Эстәлеккә күсергә

Ишбулатов Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы
Ишбулатов
Тыуған көнө

9 сентябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылы

Вафат булған көнө

1975({{padleft:1975|4|0}})

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы

Ишбулатов Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы (9 сентябрь 1903 йыл1975 йыл) — уҡытыусы, мәғариф эшмәкәре, журналист. Дәреслектәр һәм синыфтан тыш уҡыу китаптары авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1955).

Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы Ишбулатов 1903 йылдың 9 сентябрендә хәҙерге Башҡортостандың Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт.

Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала. 1919 йылда Өфө Колчак ғәскәрҙәренән азат ителгәс, Ғ. Ишбулатов 1-се уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә. Тиҙҙән семинария педагогия техникумы итеп үҙгәртелә. Уны тамамлағас, бер төркөм йәштәр менән Донбасс шахтерҙары араһында эшләргә китә, Петр руднигында уҡытыусы була.

Башҡортостанға ҡайтҡас, Ғ. Ғ. Ишбулатов Тамъян-Ҡатай кантон халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына ебәрелә. Ул 1926/27 уҡыу йылында Ҡобағош, 1927—1929 йылдарҙа Ҡаҙаҡҡол башланғыс мәктәптәрендә балалар уҡыта. Асҡар мәктәбе директоры һәм уҡытыусыһы булып бер йыл эшләгәс, 1930 йылда Мәғариф Халыҡ Комиссариатында инспектор, 1932—1936 йылдарҙа «Культура революцияһы» журналы мөхәррире урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1936 йылда 9-сы мәктәпкә уҡытыусы итеп ебәрелә. Ул ваҡытта яңы асылған был мәктәпкә иң оҫталарҙы ғына һайлап алғандар. Бында Ишбулатов үҙенең егәрлелеген күрһәтә. Шул йылда ул К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына ситтән тороп уҡырға инә, уны 1940 йылда тамамлай һәм 9-сы мәктәптең талантлы педагогы булып өлгөрә.

1941 йылда Ғәйнулла Ишбулатов армияға алына һәм Владимир ҡалаһындағы уҡыу курсынан Бөйөк Ватан һуғышына китә. Яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.09.1944)[1] һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

1946 йылда Ғәйнулла Ишбулатов Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығына ҡабаттан инспектор итеп эшкә алына. Тыныс хеҙмәттең ҡәҙерен аңлаған һәм шуға һыуһаған хеҙмәткәр эштә өлгәшкән уңыштары өсөн «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән исемгә лайыҡ була, Маҡтау грамоталары ала.

1950 йылда Ғ. Ишбулатов министрлыҡтың мәктәптәр идаралығы начальнигы итеп билдәләнә. 1952 йылда уға һуғыш ваҡытында туҡтаған «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналын сығарыу эшен ойоштороу йөкмәтелә. Был үтә яуаплы вазифаны арҙаҡлы мәғариф хеҙмәткәре оло яуаплылыҡ тойоп үтәй, 1955 йылға тиклем журналдың мөхәррире була.

Шунан һуң Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы Халыҡ мәғарифы министрлығының өлкән инспекторы итеп билдәләнә. Был уның өсөн йәйә яңы һәм ҡатмарлы эш була. Фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәт эйәһе был вазифаны тырышып башҡара. Киң эрудициялылыҡ, бөхтәлек һәм тырышлыҡ уға эште уңышлы үтәргә мөмкинлек бирә.

50—60-сы йылдарҙа республикала мәғариф системаһының алға китеүе, уҡытыу программаларын үҙгәртеү Ғ. Ғ. Ишбулатовты дәреслектәр, методик ҡулланмалар яҙыуға ылыҡтыра. Ул II—IV синыфтар өсөн туған тел дәреслектәре, синыфтан тыш уҡыу китаптары, уларҙы файҙаланыу тураһында методик ҡулланмалар яҙа. Уның был хеҙмәттәре 1955 йылдан 1975 йылға тиклем мәктәптә тотороҡло әсбаптар булараҡ файҙаланыла.

Халыҡ мәғарифын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы Ишбулатовҡа 1955 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исем бирелә. Ул байтаҡ Маҡтау грамоталарына һәм төрлө бүләктәргә лайыҡ була.

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.