Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев
Тыуған көнө:

23 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (84 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Ҡобағош ауылы

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

педагогия фәндәре кандидаты

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт университеты

Награда һәм премиялары


Дуҫлыҡ ордены Знак Отличник образования РБ.png

Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23 май 1934 йыл) — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1989—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев 1934 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған.

1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1960—1962 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡыта.

1965 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

1971 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты аппаратына үрләтелә, ә 1976 йылдан фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире була.

1989 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының фән буйынса проректоры. 2001 йылдан шул уҡ уҡыу йортонда башҡорт теле кафедраһы мөдире, 2009 йылдан — уҡытыусы.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни тикшеренеүҙәре синтаксис, башҡорт теленең тарихи грамматикаһы проблемаларына арналған. 100-ҙән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. Өфө, 1965;
  • Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. Өфө, 2007;
  • Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков. Уфа, 2006 (авторҙ.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007)
  • Дуҫлыҡ ордены
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]