Эквадор
Эквадор | |
исп. República del Ecuador | |
Байраҡ[d] | Герб[d] |
Нигеҙләү датаһы | 16 февраль 1840 |
---|---|
Рәсми атамаһы | República del Ecuador, Republic of Ecuador, République de l'Équateur, Republik Ecuador, 厄瓜多共和國, República do Equador, Ikwayur Runaq Imayka, Repubblica dell'Ecuador, Res Publica Aequatoriae, எக்வடோர் குடியரசு, Republiek Ecuador, República de l'Equador, Cộng hòa Ecuador, 에콰도르 공화국, ইকুয়েডর প্রজাতন্ত্র, Республика Эквадор, エクアドル共和国, ईक्वाडोर गणराज्य, جمهورية الإكوادور, Republik Ekuador, جمہوریہ ایکواڈور, جمهوری اکوادور, Republika Ekwadoru, Республіка Еквадор, Ecuador, Republika Ekvador, la République d’Équateur[1] һәм اکوادورِ جمهوری |
Ҡыҫҡаса атамаһы | 🇪🇨, Ecuador, Ecuador, Équateur, 厄瓜多尔, ईक्वाडोर, الإكوادور, Эквадор, Equador, Ecuador, Ecuador, Ecuador, אקוודור, ইকুয়েডর, Ekuador, エクアドル, 에콰도르, எக்குவடோர், Ekvador, Ecuador, اکوادور, Ekwador, Еквадор, Ecuador, Equador, Ecuador, Ekuador, Ecuador, ECU, EC һәм ECU |
ХФА-лағы транскрицияһы | ɛkʋɑ'doːɾ |
Ҡатнашыусы | Война Пакиша[d] һәм Перуано-эквадорская война[d] |
Ғүмер оҙонлоғо | 76,327 йыл[2] |
Кем хөрмәтенә аталған | Экватор |
Этнохороним | Ecuadorian, ecuadori, ecuadorianer, Equadorano, Lekvadoränan, إكوادوري, إكوادورية, إكوادوريون, эквадорцы, Ecuadoran, אקוודורי, אקוודורית, ecuadorieni, ecuadorian, ecuadoriană, ইকুয়েডরীয়, ecuadoriano, ecuadoriana, ecuadoriani, ecuadoriane, ecuatoriano, ecuadoran, ecuatoriana, ecuatorianu, ecuatoriana, ecuadorian, ecuadorianska, Équatorien[1], Équatorienne[1], Ecuadoraner, Ecuadoranerin, ecuadoriana, ecuadoriane, ecuadoriani, ecuadorian, ecuadoregna, ecuadoregne, ecuadoregni, ecuadoregno, إكواطوري, إكواطورية, إكواطوريين, إكواطوريات һәм Eacuadórach[3] |
Рәсми тел | Испан теле[4], Кичуа (язык)[d][4] һәм Шуар[d][4] |
Гимн | Приветствуем тебя, Родина![d] |
Культура | культура Эквадора[d] |
Девиз тексы | « Allah,Vətən və Azadlıq " һәм Duw, Mamwlad a Rhyddid |
Донъя ҡитғаһы | Көньяҡ Америка[5][6] |
Дәүләт | Эквадор |
Административ үҙәк | Кито |
Сәғәт бүлкәте | UTC−5[d], UTC−6[d], Pacific/Galapagos[d][7] һәм America/Guayaquil[d][7] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Ecuador.map |
Иң юғары нөктә | Чимборасо[d] |
Глубочайшая точка | Тымыҡ океан |
Идара итеү формаһы | республика һәм президент республикаһы[d] |
Дәүләт башлығы вазифаһы | президент Эквадора[d] |
Дәүләт башлығы | Даниэль Нобоа[d][8] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | президент Эквадора[d] |
Хөкүмәт башлығы | Даниэль Нобоа[d][8] |
Башҡарма власть | Правительство Эквадора[d] |
Закондар сығарыу органы | Национальное собрание Эквадора[d] |
Юғары суд органы | National Court of Justice[d] |
Үҙәк банк | Центральный банк Эквадора[d] |
Дипломатик мөнәсәбәттәр | Бразилия, Германия, Австралия, Сербия, Венесуэла, Колумбия, Уругвай, Малайзия, Америка Ҡушма Штаттары, Рәсәй, Иран, Ҡытай, Грузия һәм Венгрия |
Ойошма ағзаһы | БДО, Көньяҡ Америка милләттәре берлеге, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Андское сообщество[d], Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы[d], Халыҡ-ара үҫеш ассоциацияһы[d], Халыҡ-ара финанс корпорацияһы[d], Инвестициялар именлеген гарантиялау буйынса күпъяҡлы агентлыҡ[d], ЮНАМИД[d], Agency for the Prohibition of Nuclear Weapons in Latin America and the Caribbean[d], Интерпол[9][10], ОЗХО[d][11][12], Международная гидрографическая организация[d][13], ЮНЕСКО[14], Group on Earth Observations[d], Всемирный почтовый союз[d][15][16], Международный союз электросвязи[d][17], Америка дәүләттәре ойошмаһы, Всемирная метеорологическая организация[d][18], Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы[19], Договор об Антарктике[d][20] һәм Всемирная таможенная организация[d][21] |
Бәлиғ булыу йәше | 18 йәш |
Возраст вступления в брак | 18 йәш |
Халыҡ һаны | 16 938 986 кеше (2022)[22] |
Ир-егеттәр | 8 672 767[23], 8 790 148[23], 8 886 835[23] һәм 8 984 602[23] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 8 670 974[23], 8 798 448[23], 8 910 903[23] һәм 9 016 398[23] |
Административ рәүештә бүленә | Асуай[d], Боливар[d], Каньяр[d], Карчи[d], Чимборасо[d], Котопахи[d], Эль-Оро[d], Эсмеральдас[d], Галапагос[d], Гуаяс[d], Имбабура[d], Лоха[d], Манаби[d], Морона-Сантьяго[d], Напо[d], Орельяна[d], Пастаса[d], Пичинча[d], Санта-Элена[d], Санто-Доминго-де-лос-Тсачилас[d], Сукумбиос[d], Тунгурауа[d], Самора-Чинчипе[d] һәм Лос-Риос[d] |
