Чат (Татарстан)
Ауыл | |
Чат татар. Чат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
154 кеше (2010) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423737 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Чат — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Әтәс ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәбеҙ йылғаһы бассейнында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чат — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй (аҙаҡ Семиостровная) улусы составына керә.
1905 йылда 2 ел тирмәне, икмәк магазины, 3 бакалея кибете, мәсет (1829 йылдан билдәле) теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 234 башҡорт; 1816 йылда — 303 башҡорт; 1834 йылда — 448 башҡорт; 1859 йылда — 351 башҡорт; 1870 йылда — 784 башҡорт; 1905 йылда — 480 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
743 | 784 | 785 | 822 | 1050 | 972 | 868 | 718 | 575 | 373 | 336 | 406 | 313 | 162 | 157 | 154 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Башланғыс мәктәп, клуб бар[1].