Эстәлеккә күсергә

Таҡталасыҡ мәсете (Аҡтаныш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таҡталасыҡ мәсете
Дәүләт  Совет Рәсәйе
Урын Татарстан Республикаһы

Таҡталасык мәсетеТатарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында урынлашҡан дини ғибәҙәтхана (мәсет). Беренсе мәхәллә мәсете XIX быуат башынан, икенсе мәсет 1852 йылдан билдәле.

Тәүге ғибәҙәтхана гәрәй ырыуының аҫаба башҡорттары төпләнеп йәшәгән Таҡталасыҡ ауылында асыла[1][2]. XVIII — XIX быуаттарҙа ауыл халҡы аҫаба башҡорттарға һәм типтәрҙәргә бүленә. Ауыл 1702 йылдан билдәле[3].

1802 йылда ауылда беренсе мәхәллә («Земская больница яғы»нда) рәсми рәүештә теркәлә. Мәсеттең имам-хатибтары: 1807 йылдан — Нигмәтулла Аҙнағолов, 1837 йылдан — Әхмәт Ғәббәсов, 1874 йылдан — Ғәбделмәзин Ғәбделғәлләмов. 1879 йылда мәсеткә ремонт яһала. 1890 йылдан йәмиғ мәсете. Имам-хатиб — Мулләхмәт Арыҫланов.

Икенсе мәсет 1852 йылда сафҡа инә. Әхмәт Ғәбделҡадиров унда имам-хатиб була.

Ике мәсет янында ла мәҙрәсәләр эшләй: ир балалар беренсе мәсеттә 1827 йылда уҡый башлаһа, ә икенсе мәсет мәҙрәсәһе 1852 йылда эшләй башлай. 1913 йылда беренсе мәсет мәҙрәсәһендә 45, икенсе мәсет мәҙрәсәһендә 75 шәкерттең уҡыуы теркәлә. Мөхәммәтфатих Солтанов беренсе мөҙрәсә шәкеттәренә дини белем бирһә, икенсеһендә Баһауетдин Мутин мөҙәрис — имам-хатиб була. 1914 йылда ауылда көслә янғын сыға, һәм ике мәҙрәсә лә көл-күмергә әйләнә. Ауыл халҡы мәҙрәсәләрҙе тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша. Һәм белемгә ынтылған балалар ҡайтанан мәҙрәсәләрҙә уҡый башлай.

19181922 йылдарҙа мәсеттәрҙә мәҙрәсәләр ҡайтанан эшләй башлай. 1925 йылда мәҙрәсәләрҙә дин һабағын уҡытыу туҡтатыла. 1926 йылдан мәҙрәсәләр донъяуи фәндәр уҡытылған башланғыс мәктәпкә әйләнә.

1964 йылға тиклем элекке мәсеттәр һәм мәҙрәсәләр биналарында мәктәптәр урынлаша.

  1. Амур Фәләх. Такталачык. «Мәйдан». 2008 йыл, октябрь, 107-108-се бит.