Валюта | АҠШ доллары |
Номиналь ЭТП | 106 165 866 000 $[24] һәм 115 049 476 000 $[24] |
Кеше үҫеше индексы | 0,74[25] |
Inequality-adjusted Human Development Index | 0,604[26] |
Уровень самоубийств | 7,7 |
Эшһеҙлек кимәле | 5 ± 1 процент[27] |
Сиктәш | Перу һәм Колумбия |
Автомобиль хәрәкәте яғы | уң[d][28] |
Селтәр көсөргәнеше | 120 вольт[29] |
Электр тоташтырғысының төрө | NEMA 1-15[d][29] һәм NEMA 5-15[d][29] |
Алыштырған | Бөйөк Колумбия |
Ҡулланылған тел | Испан теле, Шуар[d], уаорани[d], Ecuadorian Sign Language[d], Цафики[d], Секоя[d], Ава-пит[d], Чапалачи[d], кофан[d], Ачуар-шивиар[d], Сиона[d], Тетете[d], Медиа-ленгуа[d], сапаро[d], Salasaca Highland Quichua[d], Cañar Highland Quichua[d], Chimborazo Highland Quichua[d], Northern Pastaza Quichua[d], Calderón Highland Quichua[d], Napo Lowland Quechua[d], Imbabura Highland Quichua[d], Loja Highland Quichua[d] һәм Tena Lowland Quichua[d] |
Майҙан | 255 586,91 км² (2010)[30] |
Рәсми сайт |
presidencia.gob.ec turismo.gob.ec educacion.gob.ec culturaypatrimonio.gob.ec cancilleria.gob.ec |
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | datosabiertos.gob.ec |
Һештег | Ecuador |
Юғары кимәлдәге интернет-домен | .ec[d] |
Тема географияһы | География Эквадора[d] |
Портал открытых данных | Open Data platform of the Republic of Ecuador.[d] һәм Open Data Colombia[d] |
Тема иҡтисады | экономика Эквадора[d] |
Теманың демографияһы | Эквадорцы[d] |
Мәктәптә уҡымаған балалар һаны | 225 277[31] |
Коэффициент Джини | 47,3[32] |
Ставка НДС | 12 процент |
Тыуымдың дөйөм коэффициенты | 2,542[33] |
Городское население | 11 097 565[23], 11 285 898[23], 11 454 802[23] һәм 11 623 246[23] |
Сельское население | 6 246 175[23], 6 302 697[23], 6 342 935[23] һәм 6 377 754[23] |
Индекс демократии | 5,71[34] |
BTI Governance Index | 3,66[35], 3,73[35], 4,42[35], 4,37[35], 4,57[35], 4,48[35], 4,99[35], 5,22[35] һәм 4,88[36] |
BTI Status Index | 5,65[35], 5,75[35], 5,56[35], 5,39[35], 5,62[35], 5,55[35], 5,72[35], 6,48[35] һәм 6,23[36] |
Pождаемость | 17,338[23], 17,037[23], 16,817[23] һәм 16,583[23] |
Смертность | 4,913[23], 7,534[23], 6,719[23] һәм 4,85[23] |
Happy Planet Index score | 58,8[37] |
Мобильный код страны | 740 |
Илдең телефон коды | +593 |
Ашығыс хеҙмәттең телефон номеры | 9-1-1[d][38], 101[d][38], 102[d][38] һәм 131[d][38] |
Илдең GS1 коды | 786 |
Номер тамғаһы коды | EC |
Диңгеҙ идентификация һандары | 735 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Эквадоре[d] |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Ecuador[d] |
Эквадор Викимилектә |
Эквадо́р (исп. Ecuador, кечуа Ikwadur), Эквадо́р Республикаһының рәсми атамаһы (исп. República del Ecuador [reˈpuβlika ðel ekwaˈðor], кечуа Ikwadur Republika) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышындағы дәүләт.
Эквадорҙы көнбайыштан Тымыҡ океан һыуҙары йыуа, төньяҡта Колумбия, көнсығышта һәм көньяҡта Перу менән сиктәш. Галапагос утрауҙары Эквадор составына инә.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1830 йылда Бөйөк Колумбия Республиканан айырылған Кито департаменты «Эквадор» (исп. Ecuador исп. ecuador — «экватор») үҙаллы дәүләте тип иғлан ителә, сөнки дәүләттең территорияһы экваторҙың ике яғына урынлашҡан[39].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Испан колонизацияһына тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Эквадор территорияһында борон замандан төрлө индеец ҡәбиләләре — кара, киту, тумбе, каньяри һәм башҡалар йәшәй. Улар һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә.
Яңы эраның 1-се мең йыллығы аҙағында яр буйында йәшәгән индеецтартарҙың кара ҡәбиләһе таулы райондарға баҫып инә һәм, урындағы халыҡты — индеецтарҙың киту һәм башҡа ҡәбиләләрен буйһондороп (өлөшләтә юҡ итеп, икенсе өлөшөн ассимиляцияға дусар итеп), Латин Америкаһы әҙәбиәтендә «Киту батшалығы» тип аталған дәүләт төҙөй.
XV быуатта (яҡынса 1460 йылдар) инкыларҙың Тауантинсуйу дәүләте, 15 йыл буйына һуғышып, «Киту батшалығын» яулап ала. Инкылар дәүләте халҡының күпселеген (инкылар — хакимлыҡ итеүсе каста) кечуа ҡәбиләһе индеецтары тәшкил итә. Шуға ла хәҙерге Эквадор территорияһында кечуа теле иң таралған тел.
