Эстәлеккә күсергә

Мәстей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мәстей
татар. Мәчти
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Нигеҙләнгән

XVIII быуат

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Автомобиль коды

-

Мәстей — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районында юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Ауыл Сикия йылғаһы (Сөн йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

Мәстей — Бүләр улусы башҡорттарының ауылы. Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, ауылға йәнәй ырыуы башҡорто Мәстей Абыҙбаев нигеҙ һалған. Бүләр улусы һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[1].

XIX быуат башында Мәстей ауылында йәшәүсе Солтановтар дворянлыҡ хоҡуғын алыуға ирешә[1].

1848 йылда 6 тирмән; 1870 йылда — 5 тирмән, хужалыҡ магазины, бакалея кибете. Ауылда шаршамбы көнө баҙар уҙғарылған, яҙын һәм йәйен ҡымыҙ һатылған. 1848 йылда 2 мәсет, 1870 йылда мәсет һәм уның эргәһендә мәктәп теркәлгән. 1877 йылда 25 малай өсөн мәҙрәсә янында рус классы асыла. 1905 йылда министрлыҡ бер класслы мәктәбе теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылда Аҡтаныш районына составына инә. ХХ быуаттың 70-се йылдарында юҡҡа сыға.

1795 йылда ауылда 8 ихатала 24 башҡорт, 1816 йылда — 26 аҫаба башҡорт һәм 16 керҙәш-башҡорт (сығыштары менән Бәләбәй өйәҙе Ҡаңлы улусы Шығай ауылынан, улар араһында шулай уҡ йәнәй һәм байлар ырыуҙары башҡорттары ла булған), 1834 йылда ир енесле 43 йән аҫаба башҡорт һәм 19 йән керҙәш-башҡорт; 1859 йылда 217 йән аҫаба башҡорт иҫәпләнгән. 1902 йылда 391 ихатала —1345 йән аҫаба башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәш башҡорт, 1905 йылда 48 ихатала — 177 кеше, 1912 йылда 58 ихатала — 305 аҫаба башҡорт, 21 ихатала — 98 керҙәш башҡорт йәшәй[1].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 375—381. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.