23 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
23 май — григориан стиле буйынса йылдың 143-сө (кәбисә йылында 144-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 222 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Әзербайжан: Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1759: Өфө кремленең Михайлов башняһына эләккән йәшендән көслө янғын сыға һәм ҡаланың 210 йорто, воевода йорто, провинция канцелярияһының бинаһы, төрмә, гауптвахта, сауҙа рәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, бер нисә сиркәү яна.
- 1930: «Комсомольская правда» гәзите Ленин ордены менән бүләкләнә.
- 1931: ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Умартасылыҡ үҙәге ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1933: Дыуан район гәзите сыға башлай.
- 1935: Өфө—Новосибирск маршруты буйынса велоуҙышҡа старт бирелә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтов Бәкер Рәхим улы (1915—31.03.1982), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Дёмин Юрий Сергеевич (1940—13.11.2009), СССР һәм Рәсәйҙең партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Сафина Мария Петровна (1960), педагог, музыкант, махсус урта музыка колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Фәрүәз Урманшин (1970), ҡурайсы, йырсы, театр актёры. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2012).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Панов Николай Михайлович (1951), театр актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1991). Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты (Вышний Волочёк ҡалаһы, 2006).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғабдрахманова Рима Әсхәт ҡыҙы (1957), Өфө ҡалаһының 25-се Белем үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шамил Ҡолбарисов (1923—30.09.2004), башҡорт композиторы, йырсы (баритон) һәм режиссёр. 1978 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.
- Таһиров Фәхрәзи Әхмәҙиә улы (1928), электрик, 1948—1988 йылдарҙа «Башкирэнерго» берләшмәһе электромонтёры, мастеры, 1964—1988 йылдарҙа өлкән мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Бәләкәй Үтәш ауылынан.
- Ғабдрахманов Фиҙа Мөхәмәтсафа улы (1938), Тәтешле районы «Танып» колхозының элекке рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Айыуханов Закир Насир улы (1889—22.06.1961), тел белгесе, педагог-методист. 1937—1959 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. 1959–1961 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт алфавитын төҙөүселәрҙең береһе, дәреслек һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, шул иҫәптән «Әлифба»ның авторы.
- Шәһәров Ишбулды Рәжәп улы (1929—2010), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан.
- Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (1934), тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1989—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
- Кашелевский Геннадий Исаакович (1934—10.02.2009), конструктор. 1967—1979 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, 1979—2009 йылдарҙа Өфөләге Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу институты хеҙмәткәре. 80‑дән ашыу уйлап табыу авторы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1998). Сығышы менән Брянск ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1707: Карл Линней, Швецияның тәбиғәтте өйрәнеүсеһе, табиб; хайуандар һәм үҫемлектәр доньяһының дөйөм классификацияһын төҙөүсе.
- 1790: Жюль Себастьен Сезар Дюмон-Дюрвиль, Францияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Тымыҡ океанды тикшереүсе.
- 1805: Иоганн Генрих Буфф, Германия ғалимы, химик һәм физик.
- 1810: Маргарет Фуллер, АҠШ яҙыусыһы.
- 1885: Николай Зубов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың океандар тикшереүсеһе, контр-адмирал-инженер.
- 1925: Джошуа Ледерберг, АҠШ ғалимы, генетик, физиология һәм медицина буйынса 1958 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1930: Виталий Вульф, СССР һәм Рәсәй тәнҡитсеһе, театр белгесе, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
- 1935: Фәсил Әхмәтов, СССР композиторы, РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең (1992) һәм Татарстандың (1995) халыҡ артисы.
- 1935: Флора Әхмәтова-Урмансы, СССР ғалимы, фольклорсы, тәржемәсе, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- 1945: Михаил Багдасаров, цирк артисы, Әрмән ССР-ының атҡаҙанған (1980) һәм Рәсәйҙең халыҡ (1997) артисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]