәбе, Барселона
Камп Ноу стадионы

Барселонаның бер нисә спорт командаһы бар. «Барселона» футбол клубы — Испанияла һәм донъяла, Мадридтың "Реал"ы кеүек үк, иң ҙур футбол клубтарының береһе, Испания чемпионаттарының ҡат-ҡат еңеүсеһе. УЕФА-ның Чемпиондары лигаһында даими ҡатнашыусы һәм биш тапҡыр еңеүсе (1991—1992, 2005—2006, 2008—2009, 2010—2011, 2014—2015 йыл миҙгелдәре).

Клубтың баскетбол (Winterthur FCB), гандбол һәм тәгәрмәсле хоккей буйынса профессиональ командалары, төрлө спорт төрҙәре буйынса һәүәҫкәр командалары ла бар.

«Эспаньол» — Барселонаның Испания футбол чемпионаттарында ҡатнашыусы икенсе командаһы.

Барселонала 1992 йылда йәйге Олимпия уйындары, шулай уҡ футбол буйынса 1982 йылғы донъя чемпионатының бер нисә матчы үтә. Барселонала 5 йондоҙло ике стадион бар: Камп Ноу һәм Олимпия стадионы.

Барселона эргәһендәге Монтмелола Формула-1 уҙыштарының традицион Испания гран-прийы, шулай уҡ мотоуҙыштар үткәрелә.

Барселона кинематографта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барселонала төшөрөлгән йә ваҡиғалары Барселонала барған фильмдар:

  1. 1975 — «Профессия: репортёр», реж. Микеланджело Антониони
  2. 1984 — «Закусочная на колёсах», реж. Саммо Хун
  3. 1989 — «Если они скажут, что ты чувствуешь», реж. Висенте Аранда
  4. 1993 — «Двуязычный любовник», реж. Висенте Аранда
  5. 1994 — «Барселона», реж. Уайт Стиллмэн
  6. 1994 — «Фламандская доска», реж. Джим Макбрайд
  7. 1995 — «Земля и свобода», реж. Кен Лоуч
  8. 1999 — «Всё о моей матери», реж. Педро Альмодовар
  9. 1999 — «Почему не я?», реж. Стефан Жюсти
  10. 1999 — «Любимый друг», реж. Вентура Понс
  11. 2001 — «Полдень с Гауди», реж. Сьюзен Сайделман
  12. 2001 — «Несладкая жизнь», реж. Беатрис Сильва
  13. 2002 — «Испанка», реж. Седрик Клапиш
  14. 2004 — «Убить Фрейда», реж. Жоакин Ористрель
  15. 2006 — «Парфюмер: История одного убийцы», реж. Том Тыквер
  16. 2006 — «Сальвадор», реж. Мануэль Хуерга
  17. 2007 — «Репортаж», реж. Жауме Балагеро һәм Пако Пласа
  18. 2008 — «Вики Кристина Барселона», реж. Вуди Аллен
  19. 2009 — «Репортаж 2», реж. Жауме Балагеро һәм Пако Пласа
  20. 2010 — «Бьютифул», реж. Алехандро Гонсалес Иньярриту
  21. 2011 — «11-11-11», реж. Даррен Боусман
  22. 2012 — «Репортаж 3», реж. Пако Пласа
  23. 2012 — «Три метра над уровнем неба. Я тебя хочу», реж. Фернандо Гонсалес Молина
  24. 2013 — «Летняя ночь в Барселоне», реж. Дани де ла Орден
  25. 2013 — «Последние дни» (Los últimos días), реж. Алекс һәм Давид Пастор
  26. 2013 — «Исмаэль» (Ismael), реж. Марсело Пинейро
  1. Relación de Municipios y sus Códigos por ProvinciasНациональный институт статистики, 2019.
  2. 2,0 2,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 http://www.academiadelallingua.com/diccionariu/index.php?cod=6942 (билдәһеҙ) — 2000. — ISBN 978-84-8168-208-3
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 http://www.academiadelallingua.com/diccionariu/index.php?cod=6943 (билдәһеҙ) — 2000. — ISBN 978-84-8168-208-3
  5. art.6 // (unspecified title)
  6. archINFORM (нем.) — 1994.
  7. 7,0 7,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #4004503-1 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  8. Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  9. Данные реестра местных административных единицминистерство финансов и государственного управления Испании.
  10. https://en.unesco.org/creative-cities/barcelona
  11. https://cn.wtcf.org.cn/citys/3486-2.html
  12. Национальный институт статистики https://www.ine.es/jaxi/Tabla.htm?tpx=61398&L=0 — 2023.
  13. 13,0 13,1 Национальный институт статистики https://www.ine.es/dynt3/inebase/es/index.htm?padre=517&capsel=525
  14. http://www.idescat.cat/pub/?id=aec&n=925&t=2016&lang=en (ингл.)
  15. https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
  16. http://www.ezhejiang.gov.cn/wenzhou/2021-08/26/c_655413.htm
  17. http://www.ezhejiang.gov.cn/wenzhou/sistercities_2.html
  18. http://www.rree.gob.pe/politicaexterior/Documents/Acuerdos%20de%20hermanamiento.pdf
  19. https://oewd.org/san-francisco-sister-cities
  20. https://portales.sre.gob.mx/coordinacionpolitica/images/stories/documentos_gobiernos/rai/nle/nl46.pdf
  21. https://kyivcity.gov.ua/kyiv_ta_miska_vlada/pro_kyiv/mista-pobratimi_z_yakimi_kiyevom_pidpisani_dokumenti_pro_poridnennya_druzhbu_spivrobitnitstvo_partnerstvo/
  22. https://aldc.espais.iec.cat/localitats-nova/index-numeric-de-localitats/
  23. http://www.idescat.cat/pub/?id=aec&n=925&t=2016
  24. (unspecified title)
  25. https://www.bcn.cat/estadistica/catala/dades/tpob/llars/padro/a2020/estruct_llars/t4.htm
  26. Интерфейс программирования приложения YouTube
  27. https://thenextweb.com/vocabulary/barcelona/
  28. Барцелона // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  29. 6-е место в Европе, 14-е в мире, по популярности у туристов
  30. Жёлтый автомобиль
  31. Районы Барселоны 2013 йыл 15 ғинуар архивланған.
  • Барселона, город в Испании // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  • Вся Барселона. Коллекция «Вся Испания». Русское издание. Editorial Escudo de Oro S.A., Barcelona
  • Гауди. Русское издание. Editorial Escudo de Oro S.A., Barcelona
  • Imatges de la ciutat de Barcelona al segle XX. Barcelona, 2000
  • Forcano Eugeni «La meva Barcelona», Barcelona, Madrid, 2010
  • Хью Кеннеди. Великие арабские завоевания, «Историческая библиотека», 2010