Эстәлеккә күсергә

Панов Николай Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Панов Николай Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө 23 май 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1]
Тыуған урыны Амур өлкәһе, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 15 июнь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2] (70 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[3]
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры[1]
Ойошма ағзаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Башҡортостандың халыҡ артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1986)

Панов Николай Михайлович (23 май 1951 йыл15 июнь 2021 йыл) — театр актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1974 йылдан Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры.Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1991). Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты (Вышний Волочёк ҡалаһы, 2006).

Николай Михайлович Панов 1951 йылдың 23 майында Амур өлкәһенең Райчихинск ҡалаһында тыуған.

1973 йылда Фрунзе ҡалаһында Н. К. Крупская исемендәге Республика драма театрының театр студияһын (уҡытыусыһы Г. И. Иванов) тамамлай.

Артабан Черкес өлкә драма театрында эшләй, ә 1974 йылда Стәрлетамаҡ рус драма театрына күсә.

Театрҙа ҡуйған спектаклдәре: Н. М. Задорновтың «Последняя попытка» спектакле (1993), Э. В. Брагинскийҙың «Игра воображения» спектакле (1994), Н. М. Птушкинаның «Пока она умирала» спектакле (2001).

Театр сәнғәте ветераны 2021 йылдың 15 июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһына вафат булды[4].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1973 йылда Черкес драма театрында дебюты була, А. В. Вампиловтың «Старший сын» пьесаһында Васенька ролен уйнай. Башҡарған ролдәре:

  • Иван Грозный («Шестая жена Ивана Грозного»)
  • Шариков («Собачье сердце», М. А. Булгаковтың шул уҡ исемле повесы буйынса)
  • Дәрүиш («Ай тотолған төндә»)
  • Джакомо Казанова («Великий обольститель», А. Лаврин һәм В. Коркияның «Великий любовник, или Последняя ночь Казановы» пьесаһы буйынса)
  • Арбенин («Маскарад», М. Ю. Лермонтов)
  • Анучкин («Женитьба», Н. В. Гоголь)
  • Сорин («Чайка», А. П. Чехов)
  • Люсиндо («Изобретательная влюблённая», Лоп де Вега)
  • Генри Хиггинс («Пигмалион», Б.Шоу)
  • Панталоне («Принцесса Турандот», К.Гоцци)
  • фронтовик Жуков («Русская народная почта», О. Богаев).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1986)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1991)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999)
  • Вышний Волочёк ҡалаһында 2006 йылда үткән Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты.