Кәримов Салауат Ғайса улы
Кәримов Салауат Ғайса улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1961 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Кәримов Салауат Ғайса улы, ижади псевдонимы Салауат Кәрим; 3 ғинуар 1960 йыл) — журналист, яҙыусы, тәржемәсе. 2007 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры (2014). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Салауат Ғайса улы Кәримов 1960 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған.
2021 йылдың мартында Салауат Кәримов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[1].
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҙыусының тәүге әҫәрҙәре республика матбуғаты биттәрендә үткән быуаттың 80-се йылдарында донъя күрә башлай. Поэзия менән проза жанрҙары өлкәһендә эшләй. Юмористик һәм сатирик хикәйәләр ижад итә. Ижади һәләте мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн хикәйәләр ижад итеүҙә ныҡлы асыла, шул йүнәлештә тиҫтәнән ашыу китап яҙып баҫтыра.
Әҙиптең хикәйәләре балалар өсөн донъяны, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте танып-белеү йүнәлешендә ижад ителгән.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Урман аҡланында. Хикәйәләр. — Өфө, 1997;
- Сәйер төш. — Өфө, 2000;
- Тамсыҡай. — Өфө, 2001;
- Йырсы сыйырсыҡ. — Өфө, 2006;
- Мин уҡырға яратам. — Өфө, 2008;
- Күңел йылыһы. Повесть һәм хикәйләр. — Өфө, 2010.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре
- Салауат Юлаев ордены (2021)[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. ИА «Башинформ», 11 марта 2021 года (Тикшерелеү көнө: 11 март 2021)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2021)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- 3 ғинуарҙа тыуғандар
- 1961 йылда тыуғандар
- Ишембайҙа тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан яҙыусылары
- Башҡорт балалар яҙыусылары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы баш мөхәррирҙәре
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары