Әтәс (Татарстан)
Ауыл | |
Әтәс татар. Әтәч | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
210 человек (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423737 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Әтәс — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Әтәс ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әтәс — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиостровная улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет (1831 йылдан билдәле), тирмән, хужалыҡ магазины, бакалея кибете теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 208 башҡорт; 1816 йылда — 285 башҡорт; 1834 йылда — 400 башҡорт; 1848 йылда — 442 башҡорт; 1870 йылда — 609 башҡорт; 1902 йылда — 339 башҡорт (ир затлы) йәшәй[2].
1859 | 1897 | 1906 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
560 | 565 | 644 | 527 | 441 | 395 | 259 | 251 | 259 | 248 | 198 | 210 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].