Испан колонизацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквадор территорияһын Испания өсөн Франсиско Писарро — Бартолом Руистың (тәүге десанты 1526 йылда төшә) һәм Себастьян де Белалькасарҙың (1531 йылға Эквадорҙы тулыһынса буйһондора) көрәштәштәре яулай. Индеецтарҙың боронғо тораҡ пункты биләмәһендә Сан-Франсиско-де-Кито ҡалаһы төҙөлә. 1529 йылда Писарроға Яңы Кастилияның (хәҙерге Перу менән Эквадор территориялары) генерал-капитаны вазифаһы бирелә, ә 1539 йылда ул үҙенең ағаһы Гонсалоны Сан-Франсиско-Китоның хакимы итеп тәғәйенләй.
Ҙур биләмә баҫып алына, әммә унда эре алтын һәм көмөш ятҡылыҡтары табылмай, шуға ла испандар илдә плантациялар төҙөй, уларҙа индеецтар һәм Африканан килтерелгән ҡолдар һәм эшләй. Таулы райондарҙа һарыҡсылыҡ киң үҫеш ала.
Бойондороҡһоҙлоҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатта Эквадор һәм бөтә Латин Америкаһында милли-азатлыҡ һуғыштары һәм революциялар киң ҡолас ала.
Революцияларҙың береһе 1809 йылдың авгусында Китола була, һуңынан Эквадорҙа ошо дата хөрмәтенә 10 август Бойондороҡһоҙлоҡ көнө тип иғлан ителә[40].
1822 йылда Колумбия ғәскәрҙәре испандарҙы ҡыйратҡандан һуң Милли хәрәкәт еңә. Эквадор өҫтөнән контроллек итеү Симон Боливарға йөкмәтелә.
1822—1830 йылдарҙа — Эквадор Бөйөк Колумбия составында була, ул саҡта был ил «Кито өлкәһе» тип атала[41].
1830 йылдың 13 майында бойондороҡһоҙ Эквадор республикаһы иғлан ителә, нәҡ ошо датанан алып ил хәҙерге исемен йөрөтә.
Тотош XIX быуат буйы һәм XX быуаттың тәүге йылдарында Эквадорҙа ике партия — консерваторҙар һәм либералдар араһында киҫкен көрәш бара.
XIX быуат уртаһынан Эквадор яҙмышына Европа илдәре ҡыҫыла башлай. 1845 йылда Британия баҫымы аҫтында Эквадорҙа ҡоллоҡто бөтөрөү тураһында закон ҡабул ителә. 1860 йылда Эквадор президенты (ғәмәлдә — диктаторы) Габриель Гарсия Морено Франция менән протекторат урынлаштырыу хаҡында хат алыша.
XIX быуат аҙағында Эквадорға сит ил капиталын әүҙем инвестициялау башлана — британдар нефть эҙләү менән шөғөлләнә, ә американдар какао һәм кофе плантацияларын киңәйтеүгә һәм тимер юл төҙөүгә тотона.
XX һәм XXI быуаттарҙа Эквадор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Конституция буйынса католик сиркәүе рәсми рәүештә дәүләттән айырыла[42].
1923 йылдан Эквадорҙа нефть сығарыла башлай.
Шул уҡ ваҡытта тиерлек (1920-се йылдар башында) Эквадорҙа радикаль ойошмалар — социалистар, анархистар, коммунистар ойошмалары барлыҡҡа килә башлай. 1925-28-се йылдарҙа улар Эквадорҙа бер нисә ҡораллы ихтилалдар ойоштора, ә Эквадор хөкүмәт уларҙы баҫтыра.
1941 йылда — Амазонканың үрге ағымындағы киң биләмәләр өсөн Эквадор һәм Перу һуғыша. Перу армияһы күп һанлы һәм һуғыш алып барыуға әҙерлеклерәк була, шуға ла Эквадор ҡораллы көстәре еңелә. Һөҙөмтәлә был ил яҡынса 280 мең квадрат километрға еткән майҙанлы бәхәсле территорияға хужа була (хәҙерге Эквадор территорияһына тиң тип әйтерлек).
- 1972 — генерал Родригес Лараның хәрби түңкәрелеше.
- 1975 йылдың 31 авгусынан 1 сентябренә ҡарай төндә — Американың «Texaco Gulf Oil» компанияһының спонсор ярҙамы менән власть түкәрелешен ғәмәлгә ашырырға тырышыу.
- 1979 йылдың 29 апрелендә, ун йыл буйы хакимлыҡ иткән хәрби диктатуранан һуң, конституцияға ярашлы ил президентын һайлау буйынса беренсе һайлауҙар үткәрелә. Эквадор өсөн рекорд һанындағы тауыш йыйып (2 миллиондан ашыу), Хайме Рольдос Агилера еңә һәм 1979 йылдың 10 авгусында вазифаһын үтәй башлай. «Берләшкән халыҡ көстәре» (Concentracion de Fuerzas Populares) партияһынан киткәндән һуң, 1980 йылда ул «Үҙгәртеүҙәр һәм демократия халҡы» (Partido Pueblo, Cambio y Democracia) партияһына нигеҙ һала. 1981 йылдың 24 майында Рольдос ултырған самолёт Лоха провинцияһындағы Уайрапунга тауҙарында ҡолай. Бөтә пассажирҙар ҙа: Рольдостың ҡатыны Марта Букарам, оборона министры Марко Субиа Мартинес ҡатыны менән, ике хәрби офицер һәм тағы ла өс кеше һәләк була. Реформалар үткәреүгә йүнәлтелгән сәйәсәте өсөн Рольдостың ғүмеренә күп тапҡырҙар хәүеф янауын, тикшереү ваҡытында төп ике шаһиттың автоһәләкәттә һәләк булыуын һәм авиаһәләкәттең башҡа шаһиттарының күрһәтмәләре ҡапма-ҡаршы булыуын иҫәпкә алып, Рольдос үлеменең йәшерен заговор һөҙөмтәһендә атҡарылыуы тураһындағы версия барлыҡҡа килә.
