Эстәлеккә күсергә

Аҡтаныш районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡтаныш районы
татар. Актаныш районы
Герб (аңлатма)
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Төрө

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Татарстан Республикаһы

Идари үҙәге

Аҡтаныш ауылы

Барлыҡҡа килеүе

1930

Халҡы (2021)

↘28 534 [1]
(0.71 %)

Тығыҙлығы

14 кеше/км²

Милли тәркибе

татарҙар (96,9%), мариҙар (1,6%)

Дини тәркибе

мосолмандар

Аланы

2037,8 км²

Аҡтаныш районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Машина номерҙары коды

16, 116

Аҡтаныш районы (татар. Актаныш районы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы составындағы административ-территориаль һәм муниципаль берәмек (муниципаль район).

Административ үҙәге — Аҡтаныш ауылы.

Физик-географик характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡтаныш районы Татарстан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, абсолют бейеклек тирбәлеүҙәре 60—235 м тәшкил иткән убалы тигеҙлектә урынлашҡан. Башҡортостан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш. Ауыл хужалығы үҫешкән. Майҙаны — 2037,8 км².

Район биләмәләре буйлап күп йылғалар (шул иҫәптән Кама һәм Ағиҙел) аға. Район урынлашҡан.

Аҡтаныш районы өсөн, йылы йәй һәм уртаса һалҡын ҡыш менән, уртаса континенталь климат хас. Атлантик океандан күскән йылы һәм дымлы һауа массалары төбәк клматын йомшарта. Һалҡын һауа Арктик бассейнынан килә. Ҡышын йыш ҡына урта бүлкәттәрҙең һалҡын континенталь һауа массалары үтеп инә. Йылы тропик һауа массаларының көньяҡ-көнбайыштан, ә йәйен — көньяҡ-көнсығыштан килеүе күҙәтелә.

Райондың үҙәк өлөшө буйлап Көнсығыш һәм Көнбайыш Шәбеҙ йылғалары аға. Районда шулай уҡ күлдәр һәм һаҙлыҡтар күп. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә республика биләмәләрендәге иң ҙур Күләгәш һаҙлыҡ массивы (майҙаны — яҡынса 500 га) урынлашҡан. Был һаҙлыҡ массивы сиктәрендә бихисап күлдәр бар, улар араһында иң ҙурҙары — Күләгәш, Әтер, Киндеркүл, Әжебәй һәм Сөйәлекүл. Башҡа күлдәр Кама һәм Ағиҙел йылғаларының үҙәндәрендә урынлашҡан, улар араһында Аҡтаныш ауылы янында Кустовое (Иҫке Иҙел), Ушар (Семиострово) ауылы янында Сәҙәккүл, Ушар, Әжәкүл һ.б.

Райондың яҡынса 100 ауылы башҡорттарҙың байлар (8 ауыл), бүләр (31), гәрәй (21), йәнәй (16), ҡырғыҙ (8) ырыуҙары тарафынан нигеҙләнгән[2].

1920 йылға ҡәҙәр Аҡтаныш районы территорияһы Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була, ә 1920 йылдың 20 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) һәм РСФСР-ҙың Халыҡ комисарҙары советы (СНК РСФСР) декретына ярашлы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә.

Аҡтаныш районы 1930 йылдың 10 авгусында ойошторола. 1963 йылдың 1 февралендә территорияһы Минзәлә районына бирелә. 1965 йылдың 12 ғинуарында Аҡтаныш районы йәнә тергеҙелә.

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2003[4]2004[5]2005[6]2006[7]2007[8]2008[9]2009[10]
31 71231 80031 60031 69731 51631 36831 16931 169
2010[11]2011[12]2012[13]2013[14]2014[15]2015[16]2016[17]2017[18]
31 97131 93331 74331 59631 32231 09530 83130 575
2018[19]2019[20]2020[21]2021[22]
30 16529 83629 38428 534

Муниципаль-территориаль ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 26 ауыл биләмәһе составында 86 тораҡ пункт бар:

№Ауыл биләмәләреАдминистратив үҙәгеТораҡ
пункттар
һаны
ХалҡыМайҙаны,
км2
1Айыш ауыл биләмәһе Айыш ауылы 1 ↗399
2Аҡкүҙ ауыл биләмәһе Аҡкүҙ ауылы 6 ↘826
3Аҡтаныш ауыл биләмәһе Аҡтаныш ауылы 1 ↗9905
4Аҡтанышбаш ауыл биләмәһе Аҡтанышбаш ауылы 4 ↘1039
5Иҫке Айман ауыл биләмәһе Иҫке Айман ауылы 3 ↘409
6Иҫке Байсар ауыл биләмәһе Иҫке Байсар ауылы 4 ↘892
7Иҫке Боғаҙы ауыл биләмәһе Иҫке Боғаҙы ауылы 5 ↘859
8Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе Иҫке Ҡормаш ауылы 5 ↘702
9Иҫке Сәфәр ауыл биләмәһе Иҫке Сәфәр ауылы 3 ↘959
10Киров ауыл биләмәһе Киров исемендәге совхоз ҡасабаһы 2 Н/Д
11Кәзкәй ауыл биләмәһе Кәзкәй ауылы 2 ↘503
12Күжәкә ауыл биләмәһе Күжәкә ауылы 4 ↘681
13Мәсәҙе ауыл биләмәһе Мәсәҙе ауылы 2 ↘381
14Поисево ауыл биләмәһе Поисево ауылы 2 ↘1549
15Сураҡай ауыл биләмәһе Сураҡай ауылы 2 ↘614
16Таҡталасыҡ ауыл биләмәһе Таҡталасыҡ ауылы 2 ↘885
17Татар Сыуыҡсыуы ауыл биләмәһе Татар Сыуыҡсыуы ауылы 6 ↘1569
18Татар Ямалы ауыл биләмәһе Татар Ямалы ауылы 3 ↘716
19Теләкәй ауыл биләмәһе Иҫке Теләкәй ауылы 2 ↘459
20Түке ауыл биләмәһе Түке ауылы 3 Н/Д
21Ураҙай ауыл биләмәһе Уразай ауылы 5 Н/Д
22Уҫы ауыл биләмәһе Ҡасҡын ауылы 2 Н/Д
23Чалманарат ауыл биләмәһе Чалманарат ауылы 5 ↘517
24Әтәс ауыл биләмәһе Әтәс ауылы 6 ↘616
25Юғары Яхшый ауыл биләмәһе Юғары Яхшый ауылы 4 ↘475
26Яңы Әлим ауыл биләмәһе Яңы Әлим ауылы 2 ↘1388


Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) / Wikidata
  2. ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 230—497. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских н / Wikidata
  4. ↑ Расчётная численность постоянного населения по городам и районам Республики Татарстан / Wikidata
  5. ↑ Оценка численности постоянного населения по городам и районам Республики Татарстан на начало 2004 года / Wikidata
  6. ↑ Административно-территориальное деление (АТД) за 2005 год / Wikidata
  7. ↑ Административно-территориальное деление (АТД) за 2006 год / Wikidata
  8. ↑ Административно-территориальное деление (АТД) за 2007 год / Wikidata
  9. ↑ Республика Татарстан. База данных показателей муниципальных образований на 1 января 2008-2014 годов / Wikidata
  10. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года / Wikidata
  11. ↑ Численность и размещение населения Республики Татарстан. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года / Wikidata
  12. ↑ Оценка численности постоянного населения Республики Татарстан на 1 января 2011 года / Wikidata
  13. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 январ / Wikidata
  14. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года / Wikidata
  15. ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года / Wikidata
  16. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года / Wikidata
  17. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года / Wikidata
  18. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года / Wikidata
  19. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  20. ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2019 года / Wikidata
  21. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года / Wikidata
  22. ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) / Wikidata
  23. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года / Wikidata
  24. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года / Wikidata