Ғабдулла Туҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдулла Туҡай
татар. Габдулла Тукай
Тыуған көнө:

26 апрель 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡазан губернаһы Ҡазан өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһының Арса районы) Ҡушлауыс ауылы

Вафат булған көнө:

15 апрель 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (26 йәш)

Вафат булған урыны:

Ҡазан губернаһы Ҡазан өйәҙе Ҡазан ҡалаһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

татар

Ғабдулла Туҡай, Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы Туҡаев (26 апрель 1886 йыл15 апрель 1913 йыл) — шағир, татар әҙәбиәте классигы, яңы заман татар әҙәбиәтенә һәм әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғабдулла Туҡай 1886 йылдың 26 апрелендә Ҡазан губернаһы Арса яғында Ҡушлауыс ауылында тыуа. Атаһы — Мөхәммәтғариф Мөхәммәтғалимов (1843—1886) Ҡушлауыс ауылы указлы муллаһы[1], әсәһе — Мәмдүҙә (1864—1890) булған. Атаһы яғынан ҡартатаһы — Мөхәммәтғәлим шулай уҡ мулла булған, ә әсәһе яғынан ҡартатаһы — Зиннәтулла Әмиров (1829—1909[2]) сығышы менән башҡорт булған һәм Ғәйнә улусының Ҡажмаҡты (Барҙы) ауылында тыуған[3][4][5], Солтанай мәҙрәсәһендә белем алған[6], Ҡушлауыста, һунынан Өсөйлөлә мулла була[1].

Улы дүрт ай ярымлыҡ булғас Мәхәмәтғариф хәҙрәт үлеп китә. Тол ҡалған Мәмдүдәне Сасна ауылына кейәүгә бирәләр. Бәләкәй Ғабдулланы ваҡытлыса аҫрамаға ауылда Шәрифә исемле фәкир бер ҡарсыҡҡа ҡалдыралар. Шағирҙың ғазаплы ауыр тормошо бына шулай башлана.

Һуңыраҡ үҙ әсәһе яңы ғаиләһенә алып ҡайта. Шағирҙың «Иҫемдә ҡалғандар» автобиографик әҫәрендә ошо урында, сабый рәхәткә тарыны, тип иркен һулап ҡуяһың. Ләкин был рәхәт оҙаҡҡа бармай: әсәһе донъя ҡуя — Ғабдулла дөм йәтим ҡала. Сасна муллаһы йәтимде Өсөйлөгә, Ғабдулланың әсәһенең атаһына ҡайтарып бирә. Бында иһә үгәй өләсәй. Күп балалы ғаилә. «Үгәй өләсәйҙең алты күгәрсене араһында мин бер сәүкә булғанға, илаһам — мине йыуытыусы, иркәләнәм тиһәм — мине һөйөүсе, ашағым-эскем килһә — ҡыҙғаныусы бер ҙә булмаған, мине эткәндәр ҙә төрткәндәр…»

Был дүртенсе ғаилә булды. Бәләкәй Ғабдулла бында аслыҡты һәм етемлекте татый. Олатаһы күрше ауылдарҙан икмәк һыныҡтары теләнеп алып ҡайтып, бабаларын аслыҡтан һаҡлай. Ә бер ваҡыт, Ҡазанға барыусы бер ямсыға ултыртып, баланы йыраҡ билдәһеҙ сәфәргә оҙаталар. Теге ямсы Бесән баҙарына еткәс: «Аҫрарға бала бирәм, кем ала?»- тип ҡысҡырып йөрөгән.

Халыҡ араһынан бер кеше сығып малайҙы үҙҙәренә алып ҡайта. Яңы биҫтә һөнәрсеһе Мәхәмәтвәли абзый менән Ғәззә абстай ана шулай малайлы булалар. Туҡай өсөн был — бишенсе оя. Бәләкәй Ғабдулла был ғаиләлә ике йыл ярым йәшәгәс, яңы ата-әсәһе сирләп китә һәм: «Беҙ үлгәс, был бала кем ҡулына ҡала, исмаһам, ауылына ҡайтарайыҡ…» — тип Өсөйлөгә оҙаталар. «Был ғаиләлә мине нисек ҡаршы алғандарынан, минән мәңгелеккә ҡотолдоҡ, тип уйлаған булғандар икәнен берергә була», — тип яҙа шағир.

Тырыша торғас, малайҙы Ҡырлай ауылындағы ир балаһыҙ Сәғҙи абзыйға уллыҡҡа оҙаталар. Шулай алтынсы оя…

Сабыйға Ҡырлай мәрхәмәтлерәк булып сыға. Бында Ғабдулла оҙағыраҡ йәшәй, хатта уҡырға йөрөй. Ҡырлай ауылында үҙенең киләсәк ижады өсөн бик күп рухи байлыҡ туплай. Туҡайҙың бала сағында Ҡырлайҙың тирә-яғында ҡара урман булған. Ул урманға Ҡырлай малайҙары менән ат көтөргә барыуҙар. Ундаға усаҡ янында әкиәтле, ябалаҡ тауыштары ишетелгән сихри төндәре. Таң атҡанда иҙрәп йоҡоға китеүҙәр, күккә ашҡан шыршылар, ҡайҙандыр малайҙарҙы күҙәтеп торған Шүрәле — былар барыһы ла һиҙгер күңелле,ҡәһәр менән имгәтелгән баланың рухын байыталар.