- 1984—1988 йылдар — президент Леон Фебрес Кордеро (1931 йылдың 9 марты — 2008 йылдың 15 декабре) хакимлыҡ иткән осор, уның уң яҡлы сәйәсәтте хуплаған хөкүмәте Эквадор тарихында репрессияларҙы иң күп башҡарған хөкүмәттәрҙең береһе булып таныла. 1987 йылда Кордеро хөкүмәтен коррупцияла һәм экстремизмдә ғәйепләгән хәрбиҙәрҙең генерал Франк Варгас Пассос етәкселегендәге болаһы баҫтырыла. Бола баҫтырылғандан һуң ҡаты репрессиялар осоро башлана, оппозицияның күп кенә вәкилдәре ҡулға алына, язалана йәки бөтөнләй юҡ була. Сығыштары менән Колумбиянан булған ағалы-ҡустылы Рестреполарҙың (12 һәм 16 йәш) юғалыуы айырыуса иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә, полиция ҡулға алғандан һуң улар бөтөнләй юғала, кәүҙәләре лә табылмай.
- 1997 йылда парламент президент Абдала Букарам «ил менән идара итеүгә һәләте булмағанға күрә» властан ситләтелә.
- 2000 — 9 ғинуарҙа артабанғы президент Хамиль Мауадтың хакимиәте, милли валюта — сукренан баш тартып, иҡтисади көрсөктән сығыу өсөн рәсми валюта сифатында Америка долларын ҡабул итергә йыйыныуы тураһында иғлан итә. Был хәбәр Эквадор индеецтарының һәм профсоюздарҙың коррупцияға һәм президенттың иҡтисади сәйәсәтенә ҡаршы күп меңләгән протестарын тыуҙыра.
- 2000 — 21 ғинуар — протест белдереүселәрҙе ҡыуыу президент һағы полкы командиры полковник Лусио Гутьерресҡа йөкмәтелә, әммә ул, бинаны штурмлау ваҡытында полкына командалыҡ итеүҙе ташлап, бинаны үҙ ҡулдарына алған боласыларға барып ҡушыла һәм боласыларҙың ике етәксеһе менән бергә милли ҡотҡарыу хөкүмәтенә ағза булып инә. Тик был хөкүмәт бер нисә сәғәт кенә йәшәп ҡала.
- 2000 — 22 ғинуар — ҡораллы көстәр комадованиеһы (генерал Мендос) власты вице-президент Густаво Нобоаға тапшыра, ә Гутьерресты 6 айға төрмәгә ябалар. Гутьеррес ирекккә популяр сәйәсмән булып сыға, индеецтарҙың «Пачакутик» хәрәкәте ярҙамында «21 ғинуар Патриотик берләшмәһе» (Sociedad Patriótica) сәйәси партияһын ойоштора.
- 2002 — Лусио Гутьеррес президент һайлауҙарында Эквадорҙың беренсе байы, «банан короле» Альваро Нобоаны (Álvaro Noboa) еңә. Эквадор нефтенә контроллек итеүҙе Эквадорға ҡайтарыу тураһында вәғәҙәһе Гутьерресҡа еңеү килтерә. Ләкин тиҙҙән Эквадор иҡтисадын һауыҡтырыу буйынса дәүләттең яңы башлығы һайлаған ысулдар хәлде төҙәтә алмауы асыҡлана. Инфляция катастрофик темптар менән үҫә, коррупция властың бөтә кимәлдәрен зарарлай. Аҙаҡ килеп президент АҠШ-ҡа һәм Халыҡ-ара валюта фондына (МВФ) ярҙам һорап апрелдә мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Артабан иҡтисадта ҡулланылған ҡаты саралар халыҡтың тағы ла нығыраҡ ярлылыныуына һәм һайлауҙарҙа Гутьеррес яҡлы булған һулдар һәм индеецтар партияһының ризаһыҙлығына килтерә.
- 2004 — ноябрь Оппозиция президентҡа импичмент иғлан итергә тырышып ҡарай. Әммә армияның президент яҡлы булыуы һәм оппозиция ағзалары араһында талаш-тартыш башланыуы ғына Гутьерресты ҡотҡара. Дәүләт башлығына ҡаршылар уны диктатура урынлаштырырға тырышыуҙа ла ғәйепләй. Шул ваҡытта президент ҡушыуы буйынса Юғары суд Эквадорҙың элекке президенттары Абдала Букарам (1996—1997) һәм Густаво Нобоанан (2000—2003 годы) бөтә ғәйептәрен алып ташлай. Аҙағыраҡ ике президентҡа ла эмиграциянан тыуған илдәренә ҡайтырға рөхсәт итә. Быға ҡарата халыҡ протест белдерә.
- 2005 — 15 апрелдә киҫкенләшә барған сәйәси көрсөк шарттарында президент Гутьеррес илдең баш ҡалаһы Китола ғәҙәттән тыш хәл индерә һәм Юғары судтың яңы составын таратыуы тураһында иғлан итә. Оппозиция тағы ла Лусио Гутьеррестың власты узурпациялауҙа ғәйепләй, Китола киң масштаблы урам протестары башлана. 16 апрелдә ғәҙәттән тыш хәл юҡҡа сығарыла. 19 апрелдә Эквадор полицияһының шефы генерал Хорхе Поведа отставкаға китә, артабан армия үҙенең президент буйһоноуынан сығыуы тураһында белдерә.
- 2005 — 20 апрелдә «Банан путчы»: Эквадор парламенты — Милли конгресс (Congreso Nacional) (сессияла тик оппозицияға ҡараған депутаттар ғына ҡатнаша) Лусио Гутьерресты властан ситләтә, ә бер сәғәттән һуң вице-президент Альфредо Паласио, дәүләт башлығы сифатында, ант биреү процедураһын үтә. Гутьеррес президент һарайынан вертолётта ҡаса, сәйәси һыйыныу урыны эҙләп, Бразилия илселегендә йәшеренә.
