Өфө кремле
Өфө кремле | |
---|---|
Ҡала | Өфө |
Төҙөлгән йылы | 16-сы быуат |
Башнялар һаны | 3 |
Өфө кремле — беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған тарихи ҡоролма. Ул Иҫке Өфө янында, хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынында урынлашҡан булған.
Ул дөйөм оҙонлоғо 440 метр арауығындағы ағас диуарҙан торған.[1]. Көньяҡтан һәм төньяҡтан имән башнялары булған.
Ул Михайлов башняһынан, Николь башняһынан, Мөйөш башняһынан, Воевода йортонан, фарман өйөнән, Смоленск соборынан, сиркәү манараһынан, иген келәттәренән, һәм төрмәнән торған.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өфө өйәҙенең Рәсәй дәүләтенә ингәндән һуң, край биләмәһендә воевода формаһындағы етәкселек барлыҡҡа килә. Тарихсылар әйтеүенсә, Мәскәүҙән ебәрелгән бернсе воевода Михаил Нагой булған. Воевода ҡаланың администрация учреждениеһы Өфө приказ йорто менән етәкселек иткән. Уға 150—200 уҡсынан торған хәрби гарнизон буйһонған. Ҡала диуары буйлап посадтар барлыҡҡа килгәс(ҡәлғәгә сауҙа-сәнәғәте өлөштәре терәлеп үк торған), Кремль тип атала башлаған.
1759 йылда ҙур янғын ваҡытында янып юҡҡа сыҡҡан
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 б. — 3000 экз.
- Круль С. Л., повесть «Легенды Уфимского кремля», ГУП РБ "Издательство «Белая река», 2015, 128 стр.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Буканова Р. Г. Өфө кремле // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Уфимский кремль пока в руках археологов (газета «Республика Башкортостан»)
- Уфа далекая и близкая (журнал «Бельские просторы»)
- Древняя Уфа
- Основание города
- Жилой комплекс «Уфимский кремль» (рядом с историческим расположением)
- Пожар Кремля
- Город крепость
- Захаров В. Н. Из истории уфимской крепости после пожара 1759 г. // Вестник БГПУ им. М. Акмуллы. 2011, № 2, с. 126—138
![]() |
Был Өфө тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
![]() |
Был Башҡортостан тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |