Иҫке Байсар
Ауыл | |
Иҫке Байсар татар. Иске Байсар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
676 человек (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423745 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Иҫке Байсар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Иҫке Байсар ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Сөн йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Байсар — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә һәм уның административ үҙәге була.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
1848 йылдан ауылда 2 мәсет, тирмән; 1870 йылда 16 кибет, тирмән; XX быуат башында 4 мәсет, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн мәктәптәр, икмәк магазины теркәлгән, шәмбе һайын баҙар уҙғарылан[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 71 аҫаба башҡорт (бүләр ырыуынан), 330 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуынан), 78 типтәр; 1816 йылда — 418 башҡорт; 1834 йылда — 575 башҡорт; 1859 йылда — 1331 башҡорт, 84 типтәр; 1870 йылда — 807 башҡорт; 1912 йылда — 2038 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1165 | 807 | 1712 | 1909 | 2034 | 2038 | 2169 | 1885 | 1198 | 752 | 1073 | 1046 | 947 | 717 | 663 | 676 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].