- 2006 — 25 ноябрҙә һайлау үткәрелә, унда һул яҡ көстәрҙең кандидаты Рафаэль Корреа еңеп сыға. Ул 57 % тауыш йыя. Уның оппоненты Альваро Нобоа (Alvaro Noboa) өсөн һайлаусыларҙың ни бары 43 проценты тауыш бирә. Һайлау алдынан Рафаэля Корреаның еңәсәге билдәһеҙ була. Быға тиклем Рафаэль Корреа Эквадорҙың финанстар министры вазифаһын биләй. Европа һәм АҠШ-та уҡып ҡайтҡан йәш иҡтисадсы илдән сил илдәрҙең нефть компанияларын тулыһынса ҡыуып сығарырға һәм 10 млрдҡа долларға еткән тышҡы бурысты түләүҙән баш тартырға вәғәҙә бирә. Һөҙөмтәлә Рафаэль Корреа хөкүмәттән ҡыуыла, ләкин ил халҡының 75 процентын (14 млн) тәшкил итәкән ярлылар араһында популярлыҡ яулай. Ул Эквадорҙы нефттән килгән табыш социаль ихтыяждарға тотонолған Венесуэла кеүек илгә әйләндерергә вәғәҙә итә. Ә һайлауҙа еңелгән Альваро Нобоа Корреаның киреһе: ул — Эквадорҙың иң бай кешеһе. 1994 йылда атаһынан мираҫҡа уға 110 предприятиенан торған ғәйәт ҙур бизнес-империя ҡала. Ул үҙе лә, нефттән тыш Эквадорҙың тағы ла бер тәбиғи байлығы банандар менән сауҙа итеп, ғаилә байлығын арттыра. Бынан тыш Рафаэль Корреанан айырмалы рәүештә Альваро Нобоа Эквадорҙың Венесуэла һәм Куба менән мөнәсәбәттәрҙе туҡтатып, АҠШ менән арларҙы нығытырға теләй.
- 2007 — 30 сентябрҙә — Эквадорҙың Конституцион Ассамблеяһына һайлауҙарҙа президент Рафаэль Корреа яҡлылар күберәк урын ала, һөҙөмтәлә улар «XXI быуат социализмы» концепцияһына нигеҙләнгән яңы конституция төҙөүгә өлгәшә.
- 2009 — 26 апрелдә — президент һайлауҙарында ғәмәлдәге президент Рафаэль Корреа, 52 процент тауыш йыйып, беренсе турҙа уҡ еңә.
- 2010 — 30 сентябрҙә — полиция һәм ҡораллы көстәр, президентты төшөрөп, илдәге власты үҙ ҡулдарына алырға тырышып ҡарай.
- 2011 — 8 майҙа — бөтә халыҡ референдумында эквадорҙар ҡомарлы уйындарҙы һәм корриданы тыйыу, башҡарма властың судтарға контролен көсәйтеү, шулай уҡ мәғлүмәт сараларын күҙәтеү буйынса махсус дәүләт органын булдырыуҙы үҙ эсенә алған реформалар өсөн тауыш бирә.
- 2013 — 17 февралдә — Рафаэль Корреа һайлауҙарҙа еңә һәм өсөнсө тапҡыр Эквадор президенты посына һайлана.
- 2017 — 2 апрелдә — Ленин Морено, һайлауҙың икенсе турында 51, 15процент тауыш йыйып, Гильермо Лассоны еңә.
Географик мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баш ҡала Китонан 25 километрға төньяҡтараҡ илде киҫеп үткән Экватор уға исем бирә.
Илдең көнбайышында, Тымыҡ океан, ярҙары буйлап, уйһыулыҡтар һәм Анд тауҙары алды һуҙылған, илдең үҙәгендә Анд тауҙары урынлашҡан. Ул ике параллель һырт — Көнбайыш Кордильера һәм Көнсығыш Кордильеранан тора. Унда һүнгән (Чимборасо, 6310 м) һәм әле лә атылып торған вулкандар (Котопахи, 5896 м, иң бейек вулкандарҙың береһе, әле лә «тере» вулкан Тунгурауа — 5023 м, даими рәүештә атылып тора) бар. Илдең Көнсығыш өлөшө Амазонка уйһыулығында урынлашҡан.
Эквадор ҡоро ерҙә Колумбия (590 километр) һәм Перу (1420 километр) менән сиктәш.
Эквадор — йылғаларға бай ил, был йылғаларҙың барыһы ла — Амазонканың ҡушылдыҡтары.
Төньяғында мәңге йәшел ағас урмандары булһа, көньяғында япраҡлы урмандар үҫә, үҙәген иһә һирәгерәк урман биләп тора. Көньяҡ-көнбайышта ярымсүллектәр урынлашҡан. Хайуандары: ягуарҙар, пумалар, бәләкәй боландар, ҡырағай сусҡалар, ҡалҡанлылар, ҡырмыҫҡа ашаусылар.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквадор Эҫе климат билбауҙарында урынлашҡан — экваториаль (илдең төньяғы) һәм субэкваториаль (көньяҡ). Июлдәге температура — +25 °C; ғинуар температураһы — +24 °C.
Климатик һәм биологик йәһәттән Эквадор дүрт өлөшкә бүленә — Коста (яр буйҙары), Сьерра (тау өлөшө), Орьенте (Амазония — джунгли) һәм Галапагос утрауҙары.
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — президент, халыҡ тарафынан 4 йыллыҡ срокҡа һайлана, бер-бер артлы икенсе срокҡа ла һайлана ала.
Парламент — бер палаталы Милли ассамблея, 137 депутатты халыҡ 4 йыллыҡ срокҡа һайлай.
Суд власы — Милли ғәҙеллек суды (Corte Suprema de Justicia), 21 судьянан тора[43].
Сәйәси партиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылғы һайлау һөҙөмтәләре буйынса .
- Альянс ПАИС — һулдар, 91 депутат (партия башлығы — хәҙерге президент Корреа).
- Мөмкинлектәр тыуҙырыу — үҙәк, 12 депутат.
- Социал-христиан партияһы — уң-үҙәк ҡарашлы, 6 депутат.
- Патриотик йәмғиәт партияһы — һул-үҙәк ҡарашлы (милләтселек), 6 депутат.
- Һулдарҙың күп милләтле берҙәмлеге — һул-радикалдар (индеецтарҙың һул Пачакутик Күп милләтле берҙәмлек хәрәкәтен дә индереп), 6 депутат.
- Рольдосист партияһы — һул-үҙәк ҡарашлы (популистик), 1 депутат.
- Демократик халыҡ хәрәкәте — һул-радикалдар (Эквадор Марксистик-ленинсы коммунистик партияһының электораль ҡанаты), 1 депутат.
- SUMA — үҙәк, 1 депутат.
- Институцион яңырыу һәм милли эшмәкәрлек партияһы — уң ҡарашлы, 0 депутат.
- Социалистик партия — Эквадорҙың Киң фроты — һул ҡарашлы, 0 депутат.
- Милли интеграция өсөн муниципаль хәрәкәт — һул ҡарашлы, 0 депутат.
- Һул демократтар партияһы — һул ҡарашлы, 2013 йылда таратыла.
Тағы ла 8 партиянан ассамблеяла берәр депутат бар.
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквадор административо-территориаль йәһәттән 24 провинцияға бүленә. Провинциялар 199 кантонға бүленә. Кантондар мәхәлләләргә (приходтар) бүленә.
Галапагос утрауҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп 12 утрауҙың 5-һендә кеше йәшәй. Ошо утрауҙар һәм күп һанлы бәләкәй утрауҙар (дөйөм майҙан — 7880 км²) Милли парк территорияһы булып тора. Утрауҙа 25 124 кеше (2010) йәшәй. Баш ҡалаһы Пуэрто-Бакерисо-Морено Сан-Кристобаль утрауында урынлашҡан. Натураль хужалыҡ итеү өҫтөнлөк алған. Балыҡсылыҡ төп кәсептәрҙең береһе (тунец һәм омар тотоу), әммә утрау иҡтисадының төп статьяһы — туризм, бында туристар уникаль хайуандар һәм үҫемлектәрҙең әкиәти донъяһы менән таныша ала.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквадор иҡтисады нефть сығарыу һәм һатыуға нигеҙләнгән, килемдең яртыһынан ашыуын тап ошо тармаҡ бирә. Эквадор — донъяла банан экспортлаусы иң ҙур ил. 2000 йылда Эквадор ғәйәт ҙур иҡтисади көрсөккә тарый, шуға ла тышҡы бурыстарына дефолт иғлан итә. 2000 йылдың март айында ил парламенты бер нисә структур реформаны хуплай, шул иҫәптән АҠШ долларын дәүләт валютаһы сифатында ҡулланыуҙы ла. Долларҙы ҡуллана башлау иҡтисадты тотороҡландыра, иҡтисади үҫеш башлана. Әммә 2006 йылда хөкүмәт Эквадор территорияһында эшләгән сит ил һәм шәхси нефть компанияларына һалымдарҙы ҡырҡа арттыра, һөҙөмтәлә был тармаҡта продукция алыу ҙа кәмей. Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ тыуа, шәхси инвестициялар ҡырҡа кәмей. Дөйөм алғанда иҡтисад күрһәткестәре лә түбән төшә.
Йән башына 2009 йылда ЭТП (Эске тулайым продукт) — 7,5 мең доллар. (донъяла 123-сө урын). Эшһеҙлек кимәле (2009) — 7,9 %, фәҡирлек кимәленән түбән — халыҡтың 35 проценты (2006). 2019 йылдың 1 ғинуарынан Эквадорҙа минималь эш хаҡы күләме 394$ тәшкил итә.[44][45][46][47][48][49][50][51]
Сәнәғәт (ЭТП 36 %, эшләүселәрҙең 21 проценты) — нефть сығарыу, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, туҡыу производствоһы, ағас эшкәртеү.
Ауыл хужалығы (ЭТП 7 %, эшләүселәрҙең 8 проценты) — банан, кофе, какао, дөгө, картуф, маниок, шәкәр ҡамышы; малсылыҡ, балыҡсылыҡ.
Хеҙмәтләндереү өлкәһе — ЭТП 57 %, эшләүселәрҙең 71 проценты.
Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылда экспорт — 19.12 млрд долл. — нефть, банан, сәскәләр, креветка, какао, кофе, ағас матуриалдары, балыҡ, киндер.
Төп һатып алыусылар — АҠШ — 31,5 %, Вьетнам — 7,6 %, Перу — 6,7 %, Чили — 6,5 %, Панама — 4,9 %, Рәсәйҙә — 4,4 %, Ҡытай — 4 %.
2017 йылда импорт — 19.03 млрд доллар. — сәнәғәт продукцияһы, нефть продукттары, ҡулланыу тауарҙары.
Төп етештереүселәре — АҠШ — 22,8 %, Ҡытай — 15,4 %, Колумбия — 8,7 %, Панама — 6,4 %, Бразилия — 4,4 %, Перу — 4,2 %.
Энергетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электр энергияһының 45 проценты — ТЭС-тарҙа, ҡалғаны ГЭС-тарҙа етештерелә, әммә Эквадорҙың гидроэнергетика мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай — һыу ресурстарының күпселек өлөшө (Анд тауҙарында) ҡулланылмай.
