Эстәлеккә күсергә

Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхтәр Исхаҡ улы Мутин
Тыуған ваҡыты:

25 декабрь 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Минзәлә өйәҙе, Таҡталасыҡ ауылы
(хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы)

Вафат ваҡыты:

3 июнь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (54 йәш)

Вафат урыны:

РСФСР, Магадан өлкәһе

Һөнәре:

актёр, театр режиссёры

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Театр:

Татар академия театры, Башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:

Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1926)

Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы (25 декабрь 1886 йыл3 июнь 1941 йыл) — актёр, режиссёр, театр эшмәкәре. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1926). Татар һәм башҡорт халҡының беренсе трагик актёры[1]. Сәйәси золом ҡорбаны.

Мөхтәр Исхаҡ улы Мутин 1886 йылдың 25 декабрендә Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусының (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы) Таҡталасыҡ ауылында тыуған. Сығышы менән башҡорт дворяндары Мутиндар нәҫеленән[1]. Үҙ ҡулы менән 1926 йылда тултырылған анкетала милләтен башҡорт тип күрһәткән[2], ә репрессия документында милләте татар тип яҙылған[3]

1902 йылда Бәләбәй ҡала рус училищеһын тамамлай. 1906—1908 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Ырымбур мосолман диниә назаратында бухгалтер булып эшләй[4]. «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерттәре менән спектаклдәр ойошторғаны өсөн диниә назаратынан ҡыуыла[2].

1908 йылдан антреприз спектаклдәрендә уйнай башлай[4]. 1910 йылдан Ҡудашев-Ашҡаҙарскийҙың «Сәйәр», 1912 йылдан — Ғизәтуллина-Волжскаяның «Нур», 1915 йылдан — Мортазин-Иманскийҙың «Ширҡәт» театраль труппалары составында сығыш яһай. Граждандар һуғышы йылдарында Көнсығыш фронтының 1-се, 2-се, 5-се армия фронт театрҙарында уйнай, ә 1919 йылдан — Өфө татар-башҡорт өлгөлө театр актёры булып эшләй[1].

1920 йылдан Татар АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының театр бүлеге мөдире вазифаһын үтәй, 1-се Татар театры актёры, режиссёры булып эшләй. 1921 йылдан РКП (б) ағзаһы[4].

1922 йылдан Башҡорт драма театрының баш режиссёры[5], 1924—1937 йылдарҙа Татар академия театры, Башҡорт драма театры актёры, режиссёры булып эшләй[1].

1926 йылда Ҡазанда нәшер ителгән «Татар театры» китабының авторҙашы булып тора, был әҫәр милли театр тарихы буйынса теүәл материалдарға бай[4].

1937 йылдың 24 апрелендә ҡулға алына, шул уҡ йылдың 19 сентябрендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан «троцкист ойошмаһында ҡатнашыуҙа» ғәйепләнә һәм 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1941 йылдың 3 июнендә Магадан өлкәһендә вафат була. 1963 йылдың 1 авгусында аҡлана[4].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Өфөлә Ғ. Исхаҡиҙың «Өс ҡатын менән тормош итеү» спектаклен ҡуя, был милли театр сәнғәте тарихында ҙур ваҡиға була[1]. 1909 йылдың көҙөндә Ҡазанда, ә 1910 йылдарҙа Пермь, Силәбе, Троицк һәм Ырымбур ҡалаларында спектаклдәр ҡуя, әҙәби кисәләр ойоштора. 1911 йылда Себер яғында, унан Волга буйҙарында гастролдә йөрөй, Ырымбур, Әстерхан ҡалаларына юллана. 1915 йылдың 16 ноябрендә Ырымбурҙа Шәриф Камалдың «Хажи әфәнде өйләнә» тигән комедияһы ҡуйыла, бында актёр Жәләл ролен башҡара[2].

М. Ғафури, М. М. Рәмиев, С. Л Рәмиев, Ғ. Туҡай әҫәрҙәре буйынса Ф. М Латипов менән берлектә әҙәби-музыкаль программалар авторы һәм башҡарыусыһы булып тора. «Боҙ аҫтындағы тулҡындар», «Упҡын», «Йыһан ҡалтыраған ваҡытта», «Килмешәк» агитпьесаларын ижад итә[1].

төп ролдәре[1][2][6]
  • Отелло («Отелло», У. Шекспир);
  • Гамлет («Гамлет», У. Шекспир);
  • Эдип («Эдип батша», Софокл);
  • Хөсәйен («Алмансор», Г. Гейне);
  • Гофрай («Миркәй һәм Айһылыу», Н.Иҫәнбәт);
  • Ғәйнетдин («Ҡасыу», Н. Иҫәнбәт);
  • Сәлимйән («Зөләйха», Ғ. Исхаҡи);
  • Бикташ («Ялсы», Т. Ғиззәт);
  • Карл Моор («Юлбаҫарҙар», Ф.Шиллер);
  • Жәләл («Хажи әфәнде өйләнә», Ш. Камал);
  • Жәләл («Банкрот», Ғ. Камал);
  • Тартюф («Тартюф», Мольер);
  • Батырхан («Яңы кешеләр», Ғ. Ибраһимов);
  • Бардин («Дошмандар», М. Горький);
  • Барон («Тормош төбөндә», М. Горький);
  • Вершинин («Бронепоезд 14-69», Вс. Иванов);
  • Кәрим («Дошмандар», Ф. Сәйфи-Ҡазанлы);
  • Минһаж («Ҡандрала», К. Тинчурин) һ.б.
төп постановкалары[1]

Беренсе ҡатыны совет актрисаһы һәм режиссеры Елизавета Шляхтина-Сыртланова була. Икенсе ҡатыны Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы Йосопова 1937 йылдың 1 ноябрендә төрмәгә ябыла, уларҙың ике ҡыҙы Гөләндәм һәм Дүзә була[2].

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1926)
  • Аҡтаныш һәм Таҡталасыҡ ауылдарының урамдары Мөхтәр Мутиндың исемен йөрөтә.
  • Таҡталасыҡ ауылы зыяратында стелла ҡуйылған.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Сәйетов Һ. С. Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Саламатова Г. Актёр-трагик Мөхтәр Мутин. Үҙе йәшәгән заманды хөкөм итергә хаҡлы шәхес. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (10 февраль 2017). Дата обращения: 17 февраль 2017.
  3. Книга памяти Республики Татарстан
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Романов В. Видные деятели национального театра: Мухтар Мутин (К 130-летию со дня рождения). Башинформ (25 декабрь 2016). Дата обращения: 17 февраль 2017.
  5. Мутин Мухтар Исхакович (1886—1941). Башкирский государственный академический театр драмы имени Мажита Гафури. Дата обращения: 17 февраль 2017. 2014 йыл 13 март архивланған.
  6. Артисты театра им. Галиаскара Камала: Библиографический справочник. — Казань: Татарское книжное издательство, 2005.
  • Мортазин В., Ченәкәй Т. Татар театры тарихыннан. 2-че бас. — Казан, 1996.
  • Сагди Г., Мутин М., Парсин М. Татарский театр. — Казань, 1926.
  • Саламатова Г. Актёр-трагик Мөхтәр Мутин // Ватандаш. — 2016. — № 9. — ISSN 1683-3554.
  • Татар совет театры. — Казан, 1975.