Артабан Ғабдулланың бала сағы Уральск ҡалаһында дауам итә. Атаһы яғынан туған әбеһенең ғаиләһенә, сауҙагәр Ғәлиәскәр Усмановтарға алына. Бында ул «Мотиғая» мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй. Бындағы тормош йәш Ғабдулланың рухына ҙур тәьҫир яһай. Туҡай, параллель рәүештә, өс йыллыҡ рус мәктәбендә белем ала. Мәҙрәсәлә ғәрәп, төрөк, фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән малай кинәт кенә рус һәм Европа әҙәбиәте донъяһына сума.

1905 йылда Уральск ҡалаһында «Фикер», «Әл-ғаср әл-джәдид», «Уклар» беренсе татар гәзит-журналдары сыға башлай, Туҡай хеҙмәттәшлек итә, бик күп шиғыр-мәҡәләләре менән сығыш яһай.

Ғ. Туҡайҙың «Шүрәле» поэмаһы ғәрәп телендә, 1979 йыл.

1905 йылғы революция тулҡыны Уральскиға килеп еткәндә Туҡайға 19 йәш була. Революция биргән мөмкинлектән файҙаланып, Камил Мотиғый «Уралец» газетаһы нәшриәтен һатып ала. Туҡайҙың тормошонда яңы этап башлана. Ул хәреф йыйыусы булып эшкә керә. Большевиктар был типографияны листовкалар баҫтырыу өсөн файҙалана. Шуның йоғонтоһонда Туҡай ҡыйыу публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Әл-ғаср әл-джәдид» журналында шиғырҙары баҫыла. Туҡайҙың хыялында сатирик журнал сығарыу. 1906 йылда «Уҡлар» журналы сыға башлай, редакторы — Туҡай. Ҡыҫкаһы ул үҙ диңгеҙенә сума, типографияла көнө-төнө эшләй, шиғыр-мәҡәләләр яҙа, тәржемә итә. Уральск шағиры Туҡайҙы Ҡазанда, Ырымбурҙа, Санкт-Петербургта яҡшы беләләр.

1907 йылда Туҡай Ҡазанға юллана. Бында «Әл-ислах» гәзитендә, «Яшен» журналында актив ҡатнаша.

1910 йылда «Ялт-йолт» сатирик журналы сыға башлай. Туҡай бөтөн көсөн ошо журналға бирә. «Шәреҡ" клубында халыҡ ижады буйынса лекциялар уҡый, концерттарҙа ҡатнаша. 1913 йыл башында шағирҙың сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшай, ләкин ул ижад эшен ташламай. 15 апрелдә Туҡайҙың ғүмере өҙөлә. Ҡазан быға ҡәҙәр бындай күп халыҡлы йыназаны күргәне булмай. Ауыл-ҡала мәҙрәсәләрендә уҡытыу туҡтатыла. Туҡайҙы Ҡазандың Яңы биҫтә зыяратында ерләйҙәр.

Ҡазандың Яңы биҫтә зыяратында Ғабдулла Туҡай ҡәбере.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2019 йылдың 18 апрелендә Өфөлә «Нур» татар дәүләт театры ҡаршыһында Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылды[7].
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге Татарстан дәүләт премияһы
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы
  • Ҡазан ҡалаһының Ғабдулла Туҡай урамы
  • Ҡазан ҡалаһының Ғабдулла Туҡай майҙаны
  • Ҡазан метроһының Ғабдулла Туҡай майҙаны станцияһы
  • Өфө ҡалаһының Туҡай урамы
  • Туҡай районы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Нуруллин И. З. Тукай / Авториз. пер. с тат. Р. Фиша. — М.: Молодая гвардия, 1977. — 240 с. с илл., портр. (Жизнь замечат. людей. Серия биографий. Вып. 5 (568)).
  2. Рәсүлева З. Ә. Тукай эзләреннән. Казан: Тат. кит. нәшр., 1985. — 141 бит.  (тат.)
  3. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. С.609.
  4. Сәлихов Ә. С. Туҡай һәм башҡорт әҙәбиәте // Ағиҙел. — 2011. — № 6. — С. 107—112.
  5. Иҙелбаев М. Х. Ике дуҫтың әҙәбиәт нуры (баш.) // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 2012. — № 6. — С. 9—10.
  6. Ислам на Урале: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов. — М.: Издательский дом «Медина», 2009. — 404 с., ил. — (Ислам в Российской Федерации; Вып. 5). С. 185.
  7. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 18 апрель (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]