Урман хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тигеҙлектәрҙең ҙур өлөшө һәм тауҙар (44 %) экваториаль дымлы урман менән ҡапланған. Һуңғы ваҡытта япраҡлы ағас ҡырҡыу күләме арта. Ағас, бальса ағасын, гевея һутын әҙерләү, капок ағасын һәм пальма сәтләүеген йыйыу кеүек урман кәсептәре үҫешә. Ағастың 75 проценты яғыулыҡ сифатында ҡулланыла.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таулы ландшафт транспорт селтәрен үҫтереүгә ҡамасаулай. Тимер юлдарының дөйөм оҙонлоғо ни бары 1200 километрға ғына етә. Ҡаты асфальт менән ҡапланған втомобиль юлдары — 23 256 км, грунт юлдары — 5044 км. Яр буйы һәм ил эсендәге ҡалаларҙы тоташтырған панамерикан магистрале баш ҡала Кито аша үтә. Гуаякиль төп тимер юл бәйләнеше ярҙамында Куэнка һәм Кито менән тоташа.
Гуаякиль һәм Пуэрто-Боливар — иң ҙур порттар. 10 коммерция авиалиниялары халыҡ-ара, шулай уҡ эске һауа юлдары пассажирҙарын Хосе Хоакин де Ольмедо аэропорты аша ташый.
Ҡораллы көстәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквадорҙың ҡораллы көстәре (исп. Fuerzas Armadas del Ecuador) — Эквадор республикаһының ғәскәрҙәр тупланмаһы, ул дәүләт азатлығы, территориаль бөтөнлөгө һәм бойондороҡһоҙлоғо һағында тора. Ул ҡоро ер ғәскәрҙәре, хәрби-диңгеҙ һәм хәрби-һауа көстәренән тора. 1996 йылда 125 185 кеше — ҡораллы көстәрҙә хәрби хеҙмәттә. 1995 йылда хәрби ихтыяждар сығымы 386 миллион доллар тәшкил итә, йәки ЭТП-ның 2,1 проценты.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны — 16 080 778 (2016 йыл, баһа). Халыҡтың күпселеге ике эре ҡалала — Гуаякиль һәм Китола тупланған, илдең башҡа тораҡ пункттарында йәшәүселәр һаны 400 мең кешенән артмай.
Йыллыҡ үҫеше — 1,5 %;
Тыуым — 1000 кешегә — 20,3;
Үлем — 1000 кешегә — 5;
Эмиграция — 1000 кешегә — 0,7.
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ирҙәр 72,6, ҡатын-ҡыҙ 78,6 йәш.
Иммунодефицит вирусы менән зарарланыу (ВИЧ) — 0,3 % (2007 йыл).
Этно-раса составы: метистар 65 %, индеецтар 25 %, аҡ 7 %, негрҙар 3 %
Телләр: испан (рәсми), шулай уҡ индеецтар телдәре (башлыса кечуа).
Грамоталылыҡ — 92 % ир-егет, 90 % ҡатын-ҡыҙ (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).
Диндәр: католик 95 %, башҡа диндәр 5 %.
Ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урбанизация кимәле 66 % (2008 йыл), илдең көнбайышы (яр буйы) һәм үҙәгендә халыҡ тығыҙ урынлашҡан.
Эквадорҙың баш ҡалаһы Китоға нигеҙҙе испандар индеецтарҙың бәләкәй генә тораҡ пункты урынында һала. Гуаякиль — ҙурлығы буйынса илдең иң эре порты һәм ҡалаһы сауҙа үҙәге лә булып тора, ул уңдырышлы ауыл хужалығы төбәгендә урынлашҡан. Куэнка — ҙурлығы буйынса өсөнсө урында булған ҡала, илдең «мәҙәни үҙәге» тип иҫәпләнә, студенттар һәм Европа һәм Америка пенсионерҙар араһында ул бик популяр. Манта — диңгеҙ порты, 250 000 кеше йәшәй. Реконструкция алып барыла, төбәктең эре диңгеҙ портына әйләнеү мөмкинлеге бар.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквадорҙа испан мәҙәни мираҫы менән урындағы халыҡтың мәҙәни традициялары үрелеп бара. Ҡасандыр ил территорияһы Инка империяһы составына ингән була. Кито ҡалаһында иртә колониаль архитектура өлгөләре яҡшы һаҡланып ҡалған, тап шуның менән ул Көньяҡ Американың башҡа колониаль баш ҡалаларынан айырылып тора. Китола әлеге ваҡытта эшләп килгән сиркәүҙәрҙә ҡиммәтле сәнғәт әҫәрҙәре: картиналар, сиркәү һауыт-һабаһы, ағас һырлап эшләнгән әйберҙәр, һындар һәм төрлө биҙәүестәр урын алған.
Аш-һыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквадор аш-һыуы индеецтарҙың күп һанлы ашамлыҡ әҙерләү традицияларын мираҫ итеп алған. Бик популяр ризыҡтар түбәндәгеләр: ягуарлокро (ҡан менән картуфты ашы), локро-де-кесо (авокадо һәм сыр менән картуфты ашы), кальдо-де-пати (ҡыҙҙырылған һыйыр малы тояҡтары һурпаһы), севиче (сей диңгеҙ ризығы: лайма һуты һәм әсе борос менән маринадланған балыҡ, креветка, устрица), арнир итеп табынға ҡурылған патакон бананы, кангрехад (бешкән краб). Ҡыҙҙырылған куй (морьская свинка) ашамлығын илдең таулы өлөшөндә лә, яр буйҙарында ла һаталар.
Көньяҡ Америкала Эквадор һыраһы иң яҡшыларҙан һанала. Бынан тыш, барҙарҙа, моғайын, милли «чичаны», шәкәр ҡамышынан әҙерләнгән «писко» йәки «агуардиенте» араҡыһын тәҡдим итерҙәр.
Тышҡы сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эквадорҙың төп тышҡы сәйәси маҡсаттары түбәндәгеләр: территорияһын тышҡы агрессиянан һәм эске законһыҙ эшмәкәрлектән һаҡлау; поддержка Организации Объединённых Наций (ООН) һәм Организации американских государств (ОАГ) эшмәкәлектәрен хуплау; ярҙан 200 миль диңгеҙ территорияһын балыҡ тотоу өсөн һаҡлау; Перу һәм Эквадор араһындағы территориаль бәхәсте бөтөргән 1942 йылғы тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм сиктәр тураһындағы Протоколды (Протокол Рио) ҡайтанан ҡарау.
