Көньяҡ Америка милләттәре берлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Көньяҡ Америка милләттәре берлеге
Көньяҡ Америка милләттәре берлегенең флагы Көньяҡ Америка милләттәре берлегенең флагы
Флаг Герб
Ағза илдәр
Рәсми телдәр испан
португал
инглиз
нидерланд
Сәйәси үҙәктәр Эквадор Кито
Боливия Кочабамба
Етәкселек
 — Президент
 — Генераль секретарь
Майҙаны 17 715 335 км²
Халҡы
 — тығыҙлығы
384 381 000 (2007)
21,7 кеше/км²
ЭТП (PPP базаһында)
 — йән иҫәбе буйынса
$ 3 673 043 (2007)
$ 9 604
Нигеҙләнгән:
 — Куско декларацияһы
 — Конституцион килешеү
8 декабрь 2004
23 май 2008
Валютаһы песо
Сәғәт бүлкәте UTC-2 — UTC-6
2019 йылға ҡарата Көньяҡ Америка милләттәре берлегенең ағзалары      Ағза-илдәр     Ағзалығы туҡтатылған илдәр     Элекке ағза-илдәр

Көньяҡ Америка милләттәре берлеге (исп. Unión de Naciones Suramericanas (UNASUR), порт. União de Nações Sul-Americanas (UNASUL), ингл. Union of South American Nations, нидерл. Unie van Zuid-Amerikaanse Naties, башҡа атамаһы — Ку́ско декларацияһы) — Көньяҡ Америка дәүләттәренең төбәк сәйәси һәм иҡтисади ойошмаһы. 2004 йылдың 8 декабрендә ойошторолған[1]. Ҡасандыр был ойошмаға Көньяҡ Американың 12 иле ингән; 2019 йылға ҡарай уларҙың күптәре ойошманан сыҡҡандар.

Ойоштороу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Латин Америкаһы дәүләттәренең берҙәм федерацияһын төҙөү идеяһы XIX быуатта барлыҡҡа килгән. Берләшеүҙең төп яҡлаусыһы Симон Боливар булған. Әммә Көньяҡ Американың яңы барлыҡҡа килгән дәүләттәрен дөйөм структураға йыйыуҙың тәүге ынтылышы хөкүмәттәр яғынана хуплау тапмаған, улар күп тиҫтә йылдарға үҙ-ара конкуренция көрәшенә ингәндәр.

Яңы ойошманы булдырыу тураһында декларацияға ҡул ҡуйыу 2004 йылдың 8 декабрендә Перуның Куско ҡалаһында 12 дәүләттең саммитында була.

Уға МЕРКОСУР Көньяҡ Америка дөйөм баҙарының (Аргентина, Бразилия, Венесуэла, Парагвай һәм Уругвай), Анд берләшмәһенең (Боливия, Колумбия, Перу һәм Эквадор) ағза-дәүләттәре, һәм шулай уҡ Чили, Гайана һәм Суринам ингән.

Гайана һәм Суринам декларацияға ҡул ҡуйғандар, әммә Көньяҡ Америка милләттәре берлегенә үҙҙәренең инеүе билдәһеҙ мөҙәткә күсергәндәр.

Перуның элекке президенты Алехандро Толедо һәм Бразилияның элекке президенты Луис Инасиу Лула да Силва ойошманы төҙөүҙә иң ҙур әүҙемлек күрһәткән.

Декларацияла билдәләнеүенсә, ул Латин Америкаһы халыҡтарының интеграцияға, берҙәмлеккә һәм дөйөм киләсәкте төҙөүгә ынтылышын сағылдыра. Яңы берлектең төп маҡсаты — 15 йыл дауамында иҡтисадтар интеграцияһына ирешеү һәм ирекле сауҙа зонаһын булдырыу.

Ниәт буйынса тәүге осорҙа Көньяҡ Америка милләттәре берлеге ҡатнашыусы илдәрҙең эшмәкәрлектәрен сәйәси координациялау юлы менән үҫешәсәк, ә киләсәктә дөйөк америка институттары — министрҙар совет, парламент һәм суд булдылырға тейеш була.

Тарихи декларацияға ҡул ҡуйыу урыны тип Перу Анд тауҙарындағы Куско һайланған — риүәйәт буйынса ул инктарҙың хакимы Манко Капак тарафынан нигеҙләнгән һәм һуңынан колумбҡаса Америкпның иң ҙур дәүләте — Тауантинсуйю инк дәүләтенең баш ҡалаһы булып киткән.

Ҡул ҡуйыу Симон Боливар етәкселегендәге Латин Америкаһы армияһының испан конкистадорҙарын Аякучо янындағы алышта тар-мар итеүенә 180 йыллығына (1824 йылдың 9 декабре) арналған.

Үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылдың 23 майында Бразилияла уҙған Көньяҡ Америка милләттәре берлегенең саммитында «Европарламент өлгөһө буйынса» төбәк вәкиллекле органын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән[2].

2008 йылдың 16 декабрендә Бразилияныэ Сальвадор ҡалаһында Көньяҡ Америка милләттәре берлегенең саммитында Көньяҡ Америка оборона советы ойошторолған, ул ҡитғала ҡаршылыҡтарҙы кәметеү өсөн шарттарҙы тәмьин итеү өсөн йүнәлтеләгән кәңәшмәле һәм координацион механизм булып тора[3].

2009 йылдың 28 авгусында Аргентинаның Барилоч ҡалаһында уҙған Көньяҡ Америка милләттәре берлегенең саммитында Колумбияның ете хәрби базаһында АҠШ-тың контингенты булыуы тикшерелә, быға Венесуэланың президенты Уго Чавес ҡәтғи рәүештә ҡаршы сығыш яһаған[4][5].

2010 йылдың майында Аргентинаның Буэнос-Айрес ҡалаһында уҙған Көньяҡ Америка милләттәре берлегенең саммитында был ойошманың беренсе генераль сәркәтибе — Аргентинаның элекке президенты Нестор Киршнер һайланған[6]. Уны ике йыл мөҙәткә һайлағандар, әммә 2010 йылдың 27 октябрендә Киршнер вафат булғандан һуң генераль сәркәтип вазифаһын Мария Эмма Мехия биләгән. Эквадорҙың баш ҡалаһы Китола Көньяҡ Америка милләттәре берлегенең штаб-фатирының төҙөлөүе көтөлә[7], ә дөйөм парламенттың урыны тип Боливияның Кочабамба ҡалаһы һайланған[8].

2018 йылдың апрелендә алты ил — Аргентина, Бразилия, Чили, Колумбия, Парагвай һәм Перу[9][10] — үҙенең ағзалығын туҡтатып торғандар. Аргентинаның Сит ил эштәре министрлығының хәбәр итеүе буйынса, Аргентинаның сығыуына ойошмалағы көрсөк сәбәпсе булған[11]. 2018 йылдың авгусында Колумбия ойошманан сығыуы тураһында иғлан иткән[12]. 2019 йылдың мартында Бразилия президенты Джейр Болсонаро үҙенең иленең ойошманан сығыу ниәте тураһында иғлан иткән[13]. 2019 йылдың 13 мартында Эквадор ойошманан сығыу тураһында иғлан иткән. Ил президенты Ленин Морено шулай уҡ блокты Китола урынлашҡан ойошма штаб-фатиры бинаһын ҡайтарыуҙы һораған[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:CSN Ҡалып:Панамериканизм Ҡалып:Международное право