Таҡталасыҡ (Татарстан)
Ауыл | |
Таҡталасыҡ татар. Такталачык | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Юғары Таҡталасыҡ, Иҫке Таҡталасыҡ |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423751 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Таҡталасыҡ (Юғары Таҡталасыҡ) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Таҡталасыҡ ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың атамаһы – «таҡта» һәм «аласыҡ» һүҙҙәренән тора. Был атаманың килеп сығышы гәрәй башҡорттарының йәйләү урынына бәйле булған[3].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ярлыкүл һәм Шәбеҙ йылғалары буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайыштараҡ 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға гәрәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1702 йылда телгә алына[5]. Ауыл Гәрәй улусының Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә һәм ошо улустың үҙәге була[6].
Гәрәй улусының Таҡталасыҡ түбә башҡорттарының биләмәләре тураһында артабанғы документта бәйән ителә: «Жалованные оберегательные памяти их предкам даны в 1700 и 1701 гг. по указам великого государева царя и великого князя Петра Алексеевича и от стольников и воевод Бориса Аничкова, Ефима Панкратьевича Зыбина. По ним видно: велено оным Гарейской волости башкирцам Кузюмке Бекметеву и Ишкиняшке Темкееву с тов. владеть старинной своею вотчиною как прадеды и деды и отцы их владели и состоящими в той их вотчине озерами Липадой, Емадой, Чукеим, а по руски слывет Чекаево (Сутли), Шабизом, Пазеим, Карчиным (Карым) и Емалинском, Кабанским и речкою Тармалою с мелкими озерами и ключами и стоками и мелкими речками»[6].
1746 йылда Таҡталасыҡ ауылы гәрәй башҡорттары старшина Мөтәй (Мөтиғулла) Йәнырыҫов, йөҙбаш Тимер Мөтәев (Мутин), Иштерәк Дүсмәкәев, рядовойҙар Ишәле Дүсмәкәев, Нуғай ауылынан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы) Сәүәләй Сәлимов, Усман Аҙнағолов Пермяково ауылы крәҫтиәндәренә Ағиҙел буйындағы аҫаба ерҙәрендә балыҡ тотоу урындарын йылына 16 һум түләү алып 15 йылға ҡуртымға биргәндәр[6].
1751 йылда йөҙбаш Тимер Мутин (Мөтәев) ауылдаштары менән Ҡаракүл улусы һарай крәҫтиәндәренә Закалья (Юрмалы) күлендә балыҡ тотоу урындарын йылына 1 һум 50 тин түләү алып 10 йылға ҡуртымға биргәндәр. 1763 йылда Таҡталасыҡ ауылынан старшина Аҙнағол Тимеров һәм 8 башҡорт, шулай уҡ башҡа ауыл вәкилдәре Ҡаракүл улусы һарай крәҫтиәндәренә Шабыҡ (Моховое) күлендә балыҡ тотоу урындарын йылына 12 һум түләү алып 20 йылға ҡуртымға биргәндәр. Сәфәрғәли Тимер улы Мутин дистанция начальнигы, поход старшинаһы, 13 класс чиновнигы булып хеҙмәт итә һәм шәхси дворянлыҡ хоҡуғы ала. Старшина Кунур Мутин ауылдаштары менән һарай крәҫтиәндәренә Ҡабан (Ялан), Инеш-Түбә, Ҡарыш-Әрәм күлдәрендә (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы территорияһы) балыҡ тотоу урындарын 20 йылға ҡуртымға биргәндәр[6].
Ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша[4].
1840 йылда 782 башҡорт 187 сиреккә ужым һәм 260 сиреккә яҙғы икмәк сәскән. 1848 йылда 145 ихатала йәшәүсе 909 башҡортҡа 855 йылҡы, 472 һыйыр, 293 һарыҡ һәм 857 кәзә малы, шулай уҡ 45 умарта тура килгән; ә 28 ихатала йәшәүсе 269 типтәргә 146 йылҡы, 11 һыйыр, 65 һарыҡ һәм 216 кәзә малы тура килә. 1870 йылда ауылда 8 ел тирмәне (1848 йылда — 1), бакалея кибете, баҙар, хужалыҡ магазины, улус идаралығы теркәлгән. 1848 йылда 3 мәсет, 1870 йылда — 2 мәсет, 1905 йылда — 2 мәсет һәм шул һанда мәктәп булған[6].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
1927 йылда ауыл кешеләре Мәсәҙе ауылына нигеҙ һала.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 67 ихатала 422 аҫаба башҡорт, 1816 йылда — 587 башҡорт һәм 89 типтәр, 1834 йылда —792 башҡорт һәм 119 типтәр, 1859 йылда ир енесле 797 йән аҫаба башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәш иҫәпләнгән. 1870 йылда 281 ихатала — 1545 башҡорт, 1902 йылда 391 ихатала — 1345 йән аҫаба башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәш, 1905 йылда 503 ихатала — 2473 кеше, 1912 йылда 464 ихатала — 2324 кеше разряды буйынса («по разряду крестьян») аҫаба, халҡы буйынса («по народности») башҡорт йәшәй[6].
1795 | 1834 | 1859 | 1865 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1920 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989[4][5] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
422 | 792 | 1507 | 1545 | 1545 | 1805 | 1996 | 2473 | 2115 | 2272 | 1781 | 1153 | 1256 | 1164 | 1000 |
- Н/Д[7]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҙнағол Тимеров (1750—?) — Гәрәй улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышын осоронда Алабуға ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. 1798 йылдан 11-се башҡорт кантонының йорт старшинаһы.
- Абдулсаттар Абдуллатифов (1787—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Мутин Ғариф — башҡорт дворяндары Мутиндар нәҫеленән. 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт мәркәз шураһының ағзаһы итеп һайлана.
- Мутин Илдархан Ибраһим улы (1888—1938) — Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре.
- Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы — актёр, режиссёр, театр эшмәкәре.
- Мутиндар — башҡорт дворян нәҫеле.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Такталачук > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Такталачук > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — С. 32. — 222 с.}
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии/ Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 410—423. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Такталачук > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник