Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан уҡытыусыһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан уҡытыусыһы
Башҡортостан Республикаһының ғилми-педагогик һәм методик журналы
Индексы 450079
Адресы Рәсәй Федерацияһы, Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13
Телефон +7 (3472) 292-77-63
E-mail: uch.bash@mail.ru
Website: http://uchbash.rbsmi.ru
Мөхәррит Кәримов Салауат Ғайса улы
Нигеҙләнгән 1920

«Башҡортостан уҡытыусыһы» — Башҡортостан Республикаһының ғилми-педагогик һәм методик журналы. Ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға, материалдарҙың бер өлөшө урыҫ, мари, татар, удмурт һәм сыуаш телдәрендә баҫыла. Тиражы — 27 мең дананан ашыу (2011).

1920 йылдың февраль айында журналдың беренсе һаны Стәрлетамаҡ ҡалаһында (ул ваҡытта — Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы) «Мәғариф эштәре» исеме менән донъя күрә. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм сәйәсәт талаптарына ярашлы, йөкмәткеһе, шулай уҡ исеме лә алмашына. 1924 йылдан журнал Өфө ҡалаһында — «Белем», 1931 йылдан «Культура революцияһы» исеме менән баҫыла. 1941—1952 йылдарҙа нәшер ителмәй. Хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы» исеме менән журнал 1936 йылдың майынан сыға башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем уҡытыусылар өсөн хеҙмәт итә.

Журнал наҙанлыҡты бөтөрөүҙә ҙур роль уйнай, башланғыс һәм ете йыллыҡ белем биреү, әҙәби башҡорт телен индереү проблемаларын яҡтырта. Уның ярҙамы менән башҡорт милли мәктәбе нигеҙҙәре практикаһы, беренсе дәреслектәр, уҡыу-методик ҡулланмалары индерелә. Журнал биттәрендә алдынғы педагогик тәжрибә пропагандалана, фәнни‑методик мәҡәләләр, дәрес өлгөләре, уҡыу пландары һәм программалары баҫыла[1].

Рубрикалары:

  • Мәғарифҡа идара итеү;
  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте;
  • Тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү;
  • Тәбиғи һәм теүәл фәндәр;
  • Тыуған яҡты өйрәнеү;
  • Милли телдәр һәм әҙәбиәттәр;
  • Башланғыс мәктәп;
  • Урыҫ теле һәм әҙәбиәте;
  • Сит телдәр

2020 йылдың февралендә «Башҡортостан уҡытыусыһы» ғилми-педагогик һәм методик журналы үҙенең 100 йыллығын билдәләй[2].

Башҡортостан уҡытыусыһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2022)