1980-се йылдар аҙағында Родриго Борхе Севальосе президентлыҡ иткән ваҡытта Эквадорҙың Халыҡ-ара тышҡы сәйәси элнмтәләре төрлөләнә. Мәҫәлән, Эквадор Өсөнсө донъя, халыҡ-ара ойошмалар, Западной Европой һәм социалистик илдәр менән бәйләнештәрен әүҙемләштерә. 1969 йылда Эквадор һәм Советский Союз араһында дипломатические мөнәсәбәттәр урынлаштырыла, ләкин тик 1972 йылда ғына, когда Эквадор присоединился к ОПЕК, СССР стал проявлять интерес к этой стране. К середине 1970-х годов Советский Союз содержал посольство в Кито и соперничал за влияние в этой стране с Соединёнными Штатами.
Эквадор бирегән сәйәси һыйыныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 16.08.2012 Эквадор WikiLeaksҡа нигеҙ һалған — Джулиану Ассанжуға үҙенең Лондондағы илселеге территорияһында сәйәси һыйыныу урыны бирә. 11.04.2019 Джулиана Ассанжанан Эквадор гражданы статусын алалар һәм Лондон полицияһы ҡулына тапшыралар.
- 24.06.2013 Эквадор ЦРУ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуденға ҡасаҡ документын тапшыра.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эквадорҙың виза сәйәсәте
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ Институт статистики ЮНЕСКО
- ↑ (unspecified title) (ирл.) — 2006.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 2 // Конституция Эквадора (2008)
- ↑ https://www.cia.gov/the-world-factbook/countries/ecuador/
- ↑ https://www.workwithdata.com/place/ecuador
- ↑ 7,0 7,1 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/southamerica
- ↑ 8,0 8,1 https://www.bbc.com/mundo/articles/c7291r4xxneo
- ↑ https://www.interpol.int/Member-countries/World — Интерпол.
- ↑ https://www.interpol.int/Who-we-are/Member-countries/Americas/ECUADOR
- ↑ https://www.opcw.org/about-opcw/member-states/ — Организация по запрещению химического оружия.
- ↑ https://www.opcw.org/about-us/member-states/ecuador
- ↑ https://www.iho.int/srv1/index.php?option=com_wrapper&view=wrapper&Itemid=452&lang=en — Международная гидрографическая организация.
- ↑ http://www.unesco.org/eri/cp/ListeMS_Indicators.asp
- ↑ http://www.upu.int/en/the-upu/member-countries.html
- ↑ https://www.upu.int/en/Universal-Postal-Union/About-UPU/Member-Countries?csid=-1&cid=101
- ↑ https://www.itu.int/online/mm/scripts/gensel8
- ↑ https://public.wmo.int/en/members/ecuador
- ↑ https://www.who.int/choice/demography/by_country/en/
- ↑ https://www.ats.aq/devAS/Parties?lang=e
- ↑ https://www.wcoomd.org/-/media/wco/public/global/pdf/about-us/wco-members/list-of-members-with-membership-date.pdf — Б. 2.
- ↑ Ahora hay 16,9 millones de ecuatorianos, según el Censo / под ред. Primicias
- ↑ 23,00 23,01 23,02 23,03 23,04 23,05 23,06 23,07 23,08 23,09 23,10 23,11 23,12 23,13 23,14 23,15 23,16 23,17 23,18 23,19 23,20 23,21 23,22 23,23 (unspecified title) — Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре базаһы.
- ↑ 24,0 24,1 https://data.worldbank.org/indicator/NY.GDP.MKTP.CD — Донъя банкы.
- ↑ Отчёт о развитии человечества — Программа развития ООН, 2022.
- ↑ Отчёт о развитии человечества — Программа развития ООН, 2022.
- ↑ http://data.worldbank.org/indicator/SL.UEM.TOTL.ZS
- ↑ http://chartsbin.com/view/edr
- ↑ 29,0 29,1 29,2 World Plugs / под ред. Международная электротехническая комиссия
- ↑ https://www.ecuadorencifras.gob.ec/wp-content/plugins/download-monitor/download.php?id=321
- ↑ Институт статистики ЮНЕСКО
- ↑ https://data.worldbank.org/indicator/SI.POV.GINI
- ↑ Институт статистики ЮНЕСКО
- ↑ https://www.eiu.com/n/campaigns/democracy-index-2021/ (ингл.) — EIU, 2022.
- ↑ 35,00 35,01 35,02 35,03 35,04 35,05 35,06 35,07 35,08 35,09 35,10 35,11 35,12 35,13 35,14 35,15 https://www.bti-project.org
- ↑ 36,0 36,1 https://bti-project.org/en/reports/country-dashboard/ECU
- ↑ https://happyplanetindex.org/countries/?c=ECU
- ↑ 38,0 38,1 38,2 38,3 International Numbering Resources Database: ITU-T E.129 National-only numbers linked with emergency services and other services of social value / под ред. Международный союз электросвязи
- ↑ Поспелов, 2002
- ↑ День Независимости в Эквадоре
- ↑ Нумизматика — Обзоры по континентам. Южная Америка 2019 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ Галибина Е. С. Общее и особенное в Революции Мэйдзи и в либеральной революции в Эквадоре // Вестник Российского университета дружбы народов. Серия: Международные отношения. — 2008. — № 4. — С. 69
- ↑ Официальный сайт Национального суда справедливости (исп.). Архивировано 11 август 2011 года. 2011 йыл 11 август архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ [2]
- ↑ [3]
- ↑ [4]
- ↑ [5] 2020 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ [6]
- ↑ [7]
- ↑ [8] 2019 йыл 7 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.